Эстәлеккә күсергә

Ҡысас

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ҡисас битенән йүнәлтелде)
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Ҡысас (ғәр. قصاص‎ — ҡоһор, ҡон ҡайтарыу; рус. Киса́с) — ислам хоҡуҡиәтендә (Фиҡһ) шәриғәт енәйәттәрҙең аныҡ санкцияһын — ҡысасты билдәләй. Дөйөм ҡабул ителгән билдәләмә буйынса, ҡысас — ул ауырлығы буйынса хоҡуҡ боҙолған ғәмәлгә тиң яза[1]

Исламға тиклем ҡысас ике формала осрай. Шуларҙың береһе — ғәйеплене «кешенең физик тейелгеһеҙлегенә ҡаршы ҡылынған» енәйәттәре өсөн «шундай уҡ ғәмәл менән язалау, ҡон ҡайтарыу». Икенсе ҡушымта енәйәтсенең һәм ҡорбандың социаль статусы менән бәйле. Әгәр кеше ҡатын-ҡыҙҙы, ҡолдо йәки башҡа ҡәбиләнән күренекле кешене үлтерһә, яуап итеп «үлтереүсенең ҡәбиләһенән шундай уҡ статуслы» кеше үлтереләсәк[2]. Ҡысастағы социаль эквивалентлыҡ шарты, социаль йәһәттән түбән синыфҡа ҡараған кешеләр юғары синыфтан берәүҙе үлтерһә, ҡысас ҡулланыласаҡ, тигәнде аңлата. Был шарт шулай уҡ, әгәр юғары ҡатламдан кемдер түбәнге ҡатлам кешеһен үлтерһә, уны ҡулланыу мөмкин түгел тигәнде аңлата. Мәгәр дийә (вира) түләнергә мөмкин.

Ҡөрьәндә «Социаль тигеҙлек статусы» ошо рәүешле сағылыш таба[3].

« Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Һеҙгә кеше үлтергән өсөн ҡон ҡайтарыу бойоролдо: ирекле кеше өсөн — ирекле һәм ҡол өсөн — ҡол, һәм ҡатын-ҡыҙ өсөн — ҡатын-ҡыҙ. Әгәр берәүгә ҡәрҙәше тарафынан нимәлер ғәфү ителһә, ул уаҡытта ғөрөф-ғәҙәт буйынса хәл ителә һәм был түләү хәйерле була. Был — һеҙҙең Раббығыҙҙан һеҙгә еңеллек һәм шәфҡәт. Әгәр кем дә булһа ошонан һуң дошманлыҡ ҡылһа, уға әрнеткес ғазап булыр!
»

Ҡөрьәндә һәм Сөннәттә

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡысас Ҡөрьәндә[4] һәм Мөхәммәт Пәйғәмбәр сөннәтендә телгә алына[5].

Аңлы рәүештә үлтереү һәм тергеҙеп булмай торған тән йәрәхәттәре был категорияның төп енәйәттәре тип һанала[1]. Әгәр ҙә үлем бәхетһеҙ осраҡ арҡаһында килеп сыҡһа (һуғышҡанда, һаҡһыҙлыҡтан, тәжрибәһеҙлек арҡаһында), ҡысас урынына дийә түләнелә. Дийәне түләү шул иҫәптән үлтереүсенең яҡын туғандарына ла һалына[6].

Ҡысас үлтерелгән кеше өсөн йолом түләү менән (дийә) йәки яраланған кеше өсөн түләү менән (ғәрш) алмаштырылыуы мөмкин[7]. Мөхәммәт Пәйғәмбәр заманында дийә 100 дөйәгә (200 үгеҙгә йәки 2000 һарыҡҡа) тиң булған[8]. Ғәрш күләме йәрәхәтләнеү ауырлығына ярашлы иҫәпләп сығарылған. Мәҫәлән, ҡул өҙөлгәндә дейәнең яртыһына тигеҙ; тешһындырылғанда — дийәнең унынсы өлөшө һәм башҡалар[6]. Ҡон социаль тиң хоҡуҡлылыҡ шарттарында һәм ниндәй кешенең кемделер үлтереүҙәрен иҫәпкә алып ҡайтарылған.

Хәҙерге ваҡытта ҡысас күп кенә мосолман илдәрендә ҡулланыла (Сәғүд Ғәрәбстаны һәм Иран һ. б.)[9][10]. Ул тик суд ҡарары буйынса ғәҙәттән тыш осраҡтарҙа ғына тәғәйенләнә, сөнки шәриғәт судтары дийә түләтеү менән сикләнергә тырыша. Ҡысасты ҡат (палач), йәки зыян күреүсенең туғандарының береһе башҡара. Ғәйепләнеүсе судтан ҡасҡан осраҡта, ул ситтән тороп һөргөнгә ебәрелә, ә дийәне уның туғандары түләй[11].

Балиғ булмағандарға йәки психик ауырыуҙары булған кешеләргә ҡарата ҡысас ҡулланылмай[6].

Ҡысасты ҡулланыу 2009 йылда көнбайыш киң мәғлүмәт сараларының иғтибарын йәлеп итә. 2004 йылда Иранда Мәжит Мовахеди тигән кеше Әминә Баһрамиҙың (ингл. Ameneh Bahrami) йөҙөнә көкөрт кислотаһы һибеп һуҡырайта. Хөкөм ҡарарын ҡатын, Мовахедиҙың һәр күҙенә 5-әр тамсы кислота һалып, үҙе башҡарырға тейеш була. 2011 йылда Баһрамиҙың үтенесе буйынса хөкөм ҡарары аҡсалата түләүгә үҙгәртелә[12].

  1. 1,0 1,1 Кисас // Юридический словарь. 2000.
  2. Архивированная копия. Дата обращения: 22 сентябрь 2021. Архивировано 2 сентябрь 2021 года.
  3. (Аль-Бакара 178)
  4. Әл-Бәҡара https://ru.quranacademy.org/quran/2:178-179-178-179/kul, Әл-Мәида https://ru.quranacademy.org/quran/5:45-45/kul, Әл-Исра https://ru.quranacademy.org/quran/17:33-33/kul,
  5. Абу Дауд Сунан Абу Дауда. Дийа, 5
  6. 6,0 6,1 6,2 Али-заде, 2007
  7. Әл-Мәида https://ru.quranacademy.org/quran/5:45-45/kul
  8. 100 верблюдов в денежном исчислении равнялось приблизительно 1000 золотых динаров, либо 12000 серебряных динаров
  9. A Guide to the Legal System of the Islamic Republic of Iran 2018 йыл 4 декабрь архивланған., March 2006
  10. WLUML: News and Views. Дата обращения: 15 ноябрь 2012. Архивировано из оригинала 27 сентябрь 2007 года. 2007 йыл 27 сентябрь архивланған.
  11. Ислам: ЭС, 1991
  12. Иранец Маджид Мовахеди не будет ослеплен кислотой в честь праздника Рамадан 2011 йыл 13 декабрь архивланған. SlavicVoice.org 02.08.2011
  • Боголюбов А. С. Кисас // Ислам: энциклопедический словарь / Отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, ГРВЛ, 1991. — С. 138. — 315 с. — 50 000 экз. — ISBN 5-02-016941-2.
  • Али-заде, А. А. Кысас // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).
  • Ḳiṣāṣ / Schacht, J. // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)