Поляктарҙы депортациялау
Поляктарҙы депортациялау | |
Дәүләт | СССР |
---|---|
Ваҡиға ваҡыты | 1936 һәм 1941 |
Поляктарҙы депортациялау — 1936—1941 йылдарҙа СССР территорияһындағы поляктарҙы Ҡаҙаҡ ССР-ы һәм Себер райондарына күпләп һөрөү. Ике депортация тулҡыны була — 1936 йылдың апрелендә һәм 1940—1941 йылдарҙа. Беренсе тулҡында поляктар һәм немецтар СССР-ҙың сик буйҙары райондарынан һөрөлә. Икенсе тулҡын Көнбайыш Белоруссия һәм Көнбайыш Украинаға яңы ҡушылған райондарҙа йәшәгән поляктарға ҡағыла.
Башы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғәҙәттә поляктарҙы Себергә һөрәләр. Рәсәй империяһы осоронда Себергә Польшаның бойондороҡһоҙлоғо өсөн көрәшкән поляктар һөрөлә. . 1920 йылда поляктарҙан торған 5-се Себер уҡсы дивизияһы Красноярск тирәһендә ҡоралын һала. Дивизияның ҡайһы бер һалдаттары шунда йәшәүгә ҡалалар[1].
1920 йылда Польшаға Көнбайыш Белоруссия һәм Көнбайыш Украина ҡушыла. Ҡушыу акцияһынан һуң Польшала белорустар, украиндар, урыҫтар эҙәрлекләнә башлай. Березе-Картусскта концентрацион лагерь булдырыла, унда меңдәрсә көнсығыш славяндар вәкилдәре тотола[1].
1936 йылдың апрелендә совет власы тарафынан СССР-ҙың көнбайыш сик буйҙарынан Ҡаҙаҡ ССР-ына «ышанысһыҙ элементтар»"һөрөлә[2].
1939 йылдың 1 сентябрендә ГерманияПольшаға бәреп инә. 17 сентябрҙә көнсығыш райондарға Ҡыҙыл Армия инә[1].
Депортация
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1936 йылғы депортация
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1936 йылдың 26 апрелендә СССР Халыҡ Комиссарҙары С оветы ҡарар ҡабул итә, унда, атап әйткәндә, былай тиелә:
Был ҡараға ярашлы 35 820 поляктар башҡа ергә күсерелә, уларҙың 99,8 % Ҡаҙағстандың төньяҡ райондарына эәләгә. Яңы күсенеүселәрҙе урынлаштырыу өсөн фермалар тирәһендә 13 биҫтә төҙөлә, унда р Житомир, Винница һәм Кировоград өлкәһенән поляктар йәшәй башлай[3]. Ҡалған һөрөлгәндәр ваҡ төркөмдәр менән РСФСР райондары буйынса урынлаштырыла. уларҙың 75,7 % поляктар була, 23,4 % — немецтар, 0,8 % — украиндар, 0,1 %, башҡа милләт вәкилдәре тәшкил итә[2].
Спецпереселенецтар хужалыҡтары 28 колхоз итеп үҙгәртелә. Был колхоздарға 8 йылға оҙайлы сроклы ссудалар иҫәбенә (1945 йылға тиклем) торлаҡ йорттар, мәктәптәр, балалар учреждениелары, дауаханалар тапшырыла. Иҡтисади көсһөҙлөк арҡаһында хужалыҡтар түләүҙәрҙе индерә һәм үҫешә алмайҙар. Ошо арҡалы Ҡаҙағстан хөкүмәте ил етәкселегенә, беренсенән, ссудаларҙы тулыһынса ҡаплау срогын 10 йылға тиклем оҙайтыу; икенсенән, күскенселәр үҙ торлағы өсөн компенсация алмағанға күрә, йорт хаҡын дәүләт иҫәбенә ике тапҡырға кәметеү буйынса үтенесе менән мөрәжәғәт итә[2].
Властар тарафынан депортацияланғандарҙың урынлаштырыуы буйынса бик күп етешһеҙлектәр булыуы билдәләнә:
… Медицина ярҙамы етерлек түгел һәм сифаты буйынса ҡәнәғәтләндермәй. Медучреждениелар селтәре медицина хәҙмәткәрҙәре менән комплектланмаған… Мәктәптәр һәм сәйәси-ағартыу учреждениелар хеҙмәтләндереү өсөн ассигнованиелар менән тулыһынса тәьмин ителмәгән, һәм, бынан тыш, тейешле кадрҙар менән тәьмин ителмәгән. Караганда өлкәһе Осакар, Тельман райондарының иҫке ҡасабаларында хәлдәр яҡшыраҡ түгел, унда ассигнованиелар булмау сәбәпле, властар интернаттарҙы, уҡыу бүлмәләрен ябыу, уҡыусыларҙы һәм уҡытыусыларҙы тарҡатыу кәрәклеге алдында торалар… Поляк һәм немец мәктәптәре туған телендәге дәреслектәр менән тәьмин ителмәгән[2]…
|
1940—1941 йылдарҙағы депортация
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1939 йылда Ҡыҙыл Армия яулап алған райондар Белорус (Вилейка, Барановичи, Белосток, Брест, Пинск), Украин (Волынь, Дрогобыч, Ровенск, Станислав, Львов, Тарнополь) өлкәләре һәм Литва ССР-ытип исемләнә башлай. Киләһе йылда поляктар депортациялары башлана[1].
… ай дауамында 2 кило алтын табылһа, был бик уңышлы эш тип һаналды… Экскаватор эшләһен өсөн, ерҙе әҙерләр кәрәк, ағастарҙы көпләр кәрәк. Быны поляктар эшләне. Драга ла электр уты менән эшләне. Электр уты «Кировский» приискыһынан үткәрелде. Беҙҙең барактар ҙа электр уты менән яҡтыртыла ине. Ике йылда драга 2 километр үтте. Электростанция тәүлегенә 80 күбометр ағастан 120 кубометға тиклем ашай ине. Поляктарға ошо ағасты электростанцияға тиклем алып килеп еткерергә кәрәк булды. Ҡышҡыһын, драгалар мөмкин тиклем оҙағыраҡ эшләһен өсөн, беҙгә 40-градуслы һыуыҡта һыуҙан боҙ киҫәктәрен ҡырҡырға һәм ярға сығарырға ҡушалар ине. Был эштә ярты сәғәт һайын бер-берен алмаштырған ике бригада эшләй ине. Береһе эшләһә, икенсеһе мейес янында йылына [1].
Илдең сик буйҙарына яҡын йәшәгән ңкКүп һанлы милләтсе поляк диаспораһы совет етәкселегендә хәүеф тыуыҙыра. Себергә осадниктар депортациялана, улар Польшаның көнсығыш районарына поляктарҙың барлығын күрһәтеү өсөн күсерелгән булған[1].
Депортацияға шулай уҡ немец оккупацияһынан ҡотолоу маҡсатында Советтар Союзында ҡасып килгәндәр була. Күп кенә ҡасаҡтар үҙҙәре менән аҡса, байлыҡ, кейем, көнкүреш кәрәк-яраҡтарын алып килгәнгә күрә, уларға яңы ерҙә тормош башларға еңелерәк була. Депортацияланғандар араһына шулай уҡ белорус, украин, йәһүдтәр араһынан «социаль яҡтан сит» синыф вәкилдәре эләгә. Кешеләрҙе тулы ғаиләләре менән һөрәләр, шуның менән яңы ҡушылған ерҙәрҙә социаль үҙгәрештәргә ҡаршылашыу мөмкинлеген юҡҡа сығаралар [1].
Депортация бер нисә этапта башҡарыла: 10 февралдә, 1940 йылдың 13 апрелендә һәм 29 июнендә, 1941 йылдың май-июнь айҙарында. Һәр этап бер көн эсендә үткәрелә. Депортацияланған ғаиләләлргә бер тоннаға тиклем мөлкәт алырға рөхсәт ителә, ҡалғаны урындағы власҡа тапшырыла. Яңы урында компенсация түләнеү ҡарала. Красноярск крайында 1940—1941 йылдарға ҡарата 15 538 осадник йәшәй, улар 48 махсус биҫтәлә йәшәй һәм 1459 ҡасаҡ 9 махсус биҫтәгә урынлаштырыла[1].
Урындағы власть күскенселәргә торлаҡ биреү һәм эш менән тәьмин итеү бурысы йөкмәтелә, әммә урындарҙа үҙәктең әлеше ҡарары йыш ҡына үтәлмәй ҡала. Мәҫәлән, Красноярск крайисполком күскенсе осадниктарҙы урынлаштырыу тураһында хәбәр итә, ғаиләләр дөйөм барактарҙа бик насар шарттарҙа урынлашҡанға күрә, уларҙың хатта иң кәрәкле аҙыҡ-түлек, тейешле кимәлдә медицина ярҙамы менән тәьмин ителмәүе эпидемиялар тыуҙыра[1].
1940 йылдың 10 апрелендәге СССР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары советының 497- 178сс ҡарарына ярашлы Көнбайыш Украинанан һәм БелорусиянанАҡтүбә, Акмолла, Ҡостанай, Павлода, Төньяҡ-Ҡаҙағстан һәм Семипалатинск өлкәләренә 60 667 (башҡа мәғлүмәттәр буйынса 61 092) поляк һөрөлә. Ошо һандан 36 729 кеше колхоздарҙа урынлаша, 17 923 — совхоздарҙа, 8000 — төрлө сәнәғәт предприятиеларының эшселәр ҡасабаларында. 2036 поляк Аҡмолла өлкәһенең Сталин, Шортандин һәм Степняковск райондарындағы дүрт махсус биҫтәлә урынлашалар һәм алтын сығарыу сәнәғәте предприятиеларында эшләйҙәр[2].
Бөтә балалар көнөнә өс тапҡыр туҡланды, ә бәләкәстәр төркөмө (минеке) өҫтәмә рәүештә тағы бер иртәнге аш бирелә ине. Төшкө аш һәр саҡ бешерелде, ә башҡа тамаҡ ялғауға башлыса консервланған балыҡ менән бутербродтар бирәләр ине. Балыҡ һәм ит консервалары, он, шәкәр, бутҡа кеүек төп аҙыҡ-түлекте UNRA американ ярҙамы сиктәрендә ала инек, ә икмәк, һөт һәм тамыраҙыҡты өлкән тәрбиәләнеүселәргә трудодень өсөн урындағы колхоз бирә ине. Аҙнаһына бер тапҡыр беҙгә мунса ойошторолдо[1].
Амнистиянан һуң
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1941 йылдың 30 авгусында Сикорский-Сталин килеүешенә ҡул ҡуйыла, уға ярашлы депортацияланған поляктарға тейешле справкалар бирелә һәм улар амнистияға эләгә. Әммә ысынында уларҙың тормошо үҙгәрешһеҙ ҡала. СССР территорияһында поляк хөкүмәт вәкиллектәре (делегатуралар) булдырыла. Делегатуралар илселектең ышаныслы вәкилдәре менән берлектә поляк халҡының мөнфәғәттәрен саҡыдлырырға тейеш була. Улар Ҡыҙыл тәренең хәйриә ярҙамын, поляк хөкүмәтенең матди һәм финанс ярҙамын бүлеп бирәләр, ирекмәндәрҙе поляк армияһына йүнәлтәләр.
Себерҙә делегатуралар Красноярск, Абакан, Минусинск, Черногорск, Усть-Абакан, Краснотуранск, Казачинский ҡалаларында ойошторола. Шулай уҡ Красноярскиҙа һәм башҡа ҙур ҡалаларҙа поляк хөкүмәтенән гуманитар ярҙамды бүлгән складтар селтәре булдырыла [1].
1942 йылдың беренсе яртыһында Польша илселеге Красноярск крайында опека һәм попечителлек учреждениеларын асыуға өлгәшә. Поляк балалар йортары Казачинский (Порожск балалар йорто), Минусинск (Маломинусинск балалар йорто) ҡалаларында һәм Боград районында (Болшеербинс балалар йорто) асыла. 1943 йылда Большеербинск балалар йортонда 150 бала, Маломинусинск балалр йортонда — 171 бала һәм Порожск балалар йортонда 250 бала тәрбиәләнә. Болнслав Володарчиктың һүҙҙәренсә, Порожск балалар йортонда башлыса ҡаты ауырыуҙарҙың, шулай уҡ инвалидтарҙың, урман хужалыҡтарында, колхоздарҙа, йылға флотында миҙгел эштә булғандарҙың, поляк армияһы хәрбиҙәренең балалары тәрбиәләнә[1].
Поляк делегатураһы Абан һәм Агулда инвалидтар өсөн — йорттар , Черногорск, Боград, Краснотуранск, Усть-Абакан ҡалаларында мәктәптәр төҙөүгә булышлыҡ итә. Ағас ҡырҡыуҙа эшләгән поляктар өсөн Иннокентьевка, Козулька, Партизанск, Манск райондарында ашханалар асыла. Минусинскиҙа аптека барлыҡҡа килә. 1942 йылдың ғинуарында — 1943 йылдың мартында поляк илселеге урындағы сауҙа селтәре аша үүҙ ватандаштарын аҙыҡ-түлек, икмәк һәм май карточкалары, кейем һәм аяҡ кейеме менән тәьмин итә[1].
НКВД статистикаһы буйынса, Красноярск крайында 1943 йылдың башында 8471 поляк (балалар был һанға индерелмәгән) йәшәгән. Шул уҡ йылдың июнь айында төбәктә 14 меңгә яҡын граждан иҫәпләнгән, шул иҫәптән 4987 — 16 йәштән кесе[1].
Совет-поляк мөнәсәбәттәре кризисы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Совет етәкселеге менән поляк эмигрант хөкүмәте араһында һыуыныу башланғандан һуң 1943 йылдың 26 ғинуарында СССР Халыҡ Комиссарҙары Советы ҡарарына ярашлы поляк делегатуралары ябыла башлай. Поляк халҡының проблемаларын хәл итеү урындағы совет органдарына йөкмәтелә. Поляк илселегенең мөлкәтен һәм хәйриә учреждениеларын ҡабул итеү эше башлана. Бөтә аҡса иҫәпкә алына. Ошо сәбәп менән поляк граждандарының тәьминәте насарая, уларға аҙыҡ-- түлек паектары биреү туҡтатыла[1].
1943 йылдың 25 апрелдә һөрөлгән Польша хөкүмәте менән дипломатик мөнәсәбәттәр рәсми рәүештә өҙөлә.Поляк патриоттары союзы (СПП) ойошторола, улар совет власы сәйәсәтен үткәрәләр. Красноярск крайында ошо союздың край идаралығы булдырыла, тиҙҙән ул үҙ өҫтөнә делегатура функцияларын ала. Поляк халҡын тәьмин итеү маҡсатында 1943 йылдың майында СССР-ҙың Сауҙа Халыҡ Комиссариаты ҡарамағында Упрособторг (айырым сауҙа идаралығы/ управление особой торговли) булдырыла)[1].
Урындағы халыҡ менән мөнәсәбәттәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ябай ҡаҙаҡтар депортацияланғандарға йәлләү хисе менән ҡарай. Мәҫәлән, ВКП(б) Үҙәк Комитетының ауыл хужалығы бүлеге мөдиренең урынбаҫары сИцков Үҙәк комитеты секретары Андреевҡа Ҡустанай өлкәһенең бер колхозында һөргөндәге поляктарҙы ихлас ҡабул итеп, хатта уларға ферманан бер көнлөк һауымды бирелеүе тураһында хәбәр итә[2].
Депортациялау һөҙөмтәләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]СССР-ҙың генераль прокуроры А. Я. Вышинскийҙың мәғлүмәттәренә ярашлы, 1939 йылдың ноябренән алып 1941 йылдың июненә тиклем 389 382 кеше депортациялана. Ошо һандан 52 % (202,5 мең) — ҡатын-ҡыҙҙар, ә 12 % (46,7 мең) балалар тәшкил итә. Юлда һәм беренсе йыл дауамында дөйөм һандан яҡынса 10 % (39 мең тирәһе кеше) вафат булған[4]. Поляк тикшеренеүселәре мәғлүмәттәре буйынса, бөтәһе бер миллион кеше депортацияланған[4] (башҡа мәғлүмәттәр буйынса — яҡынса 1 200 000[5]) кеше.
Реабилитациялау
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1989 йылдың ноябрендә СССР Юғары Советы «О признании незаконными и преступными репрессивных актов против народов, подвергшихся насильственному переселению, и обеспечении их прав» исемле Декларация ҡабул итә, уға ярашлы бөтә репрессияланған халыҡтар реабилитациялана, шулай уҡ дәүләт кимәлендә уларға ҡаршы яла яғыу, геноцид, көсләп урындан-урынға күсереү, милли-дәүләт берәмектәрен бөтөрөү, террор режимы сәйәсәтен урынлаштырыу репрессив акттарын законһыҙ һәм енәйәтсел тип таба[6].
1991 йылдың 26 апрелендә репрессияланған халыҡтарҙы реабилитациялау тураһында РСФСР Законы ҡабул ителә, уға ярашлы халыҡтар депортацияһы «яла яғыу һәм геноцид сәйәсәте» тип таныла. Бынан тыш, закон буйынса репрессияланған халыҡтарҙың территориаль бөтөнлөгөн тергеҙеүгә, милли-дәүләт берәмектәрҙең тергеҙелеүенә, ә шулай уҡ дәүләт тарафынан килтергән зыянды ҡаплауға хоҡуҡтары булыуы таныла[7].
1993 йылдың 14 апрелендә Ҡаҙағстан Республикаһы «Массауи сәйәси репрессия ҡорбандарын реабилитациялау тураһында» исемле Закон ҡабул итә. 1997 йылда Ҡаҙағстан халҡы Ассамблеяһы сессияһында президент Н. А. Назарбаев шулай тип әйтә:
Депортация эҙемтәһе булып Ҡаҙағстанда поляк диаспораһы барлыҡҡа килә.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Катынь фажиғәһе
- Милләттәр буйынса репрессиялар (1937—1938)
- НКВД һәм НКГБ тотҡондарын атып үлтереү (1941)
- Поляк себерлеләре
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,00 1,01 1,02 1,03 1,04 1,05 1,06 1,07 1,08 1,09 1,10 1,11 1,12 1,13 1,14 1,15 krskstate
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 Шотбакова
- ↑ articlekz
- ↑ 4,0 4,1 secret
- ↑ AFP / Expatica (30 August 2009), Polish experts lower nation’s WWII death toll, Expatica Communications BV
- ↑ ст. 2 Закона «О реабилитации репрессированных народов»
- ↑ Закон РСФСР от 26.04.1991 "О реабилитации репрессированных народов" (с изменениями и дополнениями) . base.garant.ru (26 апрель 1991). Дата обращения: 14 февраль 2018.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Этническая депортация поляков . Энциклопедия Красноярского края (17 сентябрь 2014). Дата обращения: 13 октябрь 2018.
- Из истории депортации поляков в Казахстан (первая пол. XX в.) . National digital library of Kazakhstan. Дата обращения: 13 октябрь 2018.
- Депортация поляков в Казахстан в 30-40-е годы ХХ в.: анализ исторических источников . Научные статьи Казахстана (2014). Дата обращения: 13 октябрь 2018.
- Депортации поляков (2008). Дата обращения: 15 октябрь 2018.