Франц Легар
Франц Легар Franz Lehár | |
Төп мәғлүмәт | |
---|---|
Тыуған | |
Тыуған урыны |
Комарно, Австро-Венгрия |
Үлгән |
24 октябрь 1948 (78 йәш) |
Үлгән урыны |
Бад-Ишль, Австрия |
Ил | |
Һөнәрҙәре |
композитор, дирижёр |
Жанрҙар |
оперетта |
Автограф | |
Аудио, фото, видео Викимилектә | |
Франц (Ференц) Легар (нем. Franz Lehár, мадьярса Lehár Ferenc; 30 апрель 1870 йыл, Комарно, Австро-Венгрия — 24 октябрь 1948 йыл, Бад-Ишль, Австрия) — Венгрия һәм Австрия композиторы һәм дирижеры. Иоганн Штраус һәм Имре Кальман менән бер рәттән Вена опереттаһының күренекле композиторы булған.
«Унан алдан килеүсе лә, унан һуң алмашҡа килеүселәрҙә юҡ»[1]. Либреттолар яҙыусы Пауль Кеплер былай тип яҙған: «Донъяла өс төр музыкаль драма бар: опера, оперетта һәм Легар»[2].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бала сағы һәм ижадының башланыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Буласаҡ композитор Австро-Венгрияның ҡалаһы Комаромда (Коморн, хәҙер был Комарно, Словакия) хәрби капельмейстер Франц Легар һәм уның ҡатыны Христина Нейбрандт ғаиләһендә тыуған. Уның ата-бабалары араһында немецтар, венгрҙар, словактар һәм итальяндар булған[3][4].
Биш йәшендә үк Легар ноталарҙы белгән, скрипкала уйнаған һәм фортепианола иҫ киткес матур импровизациялар яһаған. Башланғыс белемде ул Будапешт гимназияһында алған, унан һуң ике йыл Моравияла немец телен өйрәнгән. 12 йәшендә Легар Прага консерваторияһына скрипка класына уҡырға ингән, 18 йәшендә (1888 йылда) консерваторияны тамамлаған. Антонин Дворжак, Легарҙың бай ижади һәләте барлығын белеп, уға скрипкаһын ташлап, композиция менән шөғөлләнергә кәңәш биргән. Улы скрипкасы булып тамаҡ туйҙырыр тип хыялланған атаһынан йәшереп кенә, Легар Фибихтан композиция буйынса дәрестәр алған[5].
Бер нисә ай Легар скрипкасы-концертмейстер булып Бармен-Эльберфельд театрында эшләгән, шунан һуң атаһының Венала торған хәрби оркестрында скрипкасы һәм дирижер ярҙамсыһы булып эшләй. Ул ваҡытта Вена оркестрында йәш Лео Фаль скрипкасы булып эшләгән[6]. Австрия армияһында Легар 14 йыл хеҙмәттә торған (1888—1902)[7].
1890 йылда Легар, оркестрҙан китеп, Лошонцала хәрби капельмейстер булып эшләй башлай. Был осорҙа ул тәүге композицияларын — марштар, йырҙар, вальстар яҙа (уның ике маршы һәм «Чары любви» вальсы яҙылған). Бер үк ваҡытта Легар үҙ көсөн театр өсөн музыка яҙыуҙа ла һынап ҡарай. Тәүге ике операһы («Кирасир» һәм «Родриго») тамамланмай ҡалған[8].
1894 йылда Легар Пулдағы (хәҙерге Хорватия) хәрби-диңгеҙ флотында капельмейстер булып күсерелә. Бында 1895 йылда театр өсөн рус тормошон һүрәтләгән беренсе операһы «Кукушканы яҙған» (Kukuschka). Операның геройҙары — сәйәси һөргөнсө Алексей һәм уның һөйгәне Татьяна — яҙғы кәкүк саҡырыуын ишеткәс тә, Себер һөргөнөнән көнбайышҡа ҡасалар, ләкин юлда һәләк булалар[9]. Лейпциг театрҙарының береһендә был операны Макс Штегеман ҡуйған, премьераһы 1896 йылдың 27 ноябрендә булған. Тамашасылар өсөн опера сенсация булып тормаһа ла, гәзиттәр композиторҙың һәләтен «көслө, үҙенсәлекле талант», «ул компилятор, әммә талантлы ойошторыусы» тип билдәләп үткәндәр[10]. «Кукушка» һуңыраҡ Будапештта, Венала һәм Кенигсбергта ҡуйылған. Һуңынан Легар операның яңы редакцияһын «Татьяна» исемендә театрҙарға тәҡдим итә (1905), тик оло еңеүгә был юлы ла ирешә алмай[11].
1898 йылда, Будапештта атаһы үлгәндән һуң, Легар уның урынында 3-сө Босния-Герцеговина пехота полкында (Австро-Венгрия армияһы) капельмейстер булып эшләй башлай. 1899 йылдың 1 ноябрендә полк Венаға күсерелә. Шул йылдарҙа Легар вальс һәм марштар яҙа. Уларҙың ҡайһы берҙәре, мәҫәлән, Gold und Silber (Алтын һәм көмөш, 1899), Паулино Меттерних карнавалы өсөн яҙылғаны, бик популяр булып киткән һәм хәҙер ҙә уйнала .Бер аҙҙан Легар Венала иң танылған композитор һәм музыкант булып китә[12].
1901 йылда Легар ике оперетта яҙып ҡарай, тик икеһен дә тамамлай алмай. Йыл уҙғас, (1902), ул армиянан отставкаға сыҡҡан һәм Венаның таныҡлы «Ан дер Вин» театрында дирижер булып эшләй башлаған. Штраус, Миллекер һәм Целдерҙәр быуыны театрҙан киткәс, Вена опереттаһы кризискә бата, шунлыҡтан музыкаль театрҙар яңы талантлы авторҙарҙы эҙләйҙәр[13]. Легар бер юлы ике театрҙан — «Карлтеатрҙан» «Лудильщик» (йәки «Решетник», Der Rastelbinder) опереттаһын һәм үҙенең «Ан дер Вин» театрынан «Венские женщины» опереттаһын яҙырға заказ алған. «Венские женщины» опереттаһы уның беренсе опереттаһы булған һәм «Ан дер Вин» театрында ҡуйылған (21 ноябрь, 1902 йыл), тамашасылар тарафынан ул бик яҡшы ҡабул ителгән, оперетта һуңыраҡ Берлинда һәм Лейпцигтә ҙур уңыш менән барған{[14]. Бер ай уҙғас, үҙ уңышын Легар триумф менән үткән «Лудильщик» опереттаһын Карлтеартрҙа ҡуйған (20 декабрь, 1902 йыл). Вена тәнҡитселәре опереттаны бик һалҡын ҡараш менән ҡабул иткәндәр, ләкин ул тамашасыларҙың һөйөүен яулап алып, театрҙа 225 тапҡыр бер-бер артлы ҡуйылған. Тамашасылар ысын күңелдән опереттаның лириклығын һәм фольклор мотивтарының матур биҙәктәр менән биҙәлгәнлеген бик ныҡ оҡшатҡандар[15].
1903 йылда Легар, Бад-Ишлдә ял иткән саҡта, был ваҡытта кейәүҙә булған һәм кейәүенең Мет (Meth) фамилияһын йөрөткән Софи Пашкис (Sophie Paschkis) менән танышҡан. Бер аҙҙан улар граждандар никахына ингәндәр һәм үлгәнсе бергә йәшәгәндәр[16].
Легарҙың тәүге оперетталарынан һуң яҙылған «Божественный супруг» (1903) һәм «Шуточная свадьба» (1904) оперетталары ҙур ҡаҙанышҡа ирешә алмаған[17].
«Веселая вдованан» алып «Граф Люксембургҡа» тиклем (1905—1909)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1905 йылдың 30 декабрендә «Ан дер Вин» театрында ҡуйылған «Весёлая вдова» опереттаһы Легарға бөтә донъя ҡаҙанышы килтергән. Виктор Леон һәм Лео Штейн, Анри Мельяктың «Атташе из посольства» комедияһын үҙгәртеп, был опереттаның либреттоһын яҙғандар. Башта «Весёлая вдованы» 55 йәшлек Рихард Хойбергерға яҙырға ҡушҡандар, ләкин матур килеп сыҡмағас, контрактты Легарға биргәндәр. Тик уның варианты ла бик үк уңышлы килеп сыҡмаған. Аҙаҡтан Легар быны иҫләп, былай тип яҙған[18]:
Легарҙың опереттаны матурлап яҙыуын төп ролдәрҙе башҡарыусы Мицци Гюнтер һәм Луи Тройман үтенеп һорағандар, ә бөтә актерҙар ҙа репетицияларҙы төндә, башҡарған спектаклдәренән һуң, үткәргәндәр[19].
Легарҙың эше матур килеп сығырына директорҙары ышанмағандар һәм, 5000 крона биреп, композиторҙың контракттан баш тартыуын һорағандар. Бары тик Гюнтер генә, Легарға ҙур ышаныс белдереп, уны эшен дауам итергә күндергән[20].
Опереттаның премьераһы Венаның «Ан дер Вин» театрында 1905 йылдың 30 декабрендә Легарҙың үҙе дирижерлығы аҫтында үткән. Уңыш бик ҙур булған.Тамашасылар, бик күп номерҙарҙы «бис» ҡысҡырып, һорағандар, ә тамашанан һуң актерҙарҙы һәм композиторҙы ҙур алҡыштарға күмгәндәр. Спектакль ҙур агншлагтар менән 1906 йыл бөткәнсе барған, опереттаны бөтә донъя буйынса: Гамбург, Берлин, Париж, Лондон ҡалаларында, Рәсәйҙә, АҠШ-та, хатта Цейлон менән Японияла ла — күрһәткәндәр[21][22]. Күп музыка белгестәре һәм тәнҡитселәр Легарҙың 1900 йылдар башындағы музыка әҫәрҙәрен Пуччини әҫәрҙәре менән сағыштырғандар һәм композиторҙы ,Вена музыка мәктәбе стилен « славян меланхолияһы и француз пикантлығы» менән бергә ҡушып, ижад иткән өсөн маҡтағандар[21]. Легар һуңғараҡ былай тип яҙған:
«Весёлая вдова» опереттаһын яҙған саҡта мин быға тиклем яҙырға теләгән үҙемдең стилемде ниһайәт таптым… Шуҡлыҡ менән яҙылған оперетта, минең уйымса, публикаға ныҡ оҡшар тип уйламағайным… Мин бер ваҡытта ла музыкаль комедияларҙың авторы булырмын тип башыма ла килтермәнем. Маҡсатым — оперетталарҙы матурлау, уларға олпатлыҡ дәрәжәһе биреү ине. Минең уйымса, тамашасы юләрлектән көлөп ултырырға тейеш түгел, ә кешеләрҙең юнһеҙлегенә ҡайғырырға тейеш ине…[23]
Был уйын Легарға тормошҡа бик тиҙ генә ашырырға яҙмаған, сөнки 1906 йылдың йәйендә уның әсәһе Христина Нойбрандт вафат булған. Ул бер актлы ябай ғына ике водевиль яҙған, ә 1908 йылда — бик ҙур уңышлы булмаған «Троеженец» һәм «Княжеское дитя» оперетталарын яҙған[24]. Был осорҙа Вена опереттаһында яңынан терелә башлаған, унда Лео Фалль, Оскар Штраус һәм Имре Кальмандар үҙ әҫәрҙәрен ҡуя башлағандар.
12 ноябрь, 1909 йыл. Легар тағы ла бер гүҙәл әҫәрен — «Граф Люксембургты» публикаға күрһәткән. Опереттаның либретто сюжеты Иоганн Штраустың иҫке опереттаһынан алынған, тик Легарҙың берсә күңелдәргә үтеп кереүсе, берсә ысын-ысындан драматика менән һуғарылыусы, берсә шат күнелле әҫәре уның «Веселая вдова» опереттаһының уңышын Венала ғына түгел, ә сит илдәрҙә лә ҡабатлаған[25].
Легар Венаның яңы опереттаһына нигеҙ һалған. Уның был эшенең формаһын Кальман кристаллаштырып матурлаған. Опереттаның нигеҙендә һәр ваҡыт етди конфликттар ятҡан, тик һәр бер пьесаның аҙағы бәхетле тамамланған. Пьесала лирик һәм драматик эпизодтар бер-береһен алмаштырып күрһәтелгән, геройҙапҙың характерҙары ла мауыҡтырғыс һәм төрлө-төрлө булһалар ҙа, уларҙың һәр ҡайһыһының үҙ амплуаһы булған. Легар, үҙенең опереттаһына иҫтә оҙаҡҡа ҡалырлыҡ мелодиялар менән матур бейеүҙәр индереп, әҫәрҙәрен йәнләндергән, мәңгеләштергән. Оперетталарындағы «каскадная пара» — субретка һәм простак образдары — Легар әҫәрҙәре жанрының визит танытмаһы булып торған. Әммә Легар ҡаҙаныштарында туҡтап ҡалмаған — алдағы йылдарҙы ул яңы эҙләнеүҙәргә бағышлаған[26].
«Легариадалар» (1910-1934)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Легарҙың оперетта менән драматик сюжетты бергә күрһәтеүен раҫлаусы әҫәре булып, уның «Сиған мөхәббәте» (1910) опереттаһы булған. Был опереттаны ул «Граф Люксембург» менән бер ваҡытта яҙған булған. Ошо опереттанан һуң тәнҡитселәр композиторҙың әҫәрҙәрен шаяртып «легариада» тип атағандар, ә Легар уларға романтик оперетталар исемен биргән. Уның оперетталарының музыкаһы опера музыкаһына ныҡ оҡшаған, ҡайһы ваҡыт ғәҙәттәге бәхетле финал спектаклдәрендә булмаған. Был оперетталарҙың ҡайһы береһендә геройҙар һәм яуыз йәндәр булмаған, ә һәр бер герой үҙенсә дөрөҫ тормош менән йәшәгән һәм эш иткән.
«Сиған мәхәббәте" опереттаһынан һуң Легар бик матур музыкаһы менән халыҡ-ара популярлыҡ яулаған «Ева» (1911) опереттаһын яҙған[27]. Киләһе 1912 йылда Легар, Петербургта «Ева» опереттаһын (28—31 ғинуарҙа, «Пассажда») ҡуйыр өсөн, Рәсәйгә дирижер булараҡ килгән[28]. Легарҙың икенсе «Наконец одни» (1914) опереттаһы ла (һуңыраҡ ул «Как чуден мир» тип аталған) опереттаһын да тамашасылар бик йылы ҡабул иткәндәр (1930). Был опперетта үҙенең вальсы менән билдәле, ә уның музыкаһын Вагнерҙың симфонизмына тиңләгәндәр һәм «Альп симфонияһы» тип атағандар[29][30].
1914 йылдың йәйендә Венаға үҙенең «Девушка с Запада» тигән операһының преиьераһын ҡуйырға тип, данлыҡлы Пуччини килгән һәм уны Легар менән таныштырыуҙарын һораған. Уларҙың танышлығы һуғыш башланыу арҡаһында туҡталып ҡалған[31].
Легар, дөйөм милитаристик рухты күтәреү өсөн бер нисә патриотик марш һәм йырҙар ижад иткән яралы һалдаттар алдында концерттар ҡуйған. Һуғыш барыуға ҡарамаҫтан театрҙар үҙ эшен 1915 йылда дауам иткәндәр һәм уларҙа уның оперетталары күрһәтелгән. Ошо саҡта Кальмандың «Княгиня чардаша» («Сильва») опереттаһы бик ҙур уңыш ҡаҙанған. Легарҙың ҙур уңышҡа ирешә алмаған бары тик «Звездочет» опереттаһы ғына ижад ителгән. һуңынан уны ике мәртәбә ( «Танец стрекоз» 1922 йылда, «Жиголетта» 1926 йылда) яңынан эшкәрткән, тик барыбер һөҙөмтәһе шәптән булмаған[32]. Бары тик 1918 йылда Легар «Там, где жаворонок поёт» тигән яңы, уңышлы опереттаһын ижад иткән. Уның премьераһы Венала түгел, ә Будапешта 1918 йылдың 1 февралендә үткән[33].
1920 йылда Пуччини Легарҙың был матур музыкаһы тураһында композиторға Италиянан былай тип яҙған[29]:
Маэстро йәнем! Мин Һеҙҙе күреп белеүем менән һәм һеҙҙең бөтә донъяны хайран ҡалдырған мелодияларығыҙҙы тыңлағандан һәм Һеҙҙең кешелеклегеҙҙе белеүҙән үҙемде бигерәк бәхетле итеп һанайым... Мин Һеҙҙең ҡулығыҙҙы дуҫтарса ҡыҫам. Һеҙҙең — Пуччини[34].
Австро-Венгрия һуғыштан һуң тарҡалғас, Легар Венала тороп ҡалған.
Легарҙың бер нисә опереттаһы — «Голубая мазурка», «Королева танго» (яңыртылған варианты — «Божественный супруг») — тамашасы күңеленә бик оҡшамаған. Шуларҙың тағы береһе — «Фраскита» (1922) шулай уҡ һалҡын ҡаршы алынған, хәйер, ундағы данлыҡлы Арман романсы күп тенорҙарҙың репертуарында үҙ урынын тапҡан. «Желтая кофта» (1923) (буласаҡ «Страна улыбок») экзотикалы опереттаһын тамашасылар нығыраҡ оҡшатҡан, был опереттаны ижад итеү өсөн Легар махсус рәүештә ҡытай мелодикаһын өйрәнгән һәм әҫәрендә сағылдырған[35].
1921 йылдан алып Легар Венаның иң атаҡлы теноры, «Австрия Карузоһы», Рихард Таубер менән хеҙмәттәшлек иткән, бары уның өсөн генә (Tauberlied тип аталған) лирик ариялар яҙған. Шулар араһында — данлыҡлы мелодия «Dein ist mein ganzes Herz» (рус телендә «Звуки твоих речей») «Страна улыбок» опереттаһы Таубер өсөн яҙылған. Был мелодияны хәҙерге көндә лә донъяның иң яҡшы тенорҙары ихлас күңелдән башҡара. Легаром менән бергә эшләр өсөн, Таубер, опера карьераһын ташлап, үҙен оперетталарҙа йырлауға бағышлаған [36].
1923 йылда Софи ниһайәт тәүге никахынан рәсми рәүештә сыҡҡан, һәм Легар уның менән никахҡа ингән. Ошо йылда ул махсус рәүештә Таубер өсөн «Паганини» опереттаһын яҙып бөткән. Премьера Венала 1925 йылда үҙған, ләкин төп Паганини ролен Таубер урынына был ролгә бер нисек тә ярамаған Карл Клевинг башҡарғанға күрә, оперетта ҙур уңышҡа өлгәшә алмаған. Берлинда 1926 йылда Таубер төп ролде башҡарғанлыҡтан оперетта триумфлы (йөҙ аншлаг менән) үткән[37].
1927 йылда Легар яңынан рус тематикаһына бәхетһеҙ мөхәббәт тураһында «Царевич» опереттаһын ижад иткән. Премьера Берлинда триумфлы уңышҡа өлгәшкән[38]. 1928 йылда уның йәш Гете тураһындағы «Фредерика» опереттаһы ла тамашасыларға оҡшаған. Күп илдәрҙең публикаһы бөтә номерҙарын да бис менән оҙатҡан[39]. 1929 йылдатағы ла «Жёлтая кофта» менән тулыландырылған «Страна улыбок» опереттаһы шулай уҡ дан ҡаҙанған[40]. Легар оперетталары буйынса тәүҙә телһеҙҺуңынан музыка менән башҡарылған кинофильмдар сығарыла башлаған.
30 апрель, 1930 йыл. Бөтә Европа Легарҙың 60 йыллығын билдәләгән. Был композитор ижадындағы иң юғары нөктә булып торған. Бөтә Австрияла, театрҙарҙа һәм радиола, иртәнге сәғәт 8-ҙән киске сәғәт 9-ға тиклем, уның, ҡаҙаныштарын таныу йөҙөнән, бары тик Легарҙың ғына музыкаһы уйналған[41].
Легарҙың һуңғы опереттаһы бик уңышлы сыҡҡан «Джудиттта» (1934) булған, ул опера театрында опера стиленә оҡшаш ителеп ҡуйылған. Һуңғараҡ Легар, композиторлыҡты ташлап, нәшриәт итеү менән булышҡан һәм «Glocken-Verlag» музыкаль нәшриәтен асҡан.
Һуңғы йылдарҙа (1934-1948)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Австрияның һуғыштан һуңғы аншлюсынан аҙаҡ (1938) 68 йәшлек Легар, оперетталары нацистарҙың стандарттарына тура килмәһә лә, Венала ҡалған, сөнки уларҙа йәһүдтәр («Удильщик»), сиғандар («Цыганская мөхәббәт», «Фраскита»), рустар («Кукушка», «Царевич»), ҡытайҙар («Желтая кофта», «Страна улыбок»), француздар («Веселая вдова», «Весна в Париже», «Кло-Кло»), поляктар («Голубая мазурка») тураһында яҙылған булған. Ул ҙур ҡыйынлыҡтар менән үҙ ҡатыны йәһүд Софиҙы репрессияларҙан һаҡлап алып ҡалған. Легарҙың ҙур популярлы музыкаһы арҡаһында ғына Софиға (Ehrenarierin статусын— «маҡтаулы арийка»[43]) статусын биргәндәр, тик уның дуҫтары либреттолар яҙыусы Фриц Гринбаум һәм Фриц Ленер концлагерҙа һәләк булғандар, ә күп кенә яҡындары, дуҫтары, шул иҫәптән Таубер һәм Кальман эмиграцияға сығып китергә мәжбүр булғандар[44]. Легар үҙе, уның музыкаһын нацистарҙын лидерҙары ныҡ яратҡанлыҡтан, зыян күрмәгән, ә Герингтың ҡустыһы Альберт уға шәхсән рәүештә ярҙам иткән[45]; шунлыҡтан Легар хатта үҙенең 70 йыллығына (1940) бер нисә яңы наградалар алған. Легарҙың оперетталары нацистарҙың оккупацияһы ваҡытында бик ныҡ үҙгәртелгән рәүештә театрҙарҙа ҡуйылған; мәҫәлән, «Цыганская любовь» опереттаһындағы сиған пресонаждары күрһәтелмәгән, ә 1943 йылда Будапешта был оперетта «Студент-бродяга» (Garabonciás diák) исеме аҫтында ҡуйылған..
75 йәшлеген (30 апрель, 1945 йыл) Легар унан автограф һорап алыусы Америка һалдаттары араһында ҡаршы алған.
Һуғыш тамамланғас, Легар Таубер янына Швейцарияға күсеп китә, унда 2 йыл йәшәй. Тик ете йыл нацистар власы аҫтында үткәргән көндәр арҡаһында Софи ныҡ ауырып китә һәм 1947 йылда вафат була. Легар үҙенең Бад-Ишлдәге йортона кире ҡайта, оҙаҡламай ул, яратҡан ҡатыны Софиҙан бер йыл ғына артыҡ йәшәгәндән һуң, вафат була. Уның ҡәбере шунда уҡ урынлашҡан. Легар ерләнгән көндө бөтә Австрияла ҡайғылы ҡара флагтар эленгән булған. Уны ерләгәндә Легарҙың «Царевич» опереттаһынан «Волжская песня» (Wolgalied) йырын уйнағандар[2].
Үҙенең Бад-Ишлеләге йортон Легар ҡалаға васыят итеп ҡалдырған; хәҙер унда Франц Легарҙың музейы.
Иҫтәлеген мәңгеләштереү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Легар хөрмәтенә аталған:
- Бад-Ишлдәге, Комарнолағы һәм Австрия, Германия һәм Голландияның башҡа ҡалаларындағы урамдар;
- Комарнола йыл һайын үткәрелә торған халыҡ-ара оперетта фестивале (ингл. Lehar Days}})[46];
- астероид 85317 Lehár (1995 йылда асылған).
Ул — Вена, Шопрон һәм Бад-Ишль ҡалаларының почётлы гражданы, Венаның ҡала паркында (Stadtpark) Легарға һәйкәл ҡуйылған. Венала уның музей-фатиры бар (Вена 19, Хакхофергассе 18).
Легарҙың оперетталары донъя классикаһына әйләнде һәм күп тапҡырҙар төрлө илдәрҙә экранлаштырылды. Уның оперетталары ариялары иң яҡшы донъя йырсыларының, шул иҫәптән: Николай Гедда, Элизабет Шварцкопф, Монтсеррат Кабалье, Лучано Паваротти, Пласидо Доминго һәм башҡа күп кенә йырсыларҙың репертуарында ҙур урын биләй.
Легар 1970 йылғы Венгрия почта маркаһында һүрәтләнгән.
-
Вена
-
Һәйкәл Легар бөгөн Венала (нәмә)
-
Комарно
-
Бад-Ишл
-
Лыусыны
Оперетталарының исемлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Барлығы Легар 20-нән артыҡ оперетта яҙған. Улар барыһы ла романтизм менән һуғарылған лирик музыкаға ҡарай.
- Кукушка (Kukuschka) 27 ноября 1896, Stadtheater, Лейпциг
- Венские женщины (Wiener Frauen), 21 ноября 1902, Театр Ан дер Вин, Вена
- Лудильщик (Der Rastelbinder, название переводилось также как «Плетельщик корзин» или «Решетник»), 20 декабря 1902, Carltheater, Вена
- Божественный супруг (Der Göttergatte), 20 января 1904, Carltheater. Вена
- Шуточная свадьба (Die Juxheirat), 21 декабря 1904, Театр Ан дер Вин
- Весёлая вдова (Die lustige Witwe), 30 декабря 1905, Театр Ан дер Вин
- Троеженец (Der Mann mit den drei Frauen), январь 1908, Театр Ан дер Вин
- Княжеское дитя (Das Fürstenkind), 7 октября 1909, Театр Иоганна Штрауса, Вена
- Граф Люксембург (Der Graf von Luxemburg), 12 ноября 1909, Театр Ан дер Вин, Вена
- Цыганская любовь (Zigeunerliebe), 8 января 1910, Carltheater, Вена
- Ева (Eva), 24 ноября 1911, Театр Ан дер Вин, Вена
- Наконец одни (Endlich allein), 30 января 1914, Театр Ан дер Вин, Вена
- Звездочёт (Der sterngucker), 1916
- Там, где жаворонок поёт (Wo die Lerche singt), 1 февраля 1918, Королевская опера, Будапешт
- Голубая мазурка (Die blaue Mazur), 28 мая 1920, Театр Ан дер Вин, Вена
- Фраскита (Frasquita), 12 мая 1922, Театр Ан дер Вин, Вена
- Танец стрекоз (Der Libellentanz), сентябрь 1922, Милан (переделка «Звездочёта»)
- Жёлтая кофта (Die gelbe Jacke), 9 февраля 1923, Театр Ан дер Вин, Вена
- Кло-Кло (Clo-clo), 8 марта 1924, Bürgertheater, Вена
- Паганини (Paganini), 30 октября 1925, Театр Иоганна Штрауса, Вена
- Царевич (Der Zarewitsch), 26 февраля 1926, Deutsches Künstlertheater, Берлин
- Жиголетта (Gigolette), 1926 (ещё одна переделка «Звездочёта»)
- Фридерика (Friederike), 4 октября 1928, театр «Метрополь», Берлин
- Страна улыбок (Das Land des Lächelns), 10 октября 1929, театр «Метрополь», Берлин (новая редакция «Жёлтой кофты»)
- Как чуден мир (Schön ist die Welt), 3 декабря 1930, театр «Метрополь», Берлин (новая редакция оперетты «Наконец одни»)
- Джудитта (Giuditta), 20 января 1934, Вена, Государственная опера
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Владимирская: Звёздные часы оперетты, 1975, с. 61—62
- ↑ 2,0 2,1 Владимирская: Звёздные часы оперетты, 1975, с. 79
- ↑ Brun, Bernard. Gold and Silver: The Life and Times of Franz Lehár. — David McKay Company, Inc. 1970.
- ↑ Владимирская: Франц Легар, 2009, с. 13
- ↑ Владимирская: Франц Легар, 2009, с. 14—18
- ↑ Владимирская: Франц Легар, 2009, Глава 1
- ↑ Владимирская: Франц Легар, 2009, с. 19—20
- ↑ Владимирская: Франц Легар, 2009, с. 20—22
- ↑ Владимирская: Франц Легар, 2009, с. 24—27
- ↑ Владимирская: Франц Легар, 2009, с. 31—32
- ↑ Владимирская: Франц Легар, 2009, с. 30—31
- ↑ Владимирская: Франц Легар, 2009, с. 33—35
- ↑ Владимирская: Франц Легар, 2009, с. 38
- ↑ Владимирская: Франц Легар, 2009, с. 45—48
- ↑ Владимирская: Франц Легар, 2009, с. 50
- ↑ Владимирская: Франц Легар, 2009, с. 58
- ↑ Владимирская: Франц Легар, 2009, с. 55—57
- ↑ Савранский В. С. Знаете ли вы оперетту? 150 вопросов и ответов. М.: Сов. композитор, 1985, 74 с.
- ↑ Владимирская: Франц Легар, 2009, с. 66—67
- ↑ Владимирская: Франц Легар, 2009, с. 67
- ↑ 21,0 21,1 Владимирская: Франц Легар, 2009, Глава 2
- ↑ Владимирская: Франц Легар, 2009, с. 77—81
- ↑ Владимирская: Франц Легар, 2009, с. 84
- ↑ Владимирская: Франц Легар, 2009, с. 85—89
- ↑ Владимирская: Франц Легар, 2009, с. 106
- ↑ Владимирская: Франц Легар, 2009, с. 114
- ↑ Владимирская: Франц Легар, 2009, с. 122
- ↑ Владимирская: Франц Легар, 2009, с. 126—128
- ↑ 29,0 29,1 Владимирская: Франц Легар, 2009, Глава 3
- ↑ Владимирская: Франц Легар, 2009, с. 132—134
- ↑ Владимирская: Франц Легар, 2009, с. 135
- ↑ Владимирская: Франц Легар, 2009, с. 136—139
- ↑ Владимирская: Франц Легар, 2009, с. 142
- ↑ Владимирская: Франц Легар, 2009, с. 146
- ↑ Владимирская: Франц Легар, 2009, с. 148—152
- ↑ Владимирская: Франц Легар, 2009, с. 154—155
- ↑ Владимирская: Франц Легар, 2009, с. 158—162, 167, 170
- ↑ Владимирская: Франц Легар, 2009, с. 173—178
- ↑ Владимирская: Франц Легар, 2009, с. 178—182
- ↑ Владимирская: Франц Легар, 2009, с. 183—186
- ↑ Владимирская: Франц Легар, 2009, с. 187
- ↑ Herzmansky, Familie . Дата обращения: 30 сентябрь 2015.
- ↑ Stefan Frey.
- ↑ Ярон Г. М. О любимом жанре. — С. 204.
- ↑ Elke Froehlich (Hrsg.
- ↑ Комарно 2016 йыл 21 март архивланған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Владимирская А. Р. Франц Легар. — 2-е изд., испр. — М.: Лань. Планета музыки, 2009. — 224 с. — ISBN 978-5-8114-0878-8.
- Владимирская А. Р. Звёздные часы оперетты. — Л.: Искусство, 1975. — 136 с.
- Колесников, А. Г. Оперетты Франца Легара и он сам. — М.: Театралис, 2013. — 424 с. — ISBN 978-5-902492-26-9.
- Трауберг Л. Жак Оффенбах и другие. Глава 11: Легар. — М.: Искусство, 1987. — 320 с.
- Ярон Г. М. О любимом жанре. — М.: Искусство, 1960. — 255 с.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Биография Франца Легара на belcanto.ru.
- Биография Франца Легара на peoples.ru.
- «Весёлая вдова» — история оперетты и её постановки на русской сцене.
- Занимательные факты о Франце Легаре.
- Макдермотт, Алекс. Франц Легар: В плену отчаяния // Караван историй. 2013, № 1. — С. 154—165. ISSN 1560-4233.
- Полный аннотированный список оперетт Легара (англ.)
- 30 апрелдә тыуғандар
- 1870 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Австро-Венгрияла тыуғандар
- 24 октябрҙә вафат булғандар
- 1948 йылда вафат булғандар
- Австрияла вафат булғандар
- Алфавит буйынса музыканттар
- Алфавит буйынса композиторҙар
- Венгрия композиторҙары
- Австрия композиторҙары
- Оперетта композиторҙары
- XX быуат композиторҙары
- Алфавит буйынса дирижёрҙар
- Венгрия дирижёрҙары
- Австрия дирижёрҙары
- XX быуат дирижёрҙары
- Оперетталар композиторҙары