Эстәлеккә күсергә

Исмәғилев Заһир Ғариф улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Заһир Исмәғилев битенән йүнәлтелде)
Заһир Исмәғилев
Заһир Ғариф улы Исмәғилев
Төп мәғлүмәт
Исеме

Заһир Ғариф улы Исмәғилев

Тыуған

8 ғинуар 1917({{padleft:1917|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})

Тыуған урыны

Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе[1]
Сермән ауылы

Үлгән

30 май 2003({{padleft:2003|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (86 йәш)

Үлгән урыны

Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Һөнәрҙәре

композитор

Инструменттар

фортепиано, ҡурай

Наградалар
IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены
IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены
Ленин ордены — 1971 Октябрь Революцияһы ордены — 1987 Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены — 1967 Халыҡтар Дуҫлығы ордены  — 1977
«Почёт Билдәһе» ордены  — 1949 Салауат Юлаев ордены
СССР-ҙың халыҡ артисы— 1982 РСФСР-ҙың халыҡ артисы— 1968||

Хата: рәсем асылмай йәки юҡ.

||
Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы
Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы
Салауат Юлаев исемендәге премияһы
Салауат Юлаев исемендәге премияһы
 Аудио, фото, видео Викимилектә
Сермәндә Заһир Исмәғилевтың йорт-музейы

Заһир Ғариф улы Исмәғилев (8 ғинуар 1917 йыл — 30 май 2003 йыл) — башҡорт композиторы. БАССР-ҙың (1963), РСФСР-ҙың (1968) һәм СССР-ҙың (1982) халыҡ артисы. Башҡортостан Фәндәр Академияһы академигы.

Заһир Исмәғилев 1917 йылдың 8 ғинуарында Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе Үрге Сермән ауылында[1] тыуған.

Түбәнге Сермән ауылында ете йыллыҡ башҡорт мәктәбендә уҡый. Бала саҡтан милли музыка менән мауыға, ҡурайҙа уйнай. Атаһы улының урмансы булыуын теләй. 1932 йылда Инйәр урман-химия техникумына уҡырға инә, уны ваҡытынан алда тамамлай һәм Белорет леспромхозында таксатор булып эш башлай. 1934 йылда Белоретҡа гастролдәр менән Өфө артистары килеүе тураһында ишеткәс, 30 саҡрым алыҫлыҡтағы Белоретҡа китә. Унда үҙенең яҡташы Арыҫлан Мөбәрәковты осратып, ҡурайсы итеп концертта ҡатнаштырыуын һорай. Осраҡлы рәүештә генә Заһир Исмәғилевкә ауырып киткән артист-ҡурайсыһын алмаштырырға тура килә. Сәхнәгә бик ҡыйыуһыҙ ғына сыҡһа ла, сығышын бик оҫта башҡара. — Һин музыкант булырға тейешһең! — тип, Булат Имашев Өфөгә Башҡорт академия драма театры янындағы студияға уҡырға саҡыра. 1937 йылда П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү консерваторияһының башҡорт төркөмөнә (педагогы В. А. Белый) уҡырға инә.

Һуғыш ваҡытында Өфөлә эшләй, фронт бригадалары концерттарында ҡатнаша, патриотик йөкмәткеле йырҙар яҙа.

1948 йылда студияла уҡыуын тамамлағас, Мәскәү консерваторияһының композиторлыҡ факультетына уҡырға инә, уны 1954 йылда композиция класы (педагогы В. Г. Фере) буйынса тамамлай. Диплом эше — «Салауат Юлаев» операһы.

Композиторҙың ижады киң күләмле. Милли опера, камера-вокал, хор һәм инструменталь музыканы үҫтереүгә ифрат ҙур өлөш индерә. Әҫәрҙәренең идея йүнәлеше һәм тематикаһы замана талаптарына тап килә һәм дуҫлыҡ һәм мөхәббәт темаларын раҫлаған гражданлыҡ-патриотик, ижадының милли йүнәлешен сағылдыра. Үҙенең ижадында урыҫ музыкаль мәҙәниәте классиктары традицияларын, уларҙың тарихи һәм музыкаль-драматик концепцияларын үҫтереү буйынса эшен дауам итә (М. Глинка, М. Мусоргский, Н. Римский-Корсаков, А. Бородин).

Операларҙа милли-тарихи тематикаға, билдәле тарих шәхестәр образдарын кәүҙәләндереүгә тартыла. Улар араһында милли батыр тураһында бәйән иткән «Салауат Юлаев» тарихи-героик операһы, «Урал илселәре» һәм «Ҡаһым түрә» героик-эпик опералары. «Аҡмулла» операһының үҙәгендә — XIX быуаттағы башҡорт шағир-мәғрифәтсеһе образы. «Шәүрә» һәм «Ағиҙел тулҡындары» опералары, «Ҡоҙаса» һәм «Алмаҡай» музыкаль комедиялары лирик-драматик әҫәрҙәре төрҙәренә инә.

Милли хор кантатаһы, оратория («Мин — рәсәйле», «Әсә һүҙе» һәм башҡалар), симфоник музыкаһы (оркестр менән фортепьяно өсөн Концерт һәм Концертино, «Байрам увертюраһы», Симфоник сюита) жанрҙарын үҙтереүгә байтаҡ өлөш индерҙе. Композиторҙың камера-вокал ҡыҙыҡһыныуҙары өлкәһенә 300-ҙән ашыу йыр һәм романстар тәшкил итә. Йырҙар ижад иткән композиторҙарҙың береһе була, уларҙа нескә субъектив лирик ҡараш, тәбиғәт һүрәтләмәләре, юмористик жанрлы йырҙар сағылыш таба («Һандуғас» (Я. Ҡолмой һуҙ.), «Котелок» (Н. Нәжми һүҙ.), «Грузин сәйе, башҡорт балы» (С. Ҡудаш һүҙ.) һәм башҡалар.

Заһир Исмәғилевтың әҫәрҙәре Рәсәйҙә, СССР-ҙың элекке милли республикаларында һәм сит илдәрҙә (Болгария, Ҡытай, Румыния, Төньяҡ Корея, Югославия, Эфиопия) башҡарыла, даими рәүештә нәшер ителә һәм «Мелодия» Бөтә Союз грампластинкалар фирмаһында яҙҙырыла, Бөтә Союз, башҡорт радиоһы һәм телевидение фондарында һаҡлана.

Өфө сәнғәт институтын ойоштороусыһы һәм тәүге ректоры (1968—1988) (доцент с 1973 йылдан 1973 йылдан доцент, 1977 йылдан профессор).

СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. 1941—1944 йылдарҙа — яуаплы секретарь, 1954—1978 йылдарҙа — Башҡорт АССР-ының Композиторҙар союзы рәйесе, РСФСР-ҙың Композиторҙар союзы секретары (1960 йылдан).

1943 йылдан — ВКП(б) ағзаһы. Башҡорт АССР-ының Юғары Советы рәйесе (6-8 саҡырылыштар).

2003 йылдың 30 майында Өфө ҡалаһында вафат була, Өфө мосолман зыяратында ерләнә.

  • Ҡыҙы — Исмәғилева Ләйлә Заһир ҡыҙы (1946), башҡорт композиторы, Рәсәй Федерацияһының (1998) һәм Башҡорт АССР-ының (1984) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Рәсәй Композиторҙар союзы (СССР) һәм [[Башҡортостан Республикаһы Композиторҙар союзы] ағзаһы, Д. Шостакович исемендәге Рәсәй Композиторҙары союзы премияһы лауреаты (1983). Башҡортостан Республикаһы Композиторҙар союзы рәйесе (2013 йылдан).
  • Ҡыҙы — Гүзәл Заһир ҡыҙы Исмәғилева, филолог
  • Дочь — Таңсулпан Заһир ҡыҙы Исмәғилева, педагог
  • Ҡатыны — Мәсүфә Хәсән ҡыҙы Бәҙәүетдинова-Исмагилова (1921—2015)

Башҡорт халыҡ йырҙарын эшкәртеүе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорт легендаларына һәм йырҙарына нигеҙләнгән «Сыңрау торна» балеты һәм «Ҡаһым түрә», «Салауат Юлаев», «Шәүрә» опералары, «Кутузов», «Хисам» йырҙарын a cappella хоры өсөн, «Сәлимәкәй», «Таштуғай», «Шаһибәрәк» йырҙарын тауыш һәм фортепиано өсөн эшкәртеүҙәре, «Башҡорт туйы», Баязит Бикбайҙың «Ҡаһым түрә» (йәки «1812 йыл») драматик спектаклдәренә (1957) яҙған музыкаһы башҡорт музыкаль классикаһының алтын фондын тәшкил итә[2].

Опералар

  1. «Салауат Юлаев» (1955)
  2. «Шәүрә» (1963)
  3. «Ағиҙел тулҡындары» (1972, беренсе исеме — «Гөлзифа» (1967)
  4. «Урал илселәре» (1982)
  5. «Ҡаһым-түрә» (1963)
  6. «Аҡмулла» (1986)

Бөтәһе лә Башҡорт опера һәм балет театрында ҡуйыла.

Балеттар «Сыңрау торна» (1944, Л. Б. Степанов менән берлектә), «Зыя-Ҡурмыш» (1973)

Музыкаль комедиялар «Ҡоҙаса» (1959), «Алмаҡай» (1990)

Кантаталар «Хат» (М. Кәрим һүҙ., 1952), «Ленин тураһында» (Р. Ниғмәти, 1959), «Ленинға дан йырлайбыҙ» (Ҡ. Даян, 1970), «Мин — рәсәйле» (1973); Хорҙар «Әсә һүҙе» хорҙар циклы (Р. Назаров, 1972)

Йырҙар һәм романстар

Барыһы 300-ҙән ашыу, улар араһында «Батырҙар йыры» (Н. Нәжми), «Генерал Шайморатов» (Ҡ. Даян), «Ел, ерәнем» (Н. Иҙелбай), «Дан һиңә, Башҡортостан» (Р. Ниғмәти), популяр шаян йырҙар — «Котелок» (Н. Нәжми), «Грузин сәйе, башҡорт балы» (С. Ҡудаш), лирик йырҙар һәм романстар — «Һандуғас» (Я. Ҡолмой), «Былбылым» (Я. Ҡолмой), «Мин яратам» (Ҡ. Даян), «Тыуған ер» (X. Ғиләжев), «Ватаныма» (Б. Бикбай), «Айлы юл» (М. Кәрим), вокаль циклы — «Уралым» (Б. Бикбай), «Тау шишмәһе», «Уралға маҡтау» (Ҡ. Даян), «Тауҙар йырҙары», «Күтәрелдем Урал башына» (Н. Нәжми), «Ватаным-Урал» (С. Юлаев), «Кәкүк», «Урал ҡыҙы», «Фәйрузәкәй», «Мәжлес йыры», «Ватаным улдарына», «Байғужа», «Еңеүселәргә дан» һәм башҡалар) (башҡорт һәм татар шиғырҙарына).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Заһир Исмәғилев һәйкәле
  • 2008 йылдың октябрендә Өфөлә Башҡорт опера һәм балет театры янындағы скверҙа З. Исмәғилевкә һәйкәл асылды
  • 2006 йылда композитор хөрмәтенә Көньяҡ Өфө микрорайонында яңы урамға уның исеме бирелде
  • Заһир Исмәғилев хөрмәтенә Белорет районы Сермән ауылындағы урамға уның исеме бирелде
  • Үҙе иҫән сағында Белорет районы сермән ауылында музей асылды[3].
  • Өфө дәүләт сәнғәт институты Заһир Исмәғилев исемен йөрөтә
  • 2007 йылда З. Исмәғилев исемендәге тәүге Халыҡ-ара музыканттар конкурсы үткәрелде.

Викидәреслектә