Эстәлеккә күсергә

Ғимаев Рәғиб Насретдин улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Гимаев Рагиб Насретдинович битенән йүнәлтелде)
Ғимаев Рәғиб Насретдин улы
ректор Башҡорт дәүләт университеты
Файл:Рагиб Гимаев.jpg
Эшләй башлаған:

1981

Тамамлаған:

1999

Алдан килеүсе:

Чанбарисов Шайхулла Хабибулла улы

Һуңынан килеүсе:

Харрасов Мөхәмәт Хәҙис улы

Тыуған көнө:

1 ғинуар 1935({{padleft:1935|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})

Тыуған урыны:

Ибрай ауылы, Кигинский район, Башҡорт АССР-ы, СССР

Вафат көнө:

29 ғинуар 2016({{padleft:2016|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:29|2|0}}) (81 йәш)

Вафат урыны:

Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй

Ила:

 СССР
 Рәсәй

Фәнни даирә:

химик технология

Ғилми дәрәжәһеь:

фән докторы

Ғилми исеме:

профессор

Альма-матер:

Өфө нефть институты


Наградалары:
Халыҡтар Дуҫлығы ордены
Юбилейная медаль «За доблестный труд (За воинскую доблесть). В ознаменование 100-летия со дня рождения Владимира Ильича Ленина»
Юбилейная медаль «За доблестный труд (За воинскую доблесть). В ознаменование 100-летия со дня рождения Владимира Ильича Ленина»
Медаль «Ветеран труда»
Медаль «Ветеран труда»
Рәсәй Федерацияһының юғары һөнәри белем биреү почётлы хеҙмәткәре
Рәсәй Федерацияһының юғары һөнәри белем биреү почётлы хеҙмәткәре
Премия Правительства Российской Федерации в области науки и техники — 2003 Серебряная медаль ВДНХ

Ғимаев Рәғиб Насретдин улы (1 ғинуар 1935 йыл — 29 ғинуар 2016 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалимы, юғары мәктәп эшмәкәре. 19811999 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты ректоры. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1999), техник фәндәре докторы, профессор.

Рәғиб Насретдин улы Ғимаев 1935 йылдың 1 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Ҡыйғы районы Ибрай ауылында тыуа. Милләте — башҡорт.

1958 йылда Өфө нефть институтын тамамлай, 1963 йылға тиклем Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводында эшләй, һуңынан 1976 йылдан Өфө нефть институтының нефть һәм газ технологияһы кафедраһы мөдире, технология факультеты деканы була. 1981 йылдан 1999 йылға тиклем — Башҡорт дәүләт университеты ректоры, бер үк ваҡытта аналитик химия һәм дөйөм химик технологиялар кафедраһы мөдире.

Рәғиб Ғимаев — нефть һәм газды химик эшкәртеү өлкәһендә исеме донъя күләмендә билдәле белгес, нефть сеймалы нигеҙендә углерод материалдарын алыу буйынса фәнни мәктәпкә нигеҙ һалыусы. Уның ғилми хеҙмәттәре нефть дисперс системаларында фаза күсеүен, нефть продукттарының юғары ароматизацияланған компонеттарының шыйыҡ кристалл торошона күсеүен, нефть ҡалдыҡтарының термик крекинг теорияһын, нефть сеймалынан яңы материалдар — энәле кокс, нефть пектары, углерод туҡымалары, сорбенттары һ.б. алыуҙы тикшереүгә бағышлана. Ғалим тарафынан нефть эшкәртеүҙә һәм нефть химияһында физик-химик процестарҙа акустика тирбәлеүен ҡулланыу раҫлана. Уның тәҡдим иткән технологиялары «Сода» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә, Өфөнәң нефть етештереү заводтарында, Рәсәйҙең һәм элекке СССР-ҙың ҡайһы бер предприятиеларында ҡулланыла.

Ул уйлап табыу буйынса 150-ҙән ашыу патент, Мәскәүҙә, Өфөлә, Ҡазанда нәшер ителгән 300 ғилми хеҙмәт һәм монография авторы ла. Уның уҡыусылары араһында тиҫтәләгән техник фән кандидаттары һәм докторҙары бар.

3-сө бер мандатлы Бөрө һайлау округынан Рәсәй Федерацияһының 3-сө саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты итеп һайлана, «Рәсәй төбәктәре» депутат төркөмө ағзаһы. Башҡорт АССР-ының 10-сы һәм 11-се саҡырылыш Юғары Советына Өфөнөң Орджоникидзе районынан 52-се Институт һайлау округы, Киров районының 24-се Совет һайлау округы депутаты була.

Оҙайлы ауырыуҙан һуң 2016 йылдың 29-нан 30-на ҡараған ғинуар төнөндә Өфөлә вафат була[1][2].

  • Нефтяной кокс. — М.: Химия, 1992. — 75 с.
  • Нефтяной игольчатый кокс. — Уфа, 1996. — 210 с.
  • Гимаев Р. Н., Кондаков Д. И., Сюняев З. И. Современные методы утилизации серно-кислотных отходов нефтепереработки и нефтехимии. — М., ЦНИИТЭнефтехим. — 1973. — 98 с.
  • Гимаев Р. Н., Амиров Я. С., Рахмангулов Х. Б. Использование вторичных ресурсов в строительстве и охране окружающей среды. — Башкнигоиздат.— Уфа, 1986. — 190 с.
  • Гимаев Р. Н., Кузеев И. Р., Абызгильдин Ю. М. Нефтяной кокс. — М., Химия. — 1992. — 76 с.
  • Хайрутдинов И. Р., Гимаев Р. Н. и др. Опыт производства и применения нефтяных пеков. — М.: ЦНИИТЭнефтехим, 1994.
  • Технико-экономические аспекты промышленной экологии. Защита атмосферного воздуха. Уфимский государственный нефтяной технический университет.- Уфа, 1995. — 4.1 — 273 с. (Совм. с Я. С. Амировым и Н. Р. Сайфуллиным).
  • Технико-экономические аспекты промышленной экологии. Защита водоемов. Уфимский государственный нефтяной технический университет.- Уфа, 1995. — 4.2 — 263 с. (Совм. с Я. С. Амировым и Н. Р. Сайфуллиным).
  • Гимаев Р. Н., Шипков Н. Н. и др. Нефтяной игольчатый кокс (структура и свойства). Изд-во Башкирского государственного университета. — Уфа, 1996. — 210 с.
  • Безопасность жизнедеятельности. Идентификация взаимодействия человека со средой обитания. Уфимский государственный нефтяной технический университет. — Уфа,1997. — Кн.1, ч.1. — 217 с. (Совм. с Я. С. Амировым и И. М. Уракаевым).
  • Газовые методы повышения нефтеотдачи. Изд-во Башкирского государственного университета. — Уфа, 1999. — 271 с. (Совм. с Г. А. Халиковым, К. Ш. Ямалетдиновой).
  • Технико-экономические аспекты промышленной экологии; частьV, обезвреживание отходящих газов. Изд-во «Гилем» -Уфа, 1999. — 440 с. (Совм. с Я. С. Амировым и Ф. Р. Исмагиловым).
  • Акустическая технология в нефтехимической промышленности. Изд-во «дом печати», — Казань, 2001. — 152 с. (Совм. с Р. Ш. Муфазаловым, И. Г. Арслановым, Р. К. Зариповым).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 2019 йылдың сентябрендә Өфөлә Рәғиб Ғимаев иҫтәлеген мәңгеләштерҙеләр[3].