112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Флаг Красной армии 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы
112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы
Наградалары:
Совет гвардияһы Ленин ордены ||Ҡыҙыл Байраҡ ордены|| II дәрәжә Суворов ордены ||II дәрәжә Кутузов ордены
Ғәскәр:

ҡоро ер ғәскәрҙәре

Ғәскәр төрө:

кавалерия

Һуңынан килеүсе:

16-сы гвардия кавалерия дивизияһы

Шайморатовҡа һәйкәл. Тыуған ауылында ҡуйылған

Башҡорт атлы дивизияһы — 1942 йылдың яҙында И. В. Сталин бойроғо буйынса ойошторолған дивизия. Дивизия командиры итеп 42 йәшлек тәжрибәле кадровый офицер, полковник Миңлеғәле Шайморатов билдәләнә.

Тарихи хроника[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡорт кавалерия дивизияһы байрағы

Дивизия төҙөлөп бөткәндә уның составындағы яугирҙарҙың 81,4 проценты — башҡорттар, 14,5 проценты — татарҙар, 3,3 проценты урыҫтар һәм башҡалар була.

1941 йылдың ғинуарында — 1942 йылдың ғинуарында полктарҙың даими командирҙары — майор Таһир Тайып улы Күсимов, майор Гәрәй Нафиҡов, майор Ғариф Макаев тәғәйенләнә. 1941 йылдың 25 декабрендә дивизия командиры вазифаһын полковник Миңлеғәле Шайморатов үтәй башлай.

1942 йылдың апреленән 1943 йылдың февраленә ҡәҙәр дивизияның башҡорт телендә үҙ баҫмаһы — «Ҡыҙыл атлылар» гәзите сыға.

1942 йылдың 22 мартында БАССР-ҙың Юғары Советы Президиумы рәйесе Рәхим Ибраһимов дивизияға БАССР Юғары Советы Президиумы һәм Халыҡ Комиссарҙары Советының байрағын тапшыра.

1942 йылдың 2 июленән дивизия Брянск фронтының 3-сө армияһы составында хәрби хәрәкәттәрҙә, Сталинград һуғышында ҡатнаша. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн дивизияның 213 һалдаты һәм командиры хөкүмәт наградаларына лайыҡ була.

Дивизия 400 километрҙан ашыу хәрби юл үтеп, йөҙҙән ашыу ауыл-ҡаланы азат итеүҙә ҡатнаша, 3000 тиерлек дошман һалдатын һәм офицерын, 56 танкыһын, 6 самолетын, 6000 автомашинаһын юҡ итә.

1942 йылдың 10 июлендә 294-се полк командиры майор Гәрәй Нафиҡов һәләк була.

1943 йылдың 23 февралендә дивизия командиры генерал-майор М. Шайморатов һәләк була. Дивизия менән полковник Григорий Белов етәкселек итә башлай.

1943 йылдың 21 сентябрендә Черниговты азат итеүҙә күрһәткән батырлығы өсөн дивизияға «Черниговская» исеме бирелә.

Днепр янындағы яуҙа ҡатнашҡан өсөн дивизияның 1,4 мең һалдаты һәм командиры орден һәм миҙалдар менән бүләкләнә, 54 кеше «Советтар Союзы Геройы» исеменә лайыҡ була.

1943 йылдың ноябрендә Белоруссия ҡалаларын һәм ауылдарын азат итеүҙә, 1944 йылдың 8 ғинуарынан 14-енә тиклем Мозырь рейдында ҡатнаша һәм Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградлана.

Украина ҡалаларын һәм ауылдарын азат итеүҙә ҡатнашҡан өсөн дивизия — II дәрәжә Суворов ордены, ә 58-се һәм 62-се гвардия атлылар полкы һәм 148-се артиллерия-минометсылар полкы, Томашув-Мазовецкий ҡалаһын азат итеүҙә ҡатнашҡан өсөн 60-сы гвардия атлылар полкы Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградлана.

1945 йылдың 10 февраленән 4 апреленә тиклем дивизия — Көнсығыш Померан, 1945 йылдың 19 апреленән 5 майға тиклем Берлин стратегик операцияһында ҡатнаша. II дәрәжә Кутузов ордены менән наградлана.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында дивизия Дондан Эльбаға тиклем 4 мең километрҙан ашыуыраҡ ер үтә. Һуғышта күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн Юғары Баш командующийҙың бойороҡтарында 15 тапҡыр билдәләнә. Ленин ордены менән бүләкләнә.

Дивизияның 3860 яугиры орден һәм миҙалдар менән бүләкләнә. 78 кеше — Советтар Союзы Геройы исеменә һәм биш кеше Дан орденының тулы кавалеры исеменә лайыҡ була.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]