Бөрйән районында мәғариф
Бөрйән районында мәғарифтың үҫеше менән Бөрйән районы мәғариф бүлеге (рус. МКУ Районный отдел образования Администрации муниципального района Бурзянского района) — Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы хакимиәтенең муниципаль район мәғариф бүлеге муниципаль ҡаҙна учреждениеһы етәкселек итә. Бөрйән районының мәғариф системаһына мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары, дөйөм белем биреү мәктәптәре, Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының Иҫке Собханғол филиалы, өҫтәмә белем биреү учреждениелары (Балалар сәнғәт мәктәбе, Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе, Балалар ижады үҙәге) инә.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Төбәктә мәғарифтың үҫеше ислам дине ҡабул ителеүгә бәйле. Мәктәптәр һәм мәҙрәсәләр тарала башлай.
Октябрь революцияһына тиклемге осор
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөрйәндә тәүге башҡорт мәктәбе 1913 йылда Әтек ауылында асыла[1]. Хәҙрәт Дәүләткилде Мөхәмәтшәриф тырышлығы менән бында мәҙрәсә булдырыла. Ул заманы өсөн мәғрифәтле кеше була: дөйөм дини һәм рухи белеме генә түгел, төрлө дәрәжәләге мәҙрәсәләрҙә уҡый. Бохара юғары мәҙрәсәһендә юғары белем ала. Балаларҙы ғәрәп телендә яҙырға һәм уҡырға өйрәтеүҙе ойоштора. Эргә-тирәләге ауылдарҙан килгән малайҙар һәм ҡыҙҙар айырым белем алған. Малайҙарҙың уҡытыусыһы — «мөғәллим», ҡыҙҙарҙыҡы «абыстай» (грамотаны белгән ҡатын-ҡыҙ) тип аталған.
1911 йылда Ырғыҙлы ауылында беренсе донъяуи ике класлы мәктәп асыла. Беренсе уҡытыусы Илья Константинович Рассадников була.
Бөйөк Ватан һуғышына тиклемге осор
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1918 йылда Мәндәғол ауылында беренсе баҫҡыс мәктәп асыла, унда ғәрәп теле, арифметика, яҙыу уҡытыла. 1919—1921 йылдарҙа Ишкилдин Ибраһим был мәктәптең уҡытыусыһы булып эшләй. Район мәктәптәре селтәрен киңәйтеү 1924 йылда ғына башлана. Мәктәптәр һаны дүртәү була: Иҫке Монасип, Байғаҙы, Байназар, Әтек ауылдарында асыла. Беренсе район мәктәп-мәҙрәсә Иҫке Монасипта асыла, уның мөдире һәм ойоштороусыһы Мансур хәлфә Рахманғолов була, ул бик белемле, ғәрәп, фарсы, төрөк һәм урыҫ телдәрен яҡшы белә. Мәктәп абруй ҡаҙана — төрлө ауылдарҙан килеп уҡыйҙар. Бер аҙҙан ярҙамға Мөхәмәтҡолов Ғәлимйән ебәрелә, ә 1924 йылдың башында мәктәп менән Ихсанов Ғимат етәкселек итә башлай. Мәктәптең тәүге уҡыусылары — Ғизитдин Муллағолов, Шәғәли Муллағолов, Афзал һәм Рәшит Бикмәтовтар, Кәримә Биргәнова һәм башҡалар.
Артабан уларҙың күбеһе уҡытыусы һәм күренекле етәксе булып китә. 1925 уҡыу йылына Бөрйәндә һигеҙ мәктәп була: Ғәлиәкбәр, Ғәҙелгәрәй, Тимер, Иҫке Собханғол ауылдарында мәктәптәр асыла.
1930—1931 йылдарҙа Ғәлиәкбәр ауылында уҡыу йорто эшләй (мөдире һәм ойоштороусыһы — Ү. Ә. Йәғәфәров).
1929 йылдан Байназар ауылында колхоз йәштәре (ШКМ) мәктәбе эшләй, улар 1934/1935 уҡыу йылында башланғыс ауыл мәктәптәре итеп үҙгәртелә. ШКМ-ға дүрт класлы белем ҡабул ителәләр.
1929/1930 уҡыу йылында Бөрйән районында 20 мәктәп һәм бер ШКМ була, уҡыусылар һаны — 465. 1930/1931 уҡыу йылында булған 21 мәктәпкә тағы ун мәктәп өҫтәлә. 1936/1937 уҡыу йылына районда 29 башланғыс һәм 3 тулы булмаған урта мәктәп эшләй: Иҫке Собханғол, Байназар, Әтек. Уҡыусылар һаны 1469 була. Уҡытыусылар әҙерләү өсөн ҡыҫҡа ваҡытлы һәм ситтән тороп уҡыу курстары, шул иҫәптән Иҫке Собханғол тулы булмаған урта мәктәбендә ойошторола.
1936/1937 уҡыу йылында район мәктәптәрендә 70 уҡытыусы һәм 46 культармеец эшләй, улар 619 белемһеҙҙе һәм 588 аҙ белемлене уҡыта.
Колхоздар һәм предприятиелар көсө менән һәм өмәләр ойоштороп, Мәһәҙей, Мораҙым, Килдеғол, Һарғая, Ишдәүләт, Иҫәнғаҙы ауылдарында башланғыс мәктәп биналары һалына. Тулы булмаған урта мәктәп биналары Әтек, Әбделмәмбәт, Иҫке Монасип, Нәби ауылдарында барлыҡҡа килә. 1939 йылда Иҫке Собханғол урта мәктәбе ҡарамағында интернат төҙөлә башлай. 1939 йылдан алып ете йыллыҡ мәктәптәр селтәре киңәйә. Иҫке Собханғол ете йыллыҡ мәктәбе урта мәктәп итеп үҙгәртеләсәк. 1938—1941 йылдарҙа Бөрйән районында халыҡ мәғарифы һиҙелерлек үҫеш ала.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында белем биреүҙә ҙур ҡыйынлыҡтар тыуа: мәктәптәр йылытылмай, уҡыусыларға һәм уҡытыусыларға матди ярҙам проблемаһы килеп тыуа. Хөкүмәт ярҙамы менән ҡыйынлыҡтар бөтөрөлә. Эшкә 7 — 8 класс белемле йәштәр йәлеп ителә.
Бөйөк Ватан һуғышынан һуңғы осор
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1947 йылда районда 1 урта мәктәп, 8 тулы булмаған урта мәктәп һәм 29 башланғыс мәктәп эшләй. 1952—1953 йылдарҙа районда 1 урта, 12 ете йыллыҡ, 21 башланғыс мәктәп, 2 балалар йорто була. Был мәктәптәрҙә 1620 уҡыусы уҡый. Төрлө юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарынан йәш уҡытыусылар килә.
1952—1955 йылдарҙа районға дипломлы йәш уҡытыусылар: К. Ихсанова, Ә. Ураҙаев, Х. Манапов, Ә. Сәғитов, Л. Ноғоманов, И. Ишбаев, М. Хызыров, Б. Мырҙағолова, Г. Юлсурина, З. Агишева, З. Сәғитов, О. Прохоровалар килә.
1959 йылда уҡыу планына хеҙмәт дәресе индерелә, 5 — 7 кластар мәктәп яны участкаһында эшләй, 8 — 10 кластарҙа мәктәп оҫтаханаларында ауыл хужалығы һәм электр техникаһы буйынса практика үтә. Яңылыҡтар мәктәптәрҙең матди-техник базаһын яҡшыртырға булышлыҡ итә. Директор-новаторҙар Шамил Сәйәхов (Байназар), Абдуллин Байыҡ (Иҫке Собханғол), Лапшов Василий (Ырғыҙлы), Сәғитов Зәки (Ғәлиәкбәр) оҫта етәкселек итеүе һөҙөмтәһендә мәктәптәр яҡшы үҫешкән мәктәп яны хужалыҡтары булған алдынғы уҡытыу-тәрбиә үҙәктәренә әүерелә.
1967 йылда районда 25 башланғыс, 9 һигеҙ йыллыҡ һәм 3 урта мәктәп эшләй, уларҙа 3625 уҡыусы белем ала. 1968 йылда район үҙәгендә беренсе яңы типтағы мәктәп төҙөлә, 1981 йылда ике ҡатлы мәктәп файҙаланыуға тапшырыла.
1998—1999 уҡыу йылынан район мәктәптәрендә боронғо Бөрйән кәсептәрен тергеҙеү маҡсатында «Умартасылыҡ нигеҙҙәре» тигән яңы предмет индерелә.
Хәҙерге осор
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөгөн (1922 йылға ҡарата) районда 34 дөйөм белем биреү ойошмаһы, шул иҫәптән 6 башланғыс мәктәп — балалар баҡсаһы, 2 төп дөйөм белем биреү мәктәбе, 20 филиалы менән 6 урта дөйөм белем биреү мәктәбе, шулай уҡ 8 мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһы һәм дөйөм белем биреү мәктәптәре ҡарамағында 23 мәктәпкәсә төркөм, Балалар ижады үҙәге, Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе эшләй.
Районда 2019/20 уҡыу йылына бөтәһе 355 уҡытыусы иҫәпләнә, шуларҙан 332-һе юғары белемле, 1-е фән кандиданты (Истәкова Р. Ә.), 148 — юғары категориялы, 153 — беренсе категориялы.
- Уҡыусылар һаны
- 2019/2020 уҡыу йылында — 3027
- 2020/2021 уҡыу йылында — 3106
- 2021/2022 уҡыу йылында — 3082
Өлкән кластарҙа профилле уҡытыуҙы үҫтереү мәғарифтың муниципаль системаһын үҫтереү йүнәлештәренең береһе булып тора. Улар 2 база мәктәбендә эшләй. 10 — 11 класс уҡыусыларын профилле белем алыуға йәлеп итеү 68 процент тәшкил итә (2022 йыл).
Сифатлы белем алыу мөмкинлеген тигеҙ тәьмин итеү өсөн 24 тораҡ пункттан уҡыусыларҙы ташыу ойошторолған. 4 дөйөм белем биреү мәктәбендә интернат бар. Иҫке Собханғол урта мәктәбендә вузға тиклемге әҙерлек һәм балалар һәләтен үҫтереү буйынса ресурс үҙәге, 2016 йылдан «Белем биреү комплекстарын үҫтереүҙә педагогик менеджмент» республика кластер инновация лабораторияһы эшләй.
Премиялар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөрйән районы уҡытыусылары өсөн Зәки Хаммат улы Сәғитов исемендәге премия булдырылған[2]. Был премияға Әбделмәмбәт мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Ҡасимова Миңнур Мөхәмәтйән ҡыҙы (2010), Иҫке Собханғол мәктәбенең физика уҡытыусыһы Хәкимова Фәнүзә Әҡсән ҡыҙы (2010), Әбделмәмбәт мәктәбенең физик культура уҡытыусыһы Боҫҡонов Зиннур Ғүмәр улы (2011), Байназар мәктәбенең география уҡытыусыһы Мөхәмәтйәнов Фәнил Ғаяз улы (2017) лайыҡ булды.
Уҡытыусыларҙың конкурстарҙа ҡатнашыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Йыл уҡытыусыһы» республика конкурсы һөҙөмтәләре буйынса Бөрйән районы уҡытыусылары республиканың иң яҡшы уҡытыусылары иҫәбенә инә (һуңғы 5 йыл мәғлүмәттәре):
- «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» регион-ара кокурсы
- Билалова З. С. — «Иң яҡшы дәрес» номинацияһында еңеүсе (2015)
- Ғәликәев Ш. Ю. — «Иң яҡшы дәрес» номинацияһында еңеүсе (2016)
- Кинйәбулатова Ф. Ф. — «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы» конкурсы лауреаты (2017)
- Р. А. Истәкова. — «Рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү» номинацияһында (2018)
- «Йыл уҡытыусыһы» республика конкурсы (бүтән фәндәр)
- Хәблетдинов Ф. В. — «Педагогик перспектива» номинацияһында еңеүсе (2016)
- Үтәбаев И. Р. — «Йөрәгемде балаларға бирәм» номинацияһында еңеүсе (2018)
- Толомғужина Ф. С. — «Башҡортостан халыҡтарының патриотик традицияларын һәм мәҙәни мираҫын һаҡлау» номинацияһында еңеүсе (2018).
Эҙмә-эҙлекле юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән уҡытыусылар Рәсәй Федерацияһы Президентының «Мәғариф» милли проекты Грантына лайыҡ булдылар[3]:
- Алғазина Розалия Рәхим ҡыҙы (Әтек филиалы)
- Баймырҙина Фәнүзә Фәсхетдин ҡыҙы (Иҫке Монасип мәктәбе)
- Баязитова Рәсимә Рауил ҡыҙы (Байназар мәктәбе)
- Вәлиуллина Хәбирә Зәйнулла ҡыҙы (Иҫке Собханғол мәктәбе)
- Ғәлиуллина Әлимә Ибраһим ҡыҙы (Яңы Собханғол мәктәбе)
- Кинйәбаева Таңһылыу Ағзам ҡыҙы (Асҡар мәктәбе)
- Ҡотлобаева Көнһылыу Зәки ҡыҙы (Байназар мәктәбе)
- Сәғитова Гәүһәр Афзал ҡыҙы (Яңы Монасип мәктәбе)
- Сәғитова Нәсимә Ғилман ҡыҙы (Яңы Монасип мәктәбе)
- Солтанова Зөһрә Зәки ҡыҙы (Тимер мәктәбе)
- Хәкимова Фәнүзә Әҡсән ҡыҙы (Иҫке Собханғол мәктәбе)
- Хисмәтуллина Лия Зәки ҡыҙы (Байназар мәктәбе)
- Сураҡова Фәрхәнә Ниғәмәт ҡыҙы (Байназар мәктәбе)
- Шәрипова Нәзирә Зиннур ҡыҙы (Яңы Мөсәт мәктәбе)
- Йортбағышева Рәүилә Рәшит ҡыҙы (Яңы Собханғол мәктәбе)
Мәғариф бүлеге етәкселәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мөхәмәтйәнов (1933)
- Ғибәҙуллин (1939)
- Ғәлиев Лотфулла (1940—1943)
- Рахманғолов Дауыт (1943)
- Хәсәнов Мостафа (1943, 1951—1956)
- Бикбулатова Фәүзиә Ғариф ҡыҙы (1969—1972)
- Ҡаһарманов Латиф Абдрахман улы (1972—1977, 1980—1997)
- Йомағолов Гәрәй Миңлеғәли улы (1997—2002)
- Хәсәнов Рафаэль Мостафа улы (2002—2005)
- Садиҡов Юлай Хәмзә улы (2005—2009, 201 20 — 2012)
- Ҡасҡынбаев Мөхәррәм Абдразаҡ улы (2009—2010)
- Шәрипов Ришат Булат улы (2012—2019)
- Хисмәтуллин Илназ Айҙар улы (2019—2020)
- Сәйфетдинов Илшат Ғаяз улы (2020 йылдан)
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Образование // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 389. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.