Эстәлеккә күсергә

Яңы Мораптал

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Новомурапталово битенән йүнәлтелде)
Яңы Мораптал
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәге Мораптал ауыл советы[1]
Административ-территориаль берәмек Мораптал ауыл советы
Халыҡ һаны 1240 кеше (2002)[2],
1406 кеше (2009)[2],
1289 кеше (2010)[3]
Почта индексы 453365
Урындағы телефон коды 34752
Карта
 Яңы Мораптал Викимилектә

Яңы Мораптал (рус. Новомурапталово) — Башҡортостандың Көйөргәҙе районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 1406 кеше[4]. Почта индексы — 453365, ОКАТО коды — 80239835001.

Мораптал ауылында Ҡыпсаҡ улусының Сөгөн түбәһе вәкилдәре йәшәгән. Халҡы — Бөрйән улусынан күсеүселәр. XVIII быуаттың аҙағында ауылда барыһы 11 йорт була, унда 42 ир-егет, 33 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән[5]. 1816 йылда ауылға дүрт ҡаҙаҡ беркетелә — Йосоп Майҙанов, Көҙәнбай Баймырҙин, Дүзәй Ҡуралин, Баранбай Лаписов. 1834 һәм 1850 йылдар араһында ошо ауыл халҡының бер өлөшө бүленеп сыға һәм Яңы Мораптал ауылына нигеҙ һала. X ревизияла элекке ауылда 49 йорт күрһәтелә, унда барыһы 294 кеше йәшәй, ә икенсеһендә — 82 йорт һәм 458 кеше. 1816 һәм 1834 йылдарҙағы ревизиялар араһында ауылға татарҙар индерелә, улар төп халыҡ менән бергә яңы ауылға күсенә. Яңы ауылға шулай уҡ Әүестән, Аллабирҙе, Айсыуаҡ ауылдарынан да күсенәләр[5].

1920 йылда Иҫке Морапталда 78 йорт иҫәпкә алына, унда 341 кеше йәшәй, Яңы Морапталда — 267 йорт һәм 1285 кеше.

Ауылдың исеме ауылға нигеҙ һалыусы Мораптал Иҫәнғоловтың исеменә бәйле, ул 1751 йылда заводчиктар Твердышевҡа һәм Мясниковҡа Лик, Һаҡмар, Ағиҙел һәм уларға һыуҙарын ҡойған Ҡарғалы, Ҡарамалы, Һалмыш, Юшатыр, Көйөргәҙе, Ыҡ һәм башҡа йылғалар буйындағы ете улус ерен һатыу менән билдәлелек алған[5].

Морапталовтар күрше ауылдарҙа ла йәшәгән. Кантонлыҡ системаһы осоронда ауыл 29-се йортҡа ингән. XIX быуаттың 60-сы йылдарында ике ауыл Мораптал ауыл йәмғиәтен тәшкил иткән. 1919—1935 йылдарҙа ике ауыл да Мораптал улусына ингән, үҙәге — Яңы Мораптал.

1842 йылда төп ауылда (Иҫке Мрапталда) 169 кешенең һәр береһенә сәселгән6 бот ярауай иген тура килгән. 1920 йылда бында тирмән була. Яңы ауылда Вәлит Хәлилов — 124, Абдулла Ниғмәтуллин 102 бот иген сәскән[5].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
  • Район үҙәгенә тиклем (Ермолаевка): 34 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Мурапталово): 3 км
  • Дауахана урамы (рус. Больничная (улица))
  • Көнсығыш урамы (рус. Восточная (улица))
  • Ҡунаҡхана урамы (рус. Гостиничная (улица))
  • Тимер юл урамы (рус. Железнодорожная (улица))
  • Ишмаев урамы (рус. Ишмаева (улица))
  • Калинин урамы (рус. Калинина (улица))
  • Киров урамы (рус. Кирова (улица))
  • Комсомол урамы (рус. Комсомольская (улица))
  • Йәштәр урамы (рус. Молодежная (улица))
  • {Яр буйы урамы (рус. Набережная (улица))
  • {Яңы урам) — (рус. Новая (улица))
  • Парк урамы) — (рус. Парковая (улица))
  • Еңеү урамы) — (рус. Победы (улица))
  • Рафиҡ Һыртланов урамы) — (рус. Рафика Сыртланова (улица))
  • Йылға урамы) — (рус. Речная (улица))
  • ????урамы) — (рус. Речной (улица))
  • Баҡса урамы) — (рус. Садовая (улица))
  • Таңатаров урамы) — (рус. Танатарова (улица))
  • Чапаев урамы) — (рус. Чапаева (улица))
  • Мәктәп урамы) — (рус.  Школьная (улица))
  • Шоссе урамы) — (рус. Шоссейная (улица))[6]

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һаҙанлы(күл) — был күлдең легендаһы былай. Бер йылды ҡар бик күп яуған. Яҙын йылғалар ныҡ ташҡан һәм ош күлде лә баҫып киткән. Йылғалар ҡайтҡас был күлдә бик күп һаҙан балығы ҡалған. Халыҡ шуға ул күлде Һаҙанды тип йөрөтә.

Туғыҙтимер (йылға) — Туғыҙ тимерсе поезд юлы яһап йөрөгәндәр. Бик эҫе ваҡыт булған. Ошо йылғала һыу ингәндәр. Шуға бәйле тип һәйләйҙәр. (башға варианттары ла бар). Легендалар РПЛИ-ның (Күмертау ҡалаһы) 11 класc уҡыусыһы Шәмсетдинов Исламдың өй эшенән алынды.

  1. YouTube сайтында Видео Көйөргәҙе районының Яңы Мораптал ауылында Ғәзиз Әлмөхәмәтов музейын асыу
  2. YouTube сайтында Видео Көйөргәҙе районы Яңы Мораптал ауылының Калинин урамы байрамы
  3. YouTube сайтында Видео Хәйерле иртә, Республика — «Алтын бишек» Көйөргәҙе районы Яңы Мораптал