Аҙанташ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Аҙанташ
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ырымбур өлкәһе

Аҙанташ (рус. Азанташ) — юҡҡа сыҡҡан ауыл (утар), Рәсәй Федерацияһының Ырымбур өлкәһе, хәҙерге Ҡыуандыҡ ҡала округының башҡорттар йәшәгән төйәге булған.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Аҙанташ ауылы Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районында бик ҡыҫҡа ғына ғүмерле утар булған. Уны ике исем менән — Аҙанташ һәм Ново-Орловка тип йөрөткәндәр. Сөнки утарҙа уға исем биргән башҡорттар ғына түгел, ситтән килгән кешеләр ҙә йәшәгән.

Ырымбур яҡтарына төрлө халыҡтар күсенә башлауы бер нисә быуат дауамында бара. Был хаҡта «Краевед Оренбуржья» тигән сығанаҡта ла тасуир ителә: Башҡорт ерҙәренән башҡа губерналарҙан- Воронеж, Тамбов, Һарытау һәм Рәсәйҙең башҡа губерналарынан күсеп килеүселәр бында үҙенең икенсе тыуған төйәген таба, утар, ауылдарға нигеҙ һала. Совет осорондағы процестар һуңыраҡ бәләкәй тораҡ пункттарҙы, бигерәк тә утар кеүектәрен, һәләк итеүгә ҙур йоғонто яһаған[1][2].

Аҙанташ утары тарихы, уның сәскәле яландары, тауҙары, ауыл тормошо тураһында ошо утарҙа тыуып үҫкән һәм, киләсәкһеҙ тип танылғас, унан күсеп киткән Валентина Чвертко (Попова) «Молитвенный камень» тигән китабында бәйән итә. Әҫәрен ул Ҡыуандыҡ ҡалаһының П. И. Федоров исемендәге китапханаға бүләк иткән[3].

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Аҙанташ ауылы элекке Ҡыуандыҡ районына ингән. Топоним башҡорт телендәге «аҙан» һәм «таш» тигән һүҙҙәрҙән барлыҡҡа килгән булыуы ихтимал. Ырымбурҙың төбәкте өйрәнеүсе яҙыусыһы, журналист, Ҡыуандыҡ ҡала округының әҙәби тормошон ойоштороусы Сергей Михайлович Стрельников[4] үҙенең «Географические названия Оренбургской области: Краткий топонимический словарь» тигән китабында, атама аҙан ҡысҡырыу ташы, «ыҙан ташы» йәки Хәсән тигән исемдән сыҡҡан булыуы мөмкин, тигән аңлатма биргән[5]. [6]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. ГЕОГРАФИЯ ХУТОРОВ И ДРУГИХ НАСЕЛЕННЫХ ПУНКТОВ, КОТОРЫХ НЫНЕ НЕТ. КУВАНДЫКСКИЙ РАЙОН
  2. Когда -то переселенные как припущенники из других губерний на земли башкир, переселенцы из Воронежской, Тамбовской, Саратовской и других губерний России нашли здесь свою вторую родину, основали здесь хутора, деревни, села. Время шло, менялись времена, события сменяли друг друга. Процессы же советского времени оказали позже большое влияние на умерщвление малых населенных пунктов, особенно таких, как хутора, когда -то процветавших ГЕОГРАФИЯ ХУТОРОВ И ДРУГИХ НАСЕЛЕННЫХ ПУНКТОВ, КОТОРЫХ НЫНЕ НЕТ. КУВАНДЫКСКИЙ РАЙОН
  3. «Молитвенный камень»// Библиотечная система Кувандыкского округа(недоступная ссылка)
  4. Сергей Михайлович Стрельников//Оренбургский край
  5. Азанташ// Природа Оренбургской области 2020 йыл 24 ноябрь архивланған.
  6. Заметки о топонимии Оренбургской области" тигән китабында С. М. Стрельников ошолай яҙа: Азенташ, д. (бывш.). Возможны разные толкования: 1) баш. азан «зов, призыв на молитву», тат. азан «призыв муэдзина к молитве»; баш., тат. таш, каз. тас «камень». «Молитвенный камень»; 2) у татар в прошлом бытовало мужское личное имя Азан (из араб. Хасан), с которым также связывают название речки и поселка Азанка в Свердловской области9. «Камень Азана»; 3) менее вероятно (по фонетическим причинам) баш. ызан «межа, межевой», тат. ызан «межа, межевой». «Межевой камень» — Заметки о топонимии Оренбургской области

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Стрельников С. М. Географические названия Оренбургской области: Краткий топонимический словарь. — Златоуст — Кувандык: изд-во С. М. Стрельникова, 1996.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]