Эстәлеккә күсергә

Яңы Ишле

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Яңы Ишле
рус. Новые Ишлы
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Миякинский

Ауыл биләмәһе

Көсөгән ауыл Советы (Миәкә районы)

Координаталар

53°29′22″ с. ш. 54°50′48″ в. д.HGЯO

Нигеҙләнгән

1762

Элекке исеме

Түбәнге Ишле

Халҡы

467[1] кеше (2010)

Милли состав

татарҙар, башҡорттар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

452073

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 244 830 005

ОКТМО коды

80 644 430 106

ГКГН номеры

0523868

Яңы Ишле (Рәсәй)
Яңы Ишле
Яңы Ишле
Яңы Ишле (Башҡортостан Республикаһы)
Яңы Ишле

Яңы Ишле (рус. Новые Ишлы) — Башҡортостан Республикаһының Миәкә районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 467 кеше булған[2]. Почта индексы — 452073, ОКАТО коды — 80244830005.

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 467 244 223 52,2 47,8

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Яңы Ишле Көсөгән ауыл Советы биләмәһе составында. Район үҙәгенән көньяҡҡа 18 саҡрым һәм Аксёнов тимер юл станцияһына көньяҡ‑көнсығышҡа табан 61 саҡрым алыҫлыҡта Өйәҙе йылғаһы буйында урынлашҡан. Ауылға Нуғай даруғаһы Илекәй‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1762 йылдың 17 июлендәге керҙәшлек килешеүе буйынса шул уҡ даруғаның Ишле ауыл (хәҙерге Ауырғазы районы) кешеләре нигеҙ һала. Ауыл Түбәнге Ишле исеме менән билдәле булған. Әбделкәрим һәм Әнгилде Йоносов етәкселегендәге яһаҡлы татарҙарҙан торған 11 кеше (Ҡазан дпруғаһы) һәм мулла Урман Ибраһимов, Биктимер Атабаев (Нуғай даруғаһы) үҙ хужалыҡтары өсөн биләмә алыуға ошо килешеү төҙөлгән. Улар аҫабаларға һәр ихатанан бер тапҡыр бирелә торған 4-әр һум аҡса түләгән. Бүленгән ерҙең сиктәре Егән тамағынан ("Тимашев тирмәненә "),Ҡорманай, Сермәнәй йылғаларының үрге ағымына һәм Түр урманына тиклем булған. 1865 йылда 144 йортта 918 кеше йәшәгән. Игенселек, малсылыҡ, урман кәсептәре менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, 3 һыу тирмәне булған. 1906 йылда мәсет, 2 бакалея кибете, тимерлек һәм 2 тирмән теркәлгән. Халҡы: 1906 йылда – 1128 кеше; 1920 йылда – 1433 кеше; 1939 йылда – 927 кеше; 1959 йылда – 780 кеше; 1989 йылда – 513 кеше; 2002 йылда – 563 кеше; 2010 йылда — 467 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Миәкә урта мәктәбе №1 филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.[3] [4]

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]