Әбү Һөрәйрә
Әбү Һөрәйрә | |
ғәр. أبو هريرة | |
Мәҙинә әмире | |
---|---|
Мәккә ҡазыйы | |
Бәһрәйн әмире | |
Шәхси мәғлүмәт | |
Һөнәре, эшмәкәрлек төрө: | |
Тыуған көнө: | |
Тыуған ере: |
Тихама[d], Мәккә[d], Сәғүд Ғәрәбстаны |
Үлем көнө: | |
Үлгән ере: | |
Ерләнгән ере: | |
Дине: Ағымы: |
|
Атаһы: |
Сахр әд-Дәүси |
Әсәһе: | |
Ҡатыны | |
Балалары: |
Мухаррир ибн Абу Хурайра[d], Абдуррахман ибн Абу Хурайра[d] һәм Билал ибн Абу Хурайра[d] |
Шәкерттәре: | |
Әбү Һөрәйрә Викимилектә |
Ғәбдер — Рахма́н ибн Сахр әд-Дәүси әл-Йәмәни, Әбү Һөрәйрә (ғәр. أبو هريرة; 599, Йәмән — 676, Мәҙинә) — Мөхәммәт Пәйғәмбәр сәхәбәләренең иң танылғандарының береһе.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әбү Һөрәйрә тыумышы менән Йәмәндәге Дәүс әл-Әзди ырыуынан була. Ырыу мәжүси булған, үҙҙәренең яҡлаусыһы итеп Зүл-Хулсаны иҫәпләгән. Тыуғанында уға әтә-әсәһе Ғәбд әш-Шәмс («Ҡояш ҡоло») тип исем биргән булған. Мөхәммәт Пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм иһә уға Әбү Һөрәйрә (Бесәйҙәр атаһы) тип шаярта торған булған, сөнки арҡалашы бесәй балалары тураһында хәстәрлек күреүе менән даны сыҡҡан булған.[2]. Ислам ҡабул иткәс, Рәсүлүллаһ Мөхәммәт Пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм уға Ғәбдер-Рахман ибн Сахр исемен ҡуша. Ул танылған шәхес, иң күп хәҙистәр тапшырған сәхабә. Һарыҡ көтөп йөрөгәндә ул ҡырағай бесәй балаларын таба. Уларҙың бер нисәһен өйөнә алып ҡайткас, ғаиләсе уны Әбү Һөрәйрә («бесәй атаһы») тип йөрөтә башлай.
Ырыуҙың хөрмәтле кешеләренең береһе — Туфәйл ибн Ғәмер Мәккәлә Ислам ҡабул итеп ҡайткас, уның йоғонтоһонда Әбү Һөрәйрә лә Ислам кабул итә, был дин тураһында күберәк белер өсөн Мәҙинәгә, Мөхәммәт Пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм янына күсә.
Ул әс-Суффәлә — Мөхәммәт Пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм мәсете янында урынлаша. Әбу Һөрәйрә үҙе тураһында: «Мин етем булып үҫтем һәм һижрәтте фәҡир килеш кылдым» , — тип әйткән. Бында мәсеттән башҡа һыйыныр урындары булмаған ярлы мөһәжирҙәр йәшәгән. Уның хәлендәге кешеләрҙе «Әһел әл-Сүффә» тип атағандар[3].
Әбу Һөрәйрә көсөн тулыһынса Ҡөрьәнде өйрәнеүгә, ғибәҙәттәргә бағышлай. Ул Мөхәммәт Пәйғәмбәр ғәләйһиссәләмды бик яратҡан һәм гел уға оҡшарға тырышҡан. Һижрәттән һуң Мөхәммәт Пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм менән барлыҡ һуғыштарҙа ҡатнашҡан.
Әбү Бәкер хәлифәлеге ваҡытында ла яуҙарҙа ҡатнаша. Әбу Бәкер уны Бәһрәйн әмиренең яҙамсыһы, шунан әмире итеп тәғәйенләй.
Усман ибн Әффан осоронда ул Мәккә ҡазыйы булған. Хәлифә Мүәвиә килгәс, Мәҙинә әмире итеп тәғәйнләнгән булған[4].
Әбү Һөрәйрә 78 йәшендә, һижри 57-се йылда вафат була.[3]
Хәҙиссе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әбү Һөрәйрәнең хәтере бик яҡшы булған һәм һәм иң билдәле хәҙисселәрҙең береһе булған. Ул 5000-дән ашыу хәҙис әйтеп ҡалдырған[3]. Ул башҡаларҙың хәҙистәрен дә тапшырып барған. Әл-Бохари әйтеп ҡалдырыуынса, унда 800-ләп сәхәбә һәм тәбғин уҡыған. Әбү Һөрәйрә хәҙистәре сөнни алты төп хәҙистәр йыйынтығына инеп ҡалған.
Әйтеүҙәренсә, Мәрүән ибн әл -Хәкәм уның хәтерен тикшерер өсөн шаршау артында кәтиб (секретарь) ултыртып ҡуйып, Әбү Һөрәйрә әйткән бар нәмәне лә яҙып алырға ҡушҡан. Бер йылдан Мәрүән уны яңынан саҡырып алған да шул һөйләгәндәрен ҡабатларға ҡушҡан. Әбү Һөрәйрә былтыр һөйләгәндәрен һүҙмә-һүҙ, бер нәмәне лә төшөрөп ҡалдырмай, ҡабатлап сыҡҡан[3].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 арабская Википедия — 2003.
- ↑ КОГО ИЗ САХАБА ПРОРОК МУХАММАД НАЗЫВАЛ «ОТЕЦ КОШЕК» . muhammad-mustafa.ru. Дата обращения: 19 июнь 2016.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 Али-заде, А. А., 2007
- ↑ Абдулаев М., 2014
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Али-заде, А. А. Абу Хурайра ад-Дауси (архив ) // Исламский энциклопедический словарь. — М.: Ансар, 2007.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Абдулаев, Мөхәммәт Пәйғәмбәр ғәләйһиссәләмариф Абу Хурайра ад-Давси аль-Ямани . islamdag.ru (24 февраль 2014). Дата обращения: 9 декабрь 2014.</>
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |