Белорус диаспораһы
Белорус диаспораһы | |
Белорус диаспораһы Викимилектә |
Белорус диаспораһы (белор. Беларуская дыяспара) — Белоруссиянан ситтә йәшәгән белорус сығышлы кешеләр берләшмәһе.
Төрлө тикшеренеүҙәр мәғлүмәттәре буйынса, белорус диаспораһы 2,5 — 3,5 миллион кеше тәшкил итә. Был иҫәпкә XIX быуат аҙағы — XX быуат башында Белоруссия территорияһынан эмиграцияға китеүселәрҙең вариҫтары, шулай уҡ икенсе донъя һуғышы осоро һәм 1990-сы йылдарҙағы эмигранттар инә. Белорус диаспораһының икенсе төркөмө — СССР эсендә күсенгән, ул тарҡалғандан һуң башҡа советтан һуңғы дәүләттәрҙә йәшәгән кешеләр. Айырым төркөмдө белорус диаспораһы менән бәйле ерле белорус аҙсылығы тәшкил итә. Улар Беларусь Республикаһының Польша, Литва һәм Рәсәй менән сигендә йәшәй.
Белоруссиянан күсеп килеүселәрҙең айырым төркөмөн белорус йәһүдтәре барлыҡҡа килтерә, улар АҠШ-та һәм Израилдә общиналар ойошторған.
Рәсми халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, үҙҙәрен белорус тип иҫәпләүсе кешеләр һанының кәмеүе күҙәтелә. Иң ҙур һәм ойошҡан белорус диаспоралары Рәсәйҙә, Украинала, Польшала, АҠШ-та, Канада>ла, Бөйөк Британияла, Литвала, Латвияла һәм Эстонияла бар.
Минскиҙа «Ватан» донъя белорустары ассоциацияһы (Ассоциация белорусов мира «Бацькаўшчына») — бөтә донъялағы белорус сығышлы кешеләрҙе берләштергән халыҡ-ара ойошма булып тора. Ойошма 1990 йылда булдырылған. Әлеге ваҡытта «Бацькаўшчына» ағзалары булып 28 илдән 135 белорус диаспораһы ойошмаһы тора.
1919 йылдан беларусь Халыҡ Республикаһының ҡыуылған хөкүмәте сит илдәрҙә, бигерәк тә Төньяҡ Америкала һәм Көнбайыш Европала күп кенә белорустарҙы берләштереүсе үҙәк булып тора.
БМО мәғлүмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]БМО мәғлүмәттәре буйынса, 2017 йылда донъяла белорус эмигранттарының һаны донъяның 55 илендә 1,5 миллион самаһы кеше тәшкил итә[1].
Ил | Кеше иҫәбе |
---|---|
Рәсәй Федерацияһы | 764 819 |
Украина | 247 989 |
Польша | 79 534 |
Ҡаҙағстан | 70 858 |
АҠШ | 59 517 |
Латвия | 44 485 |
Италия | 32 952 |
Литва | 32 093 |
Үзбәкстан | 26 266 |
Германия | 25 617 |
Израиль | 22 548 |
Канада | 12 131 |
Эстония | 11 331 |
Ҡырғыҙстан | 9 748 |
Чехия | 4 187 |
Испания | 3 922 |
Бөйөк Британия | 3 881 |
Төркмәнстан | 3 841 |
Франция | 3 451 |
Молдова | 3 259 |
Швеция | 2 865 |
Австралия | 2 156 |
Австрия | 1 835 |
Бельгия | 1 597 |
Греция | 1 430 |
Швейцария | 1 239 |
Грузия | 1 087 |
Норвегия | 1 072 |
Болгария | 1 064 |
Португалия | 962 |
Дания | 815 |
Ливия | 778 |
Тажикстан | 698 |
Ирландия | 657 |
Әзербайжан | 450 |
КАР | 395 |
Финляндия | 391 |
Нидерланд | 368 |
Кипр Республикаһы | 362 |
Төркиә | 354 |
Әрмәнстан | 327 |
Аргентина | 315 |
Мысыр | 262 |
Словакия | 223 |
Венгрия | 216 |
Словения | 156 |
Сербия | 133 |
Хорватия | 91 |
Исландия | 45 |
Люксембург | 43 |
Мальта | 35 |
Бразилия | 10 |
Коста-Рика | 5 |
Боливия | 5 |
Чили | 5 |
Донъяла | 1 484 875 |
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ International migrant stock: The 2017 revision (ингл.). un.org. Дата обращения: 25 апрель 2022. Архивировано 10 апрель 2019 года.
- ↑ International migrant stock: The 2017 revision (ингл.). un.org. Дата обращения: 25 апрель 2022. Архивировано 10 апрель 2019 года.
- ↑ Белорусы зарубежья . mfa.gov.by. Дата обращения: 24 март 2021. Архивировано 3 март 2021 года.