20 ғинуар
(20 января битенән йүнәлтелде)
Перейти к навигации
Перейти к поиску
20 ғинуар | |
![]() |
20 ғинуар — григориан стиле буйынса йылдың 20-се көнө. Йыл аҙағына тиклем 345 көн ҡала (кәбисә йылында 346).
← ғинуар → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | ||||
4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 |
11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 |
18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 |
25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 |
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Дагестан: Республика ойошторолған көн.
Ҡырым Республикаһы: Республика көнө
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1939: Башҡорт АССР-ы Халыҡ Комиссарҙары Советы Өфө ҡалаһында Башҡорт дәүләт филармонияһы асыу тураһында ҡарар ҡабул итә.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Путенихин Иван Федорович (1920—2016), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе эшмәкәре, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, санитар взводы командиры, медицина хеҙмәте лейтенанты. 1963—1976 йылдарҙа Мәләүез үҙәк район дауаханаһының баш табибы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы. Өс Ҡыҙыл Йондоҙ (икеһе - 1944, 1945), II дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Йылайыр районы Ҡананикольский ауылынан.
- Йәнтүрин Диас Хатип улы (1940), ғалим-тарихсы. 1974—2015 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Тарих фәндәре докторы (2005), профессор (2004). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2009), СССР юғары мәктәбе отличнигы (1985), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2007). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Салауат районы Лағыр ауылынан.
- Суздальцев Виктор Иванович (1940), рәссам. М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы графигы. 1989 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының (2011) һәм Башҡортостан Республикаһының (2001) атҡаҙанған рәссамы. «Башҡортостан Республикаһының һынлы сәнғәте» күргәҙмә-конкурсы лауреаты (Өфө, 2008).
- Фаршатов Фәүил Фәйзрахман улы (1945—2012), хужалыҡ эшмәкәре. 1989—2006 йылдарҙа Кушнаренко районының торлаҡ-коммуналь хужалығы идаралығы начальнигы. Башҡортостан Республикаһы хеҙмәтләндереү өлкәһенең атҡаҙанған хеҙмәткәре.
- Имаев Валерий Мәзит улы (1965), ғалим-инженер-металлург. 1988 йылдан Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары институты хеҙмәткәре, 2003 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр, 2009 йылдан — лаборатория мөдире һәм бер үк ваҡытта Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (2003). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Мурзин Даян Баян улы (1921—9.02.2012), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, юрист. Һуғыш барышында Украина, Белоруссия, Молдавия, Чехия һәм Моравия биләмәләрендә партизан отрядтары ойоштороусы һәм уларҙың етәксеһе; 1969—1985 йылдарҙа Башҡортостан адвокаттар коллегияһы президиумы рәйесе. Чехословакияның милли геройы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған юрисы. Ике Ҡыҙыл Байраҡ, Ҡыҙыл Йондоҙ, I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры.
- Әминев Тельман Ғәзиз улы (1936—6.01.2021), ғалим-химик. 1975 йылдан СССР, артабан Рәсәй Фәндәр академияһының Н. С. Курнаков исемендәге Дөйөм һәм органик булмаған химия институты ғилми хеҙмәткәре. Химия фәндәре докторы (2002), профессор, Рәсәй Тәбиғәт фәндәре Академияһының мөхбир ағзаһы. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның улы.
- Әсәҙуллина Фәниә Ҡазыхан ҡыҙы (1936), мәғариф өлкәһе, партия һәм профсоюз органдары ветераны. 1965—1974 йылдарҙа КПСС-тың Ҡырмыҫҡалы район комитетының пропаганда һәм агитация бүлеге мөдире, район комитеты секретары; 1974—1989 йылдарҙа Мәғариф, юғары мәктәп һәм фәнни учреждениелар хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан өлкә комитеты рәйесе урынбаҫары; 1990—2000 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы һәм Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының бүлек мөдире. Хеҙмәтсәндәр депутаттарының Архангел һәм Ҡырмыҫҡалы район Советтары депутаты. СССР-ҙың (1978), РСФСР-ҙың (1980) һәм Башҡорт АССР-ының (1989) халыҡ мәғарифы отличнигы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Ләмәҙтамаҡ ауылынан.
- Будилов Владимир Васильевич (1946), ғалим-инженер-механик. 1976 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1995), профессор (1997). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре. (2007). Сығышы менән хәҙерге Приморье крайының Хороль ауылынан.
- Маликов Рәмил Фәрүҡ улы (1951), ғалим-физик. 1974 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2003 йылдан — Һөнәри белем биреү һәм мәғлүмәт технологиялары институтының Мәғлүмәт технологиялары үҙәге директоры, 2006—2015 йылдарҙа мәғлүмәт һәм полиграфия системалары һәм технологиялары кафедраһы мөдире. Физика-математика фәндәре докторы (1998), профессор (2000). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2008), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1998). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылынан.
- Хәсәнов Әхәт Тәлғәт улы (1951), хеҙмәт ветераны. «Газпром Нефтехим Салауат» берекмәһенең элекке машинисы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Латипов Ғәлимйән Шакирйән улы (1912—4.11.1986), татар шағиры, тәржемәсе. 1951 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы Яңы Дөмәй ауылынан.
- Садиҡов Ревдар Фәйез улы (1937—1.01.1989), балет артисы. Татар АССР-ының халыҡ (1964), РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1970) артисы. Татарстандың Ғабдулла Туҡай исмендәге дәүләт премияһы лауреаты (1973). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мишкә районы Мишкә ауылынан.
- Асҡарова Гөлсөм Зәйнулла ҡыҙы (1942), хеҙмәт ветераны, 1966—1998 йылдарҙа Стәрлетамаҡ районының Салауат исемендәге колхозы һауынсыһы. СССР-ҙың Х саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1979—1984). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1986), II (1981) һәм III (1975) дәрәжә Хеҙмәт Даны ордендары кавалеры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1997), Стәрлетамаҡ районының почётлы гражданины (1997).
- Бикбулатов Зиннур Ғизелхаҡ улы (1947—26.04.2009), ғалим-зоотехник, хужалыҡ һәм партия эшмәкәре. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (1999). 1980—1990 йылдарҙа КПСС-тың Мәләүез ҡала комитеты секретары, халыҡ депутаттарының Мәләүез район Советы башҡарма комитеты рәйесе. Ике «Почёт Билдәһе» ордены (1976, 1986) каваалеры.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Демичева Раиса Николаевна (1928—9.08.1995), ауыл хужалығы алдынғыһы. 1963—1978 һәм 1981—1987 йылдарҙа Дәүләкән районы «Коммунар» колхозының комплекслы бригада бригадиры. РСФСР-ҙың IX саҡырылыш (1975—1980) Юғары Cоветы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971).
- Ремаревский Дмитрий Федорович (1938—12.01.2010), опера йырсыһы, 1977—2010 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы. Башҡорт АССР-ының һәм Украинаның (2007) атҡаҙанған артисы. Сығышы менән Украина ССР-ының Житомир өлкәһе Червонное ауылынан.
- Бәхтизин Рәүеф Заһит улы (1943), ғалим-физик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Физика-математика фәндәре докторы (1990), профессор (1991). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1992) һәм атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1996), Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2005). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Волков Иван Иванович (1889—1972), хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. 1942—1953 йылдарҙа Белорет урман хужалығы директоры. Башҡорт АССР-ының 3-сө саҡырылыш Юғары Советы депутаты, Юғары Совет Рәйесе урынбаҫары (1951—1955). Ленин һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры. Белорет ҡалаһының почётлы гражданы (1967).
- Рябов Фёдор Андреевич (1914—5.02.1962), ауыл хужалығы алдынғыһы. 1929—1962 йылдарҙа Бөрө районының Иҫке Баҙан МТС-ының һәм Ильич исемендәге колхоздың механизаторы һәм трактор бригадаһы етәксеһе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының өсөнсө саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1951—1955). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1948).
- Дәүләтбаев Мирас Ибраһим улы (1949), рәссам. СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовар районы Иҫке Һынны ауылынан.
- Мусин Хәйҙәр Хәләф улы (1949—2017), хужалыҡ эшмәкәре. 1989—2005 йылдарҙа Миәкә районы «Ҡаран» совхозының директоры һәм генераль директоры, 2005—2016 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы Пенсия фондының Миәкә районындағы идаралыҡ етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, «Почёт Билдәһе» һәм Салауат Юлаев ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Күл-Ҡуңҡаҫ ауылынан.
- Сафин Фаил Ғабдулла улы (1959, ғалим-социолог. Тарих фәндәре докторы (2001). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дәүләкән районы Бик-Ҡарамалы ауылынан.
- Шергенг Наталия Алексеевна (1959), ғалим-философ, юғары мәктәп эшмәкәре. 2003—2006 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы директорының уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса, 2006—2012 йылдарҙа фәнни эштәр буйынса урынбаҫары. Философия фәндәре докторы (2003), профессор (2008). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Фёдоровка районы Бала Сытырман ауылынан.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1775: Андре Мари Ампер, Франция физигы, математик.
- 1920: Федерико Феллини, Италия кинорежиссёры. биш тапҡыр «Оскар» премияһы лауреаты.
- 1935: Геннадий Кулик, СССР һәм Рәсәйҙең хужалыҡ һәм дәүләт эшмәкәре, сәйәсмән.
- 1937: Минтимер Шәймиев, Татарстан Республикаһының беренсе Президенты.
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1977: Ғәлимйән Ҡарамышев, башҡорт театр актёры, РСФСР‑ҙың (1955) һәм БАССР‑ҙың (1940) халыҡ артисы.
- 1985: Вәзих Исхаҡов, яҙыусы, БАССР‑ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1981), Ғәлимов Сәләм исемендәге премия лауреаты.
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]