Лесной (Ҡыуандыҡ районы)
Лесной | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Ҡыуандыҡ районы[1] |
Халыҡ һаны | 64 кеше (2010)[2] |
Почта индексы | 462219 |
Лесной —Рәсәй Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ ҡала округындағы ҡасаба.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл Ырымбур өлкәһенең үҙәк өлөшөнөң көнсығыш тарафында, Беләү йылғаһының ярында, райондың административ үҙәге Ҡыуандыҡ ҡалаһынан көнсығыш-көньяҡ-көнсығышҡа (ESE) табан туранан яҡынса 28 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан.
Диңгеҙ кимәленән абсолют бейеклеге — 410 метр өҫтәрәк[3].
- Климаты
Лесной ҡасабаһының климаты Ҡыуандыҡ районының күпселек урыны өсөн дә бер кимәл. Бындағы климат уртаса континенталь, йылдың дүрт миҙгеле лә аныҡ ҡына айырыла. Температураның абсолют минимумы иң һалҡын ай-ғинуарҙа −45 °C; иң йылы ай июлдә температураның абсолют максимумы + 42 °C. Уртаса йыллыҡ яуым-төшөм 300—550 мм, шуның 70 % яҙғы-йәйге айҙарҙа яуа. Ҡар ҡатламы ярайһы тотороҡло, йылына уртаса 150 көн ята[4].
- Сәғәт бүлкәте
Лесной ҡасабаһы, бөтә Ырымбур өлкәһе кеүек үк, МСК+2 (Өфө ваҡыты) сәғәт бүлкәтендә урынлашҡан. UTC ваҡытына ҡарата айырмаһы — +5:00 сәғәт[5]. |
[6].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ырымбур өлкәһенең 2015 йылдың 6 мартындағы 3029 / 834-V һанлы Законына ярашлы Ҡыуандыҡ районы муниципаль берәмеген, шулай уҡ уға ингән барлыҡ ауыл һәм ҡала биләмәләре Ҡыуандыҡ ҡала округы муниципаль берәмегенә берләштереү юлы менән үҙгәртелә[7][8].
2015 йылдың 1 майына тиклем Ҡыуандыҡ районының Яңы һары ауыл Советына ингән, муниципаль берәмектәрҙе үҙгәртеп ҡороуҙан һуң Ҡыуандыҡ ҡала округы составында раҫланған.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ырымбурҙың төбәкте өйрәнеүсе яҙыусыһы, журналист, Ҡыуандыҡ ҡала округының әҙәби тормошон ойоштороусы Сергей Михайлович Стрельников үҙенең «Географические названия Кувандыкского района» тигән китабында бәйән итеүенсә, 1960 йылғы белешмәлә ҡасаба «Һары» совхозының 1-се бүлексәһе тип билдәләнгән. 1960-сы йылдарҙа Лесной тип үҙгәртелгән. Был уның бер өлөшө урман эсендә булыуы менән бәйле атама. Халыҡ телендә Беләүшә тип йөрөй, сөнки ул Беләү йылғаһының үрендә урынлашҡан, уның инешен иһә шулай — Беләүшә тип атайҙар [9]
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Гендер составы
2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, ауыл халҡының гендер структураһында ир-егеттәр 51,6 %, ҡатын-ҡыҙҙар ярашлы рәүештә 48,4 % процент тәшкил иткән.
- Милли составы
2002 йылдағы халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләренә ярашлы, 136 кешенән торған халыҡтың милли структураһын 81 % урыҫтар тәшкил иткән[10]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области (урыҫ)
- ↑ Lesnoy (ингл.). GeoNames.
- ↑ Схемы территориального планирования муниципального образования Кувандыкский район . Федеральная государственная информационная система территориального планирования (ФГИС ТП).(недоступная ссылка)
- ↑ Федеральный закон от 03.06.2011 № 107-ФЗ «Об исчислении времени», статья 5 (3 июнь 2011).
- ↑ Федеральный закон от 03.06.2011 № 107-ФЗ «Об исчислении времени», статья 5 (3 июня 2011).
- ↑ Закон Оренбургской области от 06 марта 2015 года N 3029/834-V-ОЗ «О ПРЕОБРАЗОВАНИИ МУНИЦИПАЛЬНЫХ ОБРАЗОВАНИЙ, РАСПОЛОЖЕННЫХ НА ТЕРРИТОРИИ КУВАНДЫКСКОГО РАЙОНА ОРЕНБУРГСКОЙ ОБЛАСТИ»
- ↑ Закон «Об утверждении перечня муниципальных образований Оренбургской области и населённых пунктов, входящих в их состав»
- ↑ В справочнике 1960 г. — Отделение N° 1 совхоза «Саринский». Переименовано в Лесной в 1960-х годах. Часть посёлка находится в лесу, потому и появилось такое название. Неофициально поселок именуется Блявша: по протекающей здесь речке. Речка официально называется Блява, верхнее же течение известно как БлявшаСтрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.
- ↑ Коряков Ю. Б. База данных «Этно-языковой состав населённых пунктов России» .
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.