Әбдрәшит (Дыуан районы)
Ауыл | |
Абдрашитово башҡ. Әбдрәшит | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Милли состав | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
452530 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Әбдрәшит (рус. Абдрашитово) — Башҡортостандың Дыуан районындағы ауыл. Мәсәғүт ауыл Советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 402 кеше[2]. Почта индексы — 452530, ОКАТО коды — 80223822002.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Район үҙәгенә тиклем (Мәсәғүт): 10 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Мәсәғүт): 10 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Һилейә): 85 км
Әбдрәшит ауылы Әй йылғаһы буйында, район үҙәге Мәсәғүт ауылынан төньяҡҡа табан 10 километр һәм Һилейә (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 85 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әбдрәшит ауылына Себер даруғаһы Һарт улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һала. Ауыл 1735 йылғы сығанаҡтарҙан Һарт (Сарты, Аликеево) булараҡ билдәле. XVIII быуаттың 70-се йылдарынан хәҙерге атамаһы, старшина ярҙамсыһы Әбдрәшит Әликәев (Әлкеев) исеме менән йөрөтөлә. Шулай уҡ Ғәбдрәшит тип тә әйтелгән.
1795 йылда 33 йортта 204 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ, арба, сана эшләү менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет була.
Ике Әбдрәшит ауылы була. Беренсе Әдрәшит ауылында («Кубово тож») 1816 йылда 4 йортта 36 кеше йәшәгән. Бында үҙенең улдары Ғәббәс, Абдулвәхит, Сәйетбаттал, Ҡәнзәфәр менән 80 йәшлек Әбдрәшит Тәмәев донъя көткән. Икенсе Әбдрәшит ауылы XVIII быуат аҙағында билдәле булған, ундағы 33 йортта 204 кеше, ә 1816 йылда 39 йортта 92 ир-егет һәм 112 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән.
Артабан уларҙың береһе генә, Әй йылғаһы буйында урынлашҡаны һәм халыҡ һәм ихаталар һаны күберәк булғаны, билдәле. 1770 йылда, Трөпкилде ауылынан Эҫем заводына үтеп барған ыңғайы, академик И. И. Лепехин Әбдрәшиттә булып киткән. Ярында Әбдрәшит ауылы урынлашҡан Инчина йылғаһын (бәлки, Әй йылғаһы ҡушылдығылыр) күрһәткән. 1775 йылда был ауылда тәүге төпләнеүсенең улы, старшина ярҙамсыһы Әбдрәшит Әлкәевтың улы Ғөбәйҙулла Әбдрәшитов йәшәгән. Ул 1809 йылда вафат булғансы 8-се башҡорт кантоны башлығы булып хеҙмәт иткән.
Икенсе ауыл Һарт (Әлкәй) ауылының тарихын мираҫ итеп алғандыр. Башҡортостанда 1835 йылғы ихтилал ваҡытында власҡа ҡаршы сығыш яһау кәрәклеге тураһында Дыуан-Мәсетле ауылына йыйылыусыларҙың икеләнеүҙәрен Әбдрәшит ауылының ике тапҡыр вазифаһынан төшөрөлгән 65 йәшлек зауряд-сотнигы башҡорт Вәлиша Аҡҡошов тарата: «Беҙҙең барыбыҙҙы ла суҡындырасаҡтар тигәндең дөрөҫлөгөндә ниңә икеләнәһегеҙ, нимә көтәһегеҙ? Әле мин Красноуфимск өйәҙенән килдем һәм унда мосолмандарҙы суҡындырыуҙарына, ҡатындарыбыҙҙың порттарын (ыштандарын) систереүҙәренә шаһит булдым. Иманыбыҙҙы һәм азатлығыбыҙҙы һаҡлауҙа тәүәккәл булығыҙ! Рус хөкүмәтенең диндәшлек буйынса эше беҙгә билдәле, рустарҙан өлгө алығыҙ: улар үҙҙәренең элекке бойондороҡһоҙлоғон һаҡлар өсөн, барыһын да эшләргә әҙер».
Ауыл һиҙелерлек үҫешкән. 1834 йылда 58 йортта 242 кеше иҫәпләнһә, 1859 йылда — 48 йортта 310 кеше йәшәгән[4].
Халыҡ игенселек, малсылыҡ, умартасылыҡ, кәсептәр менән шөғөлләнгән. 1842 йылда 276 кешегә 87 сирек ужым, 467 сирек яҙғы культураларҙың һәм картуфтың 6 сирек картуф сәселгән. Һөрөнтө ерҙәрҙе урманды таҙартыу иҫәбенә арттырғандар. Игенселектең өс баҫыулы системаһы нигеҙендә арыш, арпа, борай, һоло, ҡарабойҙай, бойҙай, етен сәскәндәр. XIX быуат аҙағында ауылда 2 ат һуҡҡысы, 3 елгәргес булған. Бөтә хужалыҡтарҙың да йәшелсә баҡсалары булған[5]. Малды эске ихтыяж өсөн үрсеткәндәр, уны 9 майға тиклем пар баҫыуы буйлап, һуңынан көтөүлектә, көҙөн ҡамыл һәм ҡурпы (йәғни шул уҡ йылда сабылған урында үҫкән үләндә) ашатҡандар. Үҙҙәре етерлек бесән әҙерләгән. Бөтә ер, шул иҫәптән урман да, ыҙанланмаған, һәм Мәрйәмғул, Арый, Хәлил, Әбсәләм, Мөлкәт һәм Киҫәүбай ауылдарының уртаҡ файҙаланышта булған. Урман һаҡ аҫтына (ә ҡаҙна урманы XIX быуаттың 30-сы йылдарында уҡ) алынған. Һатыу өсөн арбалар һәм саналар эшләгәндәр. Мәсет булған[6].
Биләмә берәмектәренә инеүе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Теркәү йылы | Улус, ауыл советы | Өйәҙ, кантон, район | Губерна, Республика | Дәүләт |
---|---|---|---|---|
1784 | Һарт улусы | Троицк өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй Империяһы |
1816 | 7-се йорт | 4-се Загорный Башҡорт кантоны | Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1834 | -се йорт | -се Башҡорт кантоны | Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1847 | -се йорт | -се Башҡорт кантоны | Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1859 | -се йорт | -се Башҡорт кантоны | Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1895 | Мырҙалар улусы | Златоуст өйәҙе | Өфө губернаһы | Рәсәй империяһы |
1920 | Үрге Ҡыйғы биләмәһе | Дыуан-Ҡошсо кантоны | Автономлы Башҡорт ССР-ы (Бәләкәй Башҡортостан) | РСФСР |
1926 | улусы | Мәсәғүт кантоны | Автономлы Башҡорт ССР-ы | СССР |
1935 | Мәсәғүт ауыл Советы | Дыуан районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1941 | Мәсәғүт ауыл Советы | Дыуан районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1990 | Мәсәғүт ауыл Советы | Дыуан районы | Башҡортостан Республикаһы | Рәсәй Федерацияһы |
2008 | Мәсәғүт ауыл Советы | Дыуан районы | Башҡортостан Республикаһы | Рәсәй Федерацияһы |
Ауылдың XIX быуаттың икенсе яртыһындағы үҫеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1865 йылда 60 йортта — 299 кеше, 1870 йылда — 60 хужалыҡта 302 кеше йәшәгән[7].
Ауылдың XX быуаттағы һәм бөгөнгө үҫеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1906 йылда Әбдрәшит ауылында шулай уҡ бакалея кибете, запас иген һаҡлау мөгәзәйе булған.
1920 йылда 114 йортта 555 кеше йәшәгән.
Әлеге ваҡытта Әбдрәшит ауылында 1-се Мәсәғүт лицейының филиалы — башланғыс мәктәп-балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар[8].
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әбдрәшит ауылында башҡорттар әшәй (2002).
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 555 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 397 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 351 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 328 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 376 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 402 | 195 | 207 | 48,5 | 51,5 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Билдәле кешеләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Өмәтәй Ураҙымбәтов — башҡорт старшинаһы. 1773—1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыусы, Е. И. Пугачёвтың полковнигы.
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тирә-яҡ мөхит
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ер-һыу атамалары
Тауҙар:
Урмандар:
Йылғалар:
Шишмәләр:
Ялан-бесәнлектәр:
Таусыҡтар, түбәләр:
Тарихи ҡомартҡы:
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Хисамитдинова Ф. Г. Башкирская ойконимия XVI—XIX вв. Уфа, Башкирское книжное издательство, 1991
- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Әбдрәшит (Дыуан районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Әбдрәшит (Дыуан районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Әбдрәшит (Дыуан районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Б. С. Давлетбаев. «Восстание крестьян 1835 гг.» (Башкирский край. Вып. 4) и «Из истории Дуван-Мечетлинского края» (Больше-Устьикинское, 1993. Вып. 2)
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Әбдрәшит (Дыуан районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ [https://mapdata.ru/bashkortostan/duvanskiy-rayon/derevnya-abdrashitovo/ Карта д. Абдрашитово. Улицы
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |