Эстәлеккә күсергә

Тәүәтәй

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Тюбетеево битенән йүнәлтелде)
Ауыл
Тәүәтәй
рус. Тюбетеево
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Әлшәй районы

Ауыл биләмәһе

Себенле ауыл Советы (Әлшәй районы)

Координаталар

53°53′02″ с. ш. 55°00′56″ в. д.HGЯO

Халҡы

287[1] кеше (2010)

Милли состав

башҡорттар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

452120

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 202 864 006

ОКТМО коды

80 602 464 126

Тәүәтәй (Рәсәй)
Тәүәтәй
Тәүәтәй
Тәүәтәй (Башҡортостан Республикаһы)
Тәүәтәй

Тәүәтәй (рус. Тюбетеево) — Башҡортостандың Әлшәй районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 390 кеше[2]. Почта индексы — 452120, ОКАТО коды — 80202864006.


Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу сараһына ярашлы, милләттең күпселек өлөшөн башҡорттар тәшкил итә (100 процент)[3].


Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1795 йыл100
1816 йыл112
1870 йыл224
1897 йыл186
1906 йыл 26 август368
1920 йыл 26 август373
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар346
1959 йыл 15 ғинуар481
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар402
2002 йыл 9 октябрь350
2010 йыл 14 октябрь28713715047,752,3

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
  • Район үҙәгенә тиклем (Раевка): 26 км
  • Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Себенле): 2 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Раевка): 26 км
  • Дим урамы (рус. улица Демы)
  • Үҙәк урам (рус. улица Центральная)[4]

Тәүәтәй Себенле ауыл Советы составында. Район үҙәгенән һәм Раевка тимер юл станцияһынан көньяҡҡа табан 26 саҡрым алыҫлыҡта Дим йылғаһы буйында урынлашҡан. Ауылға Нуғай даруғаһы Илекәй-Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе буйынса Бөрйән улусы башҡорттары нигеҙ һала, 1734 йылдан документтарҙа билдәле. Тәүге төпләнеүсе Тәүәтәй Минкин исеме менән аталған. Тәүәтәйҙең улдары һәм ейәндәре ревизия материалдарында күрһәтелә. Өлкән улы Дәүләт (1752—1813), уның улы Көҫәп, 1774 йыл (уның балалары Хәлил, Таймаҫ, Ғәлиулла, Заһиҙулла), Юламан, 1776 йыл (уның улдары Шаһиәхмәт, Баҙран, Сайран), Атанғол (1776—1814), мулла Ҡарабулат, 1787 йыл (уның улдары Рәхмәтулла, Сәйфулла, Хәбибулла). 1795 йылда 16 йортта 100 кеше йәшәгән, 1865 йылда 43 йортта — 224 кеше. Ауыл халҡы малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ менән шөғөлләнгән. 1795 йылда 14 йортта 100 кеше йәшәгән, 1816 йылда — 112, 1834 йылда — 186 кеше, 1859 йылда — 254 кеше, 1870 йылда — 224 кеше,1906 йылда — 368 кеше; 1920 йылда — 373 кеше, 1939 йылда — 346 кеше, 1959—481 кеше; 1989 кеше — 402 кеше; 2002 йылда — 350 кеше; 2010 йылда — 287 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәсет бар[5][6].

  • Йәшлек. 3 ноябрь 2021, Фронтовиктарҙың исемдәре мәңгеләштерелде[7]
  • Осош. Тәүәтәй ауылы. Башҡортостан. 2021 йылдың 8 мартыYouTube сайтында Видео

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]