Портал:Ислам
|
Портал | Иң һәйбәт мәҡәләләр | Проект | Форум |
Ислам
|
Һайланған мәҡәлә
Тәҡдир - Аллаһы Тәғәлә булған һәм буласаҡ нәмәләрҙең ваҡытын, урынын билдәләгән. Донъяла бөтә нәмә лә Аллаһтың теләге, тәҡдире буйынса булған һәм буласаҡ. Кеше үҙенә яҙылған яҙмышты Аллаһы Тәғәлә тарафынан бирелгән ихтыяры буйынса һайлай. Нәмә эшләһәк тә, ул Аллаһ ризалығы менән, уның ҡеүәтләүе буйынса.
Үҙебеҙҙең тыумышыбыҙ, енесебеҙ, ғүмер оҙонлоғон, ата-әсәйҙе беҙ һайлай алмайбыҙ. Шуға былар өсөн яуап бирмәйбеҙ, ә был тормошта үҙ ихтыярыбыҙ, теләгебеҙ менән эшләгән яҡшы һәм насар эштәребеҙ, ғәмәлдәребеҙ өсөн яуап тотасаҡбыҙ.
Һайланған шәхес
Мөхәммәт, бине Ғәбдулла бине Ғәбделмоталлиб бине әл-Хашими, (ғәр. محمد), (20 (22) апрель 571 (570), Мәккә — 8 июнь 632, Мәҙинә) — пәйғәмбәр, мәшһүр дин хәҙмәткәре, бер аллаға табыныу дине — Ислам динен индереүсе, Аллаһ ебәргән изге китап — Ҡөрьәнде кешеләргә еткереүсе, дәүләт һәм сәйәсәт эшмәкәре, Ғәрәп ярымутрауында көслө мосолман дәүләтен төҙөүсе.
Һайланған рәсем
Мосолман дин белгестәре
Рәсүлев Зәйнулла Хәбибулла улы (Зәйнулла бин Хәбибулла бин Рәсүл, Зәйнулла-ишан) 1833 — 1917) — күренекле башҡорт дин әһеле, ишан.
1833 йылдың 25 мартында Троицк өйәҙе Туңғатар волосының Шәрип ауылында (хәҙерге (Башҡортостандың Учалы районында) мулла ғәиләһендә тыуып үҫә.
Тыуған ауылында мәҙрәсәлә уҡый, ун ике йәшенән кантон үҙәге – Малай Муйнаҡ мәҙрәсәһендә белем ала, аҙаҡ Яҡуп хәҙрәт артынан Ахун ауылына күсеп, унда дин ғилемен арттыра. 1851 йылда Троицк ҡалаһы (хәҙерге Cиләбе өлкәһендә) мәҙрәсәһенә килеп урынлаша, 1858 йылда тейешле имтихандарын тапшырып, Верхнеуральск өйәҙенең Аҡҡужа ауылына (хәҙер шул уҡ Учалы районында) имам-хатип булып ҡайта.
Мосолман ғалимдары
Хәҙерге ислам
Мосолман архитектураһы
Ислам архитектураһының иң боронғо ҡомартҡыларының береһе. Мәсет дөрөҫ пропорциональ һыҙаттар менән төҙөлгән, эске яғы бай мозаикалы орнамент менән биҙәлгән.
Ә һеҙ белә инегеҙме
- …Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең Ҡөрьәнде аңлатып биргән һүҙҙәре, дини йолалар хаҡында әйткәндәре хәҙистәр тип атала
- …Зәм-зәм һүҙе ғәрәп лингвистикаһы күҙлегенән ҡарағанда, “бәйләргә, ҡасмаҫҡа” тигәнде аңлата.
- …Ҡорбан салыу — шәфҡәтлелек, мәрхәмәтлелек, рәхимлелек билдәһе булып тора. Аллаһы Тәғәләнең ризалығына өмөт итеп ҡорбан салыу Зөлхизә айының 10-сы, 11-се, 12-се көндәрендә башҡарыла.
- … донъялағы төп һәм иң ҙур мәсет, Исламдың беренсе изге урыны —Мәсджид әл-Харам мәсете
Яңы мәҡәләләр
Әл-Ғәдийәт сүрәһе (ғәр. سورة العاديات ) (Елеүселәр), Ҡөрьән Кәримдең 100-сө сүрәһе, 11 аяттан тора.
Бисми-лләһи-ррәхмани-ррәхим!
- Тындары бөтөп елеүселәр менән ант итәм,
- осҡондар сәсрәтеп сығарыусылар менән,
- таң уаҡытында һөжүм итеүселәр менән!
- Һәм улар шуның менән унда туҙан күтәрҙеләр,
- һәм шулай итеп төркөм араһына бәреп инделәр.
Мосолман календары
XXI быуатта Һижри тәҡүим
[сығанаҡты үҙгәртеү]1 мөхәррәм 1426 й. | 10 февраль 2005 |
1 мөхәррәм 1427 й. | 31 ғинуар 2006 |
1 мөхәррәм 1428 й. | 20 января 2007 |
1 мөхәррәм 1429 й. | 10 ғинуар 2008 |
1 мөхәррәм 1430 й. | 29 декабрь 2008 |
1 мөхәррәм 1431 й. | 17 декабрь 2009 |
1 мөхәррәм 1432 й. | 8 декабрь 2010 |
1 мөхәррәм 1433 й. | 27 ноябрь 2011 |
1 мөхәррәм 1434 й. | 15 ноябрь 2012 |
1 мөхәррәм 1435 й. | 5 ноябрь 2013 |
1 мөхәррәм 1436 й. | 25 октябрь 2014 |
1 мөхәррәм 1437 й. | 13 октябрь 2015 |
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Ибраһим (ғәр. إبراهيم, уҡыла: Ibrāhīm, йәһ. אברהם, уҡыла: ʼAḇrāhām) - яҡынса б.э.т. XX быуатта йәшәгән дини шәхес. Ислам динендә пәйғәмбәр булараҡ, йәһүҙелек һәм христианлыҡта иһә бөйөк дини зат буларак ололоҡлана. Исхаҡ һәм Исмәғилдең атаһы. Ғәрәп һәм йәһүд (еврей) халыҡтарының тәү атаһы булып иҫәпләнә.
Ҡөрьәндә Ибраһим исемле, Мәккәлә иңгән (28, 29 аяттарҙан ҡала) һәм 52 аяттан торған, 14-се сүрә бар. Ул Ибраһим пәйғәмбәрҙең был сүрәлә Аллаһы тәғәләгә ҡылған доғаһы өсөн шулай атала.
Һайланған хәҙис
Аллаһы Тәғәләнән ярҙам һорап ҡына торған кеше юғалмаҫ, кәңәшләшеп кенә йәшәй белгән кеше үкенмәҫ, уртаса йәшәй белгән кеше фәҡирлек күрмәҫ.— Хәҙис Шәриф.
Һайланған аят
Әгәр һеҙ Алланың ниғмәтен иҫәпләргә уйлаһағыҙ, һанап бөтөрә алмаҫһығыҙ. Ысынлап та, Алла — кисереүсе, рәхимле!— ӘН-НӘХЛ (БАЛ ҠОРТО):18
Исламда шәхес
Категориялар
Проекттар
Нисек ярҙам итә алам
Төп темалар
Төп ғибәҙәттәр: Шәһәҙәт килтереү• Намаҙ ҡылыу• Зәкәт биреү • Ураҙа тотоу• Хаж ҡылыу
Ислам байрамдары: Рамаҙан байрамы • Ҡорбан байрамы
Дини текстар һәм шәриғәт: Ҡөрьән • Сөннәт •Хәҙис • Фикых • Шәриғәт • Калам • Тасаввуф
Тарих һәм кешеләр: Ислам тарихының ваҡыт теҙелеше • Әһлебәйт • Сәхәбәләр • Сөннилек • Шиғыйлыҡ• Һариджилыҡ • Дүрт хәлифә • Ун ике имам
Культура һәм йәмғиәт: Тәһәрәт • Байрамдар • Фән • Мәсет • Фәлсәфә • Фитр саҙаҡаһы • Ҡорбан • Мәҙһәбтәр • Халыҡ • Саҙаҡа • Сәнғәт • Календарь • Тәриҡәттәр