Иҫке Хәлил (Дыуан районы)
Ауыл | |
Старохалилово башҡ. Иҫке Хәлил | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
452530 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Иҫке Хәлил (рус. Старохалилово) — Башҡортостандың Дыуан районындағы ауыл. Мәсәғүт ауыл Советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 378 кеше[2]. Почта индексы — 452530, ОКАТО коды — 80223822005.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Район үҙәгенә тиклем (Мәсәғүт): 10 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Мәсәғүт): 10 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Һилейә): 85 км
Иҫке Хәлил ауылы Әй йылғаһы буйында, район үҙәге Мәсәғүттән төньяҡ-көнбайышҡа табан 10 километрҙа һәм Һилейә (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 85 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫке Хәлил ауылына Себер даруғаһы Һарт улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған. Ауылдың атамаһы — улус старшинаһы Хәлил Яҡуповтың исеменән. Ауыл яҡынса 1776 йылдан билдәле, йәниҫәп материалдарында Халилево (Халилово) тип теркәлгән.
Хәлил атамаһы һуңғараҡ бирелгән. Тәүге төпләнеүсе кеше беҙгә билдәле түгел. Әммә уның улдары 1816 йылда үткәрелгән VII рәүиз мәғлүмәттәрендә теркәлгән: 73 йәшлек Ишназар Хәлилов, уның улдары Ҡотлош, Иҫәнғәзе, Ильяс. Ишназарҙың игеҙәге Аҡҡужа Хәлилов (1831 йылда вафат булған) һәм уның улдары Мөхәмәткәрим, Нурмөхәмәт. 70 йәшлек Ишҡужа Хәлилов улы Фәтҡулла һәм ейәне Мөхәммәт менән. Иң кинйәһе 39 йәшлек Үтәғол Хәлилов (1830 йылда вафат булған), уның улдары Ҡалубәк, Ҡоломбәт.
1795 йылда 33 йортта 196 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ, сана һәм арба эшләү менән шөғөлләнгәндәр.
Хәрби йөкләмә үтәү — башҡорттарҙың төп бурысы булған: йыл һайын 4-5 ғаилә ҡорал, ҡылыс, һөңгө, уҡ-һаҙаҡ тотҡан, яҡшы кейем, ике ат һәм аҙыҡ-түлек әҙерләгән яугир хәрби хеҙмәткә алынған. Улар башҡорт полктары сафында хеҙмәт иткән. Иҫке Хәлил ауылынан Юлдаш Моратбаев Парижға барып еткән һәм «1812 йылғы һуғыш иҫтәлегенә» миҙалына лайыҡ булған[4].
Мәсет, училище, 2 һыу тирмәне булған.
1834 йылда 40 йортта — 252 кеше, 1859 йылда 61 йортта 334 кеше йәшәгән.
1859 йылда Хәлил составына 22 йортта 98 кеше йәшәгән Киҫәүбай (Кискебай) ауылы ла ингән.
XIX быуат башында Киҫәүбай ауылы (атамаһы — антропонимдан, 1816 йылда бында исеме хаталы яҙылған Кесебай Таҡмышев, 1755 йылғы, теркәлгән; ул тәүге төпләнеүсе булған) барлыҡҡа килгән. XVIII быуатта был ауыл булмған, шуның өсөн 1795 йылғы материалдарҙа был ауыл буйынса мәғлүмәт күренмәй.
1816 йылғы VII рәүиз мәғлүмәттәре буйынса, Әй йылғаһы ҡушылдығы Шиғәле йылғаһы эргәһендәге Киҫәүбай ауылында 20 йортта — 100 кеше, 1834 йылда шул уҡ 20 йортта 124 кеше йәшәгән. 1870 йылда 19 йортта 49 ир-егет һәм 49 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән. Ул саҡта Хәлил һәм Киҫәүбай стан (улус) үҙәгенән 45 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан.
Ул саҡта Хәлил һәм Киҫәүбай ауылдары стан (улус) үҙәгенән 45 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. 1920 йылда улар (икенсеһе Киссубай тип йөрөтөлә) Дыуан-Мәсетле улусы составында була һәм уның үҙәгенән 12 саҡрымға алыҫлыҡта тора. Икеһе лә Әй йылғаһы буйында. XIX быуат һуңында Киҫәүбай ауылының икенсе исеме Хәлил булған. XIX—XX быуат сигендә Яңы Хәлил ауылы барлыҡа килгән. 1920 йылда яңы ауылда 46 йорт һәм 216 кеше булған. Үрге Ҡыйғынан — шул уҡ исемле улус үҙәгенән 15 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан булған, уға үрҙә телгә алынған бүлендек ауыл буйһонған. Шулай итеп, Киҫәүбай яңы барлыҡҡа килгән Яңы Хәлил ауылы өсөн туранан-тура нигеҙ булып тормаған, тип әйтергә мөмкин. Киҫәүбай ауылы Хәлил (Иҫке Хәлил) составына 1926 йылдан һуң инә.
Хәлил халҡына хужалыҡтың бөтә тармаҡтары һәм айырым кәсептәре таныш ине. Хәлилдә 252 кешегә 11 сирек ужым, 236 сирек яҙғы иген, Киҫәүбайҙа 124 кешегә — 6 сирек ужым һәм 98 сирек яҙғы иген сәселгән. Картуф был ауылдарға барып етмәгән әле. Бүлеп бирелгән ерҙәр бер участкала булған. Урмандың бер өлөшө һөрөлгән. Әй, Шәғәле, Тәндәк йылғалары менән һуғарыла. Өс баҫыулы сәсеү әйләнеше һөрөнтө ерҙе тиреҫләргә мәжбүр иткән. Быуат аҙағында шәхси эшҡыуарҙарҙың 1 һуҡҡысы һәм 2 елгәргесе булған. 12 йылға ҡуртымға бирелгән 2 тирмән урыны (6 һәм 12 дисәтинә), 2 усадьба урыны (1 һәм 0,5 дисәтинә) — шундай һалым статьялары була. Йыл һайын 30 кеше Златоуст ҡаҙна заводына барып аҡса эшләгән.[5].
Биләмә берәмектәренә инеүе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Теркәү йылы | Улус, ауыл советы | Өйәҙ, кантон, район | Губерна, Республика | Дәүләт |
---|---|---|---|---|
1784 | Һарт улусы | Троицк өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй Империяһы |
1816 | 7-се йорт | 4-се Загорный Башҡорт кантоны | Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1834 | -се йорт | -се Башҡорт кантоны | Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1847 | -се йорт | -се Башҡорт кантоны | Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1859 | -се йорт | -се Башҡорт кантоны | Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1895 | Мырҙалар улусы | Златоуст өйәҙе | Өфө губернаһы | Рәсәй империяһы |
1920 | Үрге Ҡыйғы биләмәһе | Дыуан-Ҡошсо кантоны | Автономлы Башҡорт ССР-ы (Бәләкәй Башҡортостан) | РСФСР |
1926 | улусы | Мәсәғүт кантоны | Автономлы Башҡорт ССР-ы | СССР |
1935 | Мәсәғүт ауыл Советы | Дыуан районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1941 | Мәсәғүт ауыл Советы | Дыуан районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1990 | Мәсәғүт ауыл Советы | Дыуан районы | Башҡортостан Республикаһы | Рәсәй Федерацияһы |
2008 | Мәсәғүт ауыл Советы | Дыуан районы | Башҡортостан Республикаһы | Рәсәй Федерацияһы |
Ауылдың XIX быуаттың икенсе яртыһындағы үҫеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1865—1870 йылдарҙа 53 йортта — 282 кеше йәшәгән.
Ауылдың XX быуаттағы һәм бөгөнгө үҫеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1906 йылда Иҫке Хәлил ауылында мәсет, 2 һыу тирмәне теркәлгән. 1920 йылда Иҫке Хәлилдә 68 йортта 331 кеше булған.
XX быуат башында бүлендек Яңы Хәлил ауылы барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙерге исемен ала.
1939 йылға тиклем Иҫке Хәлилгә XIX быуат башында нигеҙләнгән Киҫәүбай ауылы, 1973 йылға — XX быуат башында нигеҙләнгән Романовка утары ҡушылған.
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫке Хәлил ауылында башҡорттар йәшәй (2002).
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 331 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 358 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 516 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 270 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 351 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 378 | 187 | 191 | 49,5 | 50,5 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Билдәле кешеләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Юлдаш Моратбаев — Парижға барып еткән һәм «1812 йылғы һуғыш иҫтәлегенә» миҙалына лайыҡ булған.
- Таһир Байышев (15.08.1886—19.03.1974) — ғалим, башҡорт лексикографы һәм диалектологы, тел белгесе. Филология фандәре кандидаты (1950). Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1949).
- Низам Ҡәрип (25.07.1905—26.10.1942) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған башҡорт яҙыусыһы, журналист, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре.
- Зөлфиә Ханнанова (1.01.1970) — шағир, Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы (2004) һәм Рәмзилә Хисаметдинова исемендәге әҙәбиәт премияһы лауреаты (1996), Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2008),
- Рәмзиә Хисамова (18.08.1947) — Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры, Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1989).
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫке Хәлил урамдарына түбәндәге исемдәр ҡушылған.
- Тыныслыҡ урамы (рус. Мира (улица)
- Яңы тыҡрыҡ (рус. Новый (переулок)
- Ҡояшлы урам (рус. Солнечная (улица)
- Йәшел урам (рус. Зелёная (улица)
- Низам Ҡәрип урамы (рус. Низама Карипа (улица)
- Йылға урамы (рус. Речная (улица)
- Төҙөлөш урамы (рус. Строительная (улица)
- Яңы урам (рус. Новая (улица)
- С. Юлаев урамы (рус. С. Юлаева (улица)
- Үҙәк урамы (рус. Центральная (улица)[6][7]
Тирә-яҡ мөхит
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ер-һыу атамалары
Тауҙар:
Урмандар:
Йылғалар:
- Әй, Шәғәле, Тәндәк
Шишмәләр:
Ялан-бесәнлектәр:
Таусыҡтар, түбәләр:
Тарихи ҡомартҡы: Ауыл эргәһендә Иҫке Хәлил ҡурғандары урынлашҡан.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001. — 106—108 с. — ISBN 5—295—02843—7 (рус.)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Иҫке Хәлил (Дыуан районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Иҫке Хәлил (Дыуан районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ http://duvansity.narod.ru/history.htm История Дуванского района
- ↑ ЦГИА РБ. Ф. 138. Оп. 2. Д. 345. Ф. 2. Оп.1. Д. 1755 (1816 г.)
- ↑ [https://mapdata.ru/bashkortostan/duvanskiy-rayon/selo-starohalilovo/ Карта д. Старохалилово. Улицы
- ↑ Иҫке Хәлил ауылы «Госсправка» сайтында (рус.)
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |