Эстәлеккә күсергә

Йәнбулатов Усман Хәсән улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Йәнбулатов Усман Хәсән улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 1876
Хәрби звание штабс-ротмистр[d]
Һуғыш/алыш Беренсе донъя һуғышы һәм Рәсәйҙә Граждандар һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
орден Святого Георгия IV степени орден Святого Георгия II степени орден Святого Георгия III степени орден Святого Георгия I степени орден Святой Анны 2-й степени орден Святой Анны 3-й степени орден Святой Анны 4-й степени орден Святого Станислава 2-й степени 3-сө дәрәжә Изге Станислав ордены орден Святого Владимира 4-й степени с мечами и бантом золотое оружие с надписью «За храбрость»

Усман Хәсән улы Йәнбулатов (1876 — ?) — рус офицеры. Беренсе донъя һуғышы геройы.

Йәнбулатов Хәсән Усман улы 1876 йылда Ырымбур губернаһы Ырымбур өйәҙендә Сәйет улусының башҡорт ғаиләһендә тыуған.

1897 йылдан 11-се драгун Рига полкында хәрби хеҙмәттә.

1914 йылдан Беренсе донъя һуғышы ҡатнашыусыһы, 11-се драгун Рига полкында подпрапорщик. Батырлығы өсөн IV дәрәжә (№ 102974), III дәрәжә (№ 7202), II дәрәжә (№ 1450) һәм I дәрәжә (№ 131) Георгий тәреһе менән бүләкләнгән[1][2][3]:

« Дошманға ҡаршы күрһәткән батырлыҡтары өсөн »

1915 йылдың 16 апрелендә «Хәрби батырлығы өсөн» Көньяҡ-Көнбайыш фронты армиялары командующийы инфантериянан генерал Н. И. Ивановтың 477 -се бойороғо менән прапорщик званиеһы бирелә.

1915 йылдың көҙөндә үҙ теләге менән 11-се кавалерия дивизияһының партизан отрядына инә. 1915 йылдың 16 ноябрендә корнет дәрәжәһе бирелә. 1915 йылда батырлығы өсөн ҡылыс һәм бант менән 4 дәрәжә Изге Владимир орденына лайыҡ була:

« 1915 йылдың 14 ноябренән 15 ноябренә ҡарай төндә Невель ауылы янында барған партизандар һөжүме ваҡытында бай йортона беренсе булып бәреп инә һәм драгундар Павел Кузнецов һәм Хрипунов менән бергә 82-се пехота дивизияһы генералы Фабариусты шәхсән әсирлеккә ала. »

1916 йылдың 23 февралендә күрһәткән батырлыҡтары өсөн «Батырлыҡ өсөн» тигән яҙыу менән 4 дәрәжә Изге Анна ордены менән бүләкләнә.

1917 йылдың 16 авгусында штаб-ротмистр званиеһы бирелә. 1917 йылда кавалерия дивизияһыныңт 11-се уҡсылар полкына ебәрелә.

1917 йылдың 21 октябрендә Петроград Думаһы ҡарары белән батырлығы өсөн IV дәрәжә Изге Георгий ордены менән бүләкләнә.

1917 йылдың 21 ноябрендә 7-се армия приказы менән батырлығы өсөн 1888-се Георгий ҡоралы менән бүләкләнә:

« 1917 йылдың 6 июлендә Конюхи һәм Бышка ауылдары янында барған һуғыш өсөн һөжүм итеү эскадроны менән командалыҡ итеп, беҙҙең окоптарҙан дошманды ҡыуып сығара һәм уларҙың елкәләрендә дошман ококптарына бәреп инә унда дошмандың бер өлөшөн юҡ итеп, әсирлеккә бер офицерҙарын һәм 45 һалдатын ала. »

Граждандар һуғышында ҡатнаша. 1919 йылда — Башҡорт корпусының 1-се кавалерия полкы командиры Муса Мортазин бригадаһында, августа бригада Ҡызыл Армия яғына күсә.

  1. Патрикеев С. Б. «Сводные списки кавалеров Георгиевского креста 1914—1922 гг. I степень № 1-42 480. II степень № 1-85030» / [Изд. Духовная Нива], М., 2015 г. — 1012 с. — ISBN 978-5-87785-072-9
  2. Курепин Ю. Г. Забытые герои — 4. — Екатеринбург, 2013. — 377 с. — илл. — Серия: Георгиевский дневник. — (Кавалеры Георгиевских наград: ЗОВО, Георгиевских крестов и медалей, Георгиевского креста с лавровой ветвью.)
  3. Семёнов В. Г. «Офицерский корпус Оренбургского казачьего войска 1891—1945» / Дополнение к биографическому справочнику. Оренбург. 2009 г. — 72 с. — ISВN 978-5-7689-0221-6
  • Шабанов В. М. «Военный орден Святого Великомученика и Победоносца Георгия. Именные списки 1769—1920». (Биобиблиографический справочник). — М.: Русскій міръ, 2004. — 922 с. — 3000 экз. — ISBN 5-89577-059-2.
  • Курепин Ю. Г. Забытые герои — 4. — Екатеринбург, 2013. — 377 с. — илл. — Серия: Георгиевский дневник. — (Кавалеры Георгиевских наград: ЗОВО, Георгиевских крестов и медалей, Георгиевского креста с лавровой ветвью.)
  • Патрикеев С. Б. «Сводные списки кавалеров Георгиевского креста 1914—1922 гг. I степень № 1-42 480. II степень № 1-85030» / [Изд. Духовная Нива], М., 2015 г. — 1012 с. — ISBN 978-5-87785-072-9
  • Патрикеев С. Б. «Сводные списки кавалеров Георгиевского креста 1914—1922 гг. III степень. № 1-120000» / [Изд. Духовная Нива], М., 2015 г. — 1232 с. — ISBN 978-5-87785-073-6