Эстәлеккә күсергә

Иҫке Мөхәмәт

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Старомухаметово битенән йүнәлтелде)
Ауыл
Старомухаме́тово
башҡ. Иҫке Мөхәмәт
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Ҡыйғы районы

Ауыл биләмәһе

[[Ибрай ауыл Советы (Ҡыйғы районы)|Ибрай ауыл Советы]]

Координаталар

55°16′35″ с. ш. 58°28′50″ в. д.HGЯO

Халҡы

460[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

452503

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 236 830 003

ОКТМО коды

80 636 430 111

Старомухаме́тово (Рәсәй)
Старомухаме́тово
Старомухаме́тово
Иҫке Мөхәмәт (Башҡортостан Республикаһы)
Старомухаме́тово

Иҫке Мөхәмәт (рус. Старомухаметово) — Башҡортостандың Ҡыйғы районындағы ауыл. Ибрай ауыл Советы составына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 460 кеше[2]. Почта индексы — 452503, ОКАТО коды — 80236830003. 2021 йылғы «Айыҡ ауыл» Республика конкурсы еңеүсеһе.

Юл оҙонлоғо:[3]

  • Район үҙәгенә тиклем (Үрге Ҡыйғы): 22 км
  • Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Ибрай): 8 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Һилейә): 65 км

Иҫке Мөхәмәт Әй йылғаһының уң ярында, район үҙәге Үрге Ҡыйғынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 22 километр һәм Һилейә (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 65 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[4].

Иҫке Мөхәмәт ауылы 1740 йылдан рәсми мәғлүмәттәрҙә телгә алына. Себер даруғаһы Тырнаҡлы ырыуы һәм улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә тәүге төпләнеүсе Мөхәмәт Ҡосаҡов (Кучу(а)ков)[5] исеме менән аталған ауылға нигеҙ һалған.

XVIII быуатта 11 йортта 67 кеше йәшәгән Яңы Мөхәмәт барлыҡҡа килеүе менән бәйле, ауыл Оло Мөхәмәт тип иҫәпкә алынған. XIX быуаттың 1-се яртыһынан Иҫке Мөхәмәт атамаһы нығына. Иҫке Мөхәмәттә 15, уға ҡараған Ҡолсобай утарында 2 йорт булып, дөйөм халҡы — 70 ир-ат, 53 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән. Халыҡ Яңы Мөхәмәтте Чувашкин, Торна Морон тип йөрөткән, ә Иҫке Мөхәмәтте — Ҡоҙғон тип атаған. Тәүге төпләнеүсе Мөхәмәт Ҡосаҡов (Көсөков) 1752 йылда Дүшәмбикә мишәрҙәре менән Тырнаҡлы ерҙәренә керҙәшлек килешеүе төҙөгән.

Мөхәмәттең улы Мәһәҙей Мөхәмәтов (1756—1829), ейәндәре — Әбйәмил, Сәндейеү (Сяндив). Мөхәмәт ауылында 1859 йылғы рәүиздә 74 йәшлек игеҙәктәр Ахрызаман (донъя ахыры) менән Ибраһим Салыевтар иҫәпкә алынған[6].

Тәүге төпләнеүсе Мөхәмәт шулай уҡ 17731775 йылдарҙағы ваҡиғалар буйынса ла билдәле. Сөнки Салауат Юлаевтың туғандарына Шайтан-Көҙәй улусына төрмәнән йәшерен рәүештә тапшырылған хаты властар ҡулына эләгә. Хатында автор үҙенән һорау алғанда иптәштәрен һатмауын белдерергә һәм уларҙы ла «беҙҙең өҫтән бушты һөйләмәгеҙ» тип иҫкәртергә маташҡан. Туғандарына мөрәжәғәт итеп, Салауат карателдәр ҡулында тотолған ғаиләһе тураһында хәстәрлек күреүҙәрен һораған. Майҙың тәүге көндәрендә Өфөгә Балаҡатай улусынан Салауаттың туғаны Сағыр Үтәшев килгән була. Салауат уны күренекле пугачёвсылар өсөн ваҡытлыса төрмәгә әүерелгән Өфө ҡалаһы магистратураһы тәҙрәһенән күреп ҡала. Ҡайҙандыр яҙыу кәрәк-ярағын табып, Салауат хат яҙа, һәм төрмә һаҡсыһы Чудиновҡа бабаһы Сағыр Үтәшевкә хатты тапшырыуын үтенә. Әммә Сағыр Үтәшев хатты, Һарт старшинаһы ярҙамсыһы Әбдрәш Әлкәевкә тапшырырға ҡушып, Өфөнән ҡайтып барыусы Тырнаҡлы улусы башҡорто Мөхәмәт Көсөковҡа бирә. Өйгә ҡайтышлай, 20 саҡрым алыҫлыҡта, яза отряды урынлашҡан Атау ауылы (Атаевка) янында Мөхәмәт Көсөков, көтмәгәндә Тырнаҡлы улусы Баймөхәмәт ауылы башҡорто Истыбай Сағыровтың ҡатыны билбауының аҫҡарына йәшерелгән хатты сығарып, отряд командирына тапшыра. Мөхәмәт ҡабат Өфөгә оҙатыла, Сағыр Үтәшевте лә эҙләп табалар, Чудинов та ҡулға алына. Һорау алғанда Мөхәмәт шуны күрһәтә: «сотник Сағыр Үтәшев миңә иҫке төркисә яҙылған хатты Себер даруғаһы Өфө өйәҙе Һарт улусы старшина ярҙамсыһы Әбдрәш Әлкәевкә бирергә ҡушты. Һалырға урын тапмағас, Сағыр уны Болтай ҡатынына бирҙе, һәм ул билбауы аҫҡарына йәшерҙе. Сағыр хатты Әбдрәшкә алып бар тигәс, мин ризалаштым. Хат кемдән һәм унда ни яҙылғанын мин Сағырҙан һораманым, һәм ул да миңә һөйләмәне. Шунан, берәүгә лә күрһәтмәйенсә, ҡатындан хатты алып, Атау ауылында торған капитан ебәргән тәржемәсегә (толмач) бирҙем». Мөхәмәттең артабанғы яҙмышы билдәһеҙ[7].

1834 йылда төп ауылда 20 йортта 122 кеше, яңы ауылда — 12 йортта 52 кеше иҫәпкә алынған.

1842 йылда Иҫке Мөхәмәт ауылында 122 кешегә 30 сирек (бүлендек хужалыҡта 52 кешегә - 5 сирек) ужым һәм 92 сирек (бүлендек хужалыҡта - 40 сирек) яҙғы иген сәселгән.

Биләмә берәмектәренә инеүе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Теркәү йылы Улус, ауыл советы Өйәҙ, кантон, район Губерна, Республика Дәүләт
1757 Тырнаҡлы улусы Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй Империяһы
1816 8-се йорт 8-се Башҡорт кантоны Ырымбур губернаһы Рәсәй Империяһы
1834 8-се йорт 8-се Башҡорт кантоны Ырымбур губернаһы Рәсәй Империяһы
1847 8-се йорт 8-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй Империяһы
1859 8-се йорт 8-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй Империяһы
1895 Иҫке Балаҡатай улусы Златоуст өйәҙе Өфө губернаһы Рәсәй Империяһы
1920 Дыуан-Ҡошсо улусы Мәсәғүт кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы (Бәләкәй Башҡортостан) РСФСР
1926 Үрге Ҡыйғы улусы Мәсәғүт кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы СССР СССР
1935 Ибрай ауыл Советы Ҡыйғы районы Башҡорт АССР-ы СССР СССР
1941 Ибрай ауыл Советы Ҡыйғы районы Башҡорт АССР-ы СССР СССР
1990 Ибрай ауыл Советы Ҡыйғы районы Башҡортостан Республикаһы Рәсәй флагы Рәсәй Федерацияһы

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1906 йыл 279
1920 йыл 26 август 322
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 368
1959 йыл 15 ғинуар 396
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 392
2002 йыл 9 октябрь 497
2010 йыл 14 октябрь 460 230 230 50,0 50,0

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Милли составы

2002 йылғы Бөтә Рәсәй йәниҫәбе мәғлүмәттәренә ярашлы, Иҫке Мөхәмәттә башҡорттар йәшәй (97 %)%)[8].

Ауылдың XIX быуаттың икенсе яртыһындағы үҫеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1859 йылда Иҫке Мөхәмәттә - 19 йортта 179 кеше, икенсеһендә, Яңы Мөхәмәттә, 8 йортта 50 кеше йәшәгән. Бер башҡорт суҡындырылған.

1870 йылда Иҫке Мөхәмәттә 34 йортта 177 кеше йәшәгән.

XIX быуат аҙағында беренсе ауылда системаһыҙ сәсеү әйләнеше күҙәтелә. Яңы ауылда - өс баҫыулы сәсеү әйләнеше. Иҫке ауылда берешәр ашлыҡ һуҡҡыс менән сәскес булған. Йәшелсә баҡсалары ла эшкәртелгән. Иҫке ауылдағы 22 йортҡа барлығы 163 ат, 81 һыйыр, 60 һарыҡ, 17 кәзә тура килгән. Бүлендек хужалыҡтағы 11 йортта - 49 ат, 20 һыйыр, 9 һарыҡ, 2 кәзә аҫыралған. 11 һәм 13 умарта тотолған.

1795 йылдан 15 хужалыҡта 123 кеше, 1865 йылда 34 хужалыҡта — 177 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ, сабата үреү менән шөғөлләнгәндәр[9].

Ауылдың XX быуаттағы һәм бөгөнгө үҫеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1920 йылда Иҫке Мөхәмәттә 59 йортта 322 кеше, Тора Моронда — 18 йортта 81 кешк иҫәпкә алынған.

Әлеге ваҡытта Иҫке Мөхәмәт ауылы халҡы «Кустарь», «Өмөт», «Сирень», «Йәйғор» предприятиеларында хеҙмәт итә.

Иҫке Мөхәмәт ауылында урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, Мәҙәниәт йорто, китапхана бар[10].

Ауылдың үҙенсәлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫке Мөхәмәттә ике тиҫтә йылдан ашыу пляж волейболы популярлаштырыла. Хәҙер унда пляж волейболы фестивалдәре(недоступная ссылка) лә үткәрелә, былтыр уның сираттағы 23-сө сараһы уҙғарылды.

  • Октябрҙең 70 йыллығы урамы (рус.  70 лет Октября (улица)
  • Йәштәр урамы (рус.  Молодёжная (улица)
  • Мәктәп урамы (рус.  Школьная (улица)
  • Әй урамы — (рус.  Айская (улица)
  • Таулы урамы (рус.  Нагорная (улица)
  • Ғатаулла урамы (рус.  Гатауллы (улица)
  • Совет урамы (рус.  Советская (улица)[13]
Ер-һыу атамалары
Килендәр шишмәһе (Зауыт шишмәһе)

Тауҙар:

  • Күҫтәр
  • Сисәкәй, Тирмән, Янбулат, Олотау, Остоҡай

Йылғалар: Әй

Шишмәләр:

  • Һыуыҡ шишмә, Һалҡын шишмә, Ҡара шишмә, Зауыт шишмәһе (Килендәр шишмәһе), Яҙғы шишмә, Ҡоробаш, Янбаш, Бейектау, Уҫаҡкисеү, Өстармаҡ, Һар(ы)үҙәк, Һыйырсапҡан

Ялан-бесәнлектәр:

Таусыҡтар, түбәләр:

Башҡа урын-ер атамалары:

  • Тырнаҡлы— Әйле (әй) башҡорт ҡәбиләһе составындағы ырыу.
  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001, 112—113 с. — 304 с. — ISBN 5—295—02843—7 (рус.)
  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  4. Иҫке Мөхәмәт // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  5. БР Үҙәк тарих архивында йәниҫәп мәғлүмәттәрендә яҙыу насар күренә
  6. Ф. 172. Оп. 1. Д. 34. Ф. 138. Оп. 2. Д. 345, 485.
  7. Гвоздикова И. М. Салават Юлаев. Исследования докумен­тальных источников. С. 52—53; текст письма см. Крестьянская война 1773—1775 гг. на территории Башкирии. С. 321—322, 323.
  8. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
  9. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  10. Иҫке Мөхәмәт // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  11. Указ Президента Российской Федерации от 31.08.1998 г. № 1038 «О награждении государственными наградами Российской Федерации»
  12. БАЗА ДАННЫХ «АКТЁРЫ РОССИИ» 2017 йыл 13 ғинуар архивланған.
  13. Карта д. Старомухаметово. Улицы