Эстәлеккә күсергә

Эстония

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Эстония Республикаһы битенән йүнәлтелде)
Эстон Республикаһы, Эстония
Eesti Vabariik, Eesti
Ҡалып:Эстония байрағы гербы Эстония
Эстония байрағы Эстония гербы
Гимн: Эстония гимны
Бойондороҡһоҙлоҡ яулауы 24 февраль 1918
(Рәсәй империяһынан) 20 август 1991
(СССР-ҙан)
Рәсми телдәр Эстон теле
Баш ҡала Таллин
Иң ҙур ҡалалары Таллин, Тарту, Нарва, Кохтла-Йәрве, Пәрну
Идара итеү формаһы Парламент республикаһы
Президент
Премьер-министр
Алар Карис
Кая Каллас
Территория
  • Барыһы
  • % һыу.
132 урын
45 227[1] км²
4,56
Халыҡ
  • Барыһы (2013)
  • Тығыҙлыҡ
151 урын
1 286 540 кеше[2]
29 кеше/км²
ЭТП
  • Бөтәһе (2013)
  • Кеше башына
106 урын
34,393 млрд[3]. $
25 161[3] $
Валюта Евро
Сәғәт бүлкәте UTC +2, +3

Эстония, рәсми исеме Эстон Республикаһы (эст. Eesti [ˈeːsʲti]) — Төньяҡ Европалағы дәүләт[4], Балтик диңгеҙенең көнсығыш яр буйында урынлашҡан. Көнсығышта Рәсәй менән сиктәш (оҙонлоғо — 324 саҡрым), көньяҡта Латвия (333 саҡрым) менән сиктәш. Төньяҡта, Фин ҡултығында, Финляндияға яғынан диңгеҙ сиге үтә. Төньяҡ һәм көнбайышта Балтик диңгеҙе һыуҙары менән йыуыла. Баш ҡала — Таллин ҡалаһы. Майҙаны 45 227 км² тәшкил итә, халҡы — 1 329 460 кеше. Шулай итеп, Эстония территорияһы буйынса донъяла 129-сы урынды биләй (Европала 29-сы), 158-се — халыҡ һаны буйынса (34-се Европала), ә был күрһәткестәр буйынса Балтик буйында иң аҙ күрһәткес булып тора.

Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы ағзаһы 1991 йылдың 17 сентябренән, Европа берлеге — 2004 йылдың 1 майынан, 2004 йылдың 29 мартынан — НАТО, 2010 йылдың 9 декабренән — Халыҡ-ара иҡтисади хеҙмәттәшлек һәм үҫеш ойошмаһы ағзаһы. Юғары уҡыу йорто ағзаһы (1993). Шенген зонаһына һәм еврозонаға инә.

Илдең бойондороҡһоҙлоғо 1918 йылдың 24 февралендә иғлан ителгән.

Рәсми тел — эстон теле[5]. Аҡса берәмеге — евро[5].

Эстония, космостан күренеш, 2004

Европаның төньяҡ-көнсығышында урынлашҡан. Төньяҡта Рәсәй, көньяҡта Латвия менән сиктәш. Төньяҡтан Фин ҡултығы, көнбайыштан Балтик диңгеҙе һәм Рига ҡултығы һыуҙары менән йыуыла. Финляндия һәм Швеция менән һыу сиге бар. Диңгеҙ буйы сиге 3 794 км. Эстония составына Балтик диңгеҙе акваторияһындағы, дөйөм майҙаны 4,2 мең км² булған 1 521 утрау инә. Шуларҙың иң ҙурҙары: Сааремаа, Хийумаа,Муху, Вормси, Кихну һәм башҡалар. Утрауҙарҙың майҙаны ҙур булыуға ҡарамаҫтан, унда халыҡтың ни бары 5 проценты ғына йәшәй. Эстония йылғалары ҙур түгел, әммә тулы һыулы. .
Эстонияның майҙаны 45 226 км².

XVIII-XIX быуатҡа тиклем эстон халҡы үҙҙәрен maarahvas тип атаған, был "ер халҡы" тигәнде аңлата, йәғни игенселек менән шөғөлләнеүсе[6]. Eestlane термины латин теленән (Aesti) ингән. Германияла Балтика диңгеҙенең алыҫ ярында йәшәгән халыҡты шулай атағандар.[7]

Боронғо Скандинавия сагалары Эйстланд (Eistland) ере тип телгә алына. Эстония әлеге ваҡытҡа тиклем дат, немец, нидерланд, швед һәм норвегия вариантында Эстланд (Estland) тип атала. Латин телендәге иртә сығанаҡтарҙа ла шулай уҡ Эстия һәм Гестия (Estia һәм Hestia) территорияһы тигән ер бар[8].

1918 йылда бойондороҡһоҙлоҡто иғлан иткәндән һуң ил "Эстония" (Esthonia) тигән исем ала, ошо исем менән ул 1921 йылда Милләттәр Лигаһына[9][10] инә. СССР-ға ҡушылғандан һуң 1940 йылда Эстон Совет Социалистик Республикаһына үҙгәртелә, ә СССР тарҡалғандан һуң 1991 йылда Эстония Республикаһы тип үҙгәртелә.

Бойондороҡһоҙлоҡ өсөн һуғыш барған ваҡытта Эстония бронепоезы

Хәҙерге Эстония урынлашҡан биләмәләрҙә тәүге тораҡ пункттары беҙҙең эраға тиклем 9600—9500 йылдарҙа барлыҡҡа килә, ул Кунд мәҙәниәте тип атала[11][12]. X—XIII быуаттарға йәмғиәттең иртә феодаль структураһы хасил була, ул дәүерҙә ерҙәр башында аҡһаҡалдар һәм хәрби дружиналар башлыҡтары тора[13][14].

XIII быуатта тәре йөрөтөүселәр, Эстарҙың ҡаршылығын баҫтырып, уларҙың ерҙәрен Ливон ордены ерҙәре составына индерә. Шул осорҙан алып немецтар бер нисә быуат буйына Эстонияла власть структураларында, мәҙәниәттә, иҡтисадта һәм башҡа өлкәләрҙә төп урындарҙы биләй. XVI быуатта Эстония Реформация дәүерен үтә, шул мәлдән алып уның территорияһында протестантизм төп дини конфессияға әйләнә. Шул уҡ быуатта Ливония һуғышы йомғаҡтары буйынса төньяҡ Эстония Швеция составына инә, тағы ла ярты быуаттан Швециға көньяҡ Эстония ла индерелә[13].

Швеция һәм Рәсәй империяһы араһында барған Төньяҡ һуғышынан һуң, Ништадтский тыныслыҡ килешеүенә ярашлы, Эстония, артабан Эстлянд губернияһына әйләндерелеп, 1721 йылда Рәсәй составына индерелә. 1897 йылдағы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса Эстлянд губернияһында 958 000 кеше йәшәй, уларҙың 90 проценттан ашыуы эстондар була, урыҫтар — 4,5 % һәм немецтар — 3,5 %[13].

Рәсәй империяһы тарҡалғандан һуң 1918 йылдың 24 февралендә Эстон Республикаһы иғлан ителә[15]. Эстон Азатлыҡ һуғышы барышында бойондороҡһоҙлоҡ яулана. 1920 йылдың 2 февралендә Совет Рәсәйе һәм Эстония бер-береһен таныуҙары тураһында тыныслыҡ килешеүенә ҡул ҡуя.

1920 йылдың 15 июнендә Эс­тон­ Рес­пуб­ли­каһы кон­сти­ту­цияһы ҡабул ителә (21 декабрҙә үҙ көсөнә инә). Уға ярашлы Эстония пар­ла­мент­ рес­пуб­ли­каһы булып ҡала. Рий­ги­ко­гу (Дәүләт йыйылышы) закон сығарыу власының юғары органы тип таныла[5].

Первый Эстонияның беренсе президент Константин Пятс

1921 йылдың 22 сентябрендә Эстония Милләттәр Лигаһы ағзаһы итеп ҡабул ителә[13][16].

1939 йылдың сентябрендә үҙ-ара ярҙам тураһындағы пакт төҙөлә, ә 1940 йылдың 6 авгусында Эстония СССР составына индерелә. Эстонияны СССР оккупациялай. 1940—1991 йылдарҙа Эстония СССР составында була[17][18]. 1941 йылдың 7 июленән 1944 йылдың 22 ноябренә тиклем Эстония территорияһы нацист Германияһы тарафынан оккупациялана. Совет ғәскәрҙәре ҡайтанан Эстония территорияһын баҫып алғандан һуң, ул яңынан СССР составына индерелә. США һәм тағы бер нисә ил Эстонияның СССР составына индерелеүҙе де-факто таный һәм де-юре танымай (Эстонияла быны Сoвет оккупацияһы тип атайҙар)[19][20][21].

Балтиҡ юлы

1990 йылдың 8 майында Эстон ССР-ының Юғары Советы Бойондороҡһоҙ Эстон Республикаһының 1938 йылдағы Конституцияһының эшмәкәрлеген тергеҙеү тураһында закон ҡабул итә[22]. 1991 йылдың 20 авгусында Эстония үҙенең бойондороҡһоҙлоғон раҫлай[23][24][25], ә шул уҡ йылдың 17 сентябрендә ООН-ға ҡабул ителә[26]. 2004 йылдың 1 майында Эстония Европа берлеге һәм НАТОағзаһы була [13].

2010 йылдың 9 декабрендә Эстония советтарҙан һуң барлыҡҡа килгән илдәрҙән беренсе булып Иҡтисади хеҙмәттәшлек һәм үҫеш ойошмаһы ағзаһы була[27]. 2011 йылдың 1 ғинуарынан Эстония евроны ҡулланыуға күсә[28].

Эстонияның административ бүленеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Эстония Республикаһы 15 маакондтан (өйәҙҙән; эст. maakond) тора, өйәҙ башы старейшина (аҡһаҡал); эст. maavanem тип атала. Өйәҙҙәр ике төрлө муниципалитеттарға бүленә: ҡалалар (linn) һәм ҡасабалар (vald). Тағы бер административ берәмеге — ҡасаба волосы (alevvald). Ҡасаба волосы составына бер генә ҡасаба инә. Эстонияла 6 ҡасаба волосы бар: Аэгвийду, Ярваканди, Кохтла-Нымме, Лавассааре, Тоотси һәм Вяндра.

ХийумааЛяэнемааСааремааХарьюмааЛяэне-ВирумааИда-ВирумааРапламааПярнумааЯрвамааВильяндимааЙыгевамааТартумааВалгамааПылвамааВырумаа

Хәҙерге Эстонияла 227 муниципалитет бар.

Өйәҙ
гербы
Өйәҙ
(башҡ)
Өйәҙ
(эст)
Код
ISO 3166-2
Халыҡ һаны,
чел. (2012)[29]
Майҙан,
км²
Халыҡ тығыҙлығы,
чел./км²
Административ
үҙәге
1 Валгамаа Valga maakond EE-82 31 059 2043,53 15,20 Валга
2 Вильяндимаа Viljandi maakond EE-84 48 604 3422,49 14,20 Вильянди
3 Вырумаа Võru maakond EE-86 34 178 2305,44 14,82 Выру
4 Ида-Вирумаа Ida-Viru maakond EE-44 153 716 3364,05 45,69 Йыхви
5 Йыгевамаа Jõgeva maakond EE-49 31 967 2603,83 12,28 Йыгева
6 Ляэне-Вирумаа Lääne-Viru maakond EE-59 61 154 3627,80 16,86 Раквере
7 Ляэнемаа Lääne maakond EE-57 24 734 2383,12 10,38 Хаапсалу
8 Пылвамаа Põlva maakond EE-65 28 026 2164,77 12,95 Пылва
9 Пярнумаа Pärnu maakond EE-67 84 388 4806,58 17,56 Пярну
10 Рапламаа Rapla maakond EE-70 35 503 2979,70 11,91 Рапла
11 Сааремаа Saare maakond EE-74 31 835 2922,19 10,89 Курессааре
12 Тартумаа Tartu maakond EE-78 153 479 2992,74 51,28 Тарту
13 Харьюмаа Harju maakond EE-37 566 741 4333,13 130,79 Таллин
14 Хийумаа Hiiu maakond EE-39 8620 1023,26 8,42 Кярдла
15 Ярвамаа Järva maakond EE-51 31 204 2459,58 12,69 Пайде
Бөтәһе 1 325 217 43 432,31 30,51

Коммунистарҙан һуң бойондороҡһоҙлоҡ яулаған илдәр араһында Эстония иң үҫешкән ил булып иҫәпләнелә. Бер кешегә тулайым эске продукт (номинал) — $23 758 (Словениянан һуң 2-се урында, 2019 йыл).[30][31] Бер кешегә тулайым эске продукт (ППС) — $38 540 (Словения һәм Чехиянан һуң 3-сө урын, 2019 год).[19][32] Средний размер оплаты труда в Эстонии в декабре 2020 йылдың декабрендә Эстонияла уртаса эш хаҡы 1604 € тәшкил итә[33]. Эстонияла 2020 йылдың 1 ғинуарына эш хаҡының минималь брутто-ҙурлығы 584 € тәшкил итә, минималь нетто-эш хаҡы — 550,38 €[34].

Һуғыштан һуңғы кимәл

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Икенсе донъя һуғышына тиклем ауыл хужалығы иҡтисади эшмәкәрлектең мөһим өлкәләренең береһе булып тора, өҫтәүенә ауыл хужалығы продукцияһы экспорттың ҙур ғына өлөшөн тәшкил итә. Энергетика сәнәғәте[35], граждандар диңгеҙ судноһын йөрөтөү һәм машиналар эшләү тармаҡтары үҫешә.

Эстонияла (Балтиҡ илдәренең башҡалары кеүек үк) СССР-ҙа баҙар иҡтисадын булдырыу өсөн иң яҡшы шарттар була. Бында ғәйәт киң инновацион потенциал тупланған була. 1970—1980-се йылдарҙа Балтиҡ буйы СССР-ҙа бер кеше башына төп капиталға инвестициялар һалыу күләме буйынса алда бара[36].

Бойондороҡһоҙлоҡ осоро

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бойондороҡһоҙлоҡ тергеҙелгәндән һуң[37][38] Эстония иҡтисады баҙар принциптарына ярашлы үҙгәртеп ҡорола һәм Көнбайыш Европаға ҡарап эш итә. 1992 йылдың 20 июнендә Эстония совет һумы урынына үҙенең милли валютаһын — Эстон кронаһын индерә. Эстон кронаһы немец маркаһына бәйле була (1 марканы 8 кронға алмаштырырға була). Милли валютаны ҡабул итеү түбәндәгене аңлата —илдә сығарылған эстон кроналары хаҡына эквивалент була алған сит ил валютаһы запасы булған осраҡта ғына Эстония Банкыһы милли валютаны сығара ала. 1999 йылдың 1 ғинуарынан эстон кронаһы евроға бәйләнә, сөнки Германия дөйөм Европа валютаһын ҡуллана башлай. 2011 йылдың 1 ғинуарынан евро әйләнешкә индерелә, ул тулыһынса кронаны алмаштыра[39].

1991—1993 йылдарҙағы иҡтисади үҙгәртеп ҡороуҙарҙың уңышына 285 млн $ сит ил ярҙамы, займдар һәм кредиттар ыңғай йоғонто яһай, шулай уҡ Эстония һуғышҡа тиклемге республиканың 100 млн $ долларҙан ашыу аҡсаһын да ала. Был аҡсалар 1940 йылда илде СССР-ға ҡушыуға бәйле сит ил банкыларында туңдырылған килеш ятҡан була[40].

БМО Кеше үҫеше күрһәткесе буйынса баҙар иҡтисадының аяҡҡа баҫыу осоро барғанға күрә Эстонияны 2000 йылға тиклем «үҫеүсе» төркөмгә индерә.

1999 йылда Эстония [[Всемирная торговая организация|

Кеше башына Тулайым эске продукт (по һатып алыу һәләте паритеты буйынса): $ 32 130 (2017).

2008 йылда уртаса эш хаҡы 12 912 крон (€ 825), 2009 йылдың өсөнсө кварталында 11 770 крон (€ 752) тәшкил итә. 2013 йылдың икенсе кварталында Эстонияла уртаса эш хаҡы € 976, 2020 йылдың декабрендә € 1604 тәшкил итә.

2000—2005 йылдар осоронда тулайым эске продукт 60 процентҡа арта. Әммә 2008 йылдағы донъялағы иҡтисади көрсөк мәлендә ул 3,6 процентҡа кәмей, ә 2009 йылдың өсөнсө кварталында, бынан алдағы йылдың шул уҡ осоро менән сағыштырғанда [41], тулайым эске продукттың кәмеүе 15,6 % тәшкил итә. 2009 йылдың өсөнсө кварталынан 2010 йылдың дүртенсе кварталына тиклем тулайым эске продукттың эҙмә-эҙлекле үҫеүе күҙәтелә. 2010 йылдың дүртенсе кварталында ғәмәлдә экспорт 53 процентҡа үҫә. 2010 йылда тулайым эске продукттың үҫеше 3,1 % тәшкил итә.[42]. Шулай итеп, 2010 йылда эстон иҡтисады көрсөктән сыға[43][44]..

Эшһеҙлек кимәле 2001 йылдағы 12 проценттан 2007 йылда 4,7 процентҡа тиклем түбәнәйә, ләкин 2009 йылдың өсөнсө кварталында 14,6 % тәшкил итә[45], ә 2010 йылдың беренсе кварталында 19,8 процентҡа тиклем күтәрелә[46]. Эстония 2011 йылда Европа берлегендә эшһеҙлек кимәлен түбәнәйтеү буйынса 2-се урынды биләй[47].

2009 йылдың башында илдә сәнәғәт етештереүенең интенсив рәүештә түбәнәйеүе күҙәтелә. 2009 йылдың февралендә ул, 2008 йылдың феврале менән сағыштырғанда, 30 % тәшкил итә[48], был Евроберлектә иң юғары түбән тәгәрәү була[49]. Eurostat мәғлүмәттәре буйынса, 2010 йылдың сентябрендә, 2009 йылдың сентябре менән сағыштырғанда, Эстонияла сәнәғәт етештереүенең үҫеүе 31,1 % тәшкил итә — шулай итеп, Эстония Евроберлектә был күрһәткес буйынса 1-се урынды биләй[50]. Эстонияла шулай уҡ Евроберлек илдәре араһында дәүләт бурысы һәм дәүләт бюджеты дефициты минималь кимәлдә, 2010 году ул Евроберлектә бюджет дефицитын ҡыҫҡартыуға өлгәшкән ике илдең береһе була (икенсеһе — Мальта)[51].

2010 йылдың 4 июнендә Иҡтисади хеҙмәттәшлек һәм үҫеш ойошмаһының Генеральный секретары А. Гурриа һәм Эстонияның премьер-министры А. Ансип Таллинда Эстонияны был ойошмаға индереү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуя[52].

2009 йылдың июнендә Эстония хөкүмәтенең яңыртылған планына ярашлы, 2011 йылдың 1 ғинуарында евроға күсеү ғәмәлгә ашырыла[53][54].

2017 йылда Эстонияның бер кеше башына иҫәпләгәндә тулайым эске продукты Евроберлек буйынса уртаса күрһәткестең 79 процентына етә, был һиҙелерлек рәүештә алға китеш тип иҫәпләнелә. Эстония беренсе тапҡыр Еврозонаның Португалия кеүек ҡайһы бер көньяҡ илдәре торған килмәлгә күтәрелә. Ә бит был илдәр Евроберлеккә Эстониянан байтаҡ алда ингән була[55]. Европа берлегенә Эстония ингәндән һуң үткән 15 йыл эсендә, 2004 йылдан 2019 йылға тиклем, илдә хеҙмәт хаҡының уртаса «таҙа» дәүмәле илдә 3,2 тапҡырға (363 евронан 1162 евроға тиклем), минисмал хеҙмәт хаҡы ҙурлығы 3,4 тапҡырға 158,50 евронан 540 евроға тиклем) арта[56][57].

Эстонияла пенсионерҙарға 3 төрлө пособие бирелә — SKAIS (онлайн-система), KOPIS (тупланма пенсия) һәм KIRST (медицин күрһәткестәре)[58]. Эшһеҙҙәр өсөн EMPIS (эшһеҙҙәр регистры) һәм STAR (Социаль хеҙмәттәр һәм льготалар рееестры) программалары эшләй. Студенттар өсөн EHIS программаһы бар.

Пенсионерҙар бөтәһе — 422 941, эшһеҙҙәр — 38 768, эшләүселәр — 629 945.

2021 йылдың 1 апреленән Эстонияла дәүләт пенсияһы индексы күтәрелә. Үҙгәрештәргә ярашлы, халыҡ пенсияһының айлыҡ минималь суммаһы (ҡартлыҡ буйынса пенсия алыуға хоҡуҡтары булмағандарға түләнә) хәҙер 255,18 евро тәшкил итә[59]. Пенсияның төп (база) өлөшө 235,30 евроға тиклем, ә эш стажының һәр йылының ҡиммәте (баһаһы) 7,206 евроға тиклем күтәрелә[60][61][62][63] 2021 йылдың 1 апреленән балалар тәрбиәләгән өсөн пенсияға өҫтәмә бер балаға 3,55 евроға арта. Был закон дөйөм алғанда 203 300 тирәһе кешегә ҡағыла.[64]

2021 йылдың 1 апреленән эшкә яраҡһыҙлыҡ буйынса пособиеның бер көнлөк ставкаһы, тулыһынса эшкә яраҡлы булмаған осраҡта, 15,13 евро тәшкил итә, ә айлыҡ пособие дәүмәле 453 евро тәшкил итә. Өлөшләтә эшкә яраҡһыҙлыҡ буйынса ғәмәлдәге көнлөк ставканың 57 процентын, йәғни айына уртаса 258 евро тәшкил итә. Эшһеҙлек буйынса касса эшкә яраҡһыҙлыҡ буйынса пособиеның дәүмәлен календарь айҙың һәр көнө өсөн иҫәпләй[62].

2019 йылда балаға айлыҡ пособие (беренсе бала ға) 60 евро, икенсе балаға 60 евро һәм өсөнсө балаға һәм артабанғы балаларҙың һәр береһенә 100 евро тәшкил итә[65]. Атаһы йәки әсәһе срочный йәки альтернатив хеҙмәттә булған осраҡта 2019 йылда һәр балаға срочный хеҙмәттәре тамамланғансы айына 300 € түләнә[66][67].

2020 йылдан сире уртаса ауырлыҡта булған балаға пособие ҙурлығы 138 €, ауыр сире булған балаға 161 € була. Үтә ныҡ сирле балалар 241 € пособие аласаҡ. Эстонияла мөмкинлектәре сикләнгән 13 000 тирәһе бала бар. 2009 йыл менән сағыштырғанда уларҙың һаны ике тапҡырға тиерлек артҡан. 2017 йылда сире уртаса ауырлыҡтары балаларға пособие 5000, ауыр сирле балаларға пособие 7164 балаға, үтә ауыр сирле балаларға пособие 732 балаға бирелә[68].

Эстонияла йөклөлөк һәм бала табыу буйынса әсәйҙәргә бирелгән отпуск донъяла иң оҙоно, һәм ул 100 проценты менән түләнә, был отпуск 62 аҙнаға тигеҙ. Эстон закондары буйынса декрет отпускыһын баланың әсәһе генә түгел, ә атаһы ла алырға хоҡуҡлы. 2020 йылдың 1 июленән атайҙар отпускыһы 30 көн тәшкил итә һәм ул 100 проценты менән түләнә[69][70][71].

2013 йылдың 1 ғинуарынан Таллинда теркәлгән һәр кеше ҡала йәмәғәт транспортында бушлай йөрөү хоҡуғына эйә[72][73]. 2018 йылдың 1 июленән Эстониялағы 15 өйәҙҙең 11-ендә пассажирҙар автобустарҙа бушлай йөрөргә хоҡуҡлы[74][75][76][77].

Эстония граждандары өсөн виза талаптарын сағылдырған донъя картаһы      Эстония     Свободное передвижение     Виза не требуется     Виза оформляется по прибытии     eVisa     Виза оформляется по прибытии или через Интернет     Требуется заранее оформленная виза
неграждан Эстонияның граждан булмағандары өсөн виза талаптарын сағылдырған донъя картаһы     Эстония     Виза не требуется     Требуется заранее оформленная виза

2004 йылдың 1 майынан Эстония — Европа берлеге ағзаһы, ә 2011 йылдың 1 ғинуарынан Еврозона ағзаһы. Шулай итеп, элекке СССР-ҙың дөйөм Европа баҙарына һәм Шенген арауығына ингән өс республикаһының береһе ул Эстония, шулай уҡ советтарҙан һуң беренсе булып берҙәм Европа валютаһына күскән һәм үҙаллы монета сәйәсәтенән баш тартҡан республика. Европа берлегендә ағза булыу шулай уҡ Европа Берлеге норматив акттарының дәүләт эсендәге юридик нормаларҙан өҫтөн булыуын да күҙҙә тота (әгәр дәүләт эсендәге юридик нормалар һәм Европа Берлеге норматив акттары араһында ҡапма-ҡаршылыҡ тыуһа, дөйөм берлек нормалары өҫтөн була[78]).

2004 йылдың 29 мартынан Эстония шулай уҡ — НАТО ағзаһы ла. НАТО-ның Ирактағы һәм Афғанстандағы хәрби миссияларында ҡатнаша. Эстония парламенты 2003 йылдың 7 майында хәрби хеҙмәткәрҙәрен Иракҡа ебәрергә ризалыҡ бирә. 2003 йылдың 20 июнендә американ командованиеһының үтенесе буйынса эстон оборона көстәренең тәүге хәрби кадрҙары Иракҡа ебәрелә[79][80].

1993 йылдың 13 майынан — Европа Советы ағзаһы[81].

Быларҙан тыш, Эстония — БМО, Иҡтисади хеҙмәттәшлек һәм үҫеш ойошмаһы, ОБСЕ һәм ВТО ағзаһы.

2004 йылдың 1 майынан, Эстония Европа берлегенең тулы хоҡуҡлы ағзаһыь булғандан һуң, Эстония граждандары Европа берлеге һәм Европа иҡтисади арауығы илдәре, шулай уҡ Швейцария Конфедерацияһы буйлап визаһыҙ сәйәхәт итә ала. Өҫтәүенә сиктәр аша үткәндә паспорт күрһәтеп тә, шулай уҡ ID-картаһы менән дә файҙалана ала[82].

2020 йылдың 3 апреленә Эстония граждандары визаһыҙ 179 дәүләткә һәм территорияға бара ала, Паспорттар индексына ярашлы хәрәкәт азатлығы кимәле буйынса Эстония паспорты донъяла 13-сө урында тора.[83]

Был районда тел төркөмдәре.      Скандинав телдәре (Исландия һәм Скандинавия).      Балтиҡ буйы-фин телдәре (Финляндия, Эстония).      Балтиҡ телдәре (Латвия, Литва).

Балтиҡ буйы-фин мираҫы эстондарҙың менталитетында һәм мәҙәни традицияларында ҙур әһәмиәткә эйә[84].

Эстония төрлө мәҙәниәттәр киҫешкән урында урынлашҡан. Мәҙәниәт буйынса уларға латыштар, финдар, литвалар, Рәсәйҙең төньяҡ-көнбайышындағы урыҫтар, Белорустар, шведтартар һәм немецтар яҡын[85][86].

Остзей немецтарының, Балтиҡа шведтарының һәм старообрядсы урыҫтарҙың мәҙәниәте Эстония территорияһы менән бәйле.

XIII быуаттың икенсе сирегендә тәре йөрөтөүселәр баҫып алғандан һуң Эстония көнбайыш Европа мәҙәниәтенең туранан-тура йоғонтоһо аҫтында ҡала[87].

1523 йылда Реформация[88] хәрәкәте Эстонияға килеп етә. Яҙыуға һәм грамоталылыҡҡа ҙур әһәмиәт биргән Лютеранлыҡ эстон ауыҙ-тел ижадына һәм әҙәбиәтенә, шулай уҡ крәҫтиән мәктәбенә нигеҙ һала.

1802 йылда тергеҙелгән Дерпте (хәҙер Тарту) университеты көнбайыш мәҙәниәтен таратыусы ғына булып ҡалмай, ә милли үҙаңдың уяныуына булышлыҡ итә. Эстон телендә нәшер ителгән гәзиттәр халыҡтың аң даирәһен киңәйтергә ярҙам итә һәм грамотаһын арттыра. Крепостной хоҡуҡ бөтөрөлгәс, иҡтисади тормош һәм яҙма тел менән бергә милли мәҙәниәт тә (әҙәбиәт, музыкаль ижад, сәнғәт) тыуа. 1869 йылда Дерптела тәүге йырлаусылар байрамы үткәрелә; бөгөнгө көнгә тиклем йырлаусылар байрамы традициялары эстон мәҙәниәтенең һәм милли билдәләнешенең мөһим өлөшө булып тора[89].

1897 йылға Эстлянд губернияһы буйынса протестанттар араһында уртаса грамоталыҡ 83 % тәшкил итә (Эстляндияла йәшәгәндәр араһында — 79,9 %)[90].

XIX—XX быуаттар араһында индустриалләштереү, яңыртыу һәм ҡалаларҙың йәһәт үҫеше эстон мәҙәниәтенә көслө йоғонто яһай. ХХ быуаттың тәүге ун йыллығында Эстонияла Балтиҡ-немец мәҙәниәте артҡы планға күсә. Архитектура, әҙәбиәт һәм музыкала, донъялағы мәҙәни ағымға эйәреү менән бер рәттән, милли стиль сифаттары хасил була, художество йәһәтенән өлгөргән әҫәрҙәр яҙыла[91].

Транспорт һәм элемтә

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2013 йылдың 1 ғинуарында Таллинда теркәлгән һәр кеше ҡала йәмәғәт транспортында бушлай йөрөү хоҡуғын ала[72][73]. Йәшәгән урынына ҡарамайынса 19 йәше тулмаған уҡыусылар бушлай йөрөү хоҡуғынан файҙалана ала, шулай уҡ льготаларға хоҡуҡтары булғандарға ла был закон ҡағыла. 2013 йылдың 1 ғинуарынан ҡағыҙ юл йөрөү билеттары бөтөрөлә һәм улар урынына контактһыҙ платик карталар индерелә. Йәмәғәт транпортына ингән пассажир транспортҡа ингәс тә махсус теркәгестә (валидаторҙа) теркәлеү үтергә тейеш. Картаһы булмаған осраҡта пассажир водителдән бер тапҡыр ҡуллана торған талон һатып ала[72][92]. Бөтә ил территорияһында тиерлек йәмәғәт транспортында бушлай йөрөүҙе Европа илдәрендә беренсе булып Эстония индерә. 2018 йыцлдың 1 июленән Эстониялағы 15 өйәҙҙең 11-ендә пассажирҙар автобустарҙа бушлай йөрөй башлай[74][75][76][77][93][94][95][96]. Эстония территорияһында мобиль элемтәнең өс операторы эшләй: Tele2, Telia һәм Elisa.

Электрон дәүләт (E-дәүләт)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Основная статья: э-Эстония[en]
Основная статья: Эстонияла электрон ҡултамға[en]

2000 йылдан Эстония хөкүмәте, документтарҙың Интернеттағы электрон селтәрен файҙаланып, министрҙар кабинетының ултырыштарын ҡағыҙһыҙ үткәреүгә күсә[97]. Европа комиссияһы конкурсы һөҙөмтәләре буйынса дәүләт секторын электрон документацияға күсереү проекты Европала иң яҡшыһы тип таныла. Уның һөҙөмтәһендә 500-гә яҡын учреждение, шул иҫәптән бөтә министрлыҡтар, өйәҙ управалары һәм депатаменттар һәм инспекцияларҙың бөтәһе лә тип әйтерлек документтарҙы электрон вариантта алмашыуға күсә[98].

2000 йылдан Эстонияла һалым декларацияларын электрон юл менән тапшырырға мөмкин[99]. 2010 йылда Эстонияла һалым декларацияларының 92 проценты интернет аша тапшырыла[100]. Интернет селтәре буйынса гражданиндың берҙәм порталы аша төрлө дәүләт хеҙмәттәренән файҙаланырға була[101].

Эстонияла Интернет сегменты Европала, шулай уҡ бөтә донъялағы үҫеш буйынса иң ныҡ алға киткәндәрҙең береһе булып тора. 2019 йылда, по данным Халыҡ-ара электроэлемтә союзы (МСЭ) мәғлүмәттәре буйынса, илдә 1 276 521 интернет-ҡулланыусы булыуы асыҡлана, был бөтә ил халҡының яҡынса 97,9 процентын тәшкил итә, был күрһәткес буйынса Европа берлегендә Эстония 1-се урынды алып тора[102]. Донъяның 65 илендәге публичный веб-арауыҡта кеше хоҡуҡтарына һәм уларҙың азат булыуына анализ яһау менән шөғөлләнгән Freedom House аналитика үҙәгенең унынсы доклады мәғлүмәттәре буйынса (2019 йылдың июненән алып 2020 йылдың июненә тиклемге осорҙа): Эстония донъяла интернет азатлығы буйынса Исландиянан һуң икенсе урынды биләй[103] Мәғлүмәт технологияларын үҫтереү рейтингында Эстония донъяның 142 иле араһында 24-се урында килә, ә Интернеттың асыҡ булыуы рейтингында ышаныслы рәүештә алда бара. Йорттар һәм фатирҙар хужалырының 71 проценты[104], шулай уҡ бөтә эстон мәктәптәре Интернет менән тоташҡан. Илдә 1100-ҙән ашыу бушлай Wi-Fi-зоналары булдырылған[105][106]. 2006 йылда Эстонияла сымдарһыҙ WiMAX селтәрҙәрен төҙөү башлана[107], улар 2013 йылға тиклем илдең бөтә территорияһын тип әйтерлек үҙ йоғонтоһо аҫтына аласаҡ[108].

2009 йылдың ғинуарына ҡарата Эстонияла 1 000 000-дан ашыу кеше (Эстонияла йәшәгәндәрҙең 90 проценты) — ID-карта хужаһы. ID-карта Эстонияның 15 йәштән өлкәнерәк гражданины һәм илдә оҙайлы ваҡыт йәшәү хоҡуғы алған даими йәшәгәндәр өсөн шәхесте раҫлаусы документ булып тора. Эстонияла йәшәгәндәр ID-карта ярҙамында ғәҙәти ысул менән дә, шулай уҡ электрон ысул буйынса ла үҙҙәренең шәхесен раҫлай ала, һанлы ҡултамға ҡуйыу, һайлауҙарҙа ҡатнашыу һәм йәмәғәт транпортына проездной билет һатып алыу өсөн дә картаны файҙаланып була[97].

Эстонияның беренсе электрон резиденты, британ журналисы Эдвард Лукас

2005 йылдың октябрендә урындағы үҙидара органдарына интернет-һайлауҙар булып үтә. Донъя илдәре араһында Эстония беренсе булып, тауыш биреү сараларының береһе булараҡ, интернет аша тауыш биреүҙе ойоштора[109]. 2007 йылда парламент һайлауҙарында Эстония, донъя илдәре араһында беренсе булып, һайлаусыларға Интернет аша тауыш биреү мөмкинлеген булдыра[110][111][112]. Үткән 2019 йылғы парламент һайлауҙарында Эстонияла һайлаусыларҙың дөйөм һанының 43,8 проценты (247 232 тауыш) интернет аша тауыш бирә[113].

Электрон резидентлыҡ

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Электрон резидентлыҡ (e-Residency) — 2014 йылдың 1 декабрендә Эстония Хөкүмәте тарафынан эшкә ҡушылған программа, ул Эстония граждандары булмаған кешеләргә компание ойоштороу, банк хеҙмәттәренән файҙаланыу, түләүҙәрен үтәү һәм һалымдарын түләү буйынса мөмкинлектәр бирә. Программала ҡатнашыусыларҙың бөтәһенә лә (e-resident'тарға) смарт-карталар бирә, артабан уларҙы документтарға ҡул ҡуйыу өсөн файҙаланырға була.

Британия журналисы Эдвард Лукас Эстонияның тәүге виртуаль резиденты[114][115][116][117].

Виртуаль резидентлыҡ гражданлыҡ менән бәйле түгел һәм Эстонияға килеү йәки күсенеү хоҡуғын бирмәй. Виртуальное резидентлыҡ не влияет на налогообложение доходов резиденттың килеменә һалым һалыуға йоғонто яһамай, не делает обязанностью платить подоходный налог в Эстонияла килем һалымын түләү бурысын йөкмәтмәй һәм резидент йәшәгән илдә килемгә һалым һалыуҙан азат итмәй. Виртуаль резидентлыҡ түбәндәге мөмкинлектәр менән тәьмин итә: компаниены теркәү, документтарға ҡул ҡуйыу, шифрҙар ярҙамында документтар менән алмашыу, онлайн-банкинг, һалым декларацияһын тапшырыу, шулай уҡ медицина рецептары менән бәйле медицина хеҙмәттәренә идара итеү[118]. Ярашлы органдар тарафынан бирелгән смарт-карта хеҙмәттәргә табан юлды аса.

2019 йылға 60 000-дән ашыу кеше Эстонияның электрон резиденттары булған[119], 2020 йылға — 65 000-дән ашыу кеше, улар тарафынан 10 100-ҙән ашыу компание ойошторола[120]. 5 йыл эшләү осоронда Программа Эстония иҡтисадына 35 млн € тура килем килтерә, бынан тыш башҡа төрлө иҡтисади килемдәр ҙә була[120].

  1. Статистика ООН (2012)
  2. Statistikaamet: mullu rändas Eestist välja 10 000 inimest (эве). DELFI (18 ғинуар 2013). Дата обращения: 18 ғинуар 2013. Архивировано 19 ғинуар 2013 года. 2013 йыл 17 май архивланған.
  3. 3,0 3,1 Report for Selected Countries and Subjects (ингл.). МВФ (октябрь 2014). Дата обращения: 31 октябрь 2014.
  4. UNSD — Methodology. unstats.un.org. Дата обращения: 12 февраль 2019.
  5. 5,0 5,1 5,2 ЭСТОНИЯ • Большая российская энциклопедия — электронная версия 2020 йыл 5 ноябрь архивланған.
  6. Ariste, Paul (1956). Maakeel ja eesti keel. Eesti NSV Teaduste Akadeemia Toimetised 5: 117-24; Beyer, Jürgen (2007). Ist maarahvas (‚Landvolk‘), die alte Selbstbezeichnung der Esten, eine Lehnübersetzung? Eine Studie zur Begriffsgeschichte des Ostseeraums. Zeitschrift für Ostmitteleuropa-Forschung 56: 566—593.
  7. Аналогичным образом тацитовский этноним «фенны» (Fenni) был распространён на суоми, породив современное название «финны».
  8. Cole, Jeffrey. Ethnic Groups of Europe: An Encyclopedia (билдәһеҙ). — ABC-CLIO, 2011. — С. 124. — ISBN 9781598843026.
  9. Spell it "ESTHONIA" here; Geographic Board Will Not Drop the "h," but British Board Does. (17 апрель 1926). Дата обращения: 6 ноябрь 2009.
  10. Ineta Ziemele. Baltic yearbook of international law (билдәһеҙ). — Martinus Nijhoff Publishers (инг.)баш., 2002. — С. 26—. — ISBN 978-90-411-1736-6.
  11. Siim Veski and other. Early Holocene coastal settlements and palaeoenvironment on the shore ofthe Baltic Sea at Parnu, southwestern Estonia (инг.) // Quaternary International. — Elsevier, 2005. — Т. 130. — С. 75—85. — ISSN 1040-6182.
  12. Aivar Kriiska. The Chronology of the Estonian Stone Age // Stone age Settlement and Economic Processes in the Estonian Coastal Area and Islands. — University of Helsinki. — ISBN 951-45-9858-X. Архивная копия от 20 март 2012 на Wayback Machine
  13. 13,0 13,1 13,2 13,3 13,4 Даты эстонской истории. Estonian Embassy in Russia. Дата обращения: 27 сентябрь 2013. Архивировано из оригинала 6 ғинуар 2014 года.
  14. V. Lang, M. Laneman. Archaeological research in Estonia, 1865-2005. — Tartu University Press, 2006. — P. 30, 38. — 388 p. — (Estonian archaeology).
  15. Манифест независимости. Сайт Президента Эстонии. Дата обращения: 2 ғинуар 2014.
  16. Estonia's history (ингл.). Estonia.eu. Дата обращения: 27 сентябрь 2013. Архивировано из оригинала 1 сентябрь 2013 года. 2013 йыл 1 сентябрь архивланған.
  17. The World Book Encyclopedia ISBN 0-7166-0103-6
  18. The History of the Baltic States by Kevin O’Connor ISBN 0-313-32355-0
  19. 19,0 19,1 Rislakki, Jukka. The case for Latvia: disinformation campaigns against a small nation (инг.). — Rodopi, 2008. — P. 262. — ISBN 90-420-2424-0.
  20. The European Court of Human Rights (Fourth Section) DECISION AS TO THE ADMISSIBILITY OF Application no. 23052/04 by August KOLK, Application no. 24018/04 by Petr KISLYIY against Estonia 2015 йыл 5 ғинуар архивланған., 17 January 2006
  21. Архивированная копия. Дата обращения: 30 май 2019. Архивировано из оригинала 22 декабрь 2015 года. 2015 йыл 22 декабрь архивланған.
  22. Закон ЭССР от 08.05.1990 «О СИМВОЛИКЕ ЭСТОНИИ» (недоступная ссылка — история). Дата обращения: 10 ғинуар 2016.
  23. Постановление Верховного Совета Эстонской Республики от 20 августа 1991 г. «О государственной независимости Эстонии».
  24. Президент Республики 22-я годовщина восстановления независимости Эстонской Республики 20 августа 2013 года, розарий в Кадриорге. Сайт президента Эстонии. Дата обращения: 2 ғинуар 2014. Архивировано из оригинала 2 ғинуар 2014 года. 2014 йыл 2 ғинуар архивланған.
  25. Вярэ Э. Путь к независимости. Эстоника (11 февраль 2010). Дата обращения: 7 ғинуар 2015. 2014 йыл 25 февраль архивланған.
  26. Справочник по практике Совета Безопасности—Дополнение за 1989—1992 годы
  27. С сегодняшнего дня Эстония — полноправный член ОЭСР. Дата обращения: 21 май 2014. Архивировано из оригинала 20 апрель 2014 года. 2014 йыл 20 апрель архивланған.
  28. Еврокомиссия: Переход на евро в Эстонии начался успешно
  29. Площадь и население Эстонии (2012) (инг.)
  30. Report for Selected Countries and Subjects
  31. Report for Selected Countries and Subjects
  32. Report for Selected Countries and Subjects
  33. [https://www.stat.ee/stat-average-monthly-gross-wages-salaries Average monthly gross wages (salaries) - Statistics Estonia]. Stat.ee. Дата обращения: 29 ноябрь 2018. 2018 йыл 13 ноябрь архивланған.
  34. В 2020 году минимальная зарплата вырастет до 584 евро | Экономика | ERR
  35. Орлов Л. М. Трест Севзапэнергомонтаж. 60 лет. — СПб.: Селеста, 2004. Дата обращения: 18 ғинуар 2013. Архивировано из оригинала 2 ноябрь 2013 года.
  36. «Отношения России и стран Прибалтики: от упущенных возможностей к реальным перспективам», Аналитический доклад, Факультет международных отношений Санкт-Петербургского государственного университета, 2013. 2013 йыл 20 октябрь архивланған.
  37. Мялксоо Лаури. Советская аннексия и государственный континуитет: международно-правовой статус Эстонии, Латвии и Литвы в 1940—1991 гг. и после 1991 г. — Тарту: Тартуский университет, 2005. — 399 с. — ISBN 9949-11-144-7. Дата обращения: 18 ғинуар 2013. Архивировано из оригинала 3 февраль 2014 года. 2014 йыл 3 февраль архивланған.
  38. Тоомас Карьяхярм. Сборник документов и материалов по истории Эстонии для школ с русским языком обучения. Принципы составления сборника // Поворотные моменты истории Эстонии : учебное пособие. — С. 19. — ISBN 978-9949-438-29-7.
  39. Estonia entra en el euro, mientras otros se muestran reticentes (исп.)
  40. Country Studies/Estonia, Federal Research Division of the Library of Congress
  41. Decrease of the GDP decelerated in the 3rd quarter. Statistics Estonia (9 декабрь 2009). Дата обращения: 9 декабрь 2009. Архивировано из оригинала 21 сентябрь 2010 года. 2010 йыл 21 сентябрь архивланған.
  42. Economic growth is continually driven by vigorous exports in manufacturing 2016 йыл 15 ноябрь архивланған.
  43. Президент Ильвес выступил на представительном экономическом форуме в Кринице. Дата обращения: 3 июнь 2011. Архивировано из оригинала 15 июнь 2013 года. 2013 йыл 15 июнь архивланған.
  44. Банк: экономика Эстонии вышла из кризиса 2013 йыл 17 май архивланған.
  45. 102,000 persons are unemployed. Statistics Estonia (13 ноябрь 2009). Дата обращения: 13 ноябрь 2009. Архивировано из оригинала 13 ноябрь 2010 года. 2010 йыл 13 ноябрь архивланған.
  46. Безработица — 19,8 %. Дата обращения: 22 май 2010. Архивировано из оригинала 11 ноябрь 2018 года. 2018 йыл 11 ноябрь архивланған.
  47. Эстония заняла второе место в ЕС по снижению уровня безработицы
  48. Объемы производства за год снизились на треть
  49. По спаду производства — Эстония первая. Дата обращения: 19 апрель 2009. Архивировано из оригинала 27 ғинуар 2018 года. 2018 йыл 27 ғинуар архивланған.
  50. 168/2010 — 12 November 2010. Дата обращения: 3 июнь 2011. Архивировано из оригинала 21 сентябрь 2012 года. 2012 йыл 21 сентябрь архивланған.
  51. Евросоюз назвал лидеров региона по объёму госдолга и дефицита бюджета. Архивировано из оригинала 11 ғинуар 2012 года. 2012 йыл 11 ғинуар архивланған.
  52. Эстония подписала договор с ОЭСР — Эстония, ОЭСР — Росбалт-Бизнес(недоступная ссылка)
  53. План перехода Эстонии на евро 2008 йыл 6 сентябрь архивланған.
  54. ЕК предложила Эстонии присоединиться к еврозоне (недоступная ссылка — история).(недоступная ссылка) // Novosti ERR, 12.05.2010
  55. {title}.
  56. Average monthly gross wages (salaries) — Statistics Estonia 2018 йыл 13 ноябрь архивланған.
  57. {title}.
  58. Квартальный сборник статистики Эстонии 2019 йыл 13 июль архивланған.
  59. Пенсия, виды пенсий и льготы | Sotsiaalkindlustusamet 2019 йыл 1 апрель архивланған.
  60. С 1 апреля пенсия увеличится в среднем на 24 евро | Экономика | ERR
  61. Пенсии с апреля вырастут в среднем на 1,6% | Эстония | ERR
  62. 62,0 62,1 В Эстонии с сегодняшнего дня выросли пенсии - Экономика - Rus.Postimees.ee
  63. Пенсии с 1 апреля выросли в среднем на 1,6% | Экономика | ERR
  64. [pensioni summa]
  65. {title}.
  66. {title}.
  67. {title}.
  68. {title}.
  69. {title}.
  70. {title}.
  71. Riigikogu parandas lõpuks seaduseaugu, mis aastas pool tuhat peret õigustatud rahast ilma jättis - DELFI
  72. 72,0 72,1 72,2 Таллинн перешёл на систему электронных проездных. Информационный портал города Таллина (2 ғинуар 2013). Дата обращения: 8 ғинуар 2013. Архивировано 10 ғинуар 2013 года. 2013 йыл 9 ғинуар архивланған.
  73. 73,0 73,1 Три четверти таллинцев — за бесплатный проезд. Информационный портал города Таллина (26 март 2012). Дата обращения: 27 март 2012. Архивировано 27 май 2012 года. 2012 йыл 7 апрель архивланған.
  74. 74,0 74,1 {title}.
  75. 75,0 75,1 {title}.
  76. 76,0 76,1 {title}.
  77. 77,0 77,1 {title}.
  78. Разъяснение Верховного суда Эстонии № 3-4-1-1-05 RT III 2005, 13, 128 (на эстонском)(недоступная ссылка)
  79. Военные расходы Эстонии в Ираке и Афганистане достигли почти полумиллиарда крон — Новости России — ИА REGNUM
  80. Газета «Молодёжь Эстонии»
  81. Эстония и Совет Европы. Архивировано из оригинала 29 июнь 2004 года.
  82. Право на безвизовый въезд в Эстонию с 1 мая получат граждане ещё 31 страны — Delfi(недоступная ссылка)
  83. Henley Passport Index 2008 to 2020 (ингл.). Henley Passport Index. Дата обращения: 16 апрель 2020.
  84. Национальная культура 2020 йыл 17 июнь архивланған.
  85. Население 2021 йыл 7 май архивланған.
  86. Население: этнический и сословный состав 2013 йыл 14 июнь архивланған.
  87. Распространение христианского учения и духовные ордены 2021 йыл 7 май архивланған.
  88. Религиозная жизнь в конце Средневековья. Реформация 2013 йыл 14 июнь архивланған.
  89. Косвенное влияние Французской революции 2021 йыл 7 май архивланған.
  90. Vita academica, vita feminea. Сборник статей. Изд. Тартуского университета, 1999. Дата обращения: 2 октябрь 2009. Архивировано из оригинала 30 июль 2012 года. 2012 йыл 30 июль архивланған.
  91. Национальное пробуждение 2022 йыл 11 сентябрь архивланған.
  92. Читайте, как купить проездную карточку и что делать, если она потеряется. Delfi.ee (19 декабрь 2012). Дата обращения: 8 ғинуар 2013. Архивировано 10 ғинуар 2013 года. 2013 йыл 18 ғинуар архивланған.
  93. {title}.
  94. {title}.
  95. {title}.
  96. {title}.
  97. 97,0 97,1 Э-Эстония. Дата обращения: 17 март 2011. Архивировано из оригинала 19 ғинуар 2011 года.
  98. Европа сильно хвалит наше э-государство. Дата обращения: 17 март 2011. Архивировано из оригинала 2 май 2013 года. 2013 йыл 2 май архивланған.
  99. EE: E-tax is yet another e-government success for Estonia. Дата обращения: 18 март 2011. Архивировано из оригинала 18 август 2011 года.
  100. Декларации подали более 70 % налогоплательщиков
  101. Эстония погружается в интернет-пространство. Первый канал (19 июнь 2011). Дата обращения: 9 июль 2013. Архивировано из оригинала 13 апрель 2014 года.
  102. Source; InternetWorldStats 2010 йыл 24 ғинуар архивланған. for countries of Europe 2010 йыл 24 ғинуар архивланған., Asia 2012 йыл 30 ғинуар архивланған. updated for June 30, 2019
  103. Freedom House: cвобода интернета в Эстонии по-прежнему занимает лидирующие позиции в мире — Авто/Техника — Rus.Postimees.ee
  104. Постоянный доступ в Интернет — Elion 2016 йыл 28 март архивланған.
  105. Интернет в Эстонии 2019 йыл 18 февраль архивланған.
  106. Самый свободный Интернет — в Эстонии 2021 йыл 10 май архивланған.
  107. В Эстонии начала работать сеть WiMAX. sotovik.ru (7 март 2006). Дата обращения: 8 июль 2013. Архивировано из оригинала 24 сентябрь 2015 года.
  108. Скоростной домашний Интернет во всей Эстонии (WiMAX). Дата обращения: 4 ғинуар 2020. Архивировано из оригинала 13 апрель 2014 года. 2014 йыл 13 апрель архивланған.
  109. Estonia pulls off nationwide Net voting, News.com, October 17, 2005
  110. The Electronic State: Estonia’s New Media Revolution 2012 йыл 2 февраль архивланған.
  111. Estonia to hold first national Internet election, News.com, February 21, 2007
  112. Estonia Scores World Web First In National Polls 2020 йыл 28 май архивланған., InformationWeek February 28, 2007
  113. {title}.
  114. President Ilves annab täna üle esimese e-residendi kaardi 2015 йыл 6 февраль архивланған. Estonian Development Foundation, 1 Dec 2014 (in Estonian) (Accessed on February 6, 2015)
  115. Eesti avab 2014. aasta lõpus oma e-teenused ülejäänud maailmale 2015 йыл 19 ғинуар архивланған. Majandus- ja kommunikatsiooniministeerium (in Estonian) (Accessed on February 6, 2015)
  116. Milliste hüvede osaliseks saab Eesti esimene e-resident Edward Lucas? Eesti Päevaleht, 29 Nov 2014 (in Estonian) (Accessed on February 6, 2015)
  117. E-residency — up against great expectations E-Estonia.com, 13.01.2015 (Accessed on February 6, 2015)
  118. A Brexit bolthole? For €100 you can become an e-resident of an EU country you've never visited | Estonia | The Guardian
  119. e-Residency Week 2019 | e-Residency 2021 йыл 28 февраль архивланған.
  120. 120,0 120,1 Number of UK Estonian e-residents triples following Brexit | News | ERR