Һайланған мәҡәлә
|
Баһрам Гур фирүзә йәшел һарайҙа. 1524/1525 йылғы миниатюра. Герат мәктәбе. Метрополитен-музей, Нью-Йорк
«Ете гүзәл» (фарс. هفت پیکر — Хафт пайкар) — фарсы поэзияһы классигы Низами Гәнжәүиҙең 1197 йылда фарсы теленда яҙылған һәм «Хәмсә» исемле йыйынтығына ингән дүртенсе поэмаһы. Әҫәр Мараға хакимы Әләәтдин Көрпә-Арслан ибн Ағ-Сонғорға бағышланған. Поэманың исемен ике төрлө тәржемә итеп була — «ете портрет» тип тә, «ете гүзәл» тип тә. Әҫәрҙең исеменән үк уға метафора хас булыуы күренә. Низами һүҙ уйнатыу аша уға ике мәғәнә һалынған исем биргән.
Поэманың сюжетына сәсәни шаһы Баһрам Гур (420—439 йылдар) тураһында риүәйәт ятҡан. Поэманың яртыһын тиерлек Баһрамдың ҡатындарының ете хикәйәһе тәшкил итә, был батшабикәләр ете сатыр һарайҙа йәшәй, һәр сатыр, боронғо мифологияға ярашлы, берәй планетаға һәм аҙнаның бер көнөнә бағышлана һәм төҫө лә шуға бәйле.
↪ дауамы…:
Исемлек (122) | Үҙгәртеү
|
|
|
25 март юбилярҙары
|
тулы исемлек
- Пожитков Александр Петрович (1928—26.03.1979), нефтехимик. 1953—1979 йылдарҙа Салауат нефть химияһы комбинаты эшсеһе. Ленин ордены кавалеры (1966). Сығышы менән хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Новоспасское ауылынан.
- Мәмлиев Максат Шәрәфетдин улы (1933), ветеринар табип. 1987—1999 йылдарҙа республика агросәнәғәт идаралығының ветеринария бүлеге начальнигы, тоҡомсолоҡ берекмәһенең баш ветеринар табибы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ветеринар табибы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Благовар районының Үрге Ҡарғалы ауылынан.
- Уразаев Камил Әхмәтвәли улы (1938), ғалим-геолог. 1979—1983 йылдарҙа «Уралоразведка» тематик экспедицияһының баш геологы һәм начальнигы. Геология фәндәре докторы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Учалы районынан.
- Кәримов Йәғәфәр Сәхи улы (1943), педагог, мәғариф һәм партия органдары хеҙмәткәре. 1971 йылдан Баймаҡ ҡалаһының 1-се урта мәктәбе уҡытыусыһы, уҡыу эштәре мөдире, 1990 йылдан — директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары, 2003—2010 йылдарҙа — уҡытыусы. 1985—1990 йылдарҙа КПСС-тың Баймаҡ район комитетының сәйәси ағартыу кабинеты консультанты, мөдире. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1987), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2003). Сығышы менән ошо райондың Байыш ауылынан.
- Сәйфүғәлиев Зәки Зыя улы (1943), санитар табип. 1977—2005 йылдарҙа Тәтешле районының баш санитар табибы. Башҡортостандың атҡаҙанған табибы.
- Ниғмәтуллина Үлмәҫбикә Бәҙретдин ҡыҙы (1948), иретеп йәбештереүсе, йәмәғәтсе. 1968—2008 йылдарҙа Стәрлетамаҡтағы «Сода» производство берекмәһенең электр һәм газ менән иретеп йәбештереүсеһе. СССР-ҙың туғыҙынсы саҡырылыш Юғары Советы депутаты. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1973). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Әбйәлил районының Хәмит ауылынан.
- Кутонов Дмитрий Федорович (1953—5.12.1985), Анголалағы хәрби хәрәкәттәрҙә һәләк булған хәрби хеҙмәткәр, летчик-инструктор, вертолет экипажы командиры, майор. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (үлгәндән һуң). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Федоровка районының Весёловка ауылынан.
- Янгуатова Светлана Иликбаевна (1953), малсы, йәмәғәтсе. Ҡалтасы районы «Восход» хужалығы Иҫке Турай фермаһының элекке һауынсыһы, мөдире. Бер нисә саҡырылыш ауыл советы депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2008). Сығышы менән ошо ауылдан.
- Евсюкова Светлана Александровна (1958), педагог. 1977—2000 йылдарҙа Хәйбулла районы Атингән урта мәктәбе уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 1989—1991 йылдарҙа — директор урынбаҫары. Рәсәйҙең халыҡ мәғарифы отличнигы (1992). Сығышы менән хәҙерге Свердловск өлкәһенең Саргая ҡасабаһынан.
- Ғәрифуллин Илдар Вил улы (1963), муниципаль һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. 2012 йылдан Ҡариҙел район хакимиәте башлығы, 2021 йылдан Башҡортостан Республикаһы экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министры урынбаҫары, беренсе урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2005), Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (2013), Салауат Юлаев ордены кавалеры. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
|
|