Хөббулла үҙәге
Хөббулла үҙәге | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Ҡыуандыҡ |
Хөббулла үҙәге (рус. Хуббулла-Узэк) — Ырымбур өлкәһенең көнсығышындағы Ҡыуандыҡ ҡала округы үҙәге Ҡыуандыҡ ҡалаһы ситендәге Ҡыуандыҡ йылғаһы үҙәне[1].
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡыуандыҡ ҡалаһы Һаҡмар йылғаһының һул яҡ яр буйында, Ырымбур ҡалаһынан 194 км көнсығыштараҡ урынлашҡан. Ырымбур төбәге топонимдары белгесе Сергей Михайлович Стрельников аңлатманы яҙып алған ваҡытта үҙәк ҡаланың ситендә, Гребенников урамының йоп һанлы йорттары торған яҡта ҡалған булған. Бында саф һыулы шишмә булғанлыҡтан урындағы халыҡ бик теләп йөрөгән[1].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Был үҙәк әүәле Мәмбәтәй ауылы биләмәһендә булған. Ауыл 1795 йылда ҙур булмаған Ҡыуандыҡ йылғаһы буйында Үҫәргән ырыуы аҫаба башҡорттары нигеҙ һалған булған[2]. Административ йәһәттән Орск өйәҙенә ҡараған. 1915 йылда Мәмбәтәй ауылы йәмәғәте ерҙәре тартып алынып, файҙаланыуҙан алынған майҙанда йылға исеменән алынған Ҡыуандыҡ станцияһы төҙөлә. Тап ул бөгөнгө Ҡыуандыҡтың нигеҙен тәшкил итә[3]
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәҙер инде Ҡыуандыҡ ҡалаһы эсендә ҡалған биҫтәләге үҙәндең Хөббулла үҙәне тип аталғанын ҡасандыр Мәмбәтәй ауылында йәшәгән кешеләрҙең тоҡомдары ғына хәтерләй. Топоним Хөббулла тигән андронимдан килеп сыҡҡан. Ырымбурҙың төбәкте өйрәнеүсе яҙыусыһы, журналист, Ҡыуандыҡ ҡала округының әҙәби тормошон ойоштороусы Сергей Михайлович Стрельников был топонимды яҙып алып өлгөргән һәм үҙенең «Географические названия Кувандыкского района» тигән китабында бәйән иткән. Урыҫтар уны Черников фамилияһынан килеп сыҡҡан Черников дол тигән атама менән йөрөткән[4].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.
- ↑ ГАОО. Ф. 164. Оп. 1. Д. 54, 55, 56
- ↑ Абсалямова Ю. А. Башкиры Восточного Оренбуржья / ИИЯЛ УНЦ РАН. — Уфа, 2016. — 184 с.
- ↑ Хуббулла-Узэк, дол на окраине Кувандыка, рядом с последними домами четной стороны улицы Гребенникова. Здесь чистый родник, пользующийся большой популярностью у местных жителей. Название дола ныне забыто, но его знали башкиры д. Мембетеево, стоявшей некогда на месте Кувандыка и влившейся в состав города. От баш кирского личного мужского имени Хуббулла, узэк — «ложбина (спускающаяся с горы)». «Ложбина Хуббуллы», или же «Дол Хуббуллы». По сведениям информ атора М. Н. Стрельникова, урочище носило у русских название Черников дол (от фамилии Черников)Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Абсалямова Ю. А. Башкиры Восточного Оренбуржья / ИИЯЛ УНЦ РАН. — Уфа, 2016. — 184 с.
- Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.