Эстәлеккә күсергә

Баталова Рима Аҡбирҙе ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Рима Аҡбирҙе ҡыҙы Баталова битенән йүнәлтелде)
Рима Баталова

2018
Шәхси мәғлүмәт
Енесе

ҡатын-ҡыҙ

Тыуғандағы исеме

Рима Аҡбирҙе ҡыҙы Баталова

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Тыуған датаһы

1 ғинуар 1964({{padleft:1964|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (60 йәш)

Тыуған ере

Башҡорт АССР-ы Шаран районы Саҡты ауылы

[[commons:Category: Rima Batalova Викимилектә|Аудио, фото, видео]] на Викискладе

Баталова Рима Аҡбирҙе ҡыҙы (1 ғинуар 1964 йыл) — спортсы, йәмәғәт эшмәкәре. Еңел атлетика буйынса 13 тапҡыр Паралимпия уйындары, 18 тапҡыр донъя һәм 43 тапҡыр Европа чемпионы. Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһы депутаты[1], Рәсәй Паралимпия комитетының вице-президенты. Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры. «Берҙәм Рәсәй» Бөтә Рәсәй сәйәси партияһы, Дәүләт Думаһының физик культура, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитеты ағзаһы. Дәүләт Думаһының паралимпия спортын үҫтереү, инвалидтарҙың, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең физик культураһы һәм спорты мәсьәләләре буйынса ярҙамсы комитет рәйесе. «Шәхси батырлыҡ өсөн» (1992), 2-се (2022) һәм 4‑се (2002) дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн», Почёт (1996), ике Дуҫлыҡ (2006, 2010), «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2000, Салауат Юлаев (2004) һәм Халыҡтар дуҫлығы (2019) ордендары кавалеры.

Рима Аҡбирҙе ҡыҙы Баталова 1964 йылдың 1 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Туймазы районы (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Шаран районы) Саҡты ауылында тыуған.

Мәктәп йәшендә күреү һәләте насар инвалид-спортсылар секцияһында еңел атлетика менән шөғөлләнә башлай. Стәрлетамаҡ физик культура техникумын (1988), Урал физик культура академияһын (1996) тамамлай. Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәте (ДСО «Спартак») Өфө уҡыу-производство предприятиеһының физик культура коллективы тәрбиәләнеүсеһе.

1990 йылдан Башҡортостан Республикаһының Юғары спорт оҫталығы мәктәбендә шөғөлләнә.

Рима Аҡбирҙе ҡыҙы Баталова СССР, БДБ һәм Рәсәй йыйылма командалары составында Сеул (1988), Барселона (1992), Атлант (1996), Сидней (2000), Афина (2004), Пекинда (2008) үткән Паралимпия уйындарында ҡатнашып, 100, 200, 400, 800, 1500, 3000, 5000 метр дистанцияларҙа йүгереү буйынса 13 тапҡыр чемпионка, көмөш (1992) һәм бронза (1998) призеры була.

18 тапҡыр донъя, 43 тапҡыр Европа, күп тапҡырҙар СССР, Рәсәй һәм Башҡортостан чемпионы.

Насар күреүсе инвалид спортсылар араһында йүгереү дисциплиналары буйынса 18 тапҡыр донъя рекордсыһы.

СССР (19811991), Рәсәй (19912011) Паралимпия йыйылма командалары ағзаһы.

32 йыл дауамында Рима Аҡбирҙе ҡыҙы халыҡ-ара спорт ареналарында СССР, Рәсәй һәм Башҡортостан намыҫын яҡлай.

Рәттән 6 Паралимпия уйындарында уңышлы сығыш яһап, Баталова яулаған 17 миҙал (13 алтын, 2 көмөш, 2 бронза) Рәсәй граждандары өсөн ҡаһарманлыҡ өлгөһө булып тора. Күреү һәләтен юғалтыуға, умыртҡа һөйәгенең ауыр йәрәхәтләнеүенә ҡарамаҫтан, ул ҡабат-ҡабат йүгерергә сыға һәм үҙ иленең намыҫын яҡлап, бөтә донъяны илһөйәрлеге, ҡаһарманлығы менән таң ҡалдыра.

Ҙур ҡаҙаныштары өсөн "Гиннесстың рекордтар китабы"на индерелгән.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рима Баталлова — әүҙем йәмәғәтсе. Паралимпия хәрәкәтенең инвалид спортсыларының мөһим мәсьәләләрен хәл итергә ярҙамлаша. Физик культураны һәм спортты пропагандалау, үҫеп килгән быуынды тәрбиәләү менән шөғөлләнә, Рәсәйҙең ижтимағи-сәйәси тормошонда әүҙем ҡатнаша.

  • Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Физик культура һәм спорт советы ағзаһы (20022006)
  • Рәсәй Паралимпия комитетының Вице-президенты (2000)
  • "Башҡортостан Республикаһы буйынса Спорт хоҡуғы академияһы төбәк филиалы"н ойоштороусы (2007)
  • Башҡортостан Республикаһының физик мөмкинлектәре сикләнгән спортсыларҙың Паралимпия һәм Судлимпия хәрәкәтенең «Яңырыу» Республика йәмәғәт ойошмаһы башҡарма комитеты ағзаһы (2007)
  • Сочи ҡалаһындағы XXII Ҡышҡы олимпия (2009) һәм Ҡышҡы Паралимпия уйындарын (2014) ойоштороу комитеты ағзаһы
  • Волга буйы федераль округында граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү буйынса Йәмәғәтселек советы ағзаһы (2010)
  • Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы ағзаһы (20102011)
  • Башҡортостан Республикаһының Рима Баталованың «Милләт йәшлеге» төбәк йәмәғәт фонды идараһы рәйесе (2012).

Тормошта, ҡыҙы бар.

Әҙәбиәт уҡырға, бешеренергә һәм ҡунаҡ саҡырырға ярата.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены (2022)[2]
  • IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены (6 апрель 2002 йыл) — физик культура һәм спорт үҫешенә ҙур өлөш индергәне, 2000 йылда Сиднейҙағы ХІ Паралимпия уйындарындағы юғары ҡаҙаныштары өсөн[3]
  • Почёт ордены (3 декабрь 1996 йыл) — 1996 йылдағы Х йәйге Паралимпия уйындарында актив ҡатнашҡаны һәм юғары спорт ҡаҙаныштары өсөн[4]
  • Дуҫлыҡ ордены (10 август 2006 йыл) — физик культура һәм спорт үҫешенә ҙур өлөш индергәне, Афиналағы XII Паралимпия уйындарындағы юғары спорт ҡаҙаныштары өсөн[5]
  • Дуҫлыҡ ордены (23 август 2010 йыл) — физик культура һәм спортты үҫтереүҙәге ҡаҙаныштары һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн[6]
  • «Шәхси ҡаһарманлыҡ өсөн» ордены (3 декабрь 1992 йыл) — Инвалидтарҙың Паралимпия уйындарын үткәреү ваҡытында юғары спорт һөҙөмтәләренә өлгәшкәне, ҡаһарманлығы, фиҙакәрлеге һәм сыҙамлылығы өсөн[7]
  • «Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены (15 декабрь 2000 йыл) — 2000 йылдағы Олимпия һәм Паралимпия уйындарында, донъя, Европа чемпионаттарында юғары спорты ҡаҙаныштары өсөн[8]
  • Салауат Юлаев ордены (10 ноябрь 2004 йыл) — юғары спорт ҡаҙаныштары өсөн[9]
  • Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы ордены (2019)[10]
  • «Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы» Почёт Билдәһе (1994 йыл)
  • Өфө ҡалаһының (2001) һәм Шаран районының почётлы гражданы
  • «Фэйр плей» бүләге(1995)
  1. Баталова Рима Акбердиновна. www.duma.gov.ru. Дата обращения: 28 август 2016.
  2. Депутат Госдумы Рима Баталова награждена орденом «За заслуги перед Отечеством» II степени. ИА «Башинформ», 13 декабря 2022 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 декабрь 2022)
  3. Указ Президента Российской Федерации от 6 апреля 2002 года № 356 О награждении государственными наградами Российской Федерации спортсменов, тренеров, работников физической культуры и спорта(недоступная ссылка)
  4. Указ Президента Российской Федерации от 3 декабря 1996 года № 1617 «О награждении орденами Российской Федерации участников Х летних Параолимпийских игр 1996 года в Атланте»(недоступная ссылка)
  5. Указ Президента Российской Федерации от 10 августа 2006 года № 894 «О награждении государственными наградами Российской Федерации» 2014 йыл 26 октябрь архивланған.
  6. Указ Президента Российской Федерации от 23 августа 2010 года № 1044 «О награждении государственными наградами Российской Федерации» 2014 йыл 26 октябрь архивланған.
  7. Указ Президента Российской Федерации от 3 декабря 1992 года № 1511 «О награждении государственными наградами Российской Федерации победителей Параолимпийских игр инвалидов в Барселоне»(недоступная ссылка)
  8. Указ Президента Республики Башкортостан от 15 декабря 2000 года № УП-753 «О награждении орденами и знаком отличия Республики Башкортостан спортсменов, тренеров и работников физической культуры»
  9. Указ Президента Республики Башкортостан от 10 ноября 2004 года № УП-575 «О награждении орденом Салавата Юлаева»(недоступная ссылка)
  10. СПИСОК награждённых государственными наградами Российской Федерации и Республики Башкортостан(недоступная ссылка) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 29 май 2019)