Григорян Рафик Григорьевич
Григорян Рафик Григорьевич | |
әрм. Ռաֆիկ Գրիգորյան | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Эстония |
Тыуған көнө | 20 ноябрь 1948 (75 йәш) |
Тыуған урыны | Аҡ Сиркәү, Киев өлкәһе, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
Һөнәр төрө | тарихсы |
Эш урыны | Тарту университеты[d] |
Уҡыу йорто |
Н. Г. Чернышевский исемендәге Һарытау дәүләт университеты Тарту университеты[d] |
Ғилми дәрәжә | философия фәндәре докторы[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Центристская партия Эстонии[d] |
Григорян Рафик Григорьевич (әрм. Ռաֆիկ Գրիգորի Գրիգորյան, эст. Rafik Grigorjan 20 ноябрь 1948 йыл) — ғалим, йәмәғәт эшмәкәре. Философия докторы[1], профессор, тарихсы. Ике тапҡыр Эстония халыҡтары министры кәңәшсеһе була, Тарту ҡалаһы ҡала Советына депутат итеп һайлана. 5-се дәрәжә Эстония Дәүләт гербы ордены менән бүләкләнә.Таллин ҡалаһы Почетлы гражданины[2], Махсус айырма билдәһе менән бүләкләнә[3].Эстонияның әрмән йәмғиәте лидерҙарының береһе[4]. «Благовест» хәйриә фонды премияһы лауреаты. 250-нән ашыу фәнни һәм фәнни-популяр мәҡәләләр авторы. 150-нән ашыу ғилми конференцияларҙа һәм семинарҙарҙа доклад менән сығыш яһай, ЮНЕСКО эксперты була. 40 йылдан ашыу фәнни-педагогик стажы бар.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы ғаиләһендә тыуа. Р. Г. Григоряндың олаталары беренсе тапҡыр Беренсе донъя һуғышы йылдарында Перновта (Пярну) Рәсәй ғәскәрҙәре составында була. Улар араһында фронт дуҫлығы нығына. 1945 йылда.туғанлыҡ мөнәсәбәттәр уның ата-әсәһе никахына әүерелә.
И. Сталин үлгәндән һуң һәм Хрущев амнистияһынан һуң һөргөнгә ебәрелгән халыҡтар аҡланғас, һәм Кавказға чечен һәм ингуштар әйләнеп ҡайтҡас, этник-ара низағ башлана. Г. Григоряндың атаһы Төньяҡ Осетияға күсерелеп, уның ғаиләһе низағ уртаһында ҡала. 1955 йылда Р. Г. Григоряндың ата-әсәһе уны Әрмән ССР-ы Ленинакан (Гюмри) ҡалаһындағы 14-се әрмән мәктәбенән ала һәм Төньяҡ Осетиялағы Беслан ҡалаһындағы 1-се мәктәпкә күсерә һәм унда ул 5-се класҡа тиклем уҡый. 1959 йылда уның атаһы Хрущев осорондағы армияны реформалауға эләгеп, хәрби пенсияға 6 ай ҡалғас, демобилизациялана, һәм ғаиләгә Әрмәнстанға ҡайтырға тура килә. 1959 — 1966 йылдарҙа Лениникандың 14-се мәктәбендә уҡый. 11-се класты тамамлағандан һуң, юристлыҡҡа уҡырға була. СССР-ҙа ни бары өс махсуслаштырылған юридик институт — Һарытауҙа, Харьковта һәм Свердловскиҙа бар ине. Р. Г. Григорян Һарытауҙы һайлай, ләкин беренсе йылда уның документтары ҡабул ителмәй, сөнки Әрмәнстан Коммунистар партияһы Үҙәк Комитетынан мәктәпте яңы ғына тамамлау арҡаһында махсус йүнәлеш алмай. Һөҙөмтәлә Р. Г. Григорянға Һарытау станоктар эшләү заводына электрокар йөрөтөүсе булып эшкә барырға тура килә. Заводта эше менән бер рәттән комсомол линияһы буйынса ҙур йәмәғәт эше алып бара һәм сәнғәт бүлеге буйынса комсомол ойошмаһы секретары урынбаҫары итеп һайлана. Йыш ҡына халыҡ алдында заводта художестволы үҙешмәкәр концерты менән сығыш яһай. Йырлай һәм һуҡма музыка ҡоралдарында уйнай.
Белем алыуы һәм карьераһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1967 йылда Р. Г. Григорян Һарытау дәүләт университетының тарихи бүлегенә уҡырға инә, 1972 йылда тамамлай, «Тарихсы. Йәмғиәт белеме һәм тарих уҡытыусыһы» квалификацияһын ала.. Баҡһаң, эшкә урынлашыу өсөн тарихсы квалификацияһы етерлек булмай сыға. Эшкә урынлашыу өсөн КПСС ағзаһы булырға кәрәк ине. СССР-ҙа тарихсылар партия һәм хөкүмәт сәйәсәтен хеҙмәтләндерергә тейеш була. Р. Г. Григорянға йәнә Әрмәнстанға ҡайтырға тура килә, партияға инеү инеү өсөн заводта слесарь булып эшләргә тура килә. 1972 йылда Горисский трикотаж фабрикаһында эшләгәндә уға слесарь, экспедитор, хәүефһеҙлек техникаһы буйынса инженер, ә эштән һуң педагогия институтында лекциялар уҡырға тура килә. 1973 йылда беренсе тапҡыр Тартға килә, унда буласаҡ тормош иптәше Нина Линнасмяги филология факультетында уҡый. Осрашыуҙарҙың береһендә Тарту университетының КПСС тарихы кафедраһы мөдире профессор Йоханнес Калитс юғары уҡыу йортона эшкә КПСС-ҡа инеү шарты менән саҡыра. 1974 йылда КПСС-тың ағзалығына кандидат булып, Тартуға килә һәм КПСС тарихы кабинеты мөдире булып эшләй башлай. 1975 йылда өйләнә һәм Тарту Университетының аспирантураһына уҡырға инә. 1975—1978 йылдарҙа Тарту университетының йәмәғәт фәндәре кафедраһы уҡытыусыһы булып эшләй. 1978 йылда Тарту Университеты аспирантураһында уҡыуын тамамлай. Һуңыраҡ Мәскәү дәүләт университеты һәм Ахен ҡалаһында (Германия) квалификацияһын күтәрә. 1980 йылда Тарту Университеты уҡытыусыһы булып эшләп, Эстониялағы юғары белем тарихы буйынса тарих фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһенә диссертацияны яҡлай һәм өлкән уҡытыусы итеп һайлана. 1983 йылда доцент квалификацияһын ала. Мәскәү дәүләт университеты ҡарамағында стажировка үтә, Тарту университетының йәмәғәт фәндәре кафедра мөдире итеп һайлана, ә 1989 йылдан — Тарту ҡала йыйылышы депутаты. 1989 — 1992 йылдарҙа Тарту университетының философия кафедра эргәһендә докторант. 1992 йылда, Тарту ҡалаһы йыйылышы депутаты булараҡ, Р. Г. Григорян, 1940 йылдан һуң Эстонияға килеп еткән бик күп эстон булмағандар һымаҡ,гражданлыҡтан, йәғни сәйәси хоҡуҡтан мәхрүм ителә. Улай ғына ла түгел, докторант булған философия һәм политология кафедраһына килгәс, уға бүтән эшләмәүен белдерәләр. Р. Г. Григорянға Тарту ҡалаһының 13-сө урта мәктәбенә (хәҙерге Аннелиннаск гимназияһы)тарих уҡытыусыһы булып эшкә барырға тура килә, унда 1997 йылға тиклем уҡытыусы-методист булып эшләй. 1995 йылда Эстония Республикаһының гражданлығын ала. 1996 йылда йәнә йәмәғәт тормошона әүҙем ҡушыла һәм [[1996 йыл]да уҡ Тарту ҡала йыйылышы депутаты итеп һайлана. 1995 йылдан — Социаль-гуманитар институт профессоры. Рәсәйҙең бер нисә юғары уҡыу йортонда тарих, философия, сәйәси һәм хоҡуҡи тәғлимәттәр тарихы, политологияны, культурология, тарих һәм йәмғиәт белеме биреү тарихы, тарихы буйынса уҡыта. Милләт-ара мөнәсәбәттәр теорияһы һәм практикаһы буйынса махсус курс авторы. 1999—2005 йылдарҙа Тарту университетының Нарва колледжының тарих һәм философия бүлеге мөдире. 2006 — 2013 йылдарҙа Эстонияның төрлө шәхси вуздарында уҡыта һәм профессор (I Studium, Lex, Иҡтисад һәм менеджмент институты, «Eсomen»).
Ижтимағи-сәйәси эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ике тапҡыр (1997—1999 йылдарҙа һәм 2001—2002 йылдарҙа) Эстония халыҡтары министры кәңәшсеһе була, Эстония-Рәсәй хөкүмәт-ара комиссияһына инә. Эстония Халыҡ фронтын булдырыу инициаторҙарының береһе[5] була, НФЭ-ның Тарту секцияһы идараһы составына инә. 1988 йылда НФЭ-ның Беренсе Конгресында Юрий Михайлович Лотман, Виктор Алексеев Пальм һәм Р. Н. Блюм[6] менән бергә уны НФЭ вәкилдәре советы ағзаһы итеп һайлайҙар. 1988—2017 йылдарҙа Көньяҡ Эстония — Әрмән милли йәмғиәте рәйесе. Ике тапҡыр (1989—1993 йылдарҙа һәм 1996—1999 йылдарҙа) Тарту ҡала йыйылышы депутаты итеп һайлана. 1988 йылдың 24 сентябрендә үткән Эстония халыҡтары Форумында Эстония халҡының бойондороҡһоҙлоғона ынтылышын яҡлап сығыш яһай. 1997 — 2006 йылдарҙа — Эстония Президенттары Леннарт Мери һәм АрнольдеРюйтель. ҡарамағындағы милли аҙсылыҡ түңәрәк өҫтәле ағзаһы. 2006 йылдан — Intellectus аналитик һәм мәҙәни-мәғариф үҙәге етәксеһе. 2006 йылдан башлап — Эстонияның центристар партияһы ағзаһы. 2006 йылда «Эстония бойондороҡһоҙлоғон тергеҙеү өсөн көрәштә ҡатнашҡаны өсөн» «5-се дәрәжә дәүләт гербы» Ордены менән бүләкләнә. 2007 йылдан Эстонияның аҙ һанлы милләттәр вәкилдәренең Палата рәйесе[7], Эстонияның 3 Конгресын (2007, 2010, 2016)[8]. Бындай конгресты ойоштороу идеяһы 2007 йылдың көҙөндә барлыҡҡа килә. Палата составына 200-ҙән ашыу ойошма инә. Уның Советы һәм Идараһы һайлана. Лейви Шер (тәжрибәле журналист, Таллинн ҡалаһының элекке вице-мэры, уның етәкселегендә 2001 йылда интеграцияның альтернатив программаһы булдырыла) Палата рәйесе урынбаҫары итеп һайлана. 2015 йылда Таллин ҡалаһының почетлы гражданы исеменә лайыҡ була. Эстонияның Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағында Милли-мәҙәни ойошмалар Советының ғәмәлдәге ағзаһы булып тора. Әрмәнстан[9], Венгрия, Германия, Грузия, Мысырҙа, Испания, Италия, Латвия, Литва, Мексика, Рәсәй, Словакия, Словения, АҠШ, Черногория, Чехия, Эстония[10] һәм башҡа илдәрҙә халыҡтарҙың этник-ара мөнәсәбәттәрен һәм мәҙәни айырмалыҡтарын әүҙем өйрәнә. Әлеге ваҡытта 45 йылдан ашыу Эстонияла йәшәй. Эстон ҡыҙы Нине Григорянға (Линнасмяги) өйләнгән, ғаиләһендә өс бала[11].
Публикациялары һәм ғилми хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Григорян, Р. Г. «Ахиллесова пята» Эстонии: национальный вопрос. Nelliprint, Таллинн: 2019.
- Григорян, Р. Г. История Эстонии. Армянский след — Intellectus, Таллин: 2017.
- Григорян, Р. Г. Мудрость народов Эстонии в пословицах и поговорках, анекдотах, притчах и тостах. Таллинн: 2014.
- Григорян, Р. Г. Курс лекций «Введение в философию». Учебно-методическое пособие для студентов. Тарту: 2005.
- Григорян, Р. Г. «Неизвестные страницы поющей революции» — в сб. «Анатомия независимости» Санкт-Петербург — Тарту: 2004, с.159 — 199.
- Григорян, Р. Г. «Мультикультурное общество и национальное государство». — Сборник: «Проблема „другого голоса“ в языке, литературе и культуре». Материалы 1-й Международной конференции 27-29 марта 2003 года. Янус, Санкт-Петербург: 2003, стр. 26 — 32.
- Григорян Р. Г. «Феномен Ельцина». Вайнах. Москва: 1997, № 1, c. 30 — 32.
- Grigorjan, R. «Armeenia üliõpilased Keiserlikus Tartu Ülikoolis (1830—1918)» — Kogumik: Ajalooline Ajakiri 2002, 1/2(116/117). Tartu Ülikooli ajaloo osakonna ja Akadeemilise Ajalooseltsi ajakiri. 200 aastat Ülikooli taasavamisest Tartus. Ajalookirjanduse Sihtasutus Kleio, 2002, lk. 245—264.
- Grigorjan, R. «Armeenlased. Eesti Rahvaste raamat: Rahvusvähemused-, rühmad ja- killud. Eesti Entsüklopeediakirjastus». Tallinn: 1999, lk. 26 — 32.
- Григорян Р. Особенности формирования этнического идентитета в мультикультурном обществе — в сб. Глобализация и культура. Аналитический подход. Санкт-Петербург, 2003, с.150 −160.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ "Колесо обозрения": жизнь в эпоху перемен . Sputnik Эстония (8.09.2018).(недоступная ссылка)
- ↑ Эстония мультикультурная: немного об армянской общине . Информационный портал Delfi (4.01.2018).
- ↑ Среди удостоившихся таллиннских наград - Андрей Иванов, Рафик Григорян и Анне Вески . Eesti Rahvusringhääling (22.04.2015).
- ↑ Страница Р.Григоряна на официальном сайте города Таллинн .
- ↑ Григорян: нельзя забывать о тех, кто основал Народный фронт Эстонии . Sputnik Эстония (1.10.2018).(недоступная ссылка)
- ↑ Рафик Григорян. "Право быть свободным" . Армянский музей Москвы и культуры наций (7.03.2018).
- ↑ Өҙөмтә хатаһы:
<ref>
тамғаһы дөрөҫ түгел;:0
төшөрмәләре өсөн текст юҡ - ↑ Рафик Григорян о Конгрессе национальных меньшинств . Youtube (8.11.2016).
- ↑ Основной вопрос революции — это вопрос о власти . Sputnik Эстония (25.04.2018).(недоступная ссылка)
- ↑ Нельзя жить в Эстонии и чувствовать себя ее пасынком – Григорян о положении русских . BaltNews (3.10.2018). 2021 йыл 30 октябрь архивланған.
- ↑ Фильм о семье Р.Г. Григоряна . Youtube (22.11.2018).