Эстәлеккә күсергә

Рәсәйҙең ауыл хужалығы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Файл:IPSSRF.png
Рәсәйҙә 1989—2016 йылдарҙа ауыл хужалығы продукцияһы күләме индексының динамикаһы, 1989 йыл кимәленә проценттарҙа, ярашлы хаҡтарҙа
Файл:EKSPRSHRF.png
1995—2016 йылдарҙа Рәсәйҙән аҙыҡ-түлек һәм ауыл хужалығы сеймалы экспортлау динамикаһы, $млрд һәм Рәсәй тауар экспортына ҡарата %

Рәсәйҙең ауыл хужалығы  — Рәсәй иҡтисадының ҙур тармағы. Рәсәйҙең тулайым өҫтәлгән ҡиммәтендә ауыл хужалығының өлөшө — 4,5 % самаһы (2016)[1]. Ауыл хужалығында мәшғүлдәр һаны — яҡынса 9 % (2015)[2].

Рәсәйҙә ауыл хужалығы етештереүе күләме 2017 йылда 5,7 трлн һум (яҡынса $100 млрд) тәшкил итте. Төп тармаҡ — үҫемлекселек, уға ауыл хужалығы етештереүе күләменең 54  проценты тура килә, малсылыҡ өлөшө — 46 процент. Хужалыҡ итеү төрҙәре буйынса ауыл хужалығы етештереүе структураһы: ауыл хужалығы ойошмалары — 53 %, халыҡтың шәхси ярҙмасы хужалығы — 35 %, фермерҙар — 13 %[3].

Рәсәй ауыл хужалығы продукцияһы экспортлаусы булараҡ алдынғы урындарҙы биләй. Мәҫәлән, бойҙай экспортлау буйынса Рәсәй донъяла беренсе урында [4][5]. Рәсәйҙән аҙыҡ-түлек һәм ауыл хужалығы сеймалы экспортлау күләме 2018 йылда иң ҙур күрһәткескә — 25 млрд долларға — етте[6][7]. аҙыҡ-түлек һәм ауыл хужалығы сеймалы экспортлау өлөшө Рәсәйҙең тауарҙар экспортлау күләмендә 5 проценттан ашты[7].

XX башында Рәсәй империяһында игенселек ауыл хужалығының өҫтөнлөклө тармағы була. Иген культуралары сәсеүлектәре бөтә сәсеүлектәрҙең 88,6 процентын алып тора. 1901—1913 йылдарҙа баҫыусылыҡ продукцияһының тулайым хаҡы 5 миллиард һум булһа, шуның 4 миллиарды (яҡынса $2.1 млрд) иген культураларына тура килә.

Бойҙай Рәсәйҙең төп экспорт статьяһы була. Мәҫәлән, 1913 йылда игендең удель ауырлығы бөтә экспорттың 47 процентын һәм ауыл хужалығы продукцияһы экспортының 57 процентын тәшкил итә. Бөтә тауар игененең яртыһынан ашыуы экспортҡа китә (1876—1888 — 42,8 %, 1911—1913 — 51 %). 1909—1913 йылдарҙа иген экспорты иң ҙур күләменә — 11,9 миллион тоннаға етә, шуның 4,2 миллион тоннаһы бойҙай, 3,7 миллион тоннаһы арпа була. Экспорттың 25 процентын Кубань бирә. Донъя баҙарында Рәсәйҙән иген экспорты бөтә донъя экспортының 28,1 процентын алып тора. Тулайым сәсеү майҙаны 80 миллион гектар (1913 йылда 105 миллион гектар) тәшкил итә, әммә иген культураларының уңышы донъяла иң түбәндәрҙең береһе була.

Тауар игенен башлыса (70 проценттан ашыуын) алпауыттар һәм хәлле крәҫтиәндәр үҫтерә. Тауар продукцияһында крәҫтиәндәрҙең төп массаһының (15-16 миллион шәхси крәҫтиән хужалығы) өлөшө 28 %, ә тауарлылыҡ өлөшө 15 % (алпауыттарҙың — 47 %, хәлле крәҫтиәндәрҙең — 34 %). Ауыл хужалығының энергетик ҡеүәте 23,9 миллион ат көсө (1 ат көсө = 0,736 квт) тәшкил итә, уның тик 0,2 миллионы ғына (1 проценттан да әҙерәге) — механик энергия. Крәҫтиән хужалыҡтарының энергия менән ҡоралланғанлығы 0,5 ат көсөнән артмай (1 хеҙмәткәргә), энергия менән тәьмин ителгәнлеге  — 20 ат көсө (100 гектар сәсеүлеккә). Бөтә ауыл хужалығы эштәре тиерлек ҡул менән йә йәнле тартыу көсө менән башҡарыла. 1910 йылда крәҫтиән хужалыҡтары ҡарамағында 7,8 миллион һуҡа, 2,2 миллион ағас һабан, 4,2 миллион тимер һабан, 17,7 миллион ағас тырма була. Минераль ашламалар (башлыса сит илдәрҙән алына) 1 гектар сәсеүлеккә күп тигәндә 1,6  килограмм тура килә (алпауыт һәм кулак хужалыҡтарында).

Ауыл хужалығы экстенсив ысулдар менән алып барыла; ер эшкәртеүҙең һәм малсылыҡтың продуктлылығы бик түбән була (сағыштырыу өсөн: 1909—18 йылдарҙа игендең уртаса уңышы — гектарынан яҡынса 7,4 центнер, йылына 1 һыйырҙан алынған һөт — 1000 килограмм самаһы). Ауыл хужалығының артталығы, тәбиғәт шарттарына тулыһынса бойондороҡло булыуы арҡаһында уңышһыҙ йылдар йыш була, мал күпләп ҡырыла; уңышһыҙ йылдарҙа миллиондарса крәҫтиән хужалығын аслыҡ солғай.

Беренсе донъя һуғышы һәм Граждандар һуғышы илдең ауыл хужалығын ныҡ ҡаҡшата. 1917 йылғы Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәп алыуы мәғлүмәттәре буйынса, ауылда эшкә яраҡлы ирҙәр һаны 1914 йылғы менән сағыштырғанда 47,4 процентҡа кәмей; төп тартыу көсө булған аттар һаны 20,9 миллиондан 12,8 миллионға тиклем ҡыҫҡара. Малдар, сәсеүлек майҙандары кәмей, ауыл хужалығы культураларының уңыш биреүсәнлеге түбәнәйә. Илдә ауыл аҙыҡ-түлек кризисы башлана.

1923 йылда иген культуралары сәсеүлектәре 63,9 миллион гектар тәшкил итә. 1927 йылда бөтә сәсеүлектәр 112,4 миллион гектар була. Иген культураларының уртаса уңышы 1924—1928 йылдарҙа гектарынан 7,5 центнер тәшкил итә.

1927 йылдың декабрендә ВКП(б)-ның XV съезында ауыл хужалығын коллективлаштырыуға йүнәлеш алына. 1938 йылға крәҫтиән хужалыҡтарының 93 проценты һәм сәсеүлектәрҙең 99,1 проценты коллективлаштырыла. Ауыл хужалығының энергетик ҡеүәттәре 1928—40 йылдар эсендә — 21,3 миллион ат көсөнән 47,5 миллион ат көсөнә; 1 хеҙмәткәргә иҫәпләгәндә — 0,4-тән 1,5 ат көсөнә, сәсеүлектең 100 гектарына ҡарата — 19-ҙан 32 ат көсөнә етә. Ауыл хужалығы техникаһы индереү, квалификациялы кадрҙар һанын үҫтереү арҡаһында етештереү ныҡлы арта. 1940 йылда ауыл хужалығының тулайым продукцияһы 1913 йыл менән сағыштырғанда 41 процентҡа үҫә; ауыл хужалығы культуралары уңышы, малдарҙың продуктлылығы күтәрелә. Колхоздар һәм совхоздар төп ауыл хужалығы етештереүсеһе була.

1978 йылда РСФСР-ҙа совет осоро өсөн рекордлы 127 миллион тонна иген уңышы алына.

1986 йылда РСФСР-ҙа 30,9 миллион тонна шәкәр сөгөлдөрө, 43,5 миллион тонна картуф, 3,0 миллион тонна көнбағыш йыйып алына, 52,6 миллион тонна һөт, 8,9 миллион тонна ит етештерелә[8].

1990-сы йылдарҙа Рәсәйҙә ауыл хужалығы көслө кризис кисерә. 1998 йылда Рәсәйҙә ауыл хужалығы 1989 йыл кимәленең 53 процентын ғына тәшкил итә[9]. Айырыуса малсылыҡ бирешә, ит етештереү 2 тапҡырға кәмей.

1999 йылдан ауыл хужалығында үҫеш башлана [9].

2001/2002 йылдарҙа Рәсәй күп йылдарға беренсе тапҡыр ҙур ғына күләмдә — 7 миллион тоннанан ашыу — иген экспортлай. Рәсәй бойҙай экспортлау буйынса — алдынғы 10 ил, арпа буйынса алдынғы 5 ил араһына инә[10].

2002 йылда ер реформаһы сиктәрендә ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙе һатырға/һатып алырға рөхсәт иткән закон ҡабул ителә[11].

2003 йылда ит импортҡа квроталар индерелә. Был Рәсәйҙә ит малсылығын үҫтереүгә юл аса[12].

2006 йылда Рәсәйҙә «Агросәнәғәт комплексын үҫтереү» өҫтөнлөклө милли проекты тормошҡа ашырыла башлай, ул ауыл хужалығы етештереүселәренә дәүләттең етди ярҙам күрһәтеүе юлы менән ауыл хужалығын үҫтереүгә йүнәлтелә.

2000-се йылдар йомғағы буйынса Рәсәйҙең ауыл хужалығы 42 процентҡа үҫә. Үҫемлекселек йылдам күтәрелә (57 %), етештереү күләме буйынса тармаҡ 1990-сы йылдар кризисын тулыһынса еңә. Малсылыҡ 27 процентҡа үҫә[9] Етештереү структураһы яҡшыра: продукция күләмендә ауыл хужалығы ойошмаларының һәм фермерҙарҙың өлөшө 45 проценттан 53 процентҡа тиклем арта.[13] Рәсәй аҙыҡ-түлек һәм ауыл хужалығы сеймалы экспорты 10 тапҡырға арта һәм 2009 йылда $9,97 миллиард тәшкил етә.[14].

2014 йылда Рәсәйҙең аҙыҡ-түлек экспорты, иң юғары кимәлгә етеп, 18,9 миллиард доллар тәшкил итә[15].

2015 йылда ауыл хужалығы 2,6 процентҡа үҫә[9]. Ит етештереү совет осоронан һуңғы иң юғары кимәлде яулай[16].

2016 йылда ауыл хужалығы етештереүенең үҫеш тиҙлеге 4,4 процентҡа арта[9]. Хҙерге Рәсәй тарихында игендең (119 миллион тонна), шул иҫәптән — бойҙай, кукуруз, ҡарабойҙай, соргоның, шулай уҡ шәкәр сөгөлдөрө, соя, йәшелсәнең рекордлы уңышы алына[17][18][19]. Йыл йомғаҡтары буйынса Рәсәй, бойҙай экспортлау буйынса АҠШ-ты һәм Канаданы үтеп, донъяла тәүге тапҡыр 1-се урынды ала. Сит илдәргә 25 миллион тонна бойҙай һатыла, был элгәрге йылдан 14 процентҡа күберәк була[20]. Шәкәр сөгөлдөрөнән ҙур уңыш алынып, Рәсәй донъяла эре шәкәр экспортлаусыға әүерелә[21]. Рәсәй йәнә кориандр экспортлау буйынса донъяла 1-се урынды ала[22]. Рәсәй соя етештереү буйынса ла тәүләп донъяның алдынғы 10 иле араһына инә.

2016 йылда аҙыҡ-түлек экспорты 2015 йыл менән сағыштырғанда 4 процентҡа арта һәм 17 миллиард долларға етә[23]. Ауыл хужалығы продукцияһы һәм аҙыҡ-түлек экспорты күләме ҡорал экспорты күләменән артып китә (15,3 миллиард доллар)[24]. Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу үткәрелә.

2017 йылда ауыл хужалығының әүҙем үҫеше дауам итә. Ауыл хужалығы етештереүе индексы 2,4 процентҡа үҫә. Иген культураларынан рекордлы уүыш алына (134 миллион тоннанан ашыу)[25][26][27]. Рәсәйҙән агропродукция экспорты рекордлы $20,7 миллиардҡа етә[28][7]. 2017/2018 ауыл хужалығы йылы йомғаҡтары буйынса Рәсәй донъяла иген экспортлау күләме буйынса тәүге тапҡыр 2-се урынды (элгәрге йылда 4-се урында була) һәм бойҙай экспорты буйынса йәнә 1-се урынды ала[26][29].

2018 йыл йомғаҡтары буйынса Рәсәйҙең аграр экспорты сираттағы рекордты ҡуя — 25 миллиард доллар (элгәрге йылға ҡарата +20 %)[30].

2019 йылдың февралендә Росстат 2018 йылда Рәсәйҙә иген экспортлау баһаһын 113,255 миллион тоннаға тиклем арттыра (Ауыл хужалығы министрлығының ғинуарҙарғы баһаһы — 110 миллион тоннаға тиклем). Шул уҡ ваҡытта бойҙай экспортлау күләме (2018 йылдың октябренә алынған мәғлүмәттәр буйынса һәм Евразия иҡтисади берлеге илдәре менән сауҙаны иҫәпкә алмайынса) 18 миллион тоннанан ашыу (элгәрге йылдан 17 процентҡа артыҡ) тәшкил итә[31].

Файл:SZKRF19902009.png
Рәсәйҙә 1990—2016 йылдарҙа иген культураларын йыйыу

Ил территорияһының ҙур өлөшө төньяҡ зонала булғанлыҡтан, ауыл хужалығы ерҙәренә Рәсәйҙең дөйөм майҙанының 13 проценты ғына (шул иҫәптән һөрөнтө ерҙәр — 8 процент) тура килә[32]. Донъялағы бөтә һөрөнтө ерҙәрҙең 10 проценты Рәсәй территорияһында урынлашҡан. Рәсәйҙә бөтә һөрөнтө ерҙәрҙең 4/5 өлөшө Үҙәк Волга буйына, Төньяҡ Кавказға, Уралға һәм Көнбайыш Себергә тура килә. Ауыл хужалығы ерҙәренең күп өлөшө (70 %) илдең Европа өлөшөндә (шул иҫәптән Волга буйы иҡтисади районында — 18,7 %, 16,2 — Урал, 11,5 — Төньяҡ Кавказ иҡтисади районында), ә Урал аръяғында Көнбайыш Себер иҡтисади районы айырылып тора — 16,3 %[33]. 2016 йылғы ауыл хужалығы иҫәп алыуына ярашлы, Рәсәйҙәге ауыл хужалығы ерҙәренең 44 проценты файҙаланылмай[34][35].

Сәсеүлек майҙандарының ҙур өлөшө иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары (2015 йылда 59 %), шул иҫәптән бойҙай — 34 %, арпа — 11 %, һоло — 4 %, кукуруз — 3 %, игеү өсөн файҙаланыла. Ҡалғанын мал аҙығы культуралары (21 %), техник культуралар (16 %), картуф һәм йәшелсә-баҡса культуралары (4 %) биләй[36].

Төп ауыл хужалығы культуралары[17]:

  • иген (2016 йылда тулайым йыйымы — 119 млн тонна, донъяла 4-се урын)[37][38]
    • шул иҫәптән бойҙай — 70 млн тонна, тарихи максимум[39], 2017 йылда рекорд яңыра — 85 млн тонна[40].
  • шәкәр сөгөлдөрө (48 млн тонна, донъяла 1-се урын)[41]
  • көнбағыш (11 млн тонна, донъяла 2-се урын)[42]
  • соя (3,2 млн тонна)
  • картуф (31 млн тонна, донъяла 3-сө урын)[37][43]
  • йәшелсә (16 млн тонна)
Рәсәй Федерацияһы буйынса ауыл хужалығы культураларының тулайым йыйымы (бөтә категория хужалыҡтары; мең тонна)[44]
Иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуры
Йыл Бөтәһе Бойҙай Арыш Арпа Һоло Кукуруз Тары Ҡарабойҙай Дөгө Тритикале[45] Сорго Ҡуҙаҡлы иген культуралары
2015[46] 104786 61786 2087 17546 4536 13173 572 861 1110 565 194 2357
2014[46] 105315 59711 3281 20444 5274 11332 493 662 1049 654 220 2196
2013 92385 52091 3360 15389 4932 11635 419 834 935 582 172 2037
2012 70908 37720 2132 13952 4027 8213 334 797 1052 464 45 2174
2011 94213 56240 2971 16938 5332 6962 878 800 1056 523 60 2453
2010 60960 41508 1636 8350 3220 3084 134 339 1061 249 9 1371
2009 97111 61740 4333 17881 5401 3963 265 564 913 508 13 1529
2008 108179 63765 4505 23148 5835 6682 711 924 738 76 1794
2007 81472 49368 3909 15559 5384 3798 417 1004 705 40 1287
2006 78227 44927 2959 18037 4860 3510 599 865 681 35 1754
2005 77803 47615 3622 15684 4545 3060 455 605 571 28 1618
2004 77832 45434 2864 17088 4937 3373 1113 649 470 44 1861
2003 66962 34070 4147 17926 5169 2031 974 525 448 33 1639
2002 86479 50622 7122 18678 5683 1499 293 302 488 27 1764
2001 85084 46996 6632 19478 7719 808 550 574 496 35 1797
2000 65420 34460 5444 14039 6002 1489 1124 997 584 83 1197
1999 54637 30997 4781 10576 4393 1034 925 578 443 32 879
1998 47771 26995 3266 9765 4656 800 451 465 412 8 954
1997 88461 44235 7476 20752 9383 2652 1216 628 328 12 1779
1996 69195 34834 5928 15913 8326 1081 441 482 389 9 1792
1995 63406 30118 4098 15786 8562 1738 488 597 462 13 1541
1994 81297 32128 5989 27054 10757 892 482 781 523 12 2677
1993 99094 43547 9166 26843 11556 2441 1128 806 688 21 2898
1992 106856 46167 13887 26989 11241 2135 1535 1038 754 28 3080
1991 89094 38899 10639 22174 10372 1969 1040 688 773 33 2506
1990 116676 49596 16431 27235 12326 2451 1946 809 896 62 4922
Техник культуралар
Майлы культуралар
Рапс
Йыл Оҙон етен орлоғо Оҙон етен сүсе Шәкәр сөгөлдөрө Бөтәһе Емгә көнбағыш Соя Гәрсис Бөтәһе Ужым рапсы Яҙғы рапс (кольза)
2014[46] 7 37 33513 13839 9034 2597 103 1464 473 991
2013 6 39 39321 14151 10554 1636 55 1393 407 987
2012 8 46 45057 11313 7993 1806 42 1035 166 869
2011 7 43 47643 13115 9697 1756 88 1056 304 752
2010 5 35 22256 7457 5345 1222 36 670 395 275
2009 9 52 24892 8186 6454 944 24 667 308 359
2008 7 52 28995 8972 7350 746 29 752 246 506
2007 7 47 28836 7037 5671 650 11 630 227 404
2006 5 36 30673 8218 6743 805 64 522 127 395
2005 10 56 21276 7557 6470 686 63 304 142 162
2004 13 58 21809 5726 4810 554 55 277 154 123
2003 11 55 19355 5580 4887 392 86 192 45 147
2002 15 38 15659 4275 3688 423 35 115 53 63
2001 23 58 14553 3182 2682 350 28 113 62 51
2000 18 51 14051 4473 3919 342 46 149 62 87
1999 11 24 15226 4673 4149 334 43 135 15 120
1998 9 34 10796 3426 2993 295 7 125 48 76
1997 15 23 13879 3275 2829 280 58 104 33 71
1996 21 59 16165 3225 2763 283 39 135 24 110
1995 27 69 19072 4667 4200 290 47 123 11 113
1994 22 54 13946 3154 2553 422 51 122 13 110
1993 25 58 25468 3455 2765 497 79 97 20 77
1992 44 78 25548 3883 3110 505 69 164 67 98
1991 44 102 24280 3820 2896 622 80 181 83 98
1990 48 71 32327 4662 3427 717 192 258 105 153
Асыҡ грунт йәшелсәләре[47]
Йыл Kартуф Бөтәһе Бөтә төр кәбеҫтә Ҡыяр Помидор Аш сөгөлдөрө Башлы һуған Һарымһаҡ Ашҡабаҡ Аҙыҡ ҡабағы башҡа йәшелсәләр[48] Асыҡ һәм ябыҡ грунт йәшелсәләре Баҡса аҙыҡ культуралары
2014[46] 31501 14155 3499 1111 2300 1070 1662 1994 256 519 713 979 15458 1428
2013 30199 13506 3335 1068 2162 1002 1605 1985 233 468 660 964 14689 1420
2012 29533 13545 3315 1086 2208 1008 1565 2081 239 506 575 931 14626 1453
2011 32681 14105 3533 1202 2201 1072 1735 2123 234 560 616 756 14696 1575
2010 21141 11561 2737 1162 2050 836 1303 1536 213 482 507 679 12126 1152
2009 31134 12813 3319 1133 2170 988 1519 1602 227 537 586 660 13402 1419
2008 28846 12440 3177 1130 1939 927 1530 1713 227 477 477 774 12960 1382
2007 27195 10968 2668 1001 1791 824 1347 1318 249 466 564 702 11509 853
2006 28260 10830 2751 1005 1927 844 1356 1218 240 381 476 585 11370 774
2005 28137 10796 2830 1034 1855 812 1287 1231 242 407 438 619 11348 775
2004 27876 10675 2944 1000 1662 822 1319 1226 220 408 456 571 11214 781
2003 29358 11214 3401 1029 1704 909 1354 1158 202 427 419 575 11739 799
2002 26923 10139 2860 949 1700 759 1190 1074 210 408 352 580 10665 726
2001 29499 10658 3180 933 1714 820 1312 1096 208 446 405 498 11169 588
2000 29465 10312 3017 948 1509 853 1387 1134 179 486 364 398 10822 537
1999 27998 10528 3549 983 1562 798 1224 993 165 512 304 412 11010 621
1998 28953 9289 2739 1024 1648 745 1127 1009 155 767 9746 404
1997 35138 10164 3003 1097 1608 878 1411 1059 167 812 10630 615
1996 37619 9843 10325 490
1995 39909 10727 11275 621
1994 33828 9076 9621 458
1993 37650 9253 9827 597
1992 38330 9333 10018 714
1991 34329 9672 10425 1033
1990 30848 9538 10328 1116
Мал аҙығы культуралары
бер йыллыҡ үләндәр: күп йыллыҡ үләндәр:
Йыл Тамырлы мал аҙығы культуралары (малға ашатыла торған шәкәр сөгөлдөрөн дә индереп бесәнгә йәшел аҙыҡҡа һәм сенажға бесәнгә йәшел аҙыҡҡа
2014[46] 1214 2294 19356 8745 30388
2013 1260 2050 19789 8772 30193
2012 1213 1859 17985 7846 27661
2011 1434 2104 25532 9668 30671
2010 902 1362 16431 7587 22832
2009 1278 1568 24553 9277 32920
2008 1315 1600 22922 9873 36424
2007 1267 1474 22117 10469 35613
2006 1450 1573 23531 9958 36344
2005 1520 1597 23649 11192 38340
2004 1981 1781 25254 11562 40295
2003 2162 1883 28066 11548 38566
2002 2254 2024 28133 12393 34755
2001 2756 1903 27306 14256 43137
2000 3079 1989 26981 13951 42365
1999 3024 1946 21986 12297 34193
1998 2688 1953 22736 11226 38205
1997 3938 2876 33764 15959 45470
1996 3885 2793 36133 15851 48953
1995 5144 2570 38686 17349 52556
1994 5272 3763 57231 18863 73526
1993 8050 4139 65132 21036 85067
1992 8688 4174 63283 20544 69208
1991 11604 4478 65867 24843 83742
1990 17217 5631 87254 25207 97623
РСФСРҙа һәм РФ-та сәсеү майҙандары:
йыл 1940 1945 1950 1970 1990 1995 2000 2005 2010 2015
мең км² 920,76 670,61 889,52 1219,12 1177,1 1025,4 854,19 758,37 751,88 793,19
Источник:[49][50][51][52]
Файл:MEATRF.png
Рәсәйҙә 1990—2016 йылдарҙа һуйылған ауырлыҡта ит етештереү динамикаһы, млн тоннала

Рәсәйҙә ит-һөт һәм ит-йөн малсылығы үҫеш кисерә.

Малсылыҡ продукцияһының Рәсәйҙә етештерелгән төп төрҙәре:[16]

  • ит (2015 йылда 9,6 млн тонна етештерелгән, донъяла 4-се урын)[37] (2016 йылда 9 929,0 мең тонна)
    • һыйыр ите (1,6 млн тонна) (2016 йылда 1 623,5 мең тонна)
    • сусҡа ите (3,1 млн тонна) (2016 йылда 3 388,4 мең тонна)
    • ҡош ите (4,5 млн тонна) (2016 йылда 4 630,9 мең тонна)
    • иттең башҡа төрҙәре (0,3 млн тонна) (2016 йылда 76,4 мең тонна). 2016 йылда һуйылған һарыҡ һәм кәзә ите 209,7 мең тонна етештерелгән (тере ауырлыҡта 465,8 мең тонна), 2015 йылда — 204,5 мең тонна
  • һөт (30,8 млн тонна)
  • йомортҡа (42,6 млрд дана)
  • йөн (56 мең тонна)
  • бал (68 мең тонна)

2016 йылда ит етештереүҙә ҡош ите өҫтөнлөк итә — 46,6 %, сусҡа ите — 34,1 %, һыйыр ите — 16,4 %, һарыҡ һәм кәзә ите — 2,1 %, башҡа ит төрҙәре — 0,8 %. Быға тиклем 15 йыл элек, 2001 йылда, ҡош итенең өлөшө (19,8 %) һыйыр ите (42,0 %) һәм сусҡа ите (33,8 %) өлөшөнән кәмерәк була. Сусҡа ите етештереү күп йылдар дауамында сағыштырмаса тотороҡло күләмдә ҡала (32-34 %)[53].

Рәсәй Федерацияһында төп малсылыҡ продукттарын етештереү (мең тонна)[54]
Һуғымға мал һәм ҡош-ҡорт (һуйылған ауырлыҡта)
Йыл Бөтәһе Һыйыр малы Сусҡа Һарыҡ-кәзә Ҡош-ҡорт Һөт Йомортҡа (млн.дана) Йөн (физик ауырлыҡта, тонна) Бал (тонна)
2015 9565,2 1649,4 3098,7 204,5 4535,5 30796,9 42571,7 55644 67736
2014 9070,3 1654,1 2973,9 203,9 4161,4 30790,9 41860,0 56409 74868
2013 8544,2 1633,3 2816,2 190,0 3830,9 30528,8 41286,0 54651 68446
2012 8090,3 1641,5 2559,5 190,4 3624,8 31755,8 42032,9 55253 64898
2011 7519,5 1625,5 2427,6 189,0 3204,2 31645,6 41112,5 52575 60010
2010 7166,8 1727,3 2330,8 184,6 2846,8 31847,3 40599,2 53521 51535
2009 6719,5 1740,6 2169,5 182,6 2555,1 32570,0 39428,8 54658 53598
2008 6268,1 1768,7 2042,1 174,2 2216,7 32362,6 38057,7 53491 57440
2007 5790,1 1699,2 1929,7 167,9 1925,3 31988,4 38208,3 52024 53670
2006 5278,1 1721,5 1699,2 156,3 1632,1 31339,1 38216,3 50276 55678
2005 4989,5 1809,2 1569,1 154,1 1387,8 31069,9 37139,7 48800 52469
2004 5046,4 1953,9 1685,8 144,8 1192,2 31861,2 35900,7 47359 52964
2003 4993,3 2002,3 1742,6 134,4 1047,7 33315,5 36625,2 44988 48495
2002 4732,8 1967,4 1608,3 136,1 955,7 33462,2 36377,8 42870 49700
2001 4477,4 1878,6 1514,7 134,2 885,7 32874,1 35241,7 40515 52960
2000 4445,8 1897,9 1578,2 140,3 767,5 32259,0 34084,7 40088 54248
1999 4313,0 1867,6 1485,0 143,6 748,1 32273,6 33134,6 40234 51034
1998 4702,8 2246,5 1504,9 178,2 690,2 33255,2 32744,2 47883 49554
1997 4853,9 2394,9 1545,5 199,3 630,3 34135,6 32198,7 60768 48756
1996 5335,8 2630,0 1705,2 229,7 689,6 35818,9 31902,3 76930 46228
1995 5795,8 2733,5 1865,4 261,3 859,2 39240,7 33830,2 93012 57748
1994 6803,3 3240,2 2103,5 315,5 1068,4 42176,2 37476,6 122166 43899
1993 7512,9 3358,8 2432,1 359,2 1276,8 46524,0 40297,1 158390 52747
1992 8260,3 3631,5 2783,5 329,4 1427,8 47236,0 42902,1 178640 49556
1991 9375,2 3989,0 3189,7 347,4 1750,9 51885,5 46874,9 204497 48433
1990 10111,6 4329,3 3480,0 395,0 1801,0 55715,3 47469,7 226743 46091
Рәсәй Федерацияһында аҙыҡ-түлектең төп төрҙәрен ҡулланыу (йылына йән башына; килограмм)[55]
Йыл Картуф Йәшелсә һәм аҙыҡ-түлек баҡса культуралары Еләк-емеш Ит һәм иткә күсереп иҫәпләнгән ит аҙыҡтары Һөт һәм һөткә күсереп иҫәпләнгән һөт аҙыҡтары Йомортҡа һәм йомортҡа аҙыҡтары Шәкәр Үҫемлек майы Иген аҙыҡтары (икмәк һәм макарон ризыҡтары онға әйләндереп иҫәпләгәндә, он, ярма һәм ҡуҙаҡлылар)
2015 112 111 61 73 239 269 39 13,6 118
2014 111 111 64 74 244 269 40 13,8 118
2013 111 109 64 75 248 269 40 13,7 118
2012 111 109 61 74 249 276 40 13,7 119
2011 110 106 60 71 246 271 40 13,5 119
2010 104 101 58 69 247 269 39 13,4 120
2009 112 102 55 66 244 260 37 13,0 118
2008 111 99 53 66 242 252 39 12,7 119
2007 108 93 51 61 240 255 39 12,7 120
2006 110 90 48 58 237 256 39 12,5 121
2005 109 87 46 55 234 250 38 12,1 121
2004 108 85 43 54 232 243 37 11,6 119
2003 109 84 39 52 231 246 36 11,0 120
2002 106 80 39 50 227 244 36 10,5 121
2001 109 81 35 47 219 235 35 10,4 120
2000 109 79 32 45 215 229 35 9,9 117
1999 108 79 27 45 214 221 34 9,3 119
1998 114 74 30 48 220 217 33 8,8 117
1997 122 76 33 50 230 211 33 8,4 118
1996 123 74 31 51 233 208 33 8,0 118
1995 124 76 29 55 254 216 32 7,5 122
1994 123 68 28 57 281 238 31 6,7 124
1993 127 71 29 59 294 251 31 7,0 123
1992 118 77 32 60 282 263 30 6,7 125
1991 113 86 35 69 347 288 38 7,8 121
1990 106 89 35 75 387 297 47 10,2 120

Рәсәйҙән экспортланған аҙыҡ-түлек араһында 2016 йылда иң ҙур өлөштө бойҙай  биләй — 27,7 %, артабан туңдырылған балыҡ  — 12,9 %, көнбағыш майы  — 9,5 % һәм кукуруз — 5,6 %[56].

Рәсәйҙән аҙыҡ-түлек импортлаусы төп илдәр (2016 йыл мәғлүмәттәре буйынса): Ҡытай (10 %), Төркиә (9 %), Мысыр(8 %), Көньяҡ Корея (8 %), Ҡаҙағстан (7 %)[57].

И. Ю. Смирнов баһаһы буйынса, бойҙайҙы 125 млн тонна тулайым йыйғанда, Рәсәй, алға киткән илдәрҙәге аҙыҡ-түлек тәьминәте кимәленә ярашлы, 160-тан 200 миллионға тиклем кешене туйҙыра ала[58].

Рәсәйҙә федераль округтар буйынса ауыл хужалығы етештереүе структураһы (2015 йылға ҡарата):[59]

Федерация субъекттары араһында ауыл хужалығы етештереүе лидерҙары — Краснодар крайы, Ростов өлкәһе һәм Белгород өлкәһе.[59]

Файл:Aleiskferma.jpg
Алейск эргәһендәге малсылыҡ фермаһы

Алтай крайында иген, һөт, ит етештерелә, шәкәр сөгөлдөрө, көнбағыш, майлы етен, оҙон етен, ҡомалаҡ, рапс һәм соя үҫтерелә.

2010 йылда Алтай крайы Себер федераль округы төбәктәре араһында ауыл хужалығы продукцияһы етештереү буйынса алдынғы урынды биләй, округта төбәктең продукцияһы 23 % тәшкил итә. 2008 йыл мәғлүмәттәре менән сағыштырғанда крайҙа ауыл хужалығы етештереүе индексы — 119,2 %[60].

Йәшелсә һәм картуф үҫтереү крайҙың бөтә территорияһында таралған, әммә Барнаул, Бийск һәм Рубцовск тирәһендәге махсуслашҡан хужалыҡтарҙа нығыраҡ тупланған. «Сады Алтая» берекмәһе хужалыҡтары емеш-еләкте сәнәғәт күләмендә етештерә. 1954—1960 йылдарҙа крайҙа 3 млн га тирәһе сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәр үҙләштерелә. Бөгөн бөтә ер майҙаны 16 млн гектар булһа, шуның 40 процентын ауыл хужалығы ерҙәре алып тора. Күпселек ауыл хужалығы етештереүселәренең иҡтисади хәле насарланыу арҡаһында 125,3 мең гектар һөрөнтө ер эшкәртелмәй һәм ҡалдау ер тип иҫәпләнә[61].

Абрау-Дюрсо шарап заводы, Краснодар крайы

Рәсәй иҡтисадында край мөһим ауыл хужалығы төбәге булып тора (Рәсәйҙең тулайым ауыл хужалығы продукцияһының 7 проценты, Рәсәйҙә 1-се урын). Краснодар крайы — бойҙайҙың тулайым йыйымы (дөйөм Рәсәйҙәгенең 10 проценты) һәм шәкәр сөгөлдөрө үҫтереү (17,3 процент) лидеры, көнбағыш (15 процент) һәм виноград шараптары (37 процент) етештереү алдынғыларының береһе[62].

2014 йылдың 1 июленә бөтә төр хужалыҡтарҙа 554,2 мең баш һыйыр малы була, был унан алдағы йылдан 19,1 мең башҡа, йәки 3,3 процентҡа кәмерәк.[63].

2014 йылдың 1 июленә крайҙа 13,1 мең крәҫтиән (фермер) хужалығы һәм ауыл хужалығы етештереүе менән шөғөлләнгән индивидуаль эшҡыуар була, уларҙағы мал һаны: 39,7 баш һыйыр малы, йәки 2013 йылдың шул мәленә ҡарата 105,3 %, шул иҫәптән 14,8 мең баш һыйыр, йәки 103,4 %, 4,0 мең баш сусҡа, йәки 30,5 %, 40,1 мең баш һарыҡ-кәзә, йәки 106,1 %, 700,0 мең баш ҡош-ҡорт, йәки 100,1 %[64].

Хаҡы буйынса баһалағанда, үҫемлекселек продукцияһы өҫтөнлөк итә (56 %). Ауыл хужалығы майҙандары яҡынса 584 мең гектар тәшкил итә. Ауыл хужалығында ҡулланылған ерҙәрҙең 46 проценты — һөрөнтө ерҙәр. Өлкә ер эшкәртеүҙең ышанысһыҙ зонаһына инә. Төп культуралар — картуф һәм йәшелсә, сөнки өлкәлә тупраҡтар башҡа культураларҙы үҫтереүгә яраҡлы түгел. Үҫемлекселек өлкәнең ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереүгә йүнәлтелгән. Төп ауыл хужалығы районы — өлкәнең көньяғында.

Малсылыҡта төп тармаҡ — һөт-ит малсылығы. Киң таралған юғары продуктлы холмогор тоҡомо нәҡ Архангел өлкәһендә сығарылған. Өлкәлә шулай уҡ сусҡа, һарыҡ, кәзә, ҡош-ҡорт, болан (төньяғында) үрсетелә. Өлкәлә кейекселек тармағы бар, диңгеҙ йәнлектәрен аулау кәсебе үҫешкән.

Башҡортостан Рәсәйҙә һыйыр малы, йылҡы һаны, бал һәм һөт етештереү буйынса — беренсе, картуф етештереү буйынса — икенсе, ит буйынса — өсөнсө, сусҡа һаны буйынса — бишенсе, һарыҡ-кәзә һаны буйынса — алтынсы, йомортҡа етештереү буйынса — һигеҙенсе, иген етештереү буйынса — ун беренсе урында[65].

Ауыл хужалығында игенселек-малсылыҡ йүнәлеше өҫтөнлөк итә. Бойҙай, арыш, һоло, арпа (иген культуралары) һәм шәкәр сөгөлдөрө, көнбағыш (техник культуралар) игелә. Республикала ит-һөт малсылығы, ит-йөн һарыҡсылығы, ҡошсолоҡ, йылҡысылыҡ, ҡымыҙсылыҡ һәм умартасылыҡ үҫешкән.

Рәсәйҙә башҡорт балы киң билдәле. Бал ҡорто күстәре, тауар балы етештереү, умартасылыҡта ғилми эшләнмәләр буйынса Башҡортостан илдә беренсе урынды биләй[65].

2010 йылда Белгород өлкәһенең бөтә Рәсәйҙәге ит етештереүгә индергән өлөшө — 11 проценттан ашыу, сусҡа ите буйынса — 14 процент, ҡош-ҡорт ите етештереүҙәге өлөшө 16,5 процент тәшкил итә. Өлкәлә ит йән башына иҫәпләгәндә уртаса илдәгенән 9,4 тапҡырға күберәк етештерелә. Йән башына ит ҡулланыу күләме буйынса ул Рәсәй төбәктәре араһында беренсе урынды тота (бер кешегә 325 кг)[66][67].

Үҫемлекселектә, ит-һөт малсылығында һәм ҡошсолоҡта махсуслаша. Ауыл хужалығының төп тармағы — һөт-ит малсылығы. Һыйыр малы, сусҡа, һарыҡ, кәзә үрсетелә. Йылҡысылыҡ (владимир йөк аттары) үҫеш кисерә. Ауыл хужалығы майҙандары — 930,9 мең га (ер фондының 32,1 %), шул иҫәптән һөрөнтө ерҙәр — 66,8 %. Сәсеүлектәр 476,5 мең га тәшкил итә, шуның 58,7 процентын — мал аҙығы культуралары, 29 процентын иген культуралары биләй. Бойҙай, арыш, арпа, һоло игелә. 25-ләп махсуслашҡан предприятие тоҡом малсылығы менән шөғөлләнә. Балыҡсылыҡ хужалыҡтары (иң эреһе — «Ворша») бар, умарталыҡтар күп.

Воронеж өлкәһендә иген (башлыса бойҙай), шәкәр сөгөлдөрө, көнбағыш һәм башҡа техник культуралар, картуф һәм йәшелсә үҫтерелә. Дөйөм алғанда ауыл хужалығының төп тармаҡтары — шәкәр сөгөлдөрө, көнбағыш һәм иген культуралары игеү, ит-һөт малсылығы, сусҡасылыҡ, һарыҡсылыҡ. Ярма етештереү буйынса йән башына уртаса коэффициент — 2,4 (2002 йыл мәғлүмәте).

Ит етештереү: [68]

  • 1678 йыл башына — 8,9 мең тонна
  • 1996 йылдың ғинуар-феврале — 12,2 мең тонна.

Ауыл хужалығының төп тармағы — ит-һөт малсылығы, өлкәлә шулай уҡ етенселек, картуф үҫтереү һәм урмансылыҡ хужалығы менән шөғөлләнәләр.

2006 йылда өлкәлә бөтәһе 80,5 мең тонна иген, 278,9 мең тонна картуф, 123,1 мең тонна йәшелсә, 34 мең тонна тере ауырлыҡта мал һәм ҡош ите, 189 мең тонна һөт, 304,8 миллион дана йомортҡа етештерелгән.

2006 йылда 7,9 млрд һумлыҡ ауыл хужалығы продукцияһы етештерелгән (2005 йылғынан 8,4 %-ҡа артыҡ).

Ауыл хужалығы продукцияһы етештереү буйынса Ингушетия Рәсәйҙә 37-се урынды биләй[69]. Төп ауыл хужалығы культуралары — иген культуралары, көнбағыш, йәшелсә, картуф. Шулай уҡ виноградсылыҡ һәм тәмәке үҫтереү тармағы ярайһы уҡ үҫешкән. Кукуруз, бойҙай, һоло, арпа, шәкәр сөгөлдөрө игелә[70]. Республикала 900-ләп крәҫтиән фермер хужалығы эшләй. Ауыл хужалығы ерҙәре — 222,2 мең га, шул иҫәптән һөрөнтө ерҙәр — 112,2 мең га, күп йыллыҡ үҫемлекле майҙандар — 2,5 мең га, сабынлыҡтар — 9,6 мең га, көтөүлектәр 97,9 мең га тәшкил итә. Республикала 115 эре һәм уртаса ауыл хужалығы предприятиеһы бар[69].

Ауыл хужалығы ерҙәре территорияһы — 2,69 млн га, һөрөнтө ерҙәр — 1,88 млн га. Өлкә ер эшкәртеүҙең ышанысһыҙ зонаһына инә. Өлкәлә башлыса иген культуралары үҫтерелә, малсылыҡ, болан үрсетеү, кейекселек, тире кәсебе, балыҡсылыҡ менән шөғөлләнәләр. Ауыл хужалығы продукцияһының яҡынса яртыһын (46 %) малсылыҡ бирә. Ауыл хужалығы продукцияһы менән үҙен өлкә яртылашҡа тәьмин итә, аҙыҡ-түлек башҡа төбәктәрҙән килтерелә.

Өлкәлә 207 ауыл хужалығы ойошмаһы, 3238 крәҫтиән (фермер) хужалығы һәм 176,6 мең шәхси ярҙамсы хужалыҡ бар. Иркутск өлкәһе өлөшөнә ауыл хужалығы продукцияһының Рәсәйҙә 1,5 проценты һәм Себер федераль округында 8,9 проценты тура килә.

Төп ауыл хужалығы тармағы — малсылыҡ, башлыса ит-һөт йүнәлешле. Ауыл хужалығы культураларынан иген культуралары, картуф, етен һәм йәшелсә үҫтерелә. Иген культураларынан ужым арышы һәм фураж культуралары өҫтөнлөк итә. Малсылыҡ проукцияһының 20 процентлабы өлкәнән ситкә сығарыла.

Ауыл хужалығына ҡала яны махсуслашыуы хас. Төп тармаҡтар — ит-һөт малсылығы, картуфсылыҡ һәм йәшелсәселек. Малсылыҡ продукцияһы үҫемлекселектекенә ҡарарғанда күберәк етештерелә. Өлкәлә һөт тоҡомло (айршир, ҡара-сыбар, йәғни голштинлаштырылған) һыйыр малын яҡшыртыу, үрсетеү һәм үҫтереү буйынса 60-тан ашыу тоҡомсолоҡ заводы эшләй.

Картуф һәм йәшелсәнең ҙур өлөшөн халыҡтың шәхси ярҙамсы хужалыҡтары бирә. Өлкәлә иген культураларынан арпа, арыш, һоло үҫтерелә, улар башлыса малға һәм ҡош-ҡортҡа ашатыу өсөн тотонола.

Ҡошсолоҡ фабрикаларында ҡош ите һәм йомортҡа етештереү буйынса өлкә Рәсәйҙә алдынғы урындарҙы биләй.

Өлкәлә 6 эре ҡатнаш аҙыҡ заводы эшләй. Иң ҙуры — Гатчина ҡатнаш аҙыҡ заводы.

Өлкәлә кейекселек үҫешкән.

2006 йылдың 1 июленә бөтә категорияларға ҡарарған ауыл хужалығы ерҙәре 640 мең га тәшкил итә, шуның  337 меңе — һөрөнтө ерҙәр[71]. Өлкәлә 200-ҙән ашыу эре һәм уртаса ауыл хужалығы предприятиеһы бар (элекке совхоздар, хәҙер — акционерҙар йәмғиәттәре). Фермер хужалыҡтарының һаны — 6000-дән ашыу.

Уңайлы климат шарттары, ҡара тупраҡлы баҫыуҙар үҫемлекселекте үҫтереүгә этәргес бирә. Ауыл хужалығы ерҙәре 1,8 млн гектарҙан ашыу, шуларҙың 80 проценттан ашыуы — һөрөнтө ерҙәр. 22,3 мең гектарҙы емеш-еләк баҡсалары биләй, башлыса алма, груша, слива үҫтерелә. Өлкәлә 300-ләп ауыл хужалығы предприятиеһы булып, улар башлыса иген культуралары, көнбағыш, картуф үҫтерә, һыйыр малы, сусҡа, ҡош-ҡорт үрсетә.

Мәскәү өлкәһе территорияһында ауыл хужалығының үҫемлекселек һәм малсылыҡ йүнәлештәре алып барыла. Өлкә территорияһының 40 процент самаһы ауыл хужалығында файҙаланыла. Ауыл хужалығына ҡала яны махсуслашыуы хас. Сәсеү мйаҙандарының ҙур өлөшө (биштән өс өлөштән күберәге) мал аҙығы культуралары үҫтереү өсөн тотонола. Ҙур майҙандарҙа бойҙай, арпа, һоло, арыш игелә. Төбәктә картуф күпләп үҫтерелә. Йылытмаларҙа йәшелсә үҫтереү таралған. Мәҫәлән, Московский ҡалаһында Европалағы иң ҙур йылытма комплексы урынлашҡан. Шулай уҡ сәскәләр, бәшмәк (шампиньоны һ.б.) үҫтерелә. Малсылыҡ үҫемлекселеккә ҡарағанда нығыраҡ өҫтөнлөк итә; башлыса ит һә һөт етештереүгә йүнәлеш алған. Һыйыр малынан тыш, бөтә ерҙә сусҡа һәм тауыҡ үрсетелә.

Ауыл хужалығы рентабелле (2005 йыл) — 10,2 %, шул иҫәптән:

  • һөт етештереү — 15 %
  • сусҡа ите — 34 %
  • ҡош ите — 40 %
  • йомортҡа — 31 %
  • картуф — 8 %
  • ябыҡ грунтта йәшелсә — 19 %
  • асыҡ грунтта йәшелсә — 23 %.

Өлкә ауыл хужалығы предприятиеларының 90 проценты һөтсөлөк йүнәлешендә эшләй.

Белая Калитва эргәһендә бойҙай урағы

Ростов өлкәһендә ҡара тупраҡлы ерҙәр 65 % майҙанды биләй.

Ауыл хужалығы тулайым продукцияһының 60 %-тан ашыуы үҫемлекселек тармаҡтарына тура килә. Сәсеүлектәрҙең яртыһын тиерлек иген культуралары биләй. Төп иген культураһы — ужым бойҙайы. Кукуруз, дөгө, тары, ҡарабойҙай һәм башҡа ярма культуралары, соя сәсеүлектәре киң таралған.

Көнбағыш — төп техник культура. Емеш-еләк баҡсасылығы һәм виноградсылыҡ сәнәғәт нигеҙендә үҫтерелә. Йәшелсәселек ҙур майҙандарҙы алып тора. Малсылыҡта өлкә хужалыҡтары ит һәм һөт малсылығы, һарыҡсылыҡ, йылҡысылыҡ һәм ҡошсолоҡ тармаҡтарына өҫтөнлөк бирелә.

2016 йылда Мордва Республикаһының агросәнәғәт комплексы рекордлы ҡаҙаныштарға өлгәшә.

2016 йылда республикала 1 миллион 300 мең тоннанан ашыу иген, шул иҫәптән 190 мең тонна кукуруз йыйып алына. Иген культуралары гектарынан 30 центнерлап уңыш бирә. Был — Волга буйы федераль округында иң яҡшы һөҙөмтә.

Шәкәр сөгөлдөрөнөң тулйым йыйымы — 1160 мең тонна, гектар ҡеүәте 470 центнер тәшкил итә. Был да — округ төбәктәрендәге иң яҡшы һәм Рәсәйҙә 9-сы күрһәткес. Йәшел борсаҡтың уңышы гектарынан 33,6 центнер, тулайым йыйымы 5,3 тонна тәшкил итә. 18 миллион шартлы банка йәшел борсаҡ консервалана, был 2015 йыл киамәленән 30 процентҡа күберәк. Ябыҡ грунтта 15 мең тонна йәшелсә үҫтерелә (үткән йылғынан 12 процентҡа артыҡ).

Республика ауыл хужалығы продукцияһы күләме буйынса Рәсәй төбктәренең алдынғы өсөһө иҫәбенә инә.

2011 йылда ауыл хужалығы ерҙәренең сәсеү майҙандары 3082,6 мең гектар тәшкил итә.

2011 йылда сәсеү майҙандары күләме:

Культура Майҙаны
1 иген культуралары 1647,3
2 техник культуралар 242,7
3 картуф 80,9
4 йәшелсә 12,2
5 мал аҙығы культуралары 1099,5

2013 йылдың 1 мартына 1083,3 мең баш һыйыр малы була, шуның 402,6 меңе — һыйыр, сусҡа һаны — 683,0 мең баш, һарыҡ-кәзә — 397,4 мең баш, ҡош-ҡорт — 15411,3 мең баш.

Һарытыу өлкәһе традицион ауыл хужалығы төбәге булып тора. Етештерелгән ауыл хужалығы продукцияһы күләме буйынса төбәк Рәсәйҙә 10-сы урынды биләй[72]. Ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәр майҙаны — 8417,6 мең га[73]. Һарыу өлкәһендә етештереүҙең һәм сәсеүлектәрҙең дөйөм майҙаны күләмендә крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары өлөшө ҙур. Мәҫәлән, 2009 йылда сәсеү майҙандарында фермер хужалыҡтарының удель ауырлығы 45 процент тәшкил итә.

2006 йылғы Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәп алыуы буйынса Свердловск өлкәһендә[74][75] 829 ауыл хужалығы ойошмаһы һәм 2178 крәҫтиән хужалығы һәм индивидуаль эшҡыуар була.

2006 йыл уңышы өсөн 933,3 мең гектар сәсеүлек файҙаланыла. Уларҙан:

  • ауыл хужалығҡы ойшмалары тарафынан — 778,4 мең гектар,
  • крәҫтиән хужалыҡтары һәм индивидуаль эшҡыуарҙар тарафынан — 99,4 мең гектар,
  • халыҡтың ярҙамсы хужалыҡтары тарафынан — 55,6 мең гектар.

Һыйыр мал һаны 2006 йылда 343,7 мең баш тәшкил итә:

  • 213 мең башы ауыл хужалығы ойошмаларында,
  • 12,9 мең башы — крәҫтиән хужалыҡтары һәм индивидуаль эшҡыуарҙарҙарҙа
  • 117,8 мең башы халыҡтың ярҙамсы хужалыҡтарында.

Ҡош-ҡорт һаны ауыл хужалығы ойшмаларында — 10,1 млн баш, 0,6 млн — крәҫтиән хужалыҡтары һәм индивидуаль эшҡыуарҙарҙарҙа.

Ауыл хужалығының төп тармағы — ит-һөт йүнәлешле малсылыҡ (тармаҡ продукцияһы хаҡының 55 %). Һыйыр малы һаны — 725 мең баш, шул иҫәптән һыйыр һаны — 290 мең баш. Ҡошсолоҡ өлкәнең үҙәге тирәһендә урынлашҡан ҡошсолоҡ фабрикаларында тупланған.

Ауыл хужалығы ерҙәре 1,75 млн га (Рәсәй ауыл хужалығы ерҙәренең 1 %), йәки өлкә территорияһының 35,2 %, тәшкил итә. 1,3 млн га — һөрөнтө ерҙәр.

Үҫемлекселек мал аҙығы (сәсеүлектәрҙең 44 %) һәм иген культуралары (45 %), етен, картуф, йәшелсә үҫтереүҙә махсуслаша.


Өлкәлә һөт-ит малсылығы һәм етенселек үҫтерелә. Сусҡасылыҡ һәм ҡошсолоҡ һиҙелерлек үҫә. Арыш, һоло, мал аҙығы культуралары, картуф, йәшелсә игелә.


Ауыл хужалығы ерҙәренең дөйөм майҙаны — 2434,6 мең га, шуның 60 % — һөрөнтө ерҙәр. Сәсеүлектәр майҙаны — 898,9 мең га (2001), шуның 200,3 мең гектарында — иген культуралары, 22,1 меңендә — оҙон етен, 49,2 меңендә — картуф һәм 0,6 мең гектарында йәшелсә үҫтерелә.

Ауыл хужалығы ерҙәре 1740 мең га (2001), йәки төбәк майҙанының 68 %, биләй. Сәсеүлектәрҙең 54 процентында иген культуралары үҫтерелә.

Ауыл хужалығы өлкәнең көньяғында нығыраҡ үҫкән, бында иген культуралары (арпа, бойҙай), мал аҙығы культуралары, шәкәр сөгөлдөрө игелә, ит-һөт малсылығы һәм сусҡасылыҡ үҫтерелә. Төньяҡ райондарҙа ит-һөт малсылығы, мал аҙығы культуралары һәм картуф үҫтереү өҫтөнлөк итә. Урыны-урыны менән еләк-емешселек һәм йәшелсәселек үҫеш тапҡан.

Республика территорияһының 50 %-ын ауыл хужалығы ерҙәре биләй. Малсылыҡта һыйыр малсылығы һәм сусҡасылыҡ өҫтөнлөк итә, һарыҡ, ҡош-ҡорт үрсетелә. Арыш, бойҙай, ҡарабойҙай, арпа, тары, борсаҡ, кукуруз, көнбағыш, етен, рапс, картуф, йәшелсә, мал аҙығы культуралары игелә.

Ульяновск өлкәһе — Рәсәйҙең мөһим аграр төбәктәренең береһе. Ит-һөт малсылығы, ҡошсолоҡ, сусҡасылыҡ, һарыҡсылыҡ, балыҡсылыҡ, кролик үрсетеү тармаҡтары үҫтерелә.

Сәнәғәт өҫтөнлөк итһә лә, өлкәлә ауыл хужалығы ла үҫтерелә. Айырыуса бойҙай һәм башҡа иген культуралары күпләп үҫтерелә. 2009 йылда сәсеүлектәр майҙаны 1 миллион 727 мең гектар тәшкил итә. Ит-һөт малсылығы өҫтөнлөк итә. Нәҙек йөнлө һарыҡсылыҡ бар. Сәнәғәт үҙәктәре тирәләй ҡала яны тибындағы ауыл хужалығы үҫеш алған.

Өлкәлә малсылыҡ (һыйыр малы, сусҡасылыҡ, һарыҡсылыҡ, сусҡасылыҡ, ҡошсолоҡ); үҫемлекселек (мал аҙығы культуралары, иген культуралары, картуф, техник культуралар, йәшелсә) үҫеш алған.

  1. Валовая добавленная стоимость по видам экономической деятельности 2019 йыл 12 декабрь архивланған.
  2. РАСПРЕДЕЛЕНИЕ СРЕДНЕГОДОВОЙ ЧИСЛЕННОСТИ ЗАНЯТЫХ ПО ВИДАМ ЭКОНОМИЧЕСКОЙ ДЕЯТЕЛЬНОСТИ 2017 йыл 25 март архивланған.
  3. Продукция сельского хозяйства по категориям хозяйств по Российской Федерации 2019 йыл 11 июль архивланған.
  4. Россия вышла на первое место по экспорту пшеницы — ЭкспертРУ — Новости России. Урожай в России. Новости дня. Урожай пшеницы в России 2019 йыл 25 апрель архивланған.
  5. Обзор рынка зерновых
  6. https://www.vestifinance.ru/articles/113163 2019 йыл 25 июнь архивланған.
  7. 7,0 7,1 7,2 Товарная структура ЭКСПОРТА Российской Федерации со всеми странами январь-октябрь 2018 г 2019 йыл 8 май архивланған.
  8. Народное хозяйство РСФСР за 70 лет. Статистический ежегодник, 1987
  9. 9,0 9,1 9,2 9,3 9,4 Индексы производства продукции сельского хозяйства по категориям хозяйств по Российской Федерации 2019 йыл 11 июль архивланған.
  10. История экспорта зерна Россией — РИА Новости, 05.08.2010
  11. День 27 января в истории — Парламентская газета
  12. Свиноводов поймали на «живка» 2018 йыл 14 сентябрь архивланған.
  13. Продукция сельского хозяйства по категориям хозяйств 2019 йыл 12 май архивланған.
  14. Товарная структура экспорта Российской Федерации 2019 йыл 11 июль архивланған.
  15. Правительство РФ утвердило национальный доклад об итогах работы в АПК за 2014 год 2017 йыл 11 октябрь архивланған.
  16. 16,0 16,1 ПРОИЗВОДСТВО ОСНОВНЫХ ПРОДУКТОВ ЖИВОТНОВОДСТВА В РОССИЙСКОЙ ФЕДЕРАЦИИ 2015 йыл 9 сентябрь архивланған.
  17. 17,0 17,1 ВАЛОВЫЕ СБОРЫ СЕЛЬСКОХОЗЯЙСТВЕННЫХ КУЛЬТУР ПО РОССИЙСКОЙ ФЕДЕРАЦИИ 2015 йыл 24 сентябрь архивланған.
  18. Сбору кукурузы в России предсказали рекорд по итогам 2016 года
  19. ВЗГЛЯД / Россия ставит целую серию рекордов в сельском хозяйстве
  20. Минсельхоз РФ планирует нарастить производство зерна до 150 миллионов тонн за 10 лет — ИА «Версия-Саратов»
  21. Россия впервые становится крупным поставщиком сахара на мировой рынок — глава Минсельхоза — ИА «Финмаркет»
  22. Пряная экономика: Россия захватывает мировой рынок кинзы
  23. Власти заявили о новых правилах ввоза в Турцию пшеницы и риса из России. Росбизнесконсалтинг (9 октябрь 2017). Дата обращения: 9 октябрь 2017.
  24. Путин: экспорт продовольствия из РФ превысил экспорт вооружений. ТАСС (24 октябрь 2017). Дата обращения: 25 октябрь 2017.
  25. Сельское хозяйство в 2017 году 2018 йыл 17 февраль архивланған.
  26. 26,0 26,1 Россия впервые займет второе место среди мировых экспортеров зерна — ВЕДОМОСТИ
  27. Путин поздравил российских аграриев с профессиональным праздником. Экономика сегодня (8 октябрь 2017). Дата обращения: 9 октябрь 2017. 2017 йыл 10 октябрь архивланған.
  28. В 2017 году экспорт сельхозпродукции из России превысит $20,5 млрд — Агроинвестор
  29. Обзор рынка зерновых
  30. https://www.vestifinance.ru/articles/113163 2019 йыл 25 июнь архивланған.
  31. Росстат повысил оценку урожая зерна до 113 млн тонн в 2018 году. RT на русском. Дата обращения: 28 февраль 2019.
  32. Михаил Константинович Сидоров. Социально-экономическая география и регионалистика России: учебник-атлас. ИНФРА-М, 2002 — Всего страниц: 398
  33. Земельные и почвенные ресурсы России
  34. В России не используется 44 % сельхозугодий
  35. Эксперты в 2,5 раза повысили оценку заброшенных сельхозугодий в России
  36. ПОСЕВНЫЕ ПЛОЩАДИ СЕЛЬСКОХОЗЯЙСТВЕННЫХ КУЛЬТУР ПО РОССИЙСКОЙ ФЕДЕРАЦИИ 2019 йыл 11 июль архивланған.
  37. 37,0 37,1 37,2 Справочные материалы по географии мирового хозяйства (2016). Выпуск 1 2019 йыл 26 май архивланған.
  38. http://data.worldbank.org/indicator/AG.PRD.CREL.MT?year_high_desc=true
  39. Урожайность пшеницы 2021 йыл 28 февраль архивланған.
  40. Урожай пшеницы в России в 2017 году в чистом весе превысил 85 млн тонн — Экономика и бизнес — ТАСС
  41. Московская биржа запускает торги сахаром — ИА REGNUM
  42. Легенды и мифы современных агрорынков
  43. В светлое картофельное завтра! — Аргументы Недели
  44. Валовой сбор сельскохозяйственных культур по категориям хозяйств. Дата обращения: 3 сентябрь 2015. Архивировано 4 сентябрь 2015 года. 2015 йыл 24 сентябрь архивланған.
  45. Данные по тритикале выделяются отдельной позицией в составе зерновых и зернобобовых культур, начиная с итогов за 2009 год, в связи с переходом на Общероссийский классификатор продукции по видам экономической деятельности (ОКПД).
  46. 46,0 46,1 46,2 46,3 46,4 Данные приведены с учетом сведений по Крымскому федеральному округу.
  47. За 1990—2011 гг. включая овощи защищенного грунта по хозяйствам населения.
  48. За 1997—1998 гг. включая кабачки и тыкву столовую.
  49. Посевные площади СССР. — Москва: Госстатиздат ЦСУ СССР, 1957. — Т. 1. — С. 20, 21.
  50. Сельское хозяйство СССР. 1988. — Москва: Финансы и Статистика, 1988. — С. 56. — 535 с. — 28 000 экз. — ISBN 5-279-00165-1.
  51. Госкомстат России. Регионы России. Социально экономические показатели. 2002. — Москва, 2002. — С. 490. — 863 с. — 1600 экз. — ISBN 5-89476-108-5.
  52. Федеральная служба государственной статистики. Регионы России. Социально экономические показатели. 2016. — Москва, 2016. — С. 726. — 1326 с. — ISBN 978-5-89476-428-3.
  53. Производство мяса в России в 2016 году
  54. Производство основных продуктов животноводства по категориям хозяйств. Дата обращения: 3 сентябрь 2015. Архивировано 4 сентябрь 2015 года. 2015 йыл 9 сентябрь архивланған.
  55. Потребление основных продуктов питания по Российской Федерации. Архивировано 7 сентябрь 2015 года. 2016 йыл 28 апрель архивланған.
  56. Власти заявили о новых правилах ввоза в Турцию пшеницы и риса из России. Росбизнесконсалтинг (9 октябрь 2017). Дата обращения: 9 октябрь 2017.
  57. Власти заявили о новых правилах ввоза в Турцию пшеницы и риса из России :: Бизнес :: РБК
  58. Смирнов И. Ю. А чем Россия не Нигерия? 2006 год. 2018 йыл 22 декабрь архивланған.
  59. 59,0 59,1 Продукция сельского хозяйства 2017 йыл 27 март архивланған.
  60. Официальный сайт Алтайского края. Алтайский край в цифрах. Дата обращения: 10 сентябрь 2010. Архивировано 22 август 2011 года. 2011 йыл 12 октябрь архивланған.
  61. Гуськов Н. С., Зенякин В. Е., Крюков В. В. Экономическая безопасность регионов России. М., 2000. 288 с
  62. БРЭ, том 15. . — С. 610.
  63. Министерство сельского хозяйства и перерабатывающей промышленности Краснодарского Края. 2018 йыл 24 сентябрь архивланған.
  64. Министерство сельского хозяйства и перерабатывающей промышленности Краснодарского Края. 2018 йыл 26 ғинуар архивланған.
  65. 65,0 65,1 Основные экономические показатели за 2009 год 2010 йыл 30 ноябрь архивланған.
  66. Экономические показатели области за 2010 год 2014 йыл 4 май архивланған.
  67. Стенограмма выступления Губернатора Белгородской области Е. С. Савченко 2018 йыл 22 ғинуар архивланған.
  68. За год производство молока в Воронежской области выросло на 15%. Информационное агентство «Regnum». Дата обращения: 7 март 2009. Архивировано 23 август 2011 года.
  69. 69,0 69,1 Специализация хозяйства. Отраслевая структура промышленности
  70. Экономика Ингушетии 2012 йыл 28 ғинуар архивланған.
  71. Ленинградская область. Регионы России. Основные характеристики субъектов Российской Федерации — 2007 г.. Федеральная служба государственной статистики. Дата обращения: 22 сентябрь 2008. Архивировано 22 август 2011 года. 2008 йыл 9 апрель архивланған.
  72. Социальный атлас Саратовской области 2009 йыл 6 июнь архивланған.
  73. Агропромышленный комплекс на Официальном сайте Правительства Саратовской области 2011 йыл 20 август архивланған.
  74. Всероссийская сельскохозяйственная перепись 2006 года: Итоги по Свердловской области. Территориальный орган федеральной службы государственной статистики по Свердловской области. Дата обращения: недоступен.(недоступная ссылка)
  75. Окончательные итоги Всероссийской сельскохозяйственной переписи 2006 года по Свердловской области. Территориальный орган федеральной службы государственной статистики по Свердловской области. Дата обращения: 16 декабрь 2009. 2012 йыл 29 ғинуар архивланған.