Солтанов Ринат Ишбулды улы
Солтанов Ринат Ишбулды улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 9 май 1954[1] |
Тыуған урыны | Сибай, Башҡортостан Республикаhы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 26 май 2021[2] (67 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, Рәсәй[2] |
Һөнәр төрө | ғалим, сәйәсмән, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты |
Эш урыны |
Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты Институт философии РАН[d] |
Биләгән вазифаһы | Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты[d] |
Уҡыу йорто | М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты[1] |
Ғилми дәрәжә | философия фәндәре докторы[d] |
Ғилми етәксе | Гусейнов, Абдусалам Абдулкеримович[d] |
Ойошма ағзаһы | Яблоко[d] |
Солтанов Ринат Ишбулды улы (9 май 1954 йыл — 22 май 2021 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалим-философы, ислам һәм философия тарихы, дин өйрәнеү ғилеме һәм этика буйынса белгес; сәйәсмән[3] Философия фәндәре докторы (1993), профессор (1992). «Философский энциклопедический словарь» авторҙарының береһе. Рәсәй Федерацияһы Федераль йыйылышының II-се саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты (1995—1999).[3][4][5][6] «Яблоко-Башҡортостан» йәмәғәт ойошмаһының Үҙәк советы рәйесе.[4][5][6]
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ринат (Ренат) Ишбулды улы Солтанов 1954 йылдың 9 майында Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Сибай ҡасабаһында (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Сибай ҡалаһы) хеҙмәткәрҙәр ғаиләһендә тыуған.[4][5][6] Милләте — башҡорт.[5]
1971 йылда мәктәпте алтын миҙалға тамамлай.[4] 1976 йылда М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының философия факультетында «философ, философия уҡытыусыһы» һөнәре буйынса юғары белем ала[3][5]. Университетта уҡығанда философия тарихы һәм этика кафедраһында махсуслашыу үтә[4]
1976—1978 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия университетында ассистент һәм 1982—1989 йылдарҙа — ассистент, өлкән уҡытыусы, доцент була.[3][4][6]
1978—1981 йылдарҙа М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты философия факультетының аспирантураһында уҡый.
1984 йылда М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетында философия фәндәре докторы, профессор Гусейнов Абдусәләм Абдулкәрим улы етәкселегендә «Роль дискуссий о свободе воли в оформлении теологической этики мутазилитов (VIII—IX вв.)» темаһына «философия фәндәре кандидаты» ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай (специальность 09.00.05 — марксистик-ленинсы этика)[7]
1990—1992 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының Философия институтында докторантурала уҡый.[6] Рәсәй фәндәр академияһы институтының Көнсығыш философияһы үҙәге әйҙәүсе фәнни хеҙмәткәре була.[3][5]
1992 йылда «профессор» исеме бирелә.[3]
1992—1995 йылдарҙа— профессор, Маймонид исемендәге дәүләт академияһының философия һәм хоҡуҡ факультеты деканы һәм кафедра мөдире.[3][6][8]
1993 йылда Рәсәй фәндәр академияһы институтында «Становление арабомусульманской этической мысли (VII—XII вв.)» темаһына «философия фәндәре докторы» ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай (специальность 09.00.03 — философия тарихы). Рәсми оппоненттары — философия фәндәре докторы, профессор Игнатенко Александр Александрович, философия фәндәре докторы, профессор Кирабаев Нур Серикович һәм философия фәндәре докторы, профессор Тавризян Гаянэ Михайловна. Етәксе ойошма — М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты (сит ил философияһы тарихы кафедраһы).[3][9]
1995—1996 йылдарҙа «ЯБЛоко-Башҡортостан» йәмәғәт ойошмаһының иҡдисади һәм сәйәси тикшеренеүҙәр үҙәгенең ғилми хеҙмәткәре.[3][5][6]
1995 йылдың октябрендә Рәсәй Федерацияһы Федераль йыйылышының Дәүләт Думаһына депутатлыҡҡа кандидат булараҡ « „ЯБЛоко“ йәмәғәт ойошмаһы» һайлау берләшмәһенең дөйөм федераль исемлегенә индерелә.[5][6][8] 1995 йылдың 17 декабренән Рәсәй Федерацияһы Федераль йыйылышы Дәүләт думаһының депутаты.
[5][6] 1996 йылдың 31 ғинуарынан[10] 1997 йылдың 5 февраленә хәтле[11] — Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе һәм ватандаштар менән бәйләнеш эштәре буйынса комитет ағзаһы, 1997 йылдың 6 февраленән[11] — Милләттәр эштәре буйынса комитет рәйесе урынбаҫары.
[5][6] 1996 йылдың 16 ғинуарынан 1999 йылдың 5 февраленә хәтле — «ЯБЛоко» йәмәғәт ойошмаһы фракцияһы ағзаһы.
1999 йылдың 6 февраленән 1999 йылдың 19 февраленә тиклем бер ниндәй ҙә депутаттар берләшмәһендә тормай.[5] 1999 йылдың 20 февраленән — «Рәсәй региондары» депутаттар группаһы ағзаһы.[5][12]
Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһенең Парламент-ара ассамблеяһы мәҙәниәт, фән, мәғариф һәм мәғлүмәт мәсьәләләре комиссияһы ағзаһы (мәҙәниәт, фән, мәғариф һәм мәғлүмәт мәсьәләләре.[5]
Кеше хоҡуҡтары буйынса Өфө тикшеренеү үҙәге Советы рәйесе.[5]
Ҡатыны менән айырылышҡан, улы бар.[6]
50-нән артыҡ фәнни хеҙмәт авторы.[3]
Ринат Солтанов 2021 йылдың 22 майында ҡаты ауырыуҙан Мәскәү ҡалаһында вафат булды[13], 26 майҙа Яңы Мәскәүҙәге Львов зыяратынды ерләнде[14].
Хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Монографиялары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Султанов Р. И. Становление арабомусульманской этической мысли. М., 1993.
- Султанов Р. И. Рыцари, благородные разбойники в просто порядочные люди. М., 1993.
- Султанов Р. И. Чаша любви и шаровары почёта. М., 1993.
Брошюралары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Как возник ислам?: (Методические рекомендации лекторам и пропагандистам) / Подгот. Р. И. Султановым. Уфа, 1989. — 35 с.
- Ислам в Поволжье и на Урале: Методические рекомендации в помощь лекторам и пропагандистам. Р. И. Султановым. Уфа, 1989. — 28 с.
Мәҡәләләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Султанов Р. И. Эволюция средневековых учений о свободе воли // Мораль, общество, личность. Вып.2. М., 1980.
- Султанов Р. И. Генезис учения о свободе воли в средневековом исламе // Мораль, общество, личность. Вып. З. М., 1982.
- Султанов Р. И. Касб и проблема свободы воли в мусульманской теологии // Вопросы истории этической мысли. М., 1983.
- Султанов Р. И. Об изучении начальной стадии ислама // Методологические проблемы изучения истории философия Зарубежного Востока. М., 1987.
- Султанов Р. И. Общие характеристики начального этапа арабомусульманской культуры // Социокультурные характеристики средневековой философии. М., 1990.
- Султанов Р. И. К истории становления теологического рационализма. Сравнительный анализ мыслительных схем калама и патристики // Рационалистическая традиция и современность. Ближний Средний Восток. М., 1990.
- Султанов Р. И. Малаф ал-ислам ва-л-муслимин фи-л-иттихад ас-суфйати фи дав ат-татаввурат ал-ахира // Ал-Хайат. 11.08.1990. № 10054.
- Султанов Р. И. Ат-тараджум ар-русийа ля ма ани ал-Куран ал-карми // Ал-Хайат. 29.05.1991. № 10341.
Философия энциклопедик һүҙлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Султанов Р. И. Ашари Абу-ль-Хасан // Философский энциклопедический словарь / Гл. редакция: Л. Ф. Ильичёв, П. Н. Федосеев, С. М. Ковалёв, В. Г. Панов. — М.: Советская энциклопедия, 1983. — С. 43. — 840 с. — 150 000 экз.
- Султанов Р. И. Вахдад аль-вуджуд // Философский энциклопедический словарь / Гл. редакция: Л. Ф. Ильичёв, П. Н. Федосеев, С. М. Ковалёв, В. Г. Панов. — М.: Советская энциклопедия, 1983. — С. 74—75. — 840 с. — 150 000 экз.
- Султанов Р. И. Исфаханская школа // Философский энциклопедический словарь / Гл. редакция: Л. Ф. Ильичёв, П. Н. Федосеев, С. М. Ковалёв, В. Г. Панов. — М.: Советская энциклопедия, 1983. — С. 233. — 840 с. — 150 000 экз.
- Султанов Р. И. Ихван ас-Сафа // Философский энциклопедический словарь / Гл. редакция: Л. Ф. Ильичёв, П. Н. Федосеев, С. М. Ковалёв, В. Г. Панов. — М.: Советская энциклопедия, 1983. — С. 234. — 840 с. — 150 000 экз.
- Султанов Р. И. Ишрак // Философский энциклопедический словарь / Гл. редакция: Л. Ф. Ильичёв, П. Н. Федосеев, С. М. Ковалёв, В. Г. Панов. — М.: Советская энциклопедия, 1983. — С. 235. — 840 с. — 150 000 экз.
- Султанов Р. И. Кадар // Философский энциклопедический словарь / Гл. редакция: Л. Ф. Ильичёв, П. Н. Федосеев, С. М. Ковалёв, В. Г. Панов. — М.: Советская энциклопедия, 1983. — С. 239. — 840 с. — 150 000 экз.
- Султанов Р. И. Калам // Философский энциклопедический словарь / Гл. редакция: Л. Ф. Ильичёв, П. Н. Федосеев, С. М. Ковалёв, В. Г. Панов. — М.: Советская энциклопедия, 1983. — С. 240. — 840 с. — 150 000 экз.
- Султанов Р. И. Касб // Философский энциклопедический словарь / Гл. редакция: Л. Ф. Ильичёв, П. Н. Федосеев, С. М. Ковалёв, В. Г. Панов. — М.: Советская энциклопедия, 1983. — С. 250. — 840 с. — 150 000 экз.
- Султанов Р. И. Коран // Философский энциклопедический словарь / Гл. редакция: Л. Ф. Ильичёв, П. Н. Федосеев, С. М. Ковалёв, В. Г. Панов. — М.: Советская энциклопедия, 1983. — С. 279—280. — 840 с. — 150 000 экз.
- Султанов Р. И. Мутазилиты // Философский энциклопедический словарь / Гл. редакция: Л. Ф. Ильичёв, П. Н. Федосеев, С. М. Ковалёв, В. Г. Панов. — М.: Советская энциклопедия, 1983. — С. 391. — 840 с. — 150 000 экз.
- Султанов Р. И. Сухраварди Яхья Ас // Философский энциклопедический словарь / Гл. редакция: Л. Ф. Ильичёв, П. Н. Федосеев, С. М. Ковалёв, В. Г. Панов. — М.: Советская энциклопедия, 1983. — С. 664—665. — 840 с. — 150 000 экз.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Башкирская энциклопедия (урыҫ) — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с.
- ↑ 2,0 2,1 Башинформ (урыҫ) / под ред. А. В. Валиев — 1992.
- ↑ 3,00 3,01 3,02 3,03 3,04 3,05 3,06 3,07 3,08 3,09 Кускильдин, 2009
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 4,5 Султанов, Ринат Ишбулдович // База данных «Лабиринт» В. В. Прибыловского
- ↑ 5,00 5,01 5,02 5,03 5,04 5,05 5,06 5,07 5,08 5,09 5,10 5,11 5,12 5,13
- Султанов, Ринат Ишбулдович // Государственная Дума Федерального собрания РФ (1996—1999)
- Султанов Ринат Ишбулдович // Официальный сайт политической партии «Яблоко»
- Султанов, Ринат Ишбулдович // Большая биографическая энциклопедия, 2009
- ↑ 6,00 6,01 6,02 6,03 6,04 6,05 6,06 6,07 6,08 6,09 6,10 Султанов, Ринат Ишбулдович 2017 йыл 19 август архивланған. // Федеральное Собрание Российской Федерации Справочник
- ↑ Султанов, Ренат Ишбулдович. Роль дискуссий о свободе воли в оформлении теологической этики мутазилитов (VIII—IX вв.) : диссертация... кандидата философских наук : 09.00.05. — Москва, 1984. — 290 c.
- ↑ 8,0 8,1 Тема: Дума-96 2017 йыл 19 август архивланған. // Учительская газета, № 3 (9564)
- ↑ Султанов, Ренат Ижбулдович. Становление арабомусульманской этической мысли (VII—XII вв.) 2017 йыл 19 август архивланған. : автореферат дис. … доктора философских наук : 09.00.03. — Москва, 1993. — 44 c.
- ↑ Постановление ГД ФС РФ от 31.01.1996 № 38-II ГД «О составе Комитета Государственной Думы по делам Содружества Независимых Государств и связям с соотечественниками»
- ↑ 11,0 11,1 Постановление ГД ФС РФ от 05.02.1997 № 1055-II ГД «Об изменениях в составах некоторых Комитетов Государственной Думы» 2017 йыл 19 август архивланған.
- ↑ Султанов Ринат Ишбулдович 2017 йыл 20 август архивланған. // Официальный сайт Государственной Думы
- ↑ В Москве скончался российский философ и политик, экс-депутат Госдумы Ринат Султанов. ИА «Башинформ», 27 мая 2021 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 май 2021)
- ↑ Султанов, Ринат Ишбулдович, статья в РусВики (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 май 2021)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Солтанов Ринат Ишбулды улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 27 май 2021)
- 9 майҙа тыуғандар
- 1954 йылда тыуғандар
- Сибайҙа тыуғандар
- 26 майҙа вафат булғандар
- 2021 йылда вафат булғандар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- Мәскәү дәүләт университетын тамамлаусылар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Философтар
- СССР философтары
- Рәсәй философтары
- Рәсәй сәйәсмәндәре
- Рәсәй Федерацияһының 2-се саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаттары