Роттердам
Роттердам (нидер.Rotterdam [ˌrɔtərˈdɑm] ) — Нидерландта ҡала һәм община. Көньяҡ Голландия провиницяһында Ньиве-Маас йылғаһының Төньяҡ диңгеҙгә ҡойған урынында урынлашҡан. 617 347 кешеһе менән халҡы буйынса Нидерландта Амстердамдан ҡала икенсе урында тора (2012)[12]. Роттердам ҙур Рандстад ҡала агломерацияһы составына инә.
Роттердам девизы — Sterker door strijd («Көрәштә нығынған»).
Машиналар төҙөү үҙәге. Эре транспорт үҙәге (тимер һәм шоссе юлдары); диңгеҙ ( Төньяҡ диңгеҙ) һәм йылға ( Ньив-Маас йылғаһы) порттары; Роттердам-Гаага аэропорты. Роттердам порты Европала иң ҙур порт һанала, ә 1962 йылдан алып 2004 йылға тиклем ул донъяла иң эреһе булып иҫәпләнгән (әлеге ваҡытта Шанхайҙан ҡалыша).
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҙур булмаған Ротте йылғаһы Маасҡа ҡойған һәм Ротте йылғаһында дамба төҙөлгән райондағы ауыл тураһында беренсе тапҡыр 1283 йылда телгә алына. 1340 йылда Роттердамға ҡала хоҡуҡтары һәм өҫтөнлөктәре бирелә, һәм 10 йылдан һуң уның халҡы графтарҙан инглиз йөнөн ташыу өсөн махсус Лейден һәм Делфтҡа алып барыусы канал төҙөүгә рөхсәт ала. Тап ошо ваҡыттан Роттердамдың сауҙа порты булараҡ үҫеше башлана. Иҡтисади үҫешенә ҡамасау иткән һуғыш һәм стихиялы бәлә-ҡазалар булыуға ҡарамаҫтан, (мәҫәлән, Максимилиан Австрийскийҙың 1489 йылдағы ҡаланы ҡамауы, 1563 йылдағы янғын, 1572 йылда испандарҙың талауы), бигерәк тә Ла-Манш һәм Урта диңгеҙ порттары менән ҡала әүҙем сауҙа үҫешен дауам итә. Унда балыҡсылыҡ һәм ауыл хужалығы аҙыҡ-түлектәрен ташыйҙар, кире тоҙ, шарап, емеш-еләк алып ҡайталар. 1600 йылдарҙа йылдам караптар йөрөү хәрәкәте ҡала властарын киң 10 причал менән ҙур порт төҙөүгә мәжбүр итә[13]. Ашыҡмай үҫеп, ҡала уңайлы географик урынлашыуы арҡаһында XVII быуатта (Көньяҡ-Көнсығыш Азияға океан юлдары асылғандан һуң) мөһим сауҙа портына әйләнә. Был Голланд Ост-Һинд Компанияһының алты мөһим сауҙа порттарының береһе була. XIX быуатта ҡала шулай уҡ француз һәм инглиз инвестицияларын әүҙем йәлеп итә. Ә 1872 йылда эре караптар өсөн Ньиве-Ватервег каналын сафҡа индергәндән һуң донъяла иң ҙур гавань булып китә.
Европала иң бейек бина булған 45 метр бейеклектәге Витте-Хейс төҙөлгән. Унда америка компанияларының офистары урынлаша[14].
Беренсе донъя һуғышы ваҡытында голландия нейтралитеты һәм яҡшы географик урынлашыуы арҡаһында ҡала иң яҡшы шпионлыҡ үҙәге була[15].
ҡарағыҙ: Голландия операцияһы (1940), Роттердамды бомбаға тотоу, Голланд операцияһы (1944)
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Үҫеш динамикаһы
Йыл | Халыҡ һаны |
---|---|
1796 | 200 53 |
1830 | 300 72 (▲19 100) |
1849 | 90 100 (▲17 800) |
1879 | 148 100 (▲000 58) |
1899 | 318 500 (▲400 170) |
1925 | 547 900 (▲400 229) |
1965 | 731 000 (▲100 183) |
1984 | 555 000 (▼ 000 176) |
2005 | 407 596 (▲ 407 41) |
2006 | 588 576 (▼ 831 7) |
2007 | 046 584 (▼ 530 4) |
2010 | 425 603 (▲ 19 379) |
2014 | 799 624 (▲ 374 21) |
2016 | 631 155 (▲ 356 6) |
Милли составы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Роттердамда яҡынса 30 процент халҡының тамырҙары голланд түгел. Был раса составы буйынса илдең иң европеоидлы булмаған ҡалаһы.
2006 йыл мәғлүмәттәре буйынса:
- Голландтар — 317 943
- Суринамлылар — 52 329
- Төрөктәр — 45 415
- Марокканлылар —36 831
- Нидерланд Антил утрауҙарынан килеүселәр/Арубалар — 701 19
- Көньяҡ европалылар — 17 774
- Башҡа үҫешмәгән илдәрҙән — 66 464
- Башҡа үҫешкән илдәрҙән — 32 261
Барлығы — 588 718 кеше
Ҡала идаралығы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2009 йылдың ғинуар башында социал-демократик партия етәкселәре Роттердам бургомистры вазифаһына беренсе нидерландлы-мосолман Абуталеб Әхмәтте һайлай (ул шулай уҡ Көнбайыш Европала ҙур ҡаланың беренсе мосолман-мэры була). Абуталеб Әхмәт сығышы буйынса марокканлы — нидерланд паспорты менән бер рәттән марокко паспортына ла эйә була. Абуталеб 1961 йылда Мароккола тыуған һәм 16 йәшендә уны ата-әсәһе Нидерландҡа алып килгән. Уның бургомистр вазифаһына тәғәйенләнеүе ҡалала, бигерәк тә ҡайһы бер уң һәм радикаль партия сафтарында төрлө реакция тыуҙыра, улар фекеренсә, бындай тәғәйенләнеү мосолман иммигранттарының нидерланд йәмғиәтенә интеграцияланыуына ярҙам итмәй.
Иҫтәлекле урындары һәм архитектураһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Куб йорттары
- Евромачта
- Эразм күпере
- ябыҡ баҙар (Роттердам)
- Блайдорп зоопаркы (Blijdorp Diergaarde)
- Пласвайк паркы (Plaswijckpark)
- Тромпенбург дендрологик паркы (Trompenburg; 1820 йылдан, майҙаны 6 гектар)
Роттердамда билдәле OMA һәм MVRDV архитектура фирмалары бар.
Һәр йыл һайын Роттердамдың төрлө иҫтәлекле урындарына дүрт миллион тирәһе турист бара.
Транспорты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡалала метрополитен эшләй (4 тармағы бар, 1968 йылдан), трамвай (1879 йыл, 9 маршрут) һәм автобустар (38 маршрут; төндә, йома, шәмбе көндәрендә, махсус автобустар йөрөй, 4,5 €). Тиҙ йөрөшлө трамвайҙың ҡала-ара линияһы Гаагаға йөрөй, ул формаль рәүештә «Е линияһы» булараҡ метрополитенға беркетелгән. Түләү системаһы Амстердамдыҡына оҡшаш (стриппенкарта).
Ньиве-Маас йылғаһы ярҙары 1942 йылда асылған 1070 м оҙонлоҡтағы Маас туннеле менән тоташҡан. Туннелдә автомобиль һәм велосипед-йәйәүлеләр юлы бар. Йәйәүлеләр һәм велосипедсылар өсөн йылғаның ике ярында инеү павильондары һәм туннелгә төшөү өсөн эскалаторҙар төҙөлгән.
Диңгеҙ транспортынан тыш, Роттердам менән автомобиль, тимер юлы, йылға һәм авиатранспорт бәйләнеше юлға һалынған (Роттердам-Гаага аэропорты). Маас һәм Рейн йылғалары континенттың эске райондары менән бәйләнеште тәьмин итә.
2007 йылдан махсуслаштырылған «Betuweroute» йөктәр тимер юлы эшләй, ул Роттердамды Германия менән тоташтыра.
Роттердам порты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Роттердам порты Европа континенты эсендә лә, шулай уҡ бөтә донъяла ла тултырыу, ҡойоу, көнтейнер һәм башҡа йөктәрҙе эшкәртеү буйынса мөһим үҙәк булып тора. Порттың иң мөһим эшмәкәрлек секторы булып нефть химияһы сәнәғәте (Утрауҙарҙа Рейн йылғаһы дельтаһында 7 нефть эшкәртеү предприятиелары) һәм генераль йөктәрҙе эшкәртеү тора. Порттың көнсығыш өлөшөндә эре нефть эшкәртеү заводтары урынлашҡан.
2011 йылғы мәғлүмәттәр буйынса Роттердам порты контейнерҙар эшкәртеү һаны буйынса донъяла унынсы урында тора (TEU).
Мәҙәни тормошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Музейҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бөтә донъя музейы (этнография музейы)
- Бойманс-ван-Бенинген музейы (илдә иң ҙур художество музей)
- порт музейы (диңгеҙ сәйәхәте объектының ярты миллиондан ашыу коллекцияһы)
Театрҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Опера һәм балет
- Драма
Йыл һайын ғинуар аҙағында ҡалала халыҡ-ара кинофестиваль үтә (нигеҙҙә, альтернатив нигеҙҙә, кино).
Роттердамдың мөһим ваҡиғаһы асылда бөтөнләй голландиялы түгел. Был кариб стилендәге йәйге карнавал (Zomercarnaval). Ул июль аҙағында үтә.
Бөтә донъя эсперанто ассоциацияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1955 йылдың ноябренән алып Роттердам ҡалаһында Бөтә донъя эсперанто ассоциацияһының штаб-фатиры урынлашҡан (эспер.Centra Oficejo de Universala Esperanto-Asocio), элек ул Бөйөк Британияла урынлашҡан булған. Штаб-фатир Nieuwe Binnenweg урамында 1887 йылда төҙөлгән ике ҡатлы бинаны биләй — шул уҡ йылда эсперанто теле буйынса беренсе дәреслек сығарыла.
Бөтә донъя эсперанто ассоциацияһының 100-йыллығы уңайынан 2008 йылдың йәйендә Роттердамда ҡала хакимиәте ярҙамында эсперантистарҙың Бөтә донъя конгресы үтә. Сараның логотибында Роттердамдың яңы символы сифатында Эразм Күпере һүрәтләнә.
Спорты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Роттердамда футбол буйынса Нидерланд чемпионатының юғары лигаһында сығыш яһаусы «Фейеноорд», «Спарта» һәм «Эксельсиор» клубтары урынлашҡан. «Фейеноорд» — Нидерландта иң титуллы кулбтарҙың береһе, күп тапҡыр халыҡ-ара турнирҙар еңеүсеһе, мәҫәлән, 1970 йылда европа чемпиондары Кубогын һәм Континент-ара кубокты яулау буйынса беренсе нидерланд еңеүсеһе була
- Спорт гимнастикаһы буйынса 42-се донъя чемпионаты 2010 йылдың 16 октябренән алып 24 октябренә тиклем Роттердамда үтә.
Ҡыҙыҡлы факттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Көнбайыш Европала иң ҙур мәсет Роттердамда 2010 йыллың 18 ноябрендә асыла. Уның манараларының бейеклеге 50 метрға етә, ә бина эсендә бер үк ваҡытта өс меңгә яҡын кеше һыя. Мсәетте төҙөп бөтөү биш йыл элек планлаштырыла, ләкин ҡайһы бер йәмәғәт активистарының протесы арҡаһында проектты тормошҡа ашырыу һуҙыла.
Туғандаш ҡалалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кингстон-апон-Халл, Бөйөк Британия (1936)[16]
- Антверпен, Бельгия (1940)[16]
- Базель, Швейцария (1945)[16]
- Осло, Норвегия (1945)[16]
- Дуйсбург, Германия (1950)[16]
- Кёльн, Германия (1958)[16]
- Эш-сюр-Альзетт, Люксембург (1958)[16]
- Лилль, Францияла (1958)[16]
- Льеж, Бельгия (1958)[16]
- Турин, Италия (1958)[16]
- Нюрнберг, Германия (1961)[16]
- Бургас, Болгария (1976)[16]
- Констанца, Румыния (1976)[16]
- Гданьск, Польша (1977)[16]
- Шанхай, Ҡытай Халыҡ Республикаһы (1979)[16]
- Джакарта, Индонезия (1983)[16]
- Гавана, Куба (1983)[16]
- Санкт-Петербург, Рәсәй (1984)[16]
- Осака (префектура), Япония (1984)[16]
- Балтимор, АҠШ (1985)[16]
- Дрезден, Германия (1988)[16]
- Братислава, Словакия (1991)[16]
- Будапешт, Венгрия (1991)[16]
- Дурбан, Көньяҡ Африка Республикаһы (1991)[16]
- Прага, Чехия (1991)[16]
Туғандаш порттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кобе, Япония (1967)[16]
- Сиэтл, АҠШ (1969)[16]
- Пусан, Корея Республикаһы (1987)[16]
- Токио, Япония (1989)[16]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ https://www.nrc.nl/nieuws/2007/09/04/waar-komt-de-naam-rotjeknor-vandaan-11385780-a217170
- ↑ Woonplaatsen in Nederland 2021
- ↑ https://perma.cc/63BJ-D92M
- ↑ https://it-ch.topographic-map.com/map-m5xbz4/Rotterdam/?zoom=19¢er=51.92259%2C4.47932&popup=51.92274%2C4.47927
- ↑ https://www.liege.be/fr/vie-communale/services-communaux/international/jumelages-et-partenaires/rotterdam-pays-bas
- ↑ https://www.burgas.bg/bg/pobratimeni-gradove-1
- ↑ https://www.gdansk.pl/urzad-miejski/biuro-prezydenta/rotterdam-holandia,a,1658
- ↑ https://kvs.gov.spb.ru/en/agreements/
- ↑ https://zastupitelstvo.bratislava.sk/data/att/11916.pdf
- ↑ https://nola.gov/mayor/news/archive/2018/20180105-pr-mayor-landrieu,-orleans,-france-mayor/
- ↑ http://www.durban.gov.za/City_Services/IGR/sistercities/Documents/SSD_rotterdam.pdf
- ↑
- ↑ Джованна Маджи, Джорджо Монтинари. Голландия / пер. Л. Зотова, М.Каткова, Н. Кравченко. — Книги нового тысячелетия. — М:,: EB BONECHI, 2008. — С. 88. — 144 с. — ISBN 978-88-476-0564-0.
- ↑ The Witte Huis or White House . Дата обращения: 15 май 2008. Архивировано 2 июнь 2015 года.
- ↑ Edwin Ruis, 1914-1918 Spionnennest (Meppel 2012)
- ↑ 16,00 16,01 16,02 16,03 16,04 16,05 16,06 16,07 16,08 16,09 16,10 16,11 16,12 16,13 16,14 16,15 16,16 16,17 16,18 16,19 16,20 16,21 16,22 16,23 16,24 16,25 16,26 16,27 16,28 Chief Marketing Office Rotterdam. ROTTERDAM EEN STERK INTERNATIONAAL MERK . Partnersteden. World Trade Center Rotterdam (октябрь 2008). Дата обращения: 1 апрель 2016. Архивировано 4 март 2016 года. 2015 йыл 29 июнь архивланған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Филипенко А. А. На чужих улицах: Портовые города Западной Европы: (Очерки) / А. А. Филипенко. — М.: Транспорт, 1965. — С. 128-142. — 232 с. — 15 000 экз.
- Крашенинникова Н. Л. Роттердам / Оформление художника М. А. Бычкова; Ленинградская организация ордена Ленина Союза архитекторов СССР. — Л.: Стройиздат. Ленингр. отд-ние, 1981. — 104 с. — (Города — побратимы Ленинграда). — 40 000 экз. (обл.)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- rotterdam.nl — Роттердама рәсми сайты (нид.)
- Туристическая информация о Роттердаме (нид.) (инг.)