Эстәлеккә күсергә

Мөжтәһид

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Мөжтәһид (ғәр. مُجْتَهِدٌ‎; рус. Муджтахид — тырыш, ҙур белемле) — юғары дәрәжәле фаҡиһ (ислам дине белгесе). Мөжтәһид дин һәм шәриғәттең мөһим мәсьәләләре буйынса фәтүә сығарыу хоҡуғына эйә (фиҡһ). Ул башҡа дин әһелдәренең (фаҡиһтар) фекер йөрөтөүенә түгел, ә Ҡөрьән аяттарына һәм Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең хәҙистәренә таянырға тейеш.

Сөнниҙәр һуңғы мөжтәһидтәр тип дүрт сөнни мәҙһәбкә нигеҙ һалыусыларҙы (Әбү Хәнифә, Мәлик ибн Әнәс, Мөхәммәт әш-Шәфиғи һәм Әхмәт ибн Хәнбәл) иҫәпләйҙәр. «Ижтиһад ҡапҡаһы ябылыу менән» тере сағында мөжтәһид дәрәжәһенә өлгәшеү мөмкин түгел тиерлек[1]. Шиғыйҙарҙа мөжтәһид тип Ҡөрьәнде шәрехләүҙә (тәфсир), шәриғәтте, хәҙистәрҙе һәм ислам хоҡуғын (фиҡһты) белеүҙә камиллыҡҡа өлгәшкән фаҡиһтар иҫәпләнә. Тик бик аҙ фаҡиһтар ғына мөжтәһид тип танылған[2].


Мөжтәһит эйә булырға тейешле сифаттар ошолай:[1][3]

  • ғәрәп телен һәм ғәрәп грамматикаһын, синтаксисын, морфологияһын һ.б. иркен белеү;
  • ниндәй ҙә булһа мәсьәләләрҙә берҙәм фекер булған барлыҡ һорауҙар буйынса мәғлүмәтле булыуы (ижмә);
  • аналогия буйынса фекерләү алымын ҡуллана белеү (ҡыяс);
  • иманлылыҡ һәм ихлас ниәт.
  1. 1,0 1,1 Ньюби, 2007, с. 194
  2. Гогиберидзе, 2009, с. 144—145
  3. Кто такие муджтахиды? Ислам.by (1 август 2012). Дата обращения: 25 июнь 2013. Архивировано из оригинала 2 апрель 2015 года. 2015 йыл 2 апрель архивланған.
  • Али-заде, А. А. [544 Муджтахид] // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).
  • Гогиберидзе Г. М. Исламский толковый словарь. — Ростов н/Д: Феникс, 2009. — 266 с. — (Словари). — 3000 экз. — ISBN 978-5-222-15934-7.
  • Ньюби Г. Краткая энциклопедия ислама = A Concise Encyclopedia of Islam / Пер. с англ.. — М.: Фаир-пресс, 2007. — 384 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-8183-1080-0.
  • Муджтахид / Рощин М. Ю. // Монголы — Наноматериалы. — М. : Большая российская энциклопедия, 2013. — С. 382. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов ; 2004—2017, т. 21). — ISBN 978-5-85270-355-2<.