Асы (ырыу)
Асы |
Асылар (аша) — ҡатай башҡорттары составындағы бүленеш (ара)[1].
Алтайҙан алып Уралға тиклемге территорияла нигеҙендә аз, ас булған этнонимдар билдәле: алтайҙар составында байлаҡ ас, телеуттарҙа — торт ас,, ҡырғыҙҙарҙа — азык ҡәбиләһе, кавказ халыҡтары: вайнахтарҙа, осетиндар составында ас, ассы[2]
Этнонимы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Топонимдары таралыу географияһы тағы ла киңәйә: Ҡырғыҙстанда: Ас, Асса, Ош, Талас, Яссы йылғаһы һ. б. ; [Асаке] Үзбәкстанда, Һырдаръяла: Али, Асар, Аснас, Ясы һ. б.; Уралда һәм Волга-Кама буйында: Ассы, Асылы, Асы, Аша, Ош; Кавказда — Ассы, Асса; Ҡырымда — Асе, Биюк-Асс, Темес-Асс, Ассы-Джорокчи. Әҙәбиәттә нигеҙе әз, әс этнонимдар һәм топонимдарҙың килеп сығышына булған ҡараштар бик ҡапма-ҡаршылыҡлы. Кавказ һәм Ҡара диңгеҙ буйы территорияһынан этнонимдар ас-аландарға ҡаратыла, улар хәрәкәт итеү юлдарында нигеҙендә ас булған гидронимдар һәм топонимдар ҡалдырған.[3]
М. Фасмерға ярашлы, осетиндарҙың боронғо урыҫ атамаһы — яси Ҡалып:Lang-chg менән бергә (ҡыпсаҡтар яулаған боронғо аландарҙың атамаһы), боронғо иран сығанағына: авест. āsu- «шәп, осҡор», фарс. āhū «ваҡ антилопа», барып тоташа. Боронғо рус теленән: мадьярса Jász, рум. Ias̨i «Яссы ҡалаһы»[4].
Этник тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Күптән түгел боронғо этнонимдар ас — алан һәм Урта Азия топонимияһының күсәгилешлелеге буйынса, археологик материалдар йәлеп итеп, ҡыҙыҡлы иҫбатлау ҡабул ителде. Был төҙөлөштәргә ярашлы, б. э. 1-се мең йыллығы уртаһына тиклем Каспий буйынан алып Арал буйына һәм Һырдаръяға тиклем (Н. Я. Бичурин буйынса Яньцай дәүләте) даланы биләүсе Асы — аландарҙың ата-бабалары үҙҙәре этник яҡтан усундәрҙең (Усунь) вариҫтары була[5]. Һырдаръя һәм Арал буйы далаларынан килгән усунь — асы (ассии, асианы) күсеп — аландар көнсығышҡа һәм элек йәшәгән райондарынан көнбайышҡа табан топонимияға үҙҙәренең атамаларын индерә.
Ҡайһы бер тикшеренеүселәр орхон-йәнәсәй ҡомартҡылары халҡы һәм торт ас, байлак ас алтай ырыуы, азык ҡырғыҙ ҡәбиләләре араһында урынлаштырылған параллелдәргә нигеҙләнгән (агументированы). VIII быуат башында аз халҡы Алтайҙа һәм Саянда төпләнгәне билдәле: был ваҡытта һәм һуңыраҡ аздар Етеһыу тюргештары протектораты аҫтында булған. Бәлки, В. В. Бартольд әйтмешләй, аздар тюргештар тармағы булғандыр. Башҡа ғалимдар фекеренсә, халыҡтың as халҡы сығышы буйынса ҡыпсаҡтарға яҡын ҡәбиләләр иҫәбенә ингән булырға тейеш. VIII—X быуаттарҙа аздар — төрки телле ҡәбилә, бигерәк тә XI—XII быуаттарҙа көнбайышҡа юлланған кидандар — ҡара-ҡытайҙар составына индерелгән осорҙа. XIII быуатта йәки бер аҙ алдараҡ — аздар башҡа күсмә халыҡтар менән бергә ҡыпсаҡтарға с, шул иҫәптән Төньяҡ Кавказда, Ҡара диңгеҙ буйында һәм Урал буйында — бөтә Дәште Ҡыпсаҡҡа килеп ултыра. Бына ни өсөн Раил Ғңмәр улы Кузеев фекеренсә, Көнсығыш Европала аз һәм ас нигеҙле бөтә этнонимдар һәм топонимдарҙы ла аландар менән бәйләргә кәрәкмәй.
Ал-Джувейни (XIII быуаттың икенсе яртыһы) Көнсығыш Европала монголдар буйһондорған халыҡтар араһында ҡыпсаҡтар, рустар һәм башҡалар менән бер рәттән аландар һәм астарҙы айырым һанап үтә. Дөйөм алғанда, башҡорттарҙың ас, асы этнонимдары Волга-Кама буйына һәм Көньяҡ Уралға ҡатайҙарҙың күсеп килеүе менән бергә барлыҡҡа килгән, тип әйтергә була. Этнонимдарҙың һәм уларҙың боронғо йөрөтөүселәренең ҡатайҙар араһында барлыҡҡа килеүе, күрәһең, ҡара-ҡытайҙарҙың төрки телле ҡәбиләләр менән үҙ-ара йоғонтоһоноң төрлө этаптарына барып тоташа. Ас һәм асы башҡорт этнонимдарының көнсығыш төрки сығышы ҡырғыҙ ҡәбиләһенең азык (асык) ике ырыуының исеме ҡатай ырыу-ҡәбилә этнонимында оҡшаш: ҡырғыҙ ҡәбиләһендәге кузугун-азык — башҡорт ҡоҙғон-ҡатайы; ҡырғыҙ бёрю-азык — һалйот ҡәбиләһе составындағы — боро[6].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Кузеев Р. Г. Происхождение башкирского народа. М., Наука, 1974.
- ↑ КАВКАЗСКИЕ АЛАНЫ-АСЫ В ПИСЬМЕННЫХ ИСТОЧНИКАХ ПОЗДНЕГО СРЕДНЕВЕКОВЬЯ
- ↑ АСЫ-АЛАНЫ
- ↑ ясин // Этимологический словарь русского языка = Russisches etymologisches Wörterbuch : в 4 т. / авт.-сост. М. Фасмер ; пер. с нем. и доп. чл.‑кор. АН СССР О. Н. Трубачёва, под ред. и с предисл. проф. Б. А. Ларина [т. I]. — Изд. 2-е, стер. — М. : Прогресс, 1987. — Т. IV : Т — Ящур. — С. 564.
- ↑ Лингвистическая история Руси (Усунь)
- ↑ Ассы (род)
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кузеев Р. Г. Происхождение башкирского народа. М., Наука, 1974.
- Азы // Казахстан. Национальная энциклопедия. — Алматы: «Қазақ энциклопедиясы», 2004. — Т. I. — ISBN 9965-9389-9-7.