Фәтүә
Уҡыу көйләүҙәре
(Фәтеүә битенән йүнәлтелде)
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Фәтүә (ғәр. فتوى;юридик нәтижә, ҡарар) — мөфтөйҙең дини, юридик (шәриғәт) мәсьәләһе буйынса (Ислам дине булған илдәрҙә — сәйәси проблемалар буйынса ла) ҡарары йәки фекере. Мөфти мөстәкил рәүештә закон сығармай, ә мосолман хоҡуҡтарының дүрт нигеҙенә: (Ҡөрьән, Сөннә, Ижмағ, Ҡыяс) йәки үзенән өҫтәрәк торған дин һәм хоҡуҡ белгестәренең — мөжтәһиттәрҙең фәтеүәһенә таянып эш итә, фәтеүәлә уның һылтанмаларын, сығанаҡтарын күрһәтә. Ҡайһы бер ваҡыттарҙа фәтеүәләр ғөләмә һәм фикхтарҙың килештерелгән уртаҡ фекере рәүешендә лә иғлан ителә. 1935 йылда әл-Әзһәрҙә фәтеүә биреүсе дин ғалимдары шураһы төҙөлдө. Диниә назараты мөфтиҙәре үҙҙәре фәтеүә сығаралар.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- З. Шафиғи. Рауил Үтәбай-Кәрими. Ислам. Белешмә һүҙлек. Ҡазан-1993 й. ISBN 5-298-00949-2
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Вәлиева М. Ғ. Фәтүә // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |