Эстәлеккә күсергә

Башҡортостан сәнәғәте

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Промышленность Башкортостана битенән йүнәлтелде)

Башҡортостан сәнәғәте — Башҡортостан Республикаһының иҡтисад тармағы. Башҡортостан Республикаһы сәнәғәте Башҡортостан Республикаһының Сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министрлығына ҡарай[1].

Башҡортостан Республикаһында сәнәғәттең килеп сығышына һәм үҫешенә республикалағы тәбиғи һәм кеше ресурстары, уның тарихы һәм урынлашыуы, юлдар этәргес булған. Республиканың ер аҫтында нефть, газ, күмер, тимер мәғдәне, алтын, баҡыр һ.б. ятҡылыҡтар бар. Әлегә бөтә шихан тауҙар ҙа сода соҡоп сығарыр өсөн ҡаҙылып бөтмәгән.

Хәҙерге Башҡортостан Республикаһы территорияһында тәбиғәт ресурстарын үҙләштереү тимер быуаттан бирле килә[2]. 18 быуаттан бында тау заводтары төҙөлгән. 1700 йылда бында беренсе тау заводына нигеҙ һалынған (Каменский[3]). 19 быуатта хәҙерге Башҡортостан Республикаһы ерҙәрендә күн, буҫтау, кирбес, һабын ҡайнатыу, түң май иретә торған, шәм, елем, балауыҙ һығыу, май һығыу, араҡы ҡыуыу предприятиелары эшләгән.

Былай ҙа көсһөҙ Башҡортостан сәнәғәте Граждандар һуғышы йылдарында шаҡтай ҙур юғалтыуҙар кисерҙе. Колчаксылар сәнәғәт ҡоролмаларын, станоктарҙы, транспортты, баҡыр запастарынтейәп алып сыҡҡандар, затопили шахталарҙы, рудниктарҙы һыуға батырғандар, предприятиеларҙы шартлатҡандар һәм яндырғандар. Өфө эргәһендәге Ағиҙел тимер юл күперен шартлатҡандар. Граждандар һуғышы һуңына 810 он-ярма тарттырыусы, 116 күн предприятиеларының 87-һе эштән туҡтаған. Шарап һәм урман бысыусы заводтар ҙа эшләмәгән.

20-се йылдарҙа Башҡорт АССР-ы сәнәғәте ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеүсе тармаҡтар (шарап, күн, он-ярма тарттырыусы предприятиелары) һәм ваҡ һөнәрселек сәнәғәте (транспорт саралары, әйбер һала торған төрлө һауыт — тоҡ, ҡап, йәшник, мискә (тара), көнкүреш тауарҙары) менән бәйле булған. Емерелгән сәнәғәт етештереүен аяҡҡа баҫтырыу барған.

ХХ быуаттың 30-сы — 40-сы йылдар башында «Башҡорт АССР-ы сәнәғәтенең үҫеше тураһында» постановлениелары ҡабул ителгән (1930). Эре нефть ятҡылыҡтары, (Аҙнай нефть ятҡылығы, Ишембай ятҡылығы, Йоғамаш нефть ятҡылығы, Серафимовка нефть ятҡылыҡтары һ.б.). Сәнәғәт үҫеше республикала юлдар төҙөлөшөнә этәргес мотив булған. Шулай Ишембай нефть ятҡылығын үҙләштереү өсөн 1934 йылда Өфө — Ишембай тимер юлы төҙөлгән, һуңғараҡ ул Салауат ҡалаһына һуҙылған һәм Салауат нефть химия комбинаты төҙөлөшөн тәьмин иткән.

Һуғышҡа тиклемге индустриализация йылдарында Башҡорт АССР-ында нефть эшкәртеү маҡсатында Ишембай нефть ҡыуыу заводы төҙөлгән, Өфө крекинг-заводына нигеҙ һалынған, Ишембай — Өфө нефть үткәргесе төҙөлгән. Предприятиеларҙы электр энергияһы менән тәьмин итеү маҡсатында Өфө Үҙәк электр станцияһы (ЦЭС), Ишембай Үҙәк электр станцияһы (ЦЭС), Уфимская ТЭЦ 1-се Өфө Йылылыҡ электр үҙәге (ТЭЦ), 2-се Өфө Йылылыҡ электр үҙәге (ТЭЦ) һ.б. төҙөлгән. БАССР сәнәғәтен үҫтереү буйынса ҡабул ителгән саралар республиканың күп тармаҡлы сәнәғәтен СССР-ҙың мөһим хәрби-сәнәғәт базаһына әйләндергән.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында республикаға СССР-ҙың башҡа ерҙәренән 200-гә яҡын предприятие күсерелгән (эвакуацияланған) (Өфөгә 36)[4])һәм улар республикала эшен дауам иткән. Предприятиеларҙың төп продукцияһы булып яғыулыҡ, снарядтар, ҡорал, кейем торған.

Совет власы йылдарында БАССР-ҙа сәнәғәт үҫеше партия, пленум ҡарарҙарына яраҡлаштырып (халыҡ хужалығын химизациялау[5]), дәүләттең һәм республиканың ихтыяжына ҡарата биш йыллыҡ һәм ете йыллыҡ срок буйынса алып барылған. Сәнәғәтте ойоштороу үҙгәргән (урындағы идаранан үҙәкләштерелгәнгә һәм киреһенсә) — Халыҡ Комиссарҙары Советынан (Совнарком) министрлыҡтарға, тағы СНК-ға һәм яңынан министрлыҡтарға. Салауаттағы 18-се комбинат төҙөлөшөн һәм Шкапово нефть табыла торған районын бөтөн союз комсомол төҙөлөшө тип иғлан иткәндәр.

СССР тарҡалғандан һуң республика сәнәғәте түбәнгә тәгәрәгән. Республикала капитализмға күсеү дәүләт предприятиелары тарафынан эффектив менеджерҙар табыу һәм тармаҡтарға регуляр рәүештә ҡабатланған кризистар аша тәьҫир итеү (1998, 2008, 2015) ысулы менән алып барылған.

2015 йылда Башҡортостан Республикаһында сәнәғәт етештереүе индексы 101,0 % тәшкил иткән, йәғни Иҙел буйы федераль округы региондары араһында 7-се урында булған[6]. Хәҙерге ваҡытта Башҡортостан Республикаһы сәнәғәт предприятиелары тулайым региональ продукттың (ВРП) 40 %, эш урындарының 25 % формалаштыра. 2014 йыл эсендә республикала бушатылған продукция күләме 1,8 триллион һум сәнәғәт комплексын индереп — 1,2 триллион һум тәшкил итте.

Башҡортостан Республикаһы территорияһындағы сәнәғәттең күпселек өлөшө Башҡортостан Республикаһы үҙәк иҡтисад подрайонында (Өфө ҡалаһы), көньяҡ иҡтисад подрайонында (Салауат, Стәрлетамаҡ, Ишембай, Күмертау ҡалалары) урынлашҡан.

Файл:StrukturaPromBashkortostan.jpg
1. Нефть продукттары етештереү 2. Аҙыҡ-түлек продукттары етештереү 3. Башҡа файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу. 4. Нефть һәм газ сығарыу. 5. Электр энергетикаһы 6. Бүтән эшмәкәрлек төрө 7. Машиналар төҙөү 8. Металлургия 9. Төҙөлөш материалдары етештереү 10. Химия производствоһы

Сәнәғәт тармаҡтары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Алтын табыу сәнәғәте

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡортостанда алтын ятҡылыҡтары (хәҙерге Учалы районы) XVIII быуатта асылған. XIX быуаттан башлап ҡиммәтле металл Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил, Хәйбулла һәм Баймаҡ райондарында сығарыла. Хәҙер республикала алтын магматик ятыштарға ҡараған Түбә, Баҡыртау, Миндәк ятҡылыҡтарында табыла. Алтын шулай уҡ баҡыр рудаларында һәм йылға сәсмәләрендә (бөртөктәрендә) осрай.

Башҡортостан Республикаһында эшләүсе алтын табыусы предприятиеларға «Башкиргеология», «Алтын үҙән» (яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте) ЯСЙ-е, «Альтинвест» ЯСЙ-е, «Аурит» ЯСЙ-е, «Башҡорт алтын табыу компанияһы» (ябыҡ акционер йәмғиәте) ЯАЙ-ы (Учалы ҡалаһы), «Семёнов руднигы» ЯСЙ-е, «Екатеринбург сәнәғәт төркөмө» ЯСЙ-е һ.б. инә.

Башҡортостан Республикаһында бер йыл эсендә 9358 кг алтын табыла (2009 йыл). Шлиховой алтын һәм алтынлы шламдар Рязань өлкәһендәге Приокск төҫлө металдар заводында эшкәртелә.

Тау-байыҡтырыу сәнәғәте

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тау-байыҡтырыу сәнәғәте Башҡортостан Республикаһы тау райондарында булған файҙалы ҡаҙылмалар ятҡылыҡтарына бәйле үҫешкән.

Республиканың тәбиғи байлыҡтары буйынса ғилми тикшеренеүҙәрҙе ғалимдар П. И. Рычков, И. И. Лепехин, Р. Г. Игнатьев, С. Г. Рыбаков, А. Н. Заварицкий, А. Е. Ферсман һ.б. башҡарған.

Тау сәнәғәте күмер сығарыу предприятиеларынан: «Башҡорткүмер», «Көньяҡ Урал ер аҫты байлыҡтары» («Южуралнедра»); төҫлө металл сығарыусы предприятиеларҙан: «Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты» (ГОК) ААЙ-е, «Башҡорт баҡыр-көкөрт комбинаты» ААЙ-е, «Буребай тау-байыҡтырыу комбинаты» ЯАЙ-е, «Башҡорт баҡыры» ЯСЙ-е, «Хәйбулла тау компанияһы» ААЙ-е, «Башҡорт шахта ҡаҙып үтеүселәр идараһы» ААЙ-е; тимер эшкәртеүсе предприятиеларҙан: «Белорет металлургия комбинаты» ААЙ-е, «Белсталь» ААЙ-е, «Туҡан руднигы» ЯСЙ-е, «Башҡорт тау-мәғдән компанияһы» ЯСЙ-е, «Тау компанияһы „Суран“ ААЙ-е, „Көнсығыш“ тау-мәғдән компанияһы» ЯСЙ-е, «Хром» тау-байыҡтырыу компанияһы" ЯСЙ-е; «Башкиравтодор» Дәүләт унитар предприятиеһынан (ГУП); алтын табыусы предприятиеларҙан: «Башҡорт алтын сығарыу компанияһы» ЯАЙ-е; төҙөлөш материалдары предприятиеларынан: «Урал таштары» ААЙ-е, һ.б.; эзбизташ һәм таш тоҙ сығарған: «Сода» ААЙ-е һ.б. тора[7].

Башҡортостан Республикаһында туҡыу, кейем тегеү, күн эшкәртеү, тире эшкәртеү һәм аяҡ кейеме предприятиелары эшләгән.

К. Е. Ворошилов исемендәге Өфө аяҡ кейеме фабрикаһы, 8 Март исемендәге Өфө тегеү фабрикаһы, Бөрө тегеү фабрикаһы, Дәүләкән аяҡ кейеме фабрикаһы, Өфө трикотаж фабрикаһы, Октябрьский тегеү фабрикаһы, Стәрлетамаҡ тегеү фабрикаһы һ.б. иң эре предприятиелар булған. Һумдың даими арзанлана барыуы тармаҡ продукцияһының тик осһоҙ ҡытай продукцияһы менән генә көнәркәшлек итеүенә килтерә.

Башҡортостанда урмандар байтаҡ ҙур территорияны — 6,3 миллион гектарға яҡын, йәғни территорияның 40 % биләй. Белорет, Ғафури, Дыуан, Ейәнсура, Йылайыр һәм Нуриман райондары урманлы райондар булып тора. Урмандар булыуы һәм уларҙы арттырыу буйынса ғәмәли тырышлыҡ республикала урман әҙерләү эштәрен башҡарыу мөмкинлеген бирә.

Башҡортостанда иң тәүҙә урманды утын әҙерләү маҡсатында ҡырҡҡандар. Урман әҙерләү урманға бай Белорет, Ғафури, Йылайыр, Ҡариҙел, Нуриман райондарында алып барылған. Урман киҫеү ағас ултыртыу менән бер ҡатар алып барылған. Бүрәнәләрҙе республиканың эре йылғаларынан һаллағандар. Йылғалар ярында ағас эшкәртеү предприятиелары ла урынлашҡан.

Башҡортостан Республикаһы урман әҙерләү предприятиелары СССР урман сәнәғәтенең көнсығыш райондарында урман әҙерләү һәм һаллау Буйынса Баш идаралығы структураһына ҡараған.

Хәҙерге ваҡытта урман әҙерләү ағас-юнысҡы плиталары, утын, ағастан эшләнгән әйберҙәр етештереү маҡсатында башҡарыла.

Машиналар эшләп сығарыу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Күмертауҙа Камов исемендәге КБ-ның граждан һәм хәрби вертолёттарын етештереү
Салауат нефть машиналары заводы

ХХ быуат башында Башҡортостан Республикаһы территорияһында ауыл хужалығы техникаһын етештереү һәм йүнәтеү менән шөғөлләнгән 600-гә яҡын предприятие булған.

Хәҙерге көндә республикала был тармаҡтың 300-гә яҡын предприятиеһы бар.

Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе, Күмертау авиация производство предприятиеһы, Ишембай «Витязь» («Баһадир») компанияһы — ер өҫтөнән юғары үтемле транспорт сараларын етештереү буйынса машина транспорты эшләү заводы, Өфөләге «Гидравлика» заводы — авиация транспортын комплектлау әйберҙәре һәм агрегаттары етештереү предприятиеһы, Салауат нефть машиналары заводы, Өфө тепловоз ремонтлау заводы, Туймазы автобетоновоздар заводы иң эре предприятиелар һанала[8] и др.

Республиканың машиналар эшләү комплексы нефть эшкәртеү заводтары өсөн продукция, нефть ҡойоу цистерналары, вездеходтар («Витязь» машиналар эшләү компанияһы" ААЙ-ы), ракета һәм самолёттар өсөн двигателдәр (Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе), троллейбустар («Башҡорт троллейбус заводы» ААЙ-ы), автобетоновоздар («Туймазы автобетоновоздар заводы» ААЙ-ы), вертолёттар («Күмертау авиация производство предприятиеһы» Федераль дәүләт унитар предприятиеһы (ФГУП), автомобилдәр өсөн запас частәр, насостар (Бәләбәй машиналар эшләү заводы), нефть промысла ҡорамалдары («Озна» Октябрский нефть аппаратураһы заводы ААЙ-ы, Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге Баймаҡ машиналар эшләү заводы ААЙ-ы) һ.б. етештерә.

Медицина сәнәғәте

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

ХХ быуат башында республика территорияһында дарыу етештереү менән нигеҙҙә аптекалар шөғөлләнгән.

Хәҙерге ваҡытта Башҡортостанда дарыу етештереүсе предприятиелар бар: «Иммунопрепарат», «Фармстандарт — Өфө витамин заводы»; «Туймазыбыяла» ААЙ-ында, Өфө металл һәм пластмасс әйберҙәр заводында, Өфө протез-ортопедия предприятиеһында медицина техникаһын етештерәләр. Бәләкәй предприятиелар ортопедик аяҡ-кейемдәре, протездар, контакт линзалар, аҙыҡ-түлек өҫтәмәләр етештерә.

Башҡортостан Республикаһында ҡара һәм төҫлө металлургияһы предприятиелары: Башҡорт баҡыр-көкөрт комбинаты, Белорет металлургия комбинаты, Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты, Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты һ.б. эшләй.

Металлургия үҫешенә Башҡортостанда таралған тимер мәғдән ятҡылыҡтары булышлыҡ итә. Зигазин-Комаров, Туҡан ятҡылыҡтары иң эреләре булып һанала. Уларҙа табылған мәғдән рудаһын Белорет металлургия комбинатына ташыйҙар.

Марганец мәғдәне Башҡортостандың Архангел, Дыуан райондары ултырмаларында ята. Был осраҡта Оло-Тәләк ятҡылыҡтарын ҡаҙып сығарыу иҡтисади яҡтан маҡсатҡа ярашлы. Көнсығыш һөҙәклектә марганец мәғдәненең Учалы, Әбйәлил, Баймаҡ, Хәйбулла райондарының девон ҡатламдарында булғаны билдәле. Составының 25 % тимерҙән булған иң эре марганец ятҡылығы булып Учалы районындағы Кожаев ятҡылығы тора. Әбйәлил районында — Ниязғол ятҡылығы, Баймаҡта — Ғөбәйҙулла ятҡылығы.

Башҡортостанда 100-гә яҡын хромит мәғдәне ятҡылыҡтары бар. Маҡан, Сибай, Учалы, Юбилейный, Октябрьский ятҡылыҡтары — иң эре баҡыр ятҡылыҡтары. Башҡортостандың Салауат районында (Күкшик төркөмө) составында алюминий булған — боксит мәғдәне бар.

Нефть химияһы сәнәғәте

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Башҡортостанда нефть табыу кимәле
Салауат Газ сәнәғәте нефть химияһы

Башҡортостан Республикаһының эре нефть химияһы сәнәғәтенә Салауат Газпром нефть химияһы ААЙ-е ҡарай[9], Стәрлетамаҡ «Каустик», «Сода» һәм «Авангард» берекмәләре, Стәрлетамаҡ синтетик каучук «Химпром» заводы, Өфө эластомер материалдары, эшләнмәләре һәм конструкциялары заводы, Мәләүез «Минераль ашламалар» производство берекмәһе, Туймазы техник углерод заводы, «Башнефть-УНПЗ» һ.б.

Нефть химияһы сәнәғәте предприятиеларында киң спектрлы — ракета яғыулығы һәм минераль ашламаларҙан алып бензин һәм кәрәсингә тиклемге — продукция етештерелә.

Аҙыҡ-түлек сәнәғәте

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡортостанда аҙыҡ-түлек продукцияһына балыҡ, ит, һөт һәм икмәк-ҡалас эшләнмәләре, шарап-араҡы продукцияһын эшкәртеү һәм әҙерләү ҡарай. Башҡортостандың ауыл хужалығы үҫеше тармаҡҡа үҙ сеймалын эшкәртеү мөмкинлеген бирә.

«Башспирт», «Өфө һөт агросәнәғәте», Өфө ит-консерва комбинаты, һыра һәм алкоголһеҙ эсемлектәр комбинаты (КПБН) «Шихан» һ.б. эре предприятиелар булып тора.

Башҡортостан предприятиеларында тултырма (колбаса) изделиелары («Сава» ит комбинаты[10]), араҡы һәм ликёр-араҡы изделиелары («Башспирт» ААЙ-ы[11]), шәкәр ҡомо, аҡ май, сырҙар, ҡуйыртылған һөт («Ҡарламан шәкәре» ЯСЙ-е) етештерелә.

Полиграфия сәнәғәте, китаптарҙы, гәзиттәрҙе, бланктарҙы, календарҙары, папкаларҙы, блокноттарҙы индереп, баҫма продукцияһы һ.б. эшләп сығара.

Республикала, «Аҡ йылға» («Белая река») нәшриәтен, Өфө полиграфия комбинатын да индереп, тармаҡтың 140-ҡа яҡын предприятиеһы эшләй.

Быяла һәм фарфор-фаянс сәнәғәте

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Революцияға тиклем Башҡортостанда Мариинский, Зиновьевский, Богоявленский быяла заводтары эшләгән.

ХХ быуаттың 60-сы йылдарында БАССР-ҙа Октябрьский керамик плитка һәм фарфор изделиелары заводы, «Салауатбыяла», 70‑се йылдарҙа — Туймазы фарфор заводы, «Салауат оптик-механик» заводтары төҙөлгән.

Хәҙерге ваҡытта тармаҡҡа 13 предприятие ҡарай. Салауатбыяла[12] һәм «Туймазыбыяла» — иң эре предприятиелар. Предприятиеларҙа табаҡлы быяла, шыйыҡ быяла, ҡояштан һаҡлаусы быяла, быяла һауыт (тара), автобыяла, пуляға бирешмәгән быяла һ.б. етештерелә. Предприятиелар урындағы сеймалға таянып эшләй.

Башҡортостандың химия сәнәғәтендә, «Каустик», «Полиэф», «Салауатнефтеоргсинтез», «Синтез‑Каучук», «Сода», Стәрлетамаҡ нефть химияһы заводы, "Өфөоргсинтез"ды индереп, 185 предприятие эшләй.

Тармаҡта кальцинирланған сода, изобутил һәм бутил спирты, полипропилен, терефталь кислотаһы, полиэтилентерефталат һ.б. етештерелә.

Целлюлоза-ҡағыҙ сәнәғәте

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡортостандың целлюлоза-ҡағыҙ сәнәғәте тармағында «Ҡатырға-ҡағыҙ комбинаты» ЯСЙ-ы, «Ҡатырға һәм Көплөк» ЯСЙ-ҙары һ.б. эшләй. Барлығы 9 предприятие. Төп продукция булып ҡатырға, ҡағыҙ көплөк тора.

Төҙөлөш материалдары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тармаҡтың үҫеше республикала файҙалы ҡаҙылмалар — эзбизташ, ҡом, балсыҡ, ҡырсынташ, гипс, мәрмәр булыуы менән бәйләнгән.

Республикала төҙөлөш өсөн тимер-бетон изделиелар сығарған (ЖБИ) заводтар урындағы сеймалға таянып эшләй («Промтехтөҙөлөш» ЯСЙ-е, «Өфө тимер-бетон заводы-1» ААЙ-е, «Өфө тимер-бетон заводы-2» ААЙ-е, «Стәрлетамаҡ тимер-бетон заводы-2» һ.б.); кирбес заводтары («Башҡорт блогы» ЯСЙ-е, «ТөпБашТөҙөлөш» ААЙ-е, ООО «ДСК КПД» ЯСЙ-е һ.б.).

Башҡортостандың таулы райондарында ваҡ-төйәк эшләргә ҡулланыла торған таштар: порфирҙар, серпентиниттар, кварциттар, нефриттар, родониттар, азуриттар, малахиттар, ылымыҡ эзбизташтары, йәшмәләр ятҡылыҡтары бар. Улар араһында XVIII быуаттан бирле таныш «пейзаж» йәшмәләре бар. Башҡортостандың Учалы, Әбйәлил һәм Баймаҡ райондары ятҡылыҡтарында Әүешкүл, Ҡалҡан, Наурыҙ, Мулдаҡай, Сәфәр, Ураҙ тип аталған пейзаж йәшмәләре осрай. Башҡортостанда Нефтселәр мәҙәниәте һарайы (хәҙер: «Башҡортостан» концерт залы) һәм башҡа йәмғиәт биналары залдары урындағы ваҡ-төйәк эшләгәндә ҡулланған таштар менән түшәлгән.

2009 йылда Башҡортостанда Өфөләге Ласселсбергер (Lasselsberger) заводында керамик плита етештереү башланды[13].

Өфө дәүләт авиация техник университеты корпусы

Башҡортостан республика сәнәғәте өсөн кадрҙар:

  • юғары уҡыу йорттарында — Башҡорт дәүләт университеты (БашДУ), Өфө дәүләт авиация техник университеты (ӨДАТУ-УГАТУ), Өфө дәүләт нефть техник университеты (ӨДНТУ-УГНТУ).
  • колледждарҙа, техникум һәм училищеларҙа — Башҡорт иҡтисад-юридик техникумы, Салауат индустриаль колледжы, Белорет металлургия колледжы, Учалы тау-металлургия колледжы, Салауат ҡалаһындағы 19-сы һөнәрселек училищеһы һ.б. әҙерләнә.
  • Аюпов Р. С. Республика Башкортостан в годы Великой Отечественной войны. Уфа,1993.С.8.
  • Гибадуллин Б. Г. Советская Башкирия в годы Великой Отечественной войны. Уфа, 1971.
  • Экономика Башкортостана. Под редакцией Барлыбаева Уфа 1998 г. БГУ.
  • Рейтинг социально-экономического развития регионов Приволжского федерального округа на 01.10.2005 г.
  • Госкомстат России. Уфа, 2005. — с. 44.
  • Ахмадуллин Р. М. Современное состояние промышленности в республике. // Экономика Башкортостана, 2005 г. № 34. с. 20.
  • Экономика Башкортостана. Под общ.ред. Х. А. Барлыбаева. 3-е изд. — Уфа, 2007. — с. 96
  • «Салават». Серия «Города нашей республики». Уфа. Башкирское книжное издательство. 1965.
  • Казаков П. В., Салихов Д. Н. Полезные ископаемые Республики Башкортостан (россыпное золото). Ч.2. Уфа, 2006;
  • Mакарова В. Н. Золотодобывающая промышленность Башкортостана в период двух модернизаций (80-е гг. 19—30-е гг. 20 вв.). Уфа, 2006.
  • Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов т. 1. А-Б. 2005. — 624 с.; ISBN 5-88185-053-X. т. 2. В-Ж. 2006. −624 с. ISBN 5-88185-062-9.; т. 3. З-К. 2007. −672 с. ISBN 978-5-88185-064-7.; т. 4. Л-О. 2008. −672 с. ISBN 978-5-88185-068-5.; т. 5. П-С. 2009. −576 с. ISBN 978-5-88185-072-2.; т. 6. Советы нар. хозяйства. -У. 2010. −544 с. ISBN 978-5-88185-071-5; т. 7. Ф-Я. 2011. −624 с.. науч.. изд. Башкирская энциклопедия, г. Уфа.