Ураҙа байрамы
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Ғәйет әл-Фитр ғәр. عيد الفطر | |
---|---|
Төрө | Ислам |
башҡаса | Ураҙа байрамы |
шулай уҡ | Ураҙа ғәйете |
Мәғәнәһе | Изге Рамаҙан айы тамамланыуы |
Раҫланған | Мөхәммәт пәйғәмбәр |
Башланған ваҡыты | Мосолмандар |
үткәрелеү ваҡыты | 1-се Шәүүәл |
Көнө | 2 шавваля[d] һәм 1-се Шәүүәл[d] |
Байрам итеү | Мәсет |
Йолалар | Мәсеттә намаҙ ҡылыу, ифтар, эш тыйыу |
Арналған | ураҙа тотоуҙы тамамлау |
Ураҙа́ байра́мы (Ғәйет әл-Фитр; (ғәр. عيد الفطر) — иң мөһим мосолман байрамдарының береһе. Рамаҙан айы дауамында башҡарылған ураҙа тотоу тамамланып, Шәүүәл айының тәүге өс көнө буйы билдәләнә.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ураҙа байрамы мосолмандарҙың төп ике байрамдарының береһе булып тора. Был байрамды билдәләү Мөхәммәт пәйғәмбәр заманынан, 624 йылдан алып башлана.
Тәртибе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Диндарҙар бер-береһен «Ғәйет мөбәрәк булһын» тип сәләмләйҙәр. Байрам көнө алдынан һәм шул көндө мотлаҡ рәүештә саҙаҡа — Фытыр йыйыла. Йыйылған саҙаҡа мохтаждарға таратыла.
Байрам көнөндә мосолмандар ғәйет (байрам) намаҙын ҡылалар, иң яҡшы кейемдәр кейәләр, традицион аш-һыуҙар әҙерләп байрам табыны ҡоралар, күршеләрен, туғандарын һәм дуҫтарын ҡунаҡҡа саҡыралар, күңел асалар.
Балалар был көндө төрлө уйындарҙа ҡатнашалар, күршеләрен тәбрикләйҙәр — улар яуап итеп балаларға тәм-том тарата. Был көндө шулай уҡ ярлыларға хәйер-саҙаҡа биреү, бүләктәр тапшырыу һәм бер-береһенән ғәфү үтенеү йолаһы бар.
Байрам көнөндә мәсеттә ике рәкәғәт ғәйет намаҙы уҡыла, унан һуң өгөт-нәсихәт итеп, халыҡҡа хөтбә әйтелә. Ғәйет намаҙын Мөхәммәт пәйғәмбәр мәсеттән ситтә — ҡырҙа уҡыған[1].
Байрам көндәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Байрам көнө тип Шәүүәл айының беренсе көнө тип иҫәпләнә[2], әммә йола буйынса мосолман илдәрендә мәктәптәр, учреждениелар һәм кибеттәр ике йәки өс көн дауамында эшләмәй[3].
Григориан календарына ярашлы, төрлө йылдар буйынса байрам (1-се Шәүүәл) төрлө көнгә тура килә.
Хәҙистәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Пророк Мухаммад (да благословит его Всевышний и приветствует) говорил: «Кто выстаивал ночную молитву в ночь на ‘Идуль-фитр (Ураза-байрам) и в ночь на ‘Идуль-адха (Курбан-байрам), веря в воздаяние от Всевышнего, сердце того не умрет в день, когда сердца [многих] умрут»[4]— Ас-Суюты Дж. Аль-джами‘ ас-сагыр. С. 536, хадис № 8903
Рассказал нам Муса ибн Исмаил, рассказал нам Хаммад ибн Хумейд от Анаса, что он сказал: "Когда прибыл посланник Аллаха, мир ему и благословение Аллаха, в Медину, у её жителей было два (праздничных) дня, которые они отмечали играми. Он спросил их: «Что это за два дня?» Ему ответили: «Эти два дня мы отмечали играми ещё во времена язычества». Тогда сказал посланник Аллаха, мир ему и благословение Аллаха: «Поистине, Аллах заменил их двумя лучшими днями: днем Жертвоприношения и днем Разговения»[2]— Сборники хадисов Абу Дауда (1134), ан-Насаи (1556), Ахмада (3/178), Абдурраззака (15566)
От Укбы ибн Амира сообщается, что посланник Аллаха (мир ему и благословение Аллаха) сказал: «День Арафа, день Жертвоприношения и три дня ташрика — это наши дни Ида (праздники), о мусульмане».[2]— Сборники хадисов Абу Дауда (2419), ат-Тирмизи (773), ан-Насаи (5/252)
Рәсәйҙә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ураҙа ғәйетенең беренсе көнө Адыгея, Башҡортостан (1992 йылдан алып), Дағстан, Ингушетия, Ҡабарҙы-Балҡар, Ҡарасай-Черкес, Татарстан, Чечен[5] һәм Ҡырым[6] республикаларында рәсми рәүештә ял байрам көнө тип билдәләнә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Ураҙа байрамының тәртибе . «Ваҡыт!» (16 август 2012). Дата обращения: 20 июль 2015.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Шейх Махир ибн Зафир Аль-Кахтани. «Ураза-Байрам (Ид Аль-Фитр) — один день или три дня?» 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Наступление Рамадана 2012 йыл 11 март архивланған.
- ↑ Шамиль Аляутдинов «Ураза-Байрам — Праздник окончания поста»
- ↑ Ураза-Байрам объявлен выходным днем в республиках Северного Кавказа . REGNUM (7 сентябрь 2010). Дата обращения: 4 декабрь 2013. 2013 йыл 4 ноябрь архивланған.
- ↑ УКАЗ ГЛАВЫ РЕСПУБЛИКИ КРЫМ О нерабочем праздничном дне (24 июль 2014). 2016 йыл 4 март архивланған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Байрам // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Резван Е.А. Ид ал-Фитр // Ислам: энциклопедический словарь / отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, 1991. — С. 89.
- А. Мец. Мусульманский ренессанс. 2-е изд., М., 1977. — С.186.
- Э. У. Лэйн. Нравы и обычаи египтян в первой половине XIX в. М., 1982. — С.373—379.
- G. E. Griinebaum. Muhammadan Festivals. N.Y., 195. — pp. 62–65.
- Е. М. Mittwoch. 'Id al-Fitr // The Encyclopaedia of Islam. New ed. Leiden-London. —3, 1008.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ураҙа байрамы Викимилектә | |
Ураҙа байрамы Викияңылыҡтарҙа |
- Ураҙа байрамы // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8. (рус.)
- Ураҙа байрамының тәртибе . «Ваҡыт!» (16 август 2012). Дата обращения: 20 июль 2015.