Эрнст (исем)
Викидатала элемент юҡ |
Эрнст (исем). Башҡорт ир-ат исеме, башҡа төрки халыҡтарҙа ла ҡулланыла.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Эрнст (Эрнест) тигән исем «намыҫлы, изге» тигәнде аңлата. Герман теленән. Һөйләшеү варианттары: Эрни[1].
Билдәле кешеләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ишбирҙин Эрнст Фәйзрахман улы (20 декабрь [[1934 йыл]] — 24 май 2019 йыл) — ғалим-башҡорт теле белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (1990), профессор. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре ([[1995]]).
Сәйетов Эрнст Миңләхмәт улы (2 июнь 1936 йыл — 4 март 2004 йыл) — рәссам-график, педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Профессор (1997). 1971 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (1999), Башҡорт АССР-ының халыҡ (1990) рәссамы.
[[[[Ғәлимов Сәләм исемендәге премия]]|Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһы]] лауреаты (1974).
Юлбарисов Эрнст Мирсаяф улы ([[22 ғинуар]] [[1939 йыл]]) — ғалим-геолог, дәүләт һәм нефть сәнәғәте эшмәкәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1992 — 1998 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Геология һәм ер аҫтын файҙаланыу буйынса дәүләт комитеты рәйесенең 1-се урынбаҫары. Геология-минералогия фәндәре кандидаты (1976), техник фәндәр докторы (1995). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе (1995), Рәсәй Федерацияһының почётлы нефтсеһе (1997), Рәсәй Федерацияһының почётлы ер аҫтын тикшереүсеһе (2009), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1987).
Мулдашев Эрнст Рифғәт улы (1 ғинуар 1948 йыл) — ғалим-офтальмолог, «Бөтә Рәсәй күҙ һәм пластик хирургияһы үҙәге» федераль дәүләт бюджет учреждениеһы директоры. Медицина фәндәре докторы (1995), профессор (1996), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы (1998), СССР—ҙың спортлы туризм буйынса спорт мастеры (1978), СССР—ҙың уйлап табыусыһы (1974).юғары категориялы хирург, Луисвиль университетының (АҠШ) почетлы консультанты, Америка офтальмология академияһының ағзаһы, Мексиканың дипломлы офтальмологы, Халыҡ-ара фәндәр академияһы ағзаһы
Эрнест Хемингуэй (ингл. Ernest Miller HemingwayErnest Miller Hemingway; 21 июль 1899 йыл, Оук-Парк, Иллинойс, АҠШ — 2 июль 1961 йыл, Кетчум, Айдахо, АҠШ) — Америка яҙыусыһы, журналист, әҙәбиәт буйынса Нобель премияһының [[1954 йыл]]ғы лауреты.
Эрнст Гидеон фон Лаудон (нем. Ernst Gideon von Laudohn; 2 февраль 1717 йыл, Тотцен, Латвия — 14 июль 1790 йыл, Ной-Титшейн, Австрия) — барон, генералиссимус, Австрияның Ете йыллыҡ һуғыш ваҡытындағы хәрби етәксеһе.
Эрнст Тельман (нем. Ernst Thälmann; 16 апрель, 1886 йыл, — 18 август, 1944 йыл) — немец коммунистары юлбашсыһы. Германия рейхстагы депутаты (1925 — 1933). Гитлерға һәм уның партияһына ҡаршы иң аяуһыҙ көрәшсе. Национал-социалистар власҡа килгәс, ҡулға алына һәм 11 йыл төрмәлә ултыра. Бухенвальд концентрацион лагеренда нацистар тарафынан үлтерелә.
Эрнест Резерфорд (ингл. Ernest Rutherford; 30 август 1871 йыл, Спринг Грув, Яңы Зеландия — 19 октябрь 1937 йыл, Кембридж) — [[Бөйөк Британия|Британия]] физигы, сығышы менән Яңы Зеландиянан. Химия буйынса Нобель премияһы лауреаты (1908).
Фамилиялар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Эрнст Константин — совет һәм Рәсәй медиаменеджеры, продюсер, режиссёр, сценарист, телевидение алып барыусыһы. «Беренсе канал (Россия)» генераль директоры (1999 йылдың 3 сентябре — хәҙергә тиклем.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |