Йәрмиә
Ауыл | |
Йәрмиә мар. Ярмиҥга рус. Ярмино | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл советы | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
452318 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Йәрмиә (рус. Ярмино) — Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы Миәҙәк ауыл Советы биләмәһенә ҡараған ауыл[2]. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 426 кеше булған[3]. Ауылда башҡорт, мари, татар милләтле кешеләр йәшәй. Почта индексы — 452318, ОКАТО коды — 80224816006.
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 426 | 220 | 206 | 51,6 | 48,4 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урынлашылышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Район үҙәгенә тиклем (Дүртөйлө): 21 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Миәҙәк): 7 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Яңауыл): 100 км
Ауыл тарихынан
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл 1732 йылдан алып телгә алына. Уға Ҡазан даруғаһы Эске Йылан улусы башҡорттары нигеҙ һала. Типтәрҙәр XIX быуаттың 1‑се яртыһында керҙәшлек килешеүе буйынса килеп урынлаша. 1865 йылдағы рәүиз мәғлүмәттәренән күренеүенсә 49 йортта 304 кеше көн иткән. Ауыл халҡы мал, бал ҡорто тотҡан, игенселек менән шөғөлләнгән. 1906 йылғы рәсми ҡағыҙҙарҙан күренеүенсә, ауылда мәсет, 3 бакалея магазины булған[4].
1972 йылға тиклем Тат-Йәрмиә һәм Мари-Йәрмиә ике ауыл булып, бер-береһенә терәлеп урынлашҡан була [5]. Тәүгеһе шул йылға тиклем Миңеште ауыл Советына ҡараһа, мари яғы Миәҙәк ауыл Советына инә. Тора-бара был ике ауыл халҡы аралашып ултыра башлай һәм 1972 йылда бер генә атама — Мари-Йәрмиә тип кенә ҡала[6]. Дүртөйлө ҡала Советы ҡарары менән 1997 йылда ауылға Йәрмиә тигән атама бирергә ҡарар итә, сөнки ауыл халҡы һаман ҡатнаш булып ҡала килә[7][8].
Шағирә, йәмәғәт эшмәкәре Гүзәл Ситдиҡова әсәһе яғынан ошо ауыл сығышлы. Әсәһе Факиһа Ситдиҡ ҡыҙының ҡанбабалары ауылға нигеҙ һалған аҫаба башҡорттарҙан. Ырыуы - Эске Йылан. Ауыл тарихында телгә алынған, уға нигеҙ һалыусыларҙың береһе булған Кәткә мулла Таҡаҡов - Гүзәл Ситдиҡованың тура ептән килгән ҡанбабаһы[9].
1859 йылда алынған рәүиздә Бөрө өйәҙенең 14-се башҡорт кантонының Ҡалмыҡ олоҫы Йәрмиә ауылында 12 йорт булғаны күренә. Гүзәл Ситдиҡованың тура ептән килгән ҡанбабаһы Мөхәмәтдин Шәмсетдин улының ер майҙаны 8,75 дисәтинә (яҡынса 11 га) тәшкил иткән. Архивтан алынған документтарҙан күренеүенсә ғаилә арыш, һоло, бойҙай, тары, ҡарабойҙай, борсаҡ һәм бәрәңге үҫтергән, ҡорт тотҡан[10].
Йәрмиәгә бәйле шиғырҙар[11]
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Тат-Йәрмиә
"Тат"ың ҡайҙан килгән, Йәрмиәм,
Татыр һыуҙан әллә килгәнме,
Шаян телле, талмаҫ беләкле
Татыу халҡың әллә биргәнме?!
Еп остарым минең ошонда:
Олатайҙар ҡорған нигеҙҙәр,
Өләсәйҙәр ҡайтҡан һыу юлы...
Табанымды тарта шул эҙҙәр.
Әсәйемдең тәүге һулышы,
Тат-Йәрмиә, һинең һулыштан.
Тамырҙарым һиндә яралған,
Бөрөләрем һиндә тулышҡан.
Исемеңә "тат" тип ҡушылып
Ҡайҙан килгән - хәҙер мин беләм,
Тамырҙарым һинән һут алған,
Тат-Йәрмиәм, татлы Йәрмиәм!
- Мари -Йәрмиә
Бала саҡтың моңло хәтирәһе:
Йәрмиәнең зәңгәр кистәре...
Алыҫтарҙан дәртле бер көй килә -
Әй бейейҙәр мари йәштәре.
Бәп-бәләкәс кенә мин - болдорҙа,
Тубыҡтарым ҡосоп тыңлайым.
Әкиәттәр килә күҙ алдына,
Туҡай кисе, Туҡай Ҡырлайы.
Шүрәленән ҡасып, ай урағы
Болоттарға инеп юғалды,
Ҡосағында йәйге сихри кистең
Мари бейеүе лә мин ҡалдым.
Ошо кистән ҡалды ғүмерлеккә
Мари көйҙәренә һөйөүем.
... Тик бүтәнсә инде ҡабатланмаҫ
Туҡай кисле мари бейеүе.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Йәрмиә
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Йәрмиә
- ↑ История деревни Ярмино (Мари-Ярмино, Тат-Ярмино)(недоступная ссылка)
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета БАССР 6-2/15 от 28.08.1972
- ↑ Решение Дюртюлинского городского Совета от 26.11.1997 г. № 5
- ↑ Общие сведения
- ↑ История деревни Ярмино (Мари-Ярмино, Тат-Ярмино) 2021 йыл 6 июнь архивланған.
- ↑ Гүзәл Ситдиҡова. Олатайҙар менән ғорурланырлыҡ. - Башҡортостан, 2007, 22 сент.
- ↑ Гүзәл Ситдиҡова. Шиғырҙар//Ете шишмә. - Өфө, 1988. - 31-52 бб.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с. — ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 июнь 2021)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Йәрмиә // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 8 июнь 2021)
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |