Википедия:Ҡыҙыҡ мәғлүмәт/Архив/2019
Уҡыу көйләүҙәре
Архив: 2013 | 2014 | 2015 | 2016 | 2017 | 2018 | 2019 | 2020 | 2021 |
декабрь 2018 - ғинуар 2019
[сығанаҡты үҙгәртеү]- Ислам динен башҡорттарға 630 йылда (миләди) йә иһә 9 һижри йылда уҡ Мөхәммәт пәйғәмбәр (с.ғ.с.) үҙе иҫән саҡта ебәргән сәхәбәләр — Зәйет улы Зөбәйер, Зөбәйер улы Абдрахман, Талха улы Усман килтергән.
- 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы барышында башҡорт старшинаһы һәм тарханы Е. И. Пугачёв тарафынан Башҡортостан судьяһы итеп иғлан ителә.
- 1799 йылдың 21 майында Өфө тирәһендә ҡурҡыныс боҙборсаҡтар яуа, уларҙың ауырлығы 800 грамға барып еткән.
- 1918 йылдың ғинуарында РСФСР-ҙың Милләттәр буйынса халыҡ комиссариаты Ырымбурҙағы Каруанһарай бинаһын башҡорт халҡына тапшырыу тураһында ҡарар ҡабул итә.
- Бынан 100 йыл элек 1919 йылдың ғинуарында Башҡорт хәрби шураһы рәйесе Әхмәтзәки Вәлидовтың фарманына ярашлы башҡорт полктарынан Башҡорт корпусы ойошторола.
- Силәбе өлкәһендә йәшәгән оҙон ғүмерле башҡорт ҡатыны 121 йәшендә вафат булған.
- Тарихи Башҡортостандың көнсығышында заводтар төҙөлөп, ихтилалдар баҫтырылғандан да һуң иҫән ҡалған бәкәтин башҡорттарының ауылдары 1957 йылғы «Маяк» заводында атом аварияһы һөҙөмтәһендә юҡ ителеүгә дусар була.
февраль 2019
[сығанаҡты үҙгәртеү]- 1914 йылдың 17 авгусында Башҡортостанда иң көслө ер тетрәүе теркәлгән (Рихтер шкалаһы буйынса 5-6 балл), уның эпицентры Пермь губернаһы Белембай ауылында булған.
- Бынан 100 йыл элек 1919 йылдың 18 февралендә Башҡорт армияһы һәм хөкүмәте Совет власы яғына күсә, ә 20-21 февралдә Бөтә башҡорт хәрби съезы уҙа.
- Кесе Ҡоролтай ағзаһы Усман Тоҡомбәтов 1917 йылдың 4 декабрендә Петроград асыҡ китапханаһында һаҡланған һәм фараз буйынса өсөнсө хәлифә Усман (574—656) тарафынан үҙ ҡулы менән яҙылған Ҡөрьәнде мосолмандарға ҡайтарыуҙы һорап Милләттәр буйынса халыҡ комиссариатына мөрәжәғәт итә һәм рөхсәт алғас, Ҡөрьәнде Өфөгә алып килә, бында ул 1924 йылға тиклем һаҡлана - ошо йылда үҙәк властар ҡарарына ярашлы изге китап Ташкент музейына ебәрелә.
- Тарихи Башҡортостандың көнбайышында йәнәй башҡорттарының Ҡамбар түбәһенең барлыҡ ауылдары Түбәнге Кама һыуһаҡлағысы аҫтында ҡала.
- Р. М. Йосопов фекеренсә, башҡорттарҙың «иштәк» этнонимы үҙенең сығышы менән дахтарға бәйле, ә Н. А. Мәжитов буйынса, дах ҡәбиләләренең берләшмәһе башҡорттарҙың этногенезында әүҙем ҡатнашҡан.
- Инка империяһы хакимы Атауальпаны ҡотҡарыу өсөн түләү (1533 йылдың 18 июне) донъя тарихында иң ҙур һуғыш ғәнимәте булып тора — испандарға түләү итеп 5993 килограмм алтын бирелә.
март 2019
[сығанаҡты үҙгәртеү]- Бынан 100 йыл элек 1919 йылдың 20 мартында Мәскәүҙә Башҡорт хөкүмәте һәм Совет власы араһында Килешеү төҙөлә, һөҙөмтәлә Башҡортостан мөхтәриәте Башҡортостан АССР-ы тип үҙгәртелә.
- Башҡорт Хөкүмәтенең тәүге рәйесенең атаһы Юлбарыҫ Бикбов «Башҡорттар» тигән күләмле әҫәрҙең авторы булараҡ билдәле булған.
- Башҡорт дин әһеле Японияның беренсе мөфтөйө була һәм Токио йәмиғ мәсетенә нигеҙ һала, уға шулай уҡ Филиппиндың мөфтөйө булырға тәҡдим иткәндәр.
- 2019 йыл — күп кенә Азия илдәрендә 12 йыллыҡ циклды тамамланған Ҡабан йылы.
- 3,5 млрд йыл элек, беренсе фотосинтезлаусы архейҙар барлыҡҡа килгәнсе, Ер атмосфераһында кислород булмаған.
- Йәшен атыу күренеше Венерала, Юпитерҙа, Сатурнда, Уранда һәм башҡа күк есемдәрендә лә күҙәтелә.
- Причиной начала башкирского восстания 1704-1711 годов стало то, что для пополнения казны уфимский воевода Андрей Жохов в 1704 году ввел 72 вида новых налогов для башкир. С того времени среди башкир бытует выражение: когда дети надоедают с просьбами купить им что-либо, родители отвечают, что у них нет «Андреевской казны».
сентябрь 2019
[сығанаҡты үҙгәртеү]- 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 3860 яугиры орден һәм миҙалдар менән бүләкләнә, 78 һалдат һәм офицер «Советтар Союзы Геройы» исемен ала һәм биш һуғышсы Дан орденының тулы кавалеры була.
- Стәрлетамаҡ ҡалаһы флагындағы өс тулҡын Ашҡаҙар, Ағиҙел, Стәрле йылғаларын кәүҙәләндерә.
- Башҡорттарҙа тик бишенсе (тыуа ят) йәки алтынсы (ете ят) быуында ғына туғандар үҙ-ара никахлаша алған.
- Сатурндың юлдашы Титанда болоттар барлыҡҡа килә һәм яуым-төшөм дә булғылай.
- Тәүге электрон уйын ҡоролмалары Икенсе донъя һуғышынан һуң АҠШ-та барлыҡҡа килә.
- Япон календары буйынса сентябрҙең өсөнсө дүшәмбеһе — Ололарҙы хөрмәтләү көнө.