Эстәлеккә күсергә

Достоевский Фёдор Михайлович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ф.М. Достоевский битенән йүнәлтелде)
Достоевский Фёдор Михайлович
рус. Фёдор Михайлович Достоевский
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат[1][2][3]
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Хеҙмәт итеүе Рәсәй империяһы
Патронимы йәки матронимы Михайлович[d]
Псевдоним Д., Друг Кузьмы Пруткова, Зубоскал, —ий, М., Летописец, М-ий, Н. Н., Пружинин, Зубоскалов, Ред., Ф. Д. һәм N.N.
Тыуған көнө 30 октябрь (11 ноябрь) 1821[4][5][6][…]
Тыуған урыны Мәскәү, Мәскәү губернаһы[d], Рәсәй империяһы[5][7]
Вафат булған көнө 28 ғинуар (9 февраль) 1881[5][4][8][…] (59 йәш)
Вафат булған урыны Санкт-Петербург, Петербург губернаһы[d], Рәсәй империяһы[9][3][10][…]
Үлем сәбәбе Быума һәм эмфизема лёгких[d]
Дата погребения или кремации 31 ғинуар (12 февраль) 1881 һәм 2 (14) февраль 1881[5]
Ерләнгән урыны Тихвин зыяраты (Санкт-Петербург)[5]
Ҡәбере һүрәте
Атаһы Михаил Андреевич Достоевский[d]
Әсәһе Мария Фёдоровна Достоевская[d]
Бер туғандары Михаил Михайлович Достоевский[d], Андрей Михайлович Достоевский[d] һәм Николай Михайлович Достоевский[d]
Хәләл ефете Достоевская Анна Григорьевна[11][7] һәм Мария Дмитриевна Достоевская[d]
Балалары Любовь Фёдоровна Достоевская[d][7]
Туған тел урыҫ теле
Яҙма әҫәрҙәр теле урыҫ теле
Һөнәр төрө тәржемәсе, романист, эссеист, новеллист, журналист, фәлсәфәсе, биограф, яҙыусы, публицист, прозаик
Эш урыны Санкт-Петербург фәндәр академияһы[d]
Уҡыу йорто Военный инженерно-технический университет[d]
Николаевское инженерное училище[d]
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы 1880
Сәләмәтлек торошо Быума
Әҫәрҙәр исемлеге Библиография Фёдора Михайловича Достоевского[d]
Сәнғәт йүнәлеше реализм[d]
Ойошма ағзаһы Санкт-Петербург фәндәр академияһы[d]
Йоғонто яһаусы Пушкин Александр Сергеевич, Лермонтов Михаил Юрьевич, Гоголь Николай Васильевич, Владимир Сергеевич Соловьёв[d], Виссарион Григорьевич Белинский[d], Александр Иванович Герцен[d], Адам Мицкевич, Иммануил Кант, Уильям Шекспир, Оноре де Бальзак, Сервантес, Мигель де, Чарльз Диккенс, Виктор Гюго, Жорж Санд[d], Фридрих Шиллер[d], Эрнст Теодор Амадей Гофман[d], Эдгар По, Христос[d] һәм Карамзин Николай Михайлович
Рәсми сайт fedordostoevsky.ru
Изображается на Портрет Ф. М. Достоевского[d]
Вики-проект Проект:Литература[d] һәм Проект:Математика[d]
Хеҙмәттәре тупланмаһы Городской музей[d][12]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]
Досье в Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы[d][13]
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы Fyodor Dostoyevsky
 Достоевский Фёдор Михайлович Викимилектә

Достоевский Федор Михайлович (реф. тик. Федоръ Михайловичъ Достоевскій; 30 октября [11 ноября1821, Мәскәү, Рәсәй империяһы28 января [9 февраля1881, Санкт-Петербург, Рәсәй империяһы) — урыҫ яҙыусыһы, аҡыл эйәһе, философ һәм публицист[14]. 1877 йылдан алып Фән академияһының ағза-корреспонденты[15].

Петрашевский түңәрәгендә ҡатнашҡаны өсөн дүрт йыл каторгала һәм аҙаҡтан һөргөндә булған сағында һәм артабан да әҙәби ижады ваҡытында Достоевский рус реализмы традицияларын новатор булараҡ дауам итә, тик үҙе тере саҡта замандаштары уны лайыҡлы дәрәжәлә баһаламайҙар.

Достоевский вафат булғандан һуң ғына иң шәп рус әҙәбиәте классиктарының береһе һәм донъя роман яҙыусылары араһында танылған яҙыусы булып һанала, Достоевскийҙы Рәсәй персонализмының тәүге вәкиле тип таныйҙар. Рус яҙыусыһының ижады донъя әҙәбиәтенә, атап әйткәндә, әҙәбиәт буйынса бер нисә Нобель премияһы лауреаттарының, ижадына ҙур йоғонто яһай, унда экзистенциализм һәм фрейдизмдың аяҡҡа баҫыуына ярҙам итә.

Яҙыусының иң әһәмиәтле әҫәрҙәре булып «бөйөк биш» романдары тора. 2002 йылда «Преступление и наказание», «Идиот», «Бесы» һәм «Братья Карамазовы» романдары Норвегия китап клубының иң яҡшы 100 китап исемлеге эсенә индерелә. Достоевскийҙың билдәле әҫәрҙәре күп тапҡырҙар экранлаштырыла һәм театрҙа, балетта һәм операларҙа ҡуйыла.

Килеп сығышы. Тәүге йылдары (1821-1837)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Чермак пансионы. Әсәһенең үлеме

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Радван.Достоевскийҙарҙың гербы

Достоевскийҙарҙың ырыуы баяр Иртищев Данила Ивановичтан (Ртищев, Ртищевич, Иртищевич, Артищевич) башланып киткән. 1506 йылдың 6 октябрендә уға Пинскиҙан төньяҡ-көнбайышҡа табан Пинский өйәҙенең Поречье улусындағы «Достоев» утарын (имениеһен) бүләк итәләр [16]. Достоевский фамилияһының килеп сығышын тикшеренеүселәрҙең барыһы ла тиерлек Данила Иртищев тоҡомо менән бәйләй[17]. Урындағы риүәйәт буйынса, «Достоево» исеме поляктарҙың «dostoinik» һүҙенән — йәғни, сановник, батша яҡыны тигәндән алынған тип йөрөтәләр. «Достойник» тип кенәз ялсыһы итеп ауылдан алынған ҡайһы бер кешеләрҙе мыҫҡыллап атағандар[18]. Белоруссияның Брест өлкәһендә Достоево ауылы әле лә бар[19]. Данила Иванович Ртищевтың, тикшереүселәр фекере буйынса, ата-бабаларының береһе тарихи сығанаҡтарҙа йыш ҡына иҫкә алынған татар Аслан-Челеби-мырҙа булған. Ул 1389 йылда уҡ Алтын Урҙаны ташлап киткән, Мәскәү кенәзе Дмитрий Донской тарафынан православиеға суҡындырылған . Был татарҙың улын Широкий Рот (Киң ауыҙ) тип йөрөткәндәр, шунлыҡтан уның тоҡомон Ртищев тип атағандар. Ртищевтар гербында ярым ай, алты мөйөшлө йондоҙ һәм бер нисә ҡораллы татартөшөрөлгән, был инде ырыуҙың православие диненән сыҡмағанына ишара[20][19].

Тулыһынса «Достоевский» фамилияһы Данила Ивановичтың ейәндәренә күсә һәм ваҡыт үтеү менән улар типик шляхта хеҙмәткәрҙәренә әйләнә.[21][22]. Ике быуат дауамында тиерлек Достоевскийҙарҙың Пинск тармаҡтары төрлө документтарҙа телгә алынған, әммә ваҡыт үтеү менән польша-литва дәүләтенең Рәсәйгә ҡушылыуы арҡаһында, дворянлыҡтарын юғалтҡан[23][24]. Xvii быуаттың икенсе яртыһында күсә килгән ырыу Украина. Был һан ҡырҡа кәмей фамилияһы уҡ ваҡытта тарихи документтарҙа иҫкә алынған[24]. Тикшеренеүселәр яҙыусының Ртищев менән туранан-тура бәйләнешен нигеҙләгән документын таба алмай [25][26]. Билдәле булыуынса, яҙыусының туранан-тура ата-бабалары XVIII быуаттың беренсе яртыһында Волында йәшәгән[25]. Бер нисә быуын шәжәрә өҙөклөгөн табыу өсөн тикшеренеүселәр реконструкциялау ысулын ҡулланған[27]. Хатта яҙыусының ҡартатаһы Достоевский Андрей Григорьевич тураһында аныҡ мәғлүмәт юҡ. Бары тик уның 1756 йылда волынь ваҡ утарлы шляхта ғаиләһендә тыуғанлығы һәм 1775 йылда атаһы һәм ағалары менән бергә Брацлав воеводствоһына (Речь Посполитаяны икенсе бүлгәндән һуң ғына Рәсәй империяһына ингән воеводствоға) күсеп килеүе билдәле. 1782 йылдан алып Андрей Григорьевич Достоевский Войтовец ауылында дин әһеле була[28].

Яҙыусының ата-әсәһе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Отец — Михаил Андреевич
Мать писателя — Мария Фёдоровна

Достоевскийҙар тураһында беренсе дөрөҫ мәғлүмәт буласаҡ яҙыусының атаһы Достоевский Михаил Андреевичтан башлана[28]. Документтар буйынса, Достоевский Михаил 1789 йылда Войтовец ауылында тыуа[29], 1802 йылда Шаргородский Николаев монастыры янындағы дини семинарияға уҡырға инә[30]. 1809 йылдың авгусында Александр I император медицина-хирургия академияһына дини академия һәм семинарияларҙан өҫтәмә 120 кеше ҡабул итеү тураһында указ сығара[31]. Михаил Достоевский имтихандарҙы уңышлы тапшыра һәм 1809 йылдың 14 октябрендә академияның Мәскәү медицина бүлексәһенә ҡаҙна иҫәбенә уҡырға ҡабул ителә[32]. 1812 йылда ватан һуғышы ваҡытында 4 класс студенты Достоевский «яралы һәм ауырыуҙарға ярҙам итеү өсөн файҙаланырға»[33] тип һуғышҡа ебәрелә, ә һуңыраҡ тиф эпидемия менән көрәшә [34]. 1813 йылдың 5 авгусында Бородино пехота полкының 1-се бүлегендә [34] штаб-табип исеменә лайыҡ булап[35].

1818 йылдың апрелендә Михаил Достоевский Мәскәүҙең хәрби госпиталенә ординатор итеп эшкә күсерелә[35], тиҙҙән унда Калуга губернаһының Боровск ҡалаһынан сыҡҡан 3-сө гильдия сауҙагәре Федор Тимофеевич Нечаевтың ҡыҙы Мария Нечаева менән таныша[36]. Нечаевтың сауҙаһы Наполеон яуынан, ә унан һуң үҙенең барлыҡ мөлкәтен тиерлек юғалта[37]. Марияның өлкән апаһы Александра бай 1-се гильдия сауҙагәре Александр Куманиндың ҡатыны була, артабан ул яҙыусы яҙмышында ныҡ ҡатнашыу[38].

1820 йылдың 14 ғинуарында Мәскәү хәрби госпитале сиркәүендә Михаил һәм Мария никахлаша[39]. 1820 йылдың аҙағында тәүге улдары Михаил тыуғандан һуң, Достоевский хәрби хеҙмәттән сыға һәм 1821 йылда ярлылар өсөн Мария дауаханаһына эшкә урынлаша[40]. Божедомкаға күсеп килгән көҙ аҙағында Достоевский ғаиләһе икенсе бала тыуыуын көтә башлай[41].

Мәскәүҙәге балалыҡ йылдары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Ярлылар өсөн Мария дауаханаһы

Достоевский Федор Михайлович Мәскәүҙә 1821 йылдың 30 октябрендә Яңы Божедомка урамындағы ярлылар өсөн Мария дауаханаһына ҡараған Мәскәү тәрбиә йортоноң флигелендә тыуа. Дауахана янындағы Петр һәм Павел сиркәүенең «Тыуғандарҙы яҙыу кенәгәһенә»: «Ярлылар өсөн дауахана йортонда штаб-табип Михаил Андреевич Достоевскийҙың улы тыуҙы. Кенәгәгә дин әһеле Ильин Василий яҙып ҡуйҙы»[41][42]. Федор исемен әсәһе яғынан ҡартатаһының исеменән — сауҙагәр Федор Тимофеевич Нечаевтан алғандар[41][43]. Сабый Достоевский 4 ноябрҙә суҡындырыла. Суҡындырыусы ата-әсәһе штаб-табип хофрат кәңәшсеһе Григорий Павлович Маслович һәм кенәз ҡатын Козловская Трофимовна Прасковья, ҡартатаһы Федор Тимофеевич Нечаев һәм Александра Федоровна Куманина була[41][43].

«Мин сығышым менән диндар рус ғаиләһенән. Үҙемде иҫләгән ваҡыттан алып атайым менән әсәйемдең яратыуын тойоп үҫтем », — тип ярты быуат ғүмер иткән Федор Михайлович[41]. Достоевскийҙар ғаиләһендә патриархаль йолалар ҡәтғи һаҡлана[41]. Йорт тәртибе атаһының хеҙмәтенә яраҡлаштырып буйһонған. Михаил Достоевский иртәнге сәғәт алтыла уянған, иртән дауаханалағы ауырыуҙарҙы тикшереп сыҡҡан, пациенттарҙы өйҙәренә барып та күҙәткән. Төшкө ашты ғаилә ағзалары менән бергә сәғәт ун икелә ашаған, артабан ял иткән һәм ҡабаттан дауаханала ауырыуҙарҙы ҡабул иткән. «Көн һайын кис сәғәт 9-ҙа киске аш, артабан беҙ, малайҙар, тәре алдына баҫып доға ҡылғандан һуң, атай-әсәйем менән хушлашып, йоҡларға ята торғайныҡ», — тип хәтерләй Федор Михайлович[44]. Уның иң иртә хәтирәләре 1823-1824 йылдарға ҡарай. [45][46]. 1822 йылдың аҙағында һеңлеһе Варвара тыуғандан һуң, Достоевскийҙар йортонда бала ҡараусы булып Алена Фроловна эшләй, уныңтураһында яҙыусының хәтирәләре бик яҡшы була: «Беҙҙең барыбыҙҙы ла, балаларҙы, ул ҡарап үҫтерҙе. Уға ҡырҡ биш йәштәр тирәһе булғандыр, ул һәр саҡ асыҡ, күңелле холоҡло булды, һәр ваҡыт шулай күңелле итеп беҙгә әкиәттәр һөйләй торғайны!». Был бала ҡараусы ҡатын Достоевскийҙың «Бесы» әҫәрендә телгә алынған[47][43]. 1825 йылдың мартында Андрей тыуғандан һуң, ғаилә дауахананың һул флигеленә күсә. Яңы фатир, Андрей хәтирәләре буйынса, ике бүлмәнән, аш-һыу бүлмәһенән һәм алғы бүлмәнән тора. Өлкән балалар өсөн «ярым ҡараңғы бүлмә» хеҙмәт итә, ул алғы бүлмәнең артҡы яғы була[48][46].

Андрейҙың иҫләүе буйынса, Достоевскийҙар бала саҡта «Жар-птица», «Алеша Попович», «Синяя борода», «Тысяча и одна ночь» һәм башҡа әкиәттәрҙе тыңлаған[49][50]. Пасха байрамында Подновинский сатырының «кәмитселәр, клоундар, баһадирҙар, Петрушка һәм комедианттар» сығышын ҡарағандар. Йәй булһа Мария сауҡалығына ял итергә сыҡҡандар. Йәкшәмбе һәм байрам көндәрендә Достоевскийҙар дауахана сиркәүенә ғибәҙәт ҡылырға йөрөгән, ә йәй көндәре әсә балаларын Троица-Сергиев лавраһына алып барған[51][52]. Балалар бәләкәй саҡта Достоевскийҙарҙың йортона апалары Александраның ҡайны һәм ҡәйнәһе, ҡартаталары Федор Тимофеевич Нечаев һәм уның икенсе ҡатыны Нечаева Ольга Яковлевна, олаталары, Нечаев Михаил Федорович ҡунаҡҡа килеп йөрөгән[53][54]. Атаһының хеҙмәттәштәре һәм дутары ла был ғаиләлә й ы ш булған. Һуңыраҡ уларҙы яҙыусы күп әҫәрҙәрендә телгә алған[54].

Уҡый башлауы. Даровое утары.

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Достоевский йорт ҡоролошо балаларҙа күп нимәләр менән ҡыҙыҡ һы ныу уята һәм үҫештәренә булышлыҡ итә[55].Яҙыусы үҙенең хәтирәләрендә ата-әсәһен үҙ заманының «иң яҡшы, алдынғы кешеләре» тип атай[56]. Ғаиләнең ҡунаҡ бүлмәһендә кистәрен Карамзин, Державин, Жуковский, Пушкин, ПАолевой, Радклиф әҫәрҙәрен ҡысҡырып уҡығандар. Бигерәк тә атаһы федор Михайлович Карамзиндың «Рәсәй дәүләте тарихы» китабын уҡырға яратҡанын иҫкә төшөрә: «Мин урыҫ тарихының барлыҡ төп эпизодтарын белгәндә миңә бары ун йәштәр тирәһе ине»[57][58]. Мария Федоровна балаларын уҡырға үҙе өйрәтә[59]. Хәтирәләр буйынса, балаларҙы бик иртә уҡырға өйрәткәндәр һәм: «уҡы!» тип әйткәндәр[55].Башта бәләкәй китаптарҙы уҡырға тәҡдим иткәндәр [59]. Балаларҙың етди беренсе китаптары — «Сто четыре Священные Истории Ветхого и Нового Завета» була.

1827 йылдың яҙында Михаил Андреевич Достоевскийға коллежский асессор чинын бирәләр һәм ул тыумыштан дворян титулына эйә була[56]. 1828 йылдың 28 июнендә Достоевскийҙар дворян нәҫеле тип иҫәпләнә башлай, улар мәскәү дворянлыҡ шәжәрәһе китабының өсөнсө өлдөшөндә тыумыштан дворяндар тип яҙыла[56][60], был уларға утар (имение) һатып алырға һәм йәй айҙарын унда үткәрергә мөмкинлек бирә[61]. 1831 йылдың йәйендә Михаил Андреевич 30 мең һум тирәһе аҡсаға Мәскәүҙән 150 км алыҫлыҡтағы Тула губернаһының Даровое ауыл һатып ала. был ауыл ерҙәре уңдырышһыҙ була, 11 крәҫтиән ихатаһының барыһы ла — ярлы, ә ауыл хужаһы байҙың йорто ситәндән үрелеп, балсыҡ менән эстән-тыштан һыланған өс бүлмәле флигелдән ғибәрәт була. Күршеһенә ҡараған һәм ауылда тороп ҡалған 6 ихата өсөн, күршеләре менән ыҙғыш-талаш сыға , был судҡа күсә[62][63]. Бынан тыш, 1832 йылдың яҙында бер крәҫтиәндең ғәйебе арҡаһында Даровое ауылында янғын сыға, дөйөм зыян яҡынса 9 мең һум тәшкил итә. Һуңыраҡ яҙыусы: «баҡһаң, барыһы ла янып бөткән була<...> башта ҡурҡыуҙан тулыһынса бөлгәнбеҙ икән тип уйланыҡ» тип яҙа[64][65]. Шул зыян күргән крәҫтиәндәргә аҡса тараталар һәм йәй аҙағында уҡ «ауыл <...> өр-яңынан төҙөлә», 1833 йылда ғына, Даровое утарына нигеҙ һалғас, бәхәсле Черемошняны һатып алып була.[64][66]. 1832 йылдың йәйендә генә Достоевскийҙарҙың балалары тәүге тапҡыр Рәсәй ауылы менән таныша. Достоевскийҙарҙың йорто Брыково ҡайынлығына терәлеп тора, өй янында йүкә ағаслығы үҫә. Брыково Федяға бик ныҡ оҡшай, ә «крәҫтиәндәр, бигерәк тә ҡатын-ҡыҙ, бай балаларын бик ныҡ ярата». Һуңынан был сәйәхәттән алған тәьҫораттарын яҙыусы «Ярлы кешеләр», «Бесы» романдарында һүрәтләй[64][67].

Мәскәүгә ҡайтҡандан һуң, Михаил менән Федор өсөн уҡыуҙар башлана. Аталары баштан уҡ улдарын «Мәскәү университетының лайыҡлы пансионына» уҡырға бирергә итә, әммә пансионды балаларға тән язаһы ҡулланыуҙы рөхсәт иткән гимназияға үҙгәрткәс, тыйылып ҡала[68]. Михаил Андреевичтың ҡыҙыу холҡло һәм талапсан характерлы булыуына ҡарамаҫтан, Достоевский ғаиләһе балаларға «бик миһырбанлы була <...> уларға бер ваҡытта ла тән язаһы ҡулланмағандар»[69]. Өлкән балаларҙы өйгә килеп Закон Божий, рус теле, арифметика һәм географияға Екатерина институтынан дьякон Хинковский уҡыта.[69][70]. Көн һайын малайҙарҙыАлександровский һәм Екатеринина институты уҡытыусыһы Н. И. Драшусовҡа француз теленә [71]уҡырға йөрөтәләр[70]. Драшусовтың үҙ балалары ла шунда уҡ математика һәм тел фәненә уҡый[72]. Драшусов латин теле уҡытыусыһы булмағанлыҡтан, Михаил Андреевич «Бантышев латин грамматикаһын» һатып ала, һәм көҙ-ҡыш « һәр кис Федор һәм Михаил менән латин теле менән шөғөлләнә башлай». Һуңыраҡ Михаил «атай изгелек кеше булыуына ҡарамаҫтан бик талапсан булды» тип иҫенә төшөрә[73]. Пансионер булғас, Федор менән Михаил Даровоеға йәйҙәрен бары тик ике айға ғына килә[74]. Был ваҡытта үткәрелгән ревизия буйынса, Достоевскийҙарҙың «биш йөҙ дисәтинәгә яҡын ере һәм йөҙҙән ашыу крәҫтиәне» була[75]. 1833-1834 йылдарҙа Достоевский Вальтер Скотт ижады менән таныша . Һуңыраҡ яҙыусы был танышыу уның «тәьҫирләнеү һәм фантазияһын» үҫтереүгә булышлыҡ итеүе тураһында яҙа. Андрей Михайлович хәтирәләре буйынса, уға бик часто Федорҙың «Квентин Дорвард» һәм «Уэверли, йәки Алтмыш йыл элек»[76]. китаптарын уҡып ултырғанын күрергә тура килә.

1834 йылдың сентябрендә Федор һәм Михаил Достоевскийҙарҙы Яңы Басманный урамындағы Леонтий Иванович Чермак пансионына уҡырға индерәләр. Заманында был пансион Мәскәүҙәге иң яҡшы шәхси уҡыу йорттарының береһе тип иҫәпләнә[71][76]. Бында уҡыу бик ҡыйбат тора, әммә Куманиндар ярҙам итә. Пансионда көн режимы ҡәтғи була. Тулы пансионда уҡыусы бала бары тик ял көндәрендә генә өйөнә ҡайтып килә алған. Иртән сәғәт алтыла балалар уятылған, ҡыш — сәғәт етелә; иртәнге доға һәм ашағандан һуң улар сәғәт ун икегә тиклем уҡыу менән шөғөлләнгән; төшкө аштан һуң сәғәт икенән алтыға тиклем улар уҡыуын дауам иткән, киске аштан һуң сәғәт етенән алып унға тиклем дәрес әҙерләгән һәм шунан һуң йоҡларға ятҡан. Тулы курсы өс кластан торған һәм уның һәр оҙонлоғо 11 ай булған. Уҡыусылар бындаматематика, риторика, география, тарих, физика, логика, рус, грек, латин, немец, инглиз, француз телдәре, матур яҙыу, хатта бейеү һәм рәсем төшөрөүгә өйрәнгән. Леонтий Чермак пансиондың тормошон ғаилә тормошона оҡшатып ойошторорға тырышҡан: «ул үҙе уҡыусылар менән бер өҫтәл артына ултырып ашаған, уҡыусыларға, үҙ улдарына ҡараған кеүек, яғымлы мөрәжәғәт булдырған», балаларҙың бөтә ихтыяждарын ингән, уларҙың һаулығын күҙәтеү аҫтында тотҡан[77][78].

Николай Иванович Билевич

Достоевский Федор, синыфташтары хәтирәһе буйынса, ул ваҡытта бик «етди, уйланыусан, аҡһыл сәсле, аҡ йөҙлө малай булған. Ул уйындар менән мауыҡмаған, тәнәфестәр ваҡытында китабын ҡулында тотҡан һәм буш ваҡыттарын үҙенән өлкән синыф малайҙары менән һөйләшеп үткәргән»[78]. 1835 йылдың ҡышында,Достоевский беренсе тапҡыр быума (ҡуянсыҡ) өйәнәге менән ауырыған[79]. Федор менән Михаил пансион уҡытыусылары араһында рус теле уҡытыусыһы Николай Иванович Билевичты ныҡ яратҡан, ул балалар өсөн өлгө булып торған. Билевич Гоголь менән бер ваҡытта уҡырған, әҙәби мәжлестәргә йөрөгән, шиғырҙар яҙған, Шиллерҙы тәржемәләгән. Достоевский биографтары фаразы буйынса, был педагог балаларҙы ағымдағы әҙәби ваҡиғалар менән таныштырған, ә Билевич-әҙәбиәтсегә ҡарап, Федор Достоевский әҙәбиәтсе һөнәрен һайларға булышлыҡ иткән[80][81]. Ял көндәрендә һәм йәйҙәрен Достоевскийҙар ғаиләһендә Державин, Жуковский, Карамзин, Пушкин әҫәрҙәрен уҡығандар[82]. 1835 йылда ғаилә «Бблиотека для чтения» журналына яҙылған, унда буласаҡ яҙыусы тәүге тапҡыр Пушкин Александр Сергеевичтың «Пиковая дама»һын, Оноре де Бальзактың «Отец Горио»һын, Виктор Гюго һәм Жорж Санд әҫәрҙәрен һәм башҡаларҙың әҫәрҙәрен уҡыған[83].

Мария Федоровна 1835 йылдың апрелендә бәләкәй балалалары менән Даровое ауылына бара. 29 апрелдә ул ҡаты сирләй башлай. Михаил менән Федор был ваҡытта пансиондағы имтихандарға әҙерләнә. Июлдә Мария Федоровнаның ҡыҙы тыуа һәм әсәнең сире тағы ла ҡуҙып китә. Киләһе йәй уның өсөн һуңғыһы була. Көҙ көнө әсә ауырып йығыла. Утыҙ семь йәшен тултырмайынса, Мария Федоровна 27 февралдә вафат була. 1 мартта уны Лазарев зыяратында ерләйҙәр.

Достоевскийға 16 йәш тулғас, атаһы уны һәм Михаилды Петербургтағы Төп инженерлыҡ училищеһына уҡырға алып килә[84]. Достоевский федор һәм Михаил әҙәбиәт менән шөғөлләнергә теләй, ләкин аталары яҙыусы хеҙмәте улдарының киләсәген тәьмин итмәйәсәк тип уйлай һәм уларҙы көсләп училищеға уҡырға индерә. «Яҙыусы көндәлектәрендә Достоевский ағаһы менән Петербургҡа барғанда юл буйына «шиғриәт һәм шағирҙар тураһында ғына хыялландыҡ» тип яҙа"[85].

Инженерлыҡ училищеһына

Егеткә училищела уҡый оҡшамай, ул бер ниндәй ҙә инженер булырлыҡ һәләттәрен күрһәтмәй. Достоевский дәрестән буш ваҡытында Гомер, Корнель, Расин, Бальзак, Гюго, Гете, Гофман, Шиллер, Шекспир, Байрон, урыҫ авторҙарынан Державин, Лермонтов, Гоголь әҫәрҙәрен уҡый һәм Пушкиндың бөтә әҫәрҙәрен яттан белә тиерлек . Рус географы Семенов-Тян-Шанский хәтирәләре буйынса[86], Достоевский «үҙ заманындағы күп кенә рус яҙыусыларынан, мәҫәлән, Некрасов, Панаев, Григорович, Плещеев һәм хатта Гоголдән байтаҡ юғары белемле булған»[87].

Уҡығаны менән илһамланып, егет төндәрен әҙәби ижадта үҙенең тәүге аҙымдарын яһай. Достоевский буйынса инженер училищеһына уҡырға әҙәби түңәрәге дуҫ йоғонтоһо аҫтында 1838 йылдың көҙөндә Достоевскийҙың йоғонтоһо аҫтында И. И. Бережецкий[88], Н. Витковский И., А. Н. Бекетов[89][15] һәм В. Д. Григорович Төп инженерлыҡ училищеһында әҙәби түңәрәк ойоштора. 1843 йылда Достоевский училищеһын тамамлай һәм инженер-подпоручик булып Петербург инженерҙар командаһында тәғәйенләнә, ләкин ул киләһе йыл йәй башында уҡ, үҙен тотошлай әҙәбиәткә бағышларға ҡарар итә һәм 1844 йылдың 19 октябрендә поручик чинында отставкаға сыға[90].

Тәүге әҙәби тәжрибәһе, баҫмалары һәм петрашевсылар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1840-1842 йылдарҙа, училищела уҡыған сағында уҡ, Достоевский «Мария Стюарт» һәм «Борис Годунов» драмаларын яҙа, 1841 йылда ул ағаһына был драмаларҙан өҙөктәр уҡый[91]. 1844 йылда Достоевский ғинуарында ағаһына «Жид Янкель» драмаһын яҙып бөтөрөүе тураһында яҙа[92]. Үҫмерҙең был беренсе әҫәрҙәре һаҡланмаған. 1843 йыл аҙағында 1844 йыл башында Достоевский Эжен Сю романы «Матильда»ны рус теленә тәржемә итә, һәм, бер ни тиклем һуңыраҡ, Жорж Сандтың «Последняя из Альдини» романын руссаға әйләндерә һәм үҙенең «Ярлы кешеләр» романын яҙа башлай[93]. Ике тәржемә лә тамамланмай ҡалған. Достоевский шул уҡ ваҡытта хикәйәләр ҙә яҙған, уларҙы ла тамамлай алмай. 1844 йылда Достоевский эштән сыҡҡанға тиклем кәмендә бер йыл алда Бальзактың «Евгения Гранде» романын рус теленә тәржемә итә, ул 1844 йылда «Репертуар и пантеон» журналында баҫылып сыға[94]. 1845 йылдың май аҙағында үҙенең «Бедные люди» романы баҫыла[15]. был әҫәре өсөн Достоевский Белинский түңәрәгенә бик йылы ҡабул ителә[95] Барыһы ла уның тураһында «яңы Гоголь» барлыҡҡа килгән тип һөйләйҙәр. Күп йылдар үткәс хәтерҙә ҡалған һүҙ достоевский белинский «яҙыусыларҙың көндәлектәре»:

Әммә Достоевскийҙың ике.нсе әҫәрен «Двойник»ты, Белинскийҙан башҡа, күптәр аңламаусанлыҡ менән ҡаршы ала. Тургенев менән 1846 йылда Достоевскийҙың бәхәсләшеүе арҡаһында, Белинский түңәрәге тарҡала. Достоевский "Современник" журналынан китә һәм "Отечественные записки" журналы менән хеҙмәттәшлек итә башлай

Достоевский билдәлеН. А. Майков,И. А.. Гончаров, училищела бергә уҡыған класташы Бекетов Алексей Николаевичтың аға-энеләре һәм үҙенең буласаҡ әҫәрҙәре геройҙарының прототиптары менән таныша.

26 йәшлек Достоевский, К. Трутовский Һүрәте, итальян ҡәләм, ҡағыҙ, (1847), (ГЛМ)

1846 йылдың яҙында Достоевскийҙы А. Н. Плещеев Ш. Фурье тәғлимәтен һөйөүсе М. В. Петрашевский[96] менән таныштыра[97]. Достоевский йПетрашевский ойошторған «йома» кисәләренә 1847 йылдың ғинуары аҙағында мөрөй башлай. Был осрашыуҙарҙа Петрашевскийҙың фекерҙәштәре китап баҫыуҙа азатлыҡ, суд эштәрен үҙгәртеп ҡороу һәм крәҫтиәндәрҙе азат итеү мәсьәләләре тураһында фекер алыша.1849 йылдың яҙында Достоевский С, Ф. Дуровтың әҙәби-музыкаль түңәрәгендә [98] ҡатнаша. Был түңәрәккә йөрөүселәр Петрашевский түңәрәгенең сәйәси ҡараштарын хупламайҙар. 1848 йылда Достоевский үҙен коммунист тип атаған Н. А. Спешнев менән таныша, тиҙҙән уның тирәһендә иң радикаль ете петрашевсы берләшә, улар айырым йәшерен ойошма төҙөй. Достоевский был йәмғиәттең ағзаһы була. Йәмғиәттең маҡсаты - Рәсәйҙә рөхсәтһеҙ типография булдырыу һәм илдә түңкәрелеш булдырыу була[97]. Достоевский С. Ф. Дуров түңәрәгендә тыйылған «[1]Письмо Белинского Гоголю»[91] хатын бер нисә тапҡыр ҡысҡырып уҡый. «аБелые ночи»[99] баҫылғандан һуң, 1849 йылдың 23 апрелендә иртән иртә петрашевсылар иҫәбендә Достоевский ҡулға алына.[97] 8 ай буйына Петропавловский ҡәлғәһендәге төрмәлә тотола[15]. Петрашевсыларҙың эшен тикшергәндә Спешневтың түңәрәге тураһында бер һүҙ ҙә сыҡмай ҡала[100]. Һорау алыусыларға Достоевский үҙен һәм башҡаларҙы ғәйепләрлек мәғлүмәт бирмәй.

Каторга һәм һөргөн

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Плацтағы яза күренешен һүрәтләү

Достоевский ғәйебен танымаһа ла, суд уны «иң мөһим бер енәйәтсе» тип һанай[101] һәм уҡыусыларға «Белинскийҙың Гоголгә хаты»н таратыуҙа ғәйепләй[92]. 1849 йылдың 13 ноябренә тиклем Хәрби-суд комиссияһы Ф. М. Достоевскийҙы бөтә хоҡуҡтарынан мәхрүм итергә һәм «атып үлтереү язаһы»на тарттырырыға тигән ҡарар сығара[90]. 19 ноябрҙә Достоевскийға үлем хөкөм ҡарарын ғәмәлдән сығаралар: был генерал-аудиториаттың «уның ғәйебе был хөкөмгә тура килмәй» тигән ҡарары арҡаһында була. Достоевскийҙы был ҡарар буйынса һигеҙ йыл каторгаға хөкөм итәләр[90]. Ноябрь аҙағында император Николай I генерал-аудиториат сығарған хөкөөм ҡарарын дүрт йыллыҡ каторга менән һәм артабан ябай һалдат хәрби хеҙмәт итергә тигән ҡарар менән алмаштыра һәм раҫлай[90].

22 декабря 1849 (3 января 1850 года) Семеновплацта петрашсыларҙың баш өҫтөндә ҡылыс һындырып «атып үлтереү үлем язаһы» тураһындағы суд ҡарарын уҡыйҙар, һуңынан был язаны туҡтаталар һәм уларҙы ярлыҡау тураһында ҡарар уҡыйҙар[90]. Яза инсценировкаһы аҙағында петрашевсыларға каторга эштәренә хөкөм язаһы тәғәйенләү тураһындаәйтәләр. Үлем язаһына хөкөм ителгәндәрҙең береһе, Николай Григорьев, аҡылдан шаша. Тойоу, кисереү мөмкин Достоевский быны үҙенең "Идиот" романының кенәз Мышкин образында һүрәтләй[90]. Моғайын, Петропавловский ҡәлғәһендә уҡ яҙыусының булған сәйәси ҡараштары үҙгәрә, уның дини ҡараштары православие дине ҡарашына нигеҙләнә[102].

Тобольскиҙа ҡыҫҡа ғына ваҡыт туҡтап торған саҡта, 1850 йылдың 9 ғинуарында, Себергә һөргәнгә ебәрелгән декабристар Ж. А.. Муравьев, П. Е. Анненков һәм Н. Д. Фонвизиндың ҡатындары яҙыусыны этапта барыусы башҡа петрашевсылар менән осрашыуын ойошторалар һәм капитан Смольков аша[103] Достоевскийға китап тышы ҡатырғаһына 10 һум аҡса һалынған Инжил тапшыралар [90] (10 һум). Достоевский был китапты ҡомартҡыһы булараҡ һаҡлай, ә ул яҙған «Записки из Мертвого дома» китабында бер арестант тың Инжилын урлайҙар. Киләһе дүрт йылын Достоевский Омск ҡалаһында каторгала үткәрә. . Арестант хат алышыу хоҡуғынан мәхрүм ителә, әммә, лазаретта дауаланғанда, яҙыусы йәшерен рәүештә «Себер дәфтәре» («моя тетрадка каторжная»[15]) яҙмаһын яҙа ала. Шунан алған тәьҫораттары уның «Записки из Мертвого дома» әҫәрендә сағылыш таба. Оҙаҡ ваҡыт Достоевский әҫәрҙәре баҫылып сыҡмай тора, ул онотола. 1850 йылда Польшаның «Варшава китапханаһы» журналында яҙыусының «Бедные люди» романынан өҙөктәр баҫыла һәм уның тураһында ыңғай фекерҙәр әйтелә[90]. Яҙыусы каторгала саҡта ул ҡуянсыҡ (быума өйәнәге) менән сирләй башлай (Epilepsia)[104][105]. 1858 йылда Александр II Достоевский хәрби хеҙмәттән сығарыуын һорап үтенес хатын яҙа.

Төрмәнән сыҡҡандан һуң ай самаһы ул Омск ҡалаһында үткәрә, унда билдәле ҡаҙаҡ сәйәхәтсеһе һәм этнографы Валиханов Чокан[106],[107] менән осраша.

Семипалатинскиҙа 1857-1859 йылдарҙа Достоевский йәшәгән йорт

1854 йылдың феврале аҙағында Достоевский 7-се Себер сиге линия батальонына Семипалатинскиға ебәрелә[91]. Шунда ул урындағы эскесе чиновник Александр Исаевтың ҡатыны Исаева Мария Дмитриева менән яҡындан таныша Бер ни тиклем ваҡыттан һуң был урындан Исаевты Кузнецк [108] ҡалаһына трактир ҡарауылсыһы итеп күсеерәләр. Федор Михайлович 1855 йылдың 14 авгусында М, Д. Исаеваның үлеме тураһында Кузнецкиҙан хат ала [109].

1855 йылдың 18 февралдә Достоевский яҙған император Николай I тол ҡатыны императрица Александра Федоровнаға бағышланған шиғыр яҙа. Айырым Себер инфантерия корпусы командующийы генерал Г. X. Гасфорт[90] юлламаһы буйынса Достоевский хәрби министр бойороғона ярашлы унтер-офицер итеп тәғәйенләнә. 1855 йылдың 27 март башында Александр II батшалыҡҡа ултырыу йыллығын билдәләү айҡанлы хөкөмгә тарттырылғандарҙың ҡайһы бер өлөшөнә льготалар бирелә[90]. Яңы император Александр II ярлыҡауына ышанған федор Михайлович үҙенең танышы, Севастополде геройҙарса обороналауҙа ҡатнашҡан генерал-адъютант Тотлебен Эдуард Ивановичҡа, хат яҙа һәм унан император алдында үҙен ярлыҡауҙы һораүын үтенә. Был хатты Петербургҡа яҙыусының дуҫы барон Врангель Александр Егорович алып бара, ул, Достоевский үлгәндән һуң, үҙенең хәтирәләрендә был турала яҙып баҫтыра[110]. Э. И. Тотлебен император шәхси ҡабул иткәндә Достоевскийҙы ярлыҡау тураһында император ҡарарын ала[111]. 1856 йылдың 26 авгусында Александр II тәхеткә ултыртыу көнөндә петрашевсылар ғәфү ителә тип иғлан ителә. Әммә Александр II яҙыусыны йәшерен күҙәтеү аҫтында тоторға бойора[108]. 1856 йылдың 20 октябрендә Достоевский прапорщик булып күтәрелә.

Урыҫ православие сиркәүендә 1857 йылдың 6 февралендә Достоевский Кузнецкиҙа Мария Исаева менән никахлаша[112].[113] Бынан бер аҙна үткәс, ирле-ҡатынлылар Семипалатинскиға китә һәм Барнаулда, П П. Семеновйортонда, Достоевскийҙы быума өйәнәге йыға[114]. Был никах бәхетһеҙ була.

Достоевский һәм Вәлиханов Ч. 1858 йылда төшөрөлгән фотоһүрәт. Семипалатинск

Ярлыҡау Достоевский[90] (йәғни рөхсәт ителгән һәм тулы амнистия булған) 1857 йылдың 17 апрелендә батшаның юғары указы буйынса иғлан ителә, уға ярашлы, дворянлыҡ хоҡуҡтары уға ҡайтарыла. Достоевский тормошонда төрмәлә һәм һөргөндә булыу, хәрби хеҙмәт итеү ҙур боролош осоро була һәм һөҙөмтәлә тормошта «дөрөҫлөк эҙләүсе кешенән» ул тәрән дини кешегә әйләнә, уның идеалы - Иисус Христос була.

1863 йылда Достоевский

1859 йылдың 30 июнендә Достоевскийға ваҡытлы билет бирелә[115], был уға Тверь ҡалаһына барырға рөхсәт итә. 2 июлдә яҙыусы Семипалатинскиҙан китә[116]. Достоевский ҡатыны һәм уның улы Павел менән 1859 йылдың декабрь аҙағында Петербургҡа ҡайта[117], әммә яҙыусының йәшерен күҙәтеү аҫтында тороуы 1870 -се йылдар уртаһына тиклем туҡтатылмай. 1875 йылдың 9 июлендә Достоевский полиция күҙәтеүенән азат ителә[118].

1860 йылда Достоевский әҫәрҙәренең йыйынтығы ике томлыҡта баҫылып сыға[119]. Унда «Дядюшкин сон» һәм «Село Степанчиково и его обитатели» әҫәрҙәре инә, ләкин ул яҙыусыға ҙур уңыш килтермәй. Достоевский, ҡабаттан әҙәби дебют яһап, «Записки из Мертвого дома»[120] әҫәрен баҫтырып сығара (тәүге тапҡыр тулыһынса «Время» журналында, 1861-1862). Яҙыусының был новаторлыҡ әҫәре Рәсәй уҡыусыларын шаҡ ҡатыра. Замандаштары өсөн «Записки» яңылыҡ була, сөнки Достоевскийға тиклем бер кем дә каторжандар тормошо тураһында яҙмаған була[97]. Шуның өсөн был әҫәре арҡаһында яҙыусы булараҡ донъя һәм рус әҙәбиәтендә лайыҡлы урын биләй. А. И. Герцен әйтеүенсә,[121] «Записки из Мертвого дома» әҫәрендә Достоевский русДантеһы була, ул йәһәннәмгә төшә һәм уның тураһында яҙа. Герцен уның «Записки» әҫәрен Микеланджелоның Ҡурҡыныс суд фрескаһы менән сағыштыра[97] , ул яҙыусының әҫәрен инглиз теленә тәржемә итергә тырыша, әммә тәржемә ҡыйынлыҡтары арҡаһында баҫма сығарылмай ҡала.

1861 йылда ағаһы Михаилға Федор Михайлович үҙенең әҙәби-сәйәси журналы, «Ваҡыт»ты сығарырға булышлыҡ итә[122], ул ябылғас, 1863 йылда Достоевскийҙар «Эпоха» журналын сығара башлай. Был журналда Достоевский үҙенең«Униженные и оскорбленные» (1861)[123], «Записки из Мертвого дома»[124], «Скверный анекдот» (1862)[125], «Зимние записки о летних впечатлениях» (1863)[97] һәм «Записки из подполья» (1864) әҫәрҙәрен баҫтыра[97]. «Время» һәм «Эпоха» журналдары менән хеҙмәттәшлек итеү Достоевскийҙың публицистик эшмәкәрлегемә нигеҙ һала.

Апполинария Суслова

Достоевский 1862 йылдың йәйендә тәүге тапҡыр сит илгә сәфәр ҡыла: Германия, Франция, Англия, Швейцария, Италия һәм Австрияла була. Сәйәхәтенең төп маҡсаты немец Баден-Баден курортында дауаланыу була, әммә шуға ҡарамаҫтан ул рулетка уйыны менән мауыға[90] һәм аҡсаға даими мохтажлыҡ кисерә. Европаға барыуының икенсе өлөшөндә Достоевский 1863 йылдың йәйен эмансипациялы Аполлинария Суслова менән үткәрә[126] («инферналь ҡатын-ҡыҙ» яҙыусы һүҙе буйынса[127]), ул Аполлинария менән 1865 йылда Висбаденда тағы ла бер тапҡыр осраша. А. П. Сусловаға ҡарата һөйөүе яҙыусының «Игрок» романында сағылыш таба[128]. Достоевский Баден-Баден, Висбаден һәм Гомбург казиноларына 1862, 1863, 1865, 1867, 1871 һәм 1870 йылдарҙа йөрөй. 1871 йылдың 16 апрелендә яҙыусы һуңғы тапҡыр Висбаденда рулеткала уйнай, уйында отолғандан һуң башҡа бер ваҡытта ла уйнамаҫҡа һүҙ бирә һәм һүҙендә тора[129]. Европа илдәре буйлап тәүге сәйәхәттән алған тәьҫораттарында ул бөйөк француз революцияһы — «Азатлыҡ, тигеҙлек һәм туғанлыҡ» тураһында «Зимние заметки о летних впечатлениях» 8 очерк-эссела һүрәтләй[130].

1864 йылда яҙыусының ҡатыны һәм ағаһы үлеп китә.

Ижадының сәскә атыуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Яҙыусының донъя һәм рус әҙәбиәтендәге иң ҙур әһәмиәтле өлөшө булып уның 5 роман китабы һәм уникаль фәлсәфәүи-публицистик әҫәре «Дневник писателя» тора:

  • «Преступление и наказание» (1866),
  • «Идиот» (1868),
  • «Бесы» (1871—1872),
  • «Подросток» (1875),
  • «Братья Карамазовы» (1879—1880)[К 1].
Комментарий
  1. Указаны годы первых публикаций.
Ҡулланылған сығанаҡтар
  1. Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. BeWeB
  3. 3,0 3,1 Deutsche Nationalbibliothek Record #118527053 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  4. 4,0 4,1 Белкин А. А. Достоевский Ф. // Краткая литературная энциклопедия (урыҫ)М.: Советская энциклопедия, 1962. — Т. 2.
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 Кирпичников А. Достоевский, Федор Михайлович (урыҫ) // Энциклопедический словарьСПб.: Брокгауз — Ефрон, 1893. — Т. XI. — С. 72—81.
  6. T. Se. Dostoievsky, Feodor Mikhailovich (ингл.) // Encyclopædia Britannica: a dictionary of arts, sciences, literature and general information / H. Chisholm — 11 — New York, Cambridge, England: University Press, 1911. — Vol. 8. — P. 438—439.
  7. 7,0 7,1 7,2 Каталог Немецкой национальной библиотеки (нем.)
  8. Fjodor Dostojewski (нидерл.)
  9. Бороздин А. К. Достоевский, Федор Михайлович (урыҫ) // Русский биографический словарьСПб.: 1905. — Т. 6. — С. 608—670.
  10. http://www.sciencedirect.com/science/article/pii/0304347981900478
  11. Достоевская, Анна Григорьевна (урыҫ) // Доде — Евразия — 1931. — Т. 23. — С. 331—332.
  12. Mémoires uit het souterrain.
  13. https://data.performing-arts.ch/a/aef8d74c-0e9f-41d9-885b-f7f2cb00f157 / под ред. Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы
  14. Достоевский Федор Михайлович // Философский энциклопедический словарь / Ред.-сост. Е. Ф. Губский, Г. В. Кораблева, В. А. Лутченко. — М. : Инфра-М, 2003. — 576 с. — (Библиотека словарей «Инфра-М»). — ISBN 586225403-X.
  15. 15,0 15,1 15,2 15,3 15,4 Орнатская, Туниманов, 1992
  16. Сараскина, 2013, с. 21—23
  17. Волгин, 2012, с. 19
  18. Волгин, 2012, с. 15
  19. 19,0 19,1 Сараскина, 2013, с. 22—23
  20. Волгин, 2012, с. 17—18
  21. Волгин, 2012, с. 28—39
  22. Сараскина, 2013, с. 24
  23. Волгин, 2012, с. 29
  24. 24,0 24,1 Сараскина, 2013, с. 25
  25. 25,0 25,1 Волгин, 2012, с. 67—68
  26. Сараскина, 2013, с. 34
  27. Волгин, 2012, с. 69
  28. 28,0 28,1 Сараскина, 2013, с. 35
  29. Сараскина, 2013, с. 36
  30. Сараскина, 2013, с. 37
  31. Сараскина, 2013, с. 39
  32. Сараскина, 2013, с. 38
  33. Сараскина, 2013, с. 43
  34. 34,0 34,1 Сараскина, 2013, с. 45
  35. 35,0 35,1 Сараскина, 2013, с. 46
  36. Сараскина, 2013, с. 47—48
  37. Сараскина, 2013, с. 49
  38. Сараскина, 2013, с. 50
  39. Сараскина, 2013, с. 48
  40. Сараскина, 2013, с. 51
  41. 41,0 41,1 41,2 41,3 41,4 41,5 Сараскина, 2013, с. 56
  42. Якубович, 1999, с. 13
  43. 43,0 43,1 43,2 Якубович, 1999, с. 14
  44. Сараскина, 2013, с. 58
  45. Сараскина, 2013, с. 59
  46. 46,0 46,1 Якубович, 1999, с. 15
  47. Сараскина, 2013, с. 57
  48. Сараскина, 2013, с. 61—62
  49. Сараскина, 2013, с. 62—63
  50. Якубович, 1999, с. 16—17
  51. Сараскина, 2013, с. 60
  52. Якубович, 1999, с. 17
  53. Сараскина, 2013, с. 62
  54. 54,0 54,1 Якубович, 1999, с. 17—19
  55. 55,0 55,1 Сараскина, 2013, с. 65
  56. 56,0 56,1 56,2 Сараскина, 2013, с. 66
  57. Сараскина, 2013, с. 63
  58. Якубович, 1999, с. 20
  59. 59,0 59,1 Сараскина, 2013, с. 64
  60. Якубович, 1999, с. 16
  61. Сараскина, 2013, с. 72—73
  62. Сараскина, 2013, с. 73
  63. Якубович, 1999, с. 21—22
  64. 64,0 64,1 64,2 Сараскина, 2013, с. 74
  65. Якубович, 1999, с. 22
  66. Якубович, 1999, с. 23—25
  67. Якубович, 1999, с. 23
  68. Якубович, 1999, с. 24
  69. 69,0 69,1 Сараскина, 2013, с. 68
  70. 70,0 70,1 Якубович, 1999, с. 24—25
  71. 71,0 71,1 Сараскина, 2013, с. 69
  72. Якубович, 1999, с. 27
  73. Якубович, 1999, с. 27—28
  74. Сараскина, 2013, с. 76
  75. Якубович, 1999, с. 26
  76. 76,0 76,1 Якубович, 1999, с. 28
  77. Сараскина, 2013, с. 70
  78. 78,0 78,1 Якубович, 1999, с. 28—29
  79. Якубович, 1999, с. 29
  80. Сараскина, 2013, с. 70—71
  81. Якубович, 1999, с. 35
  82. Якубович, 1999, с. 34—35
  83. Якубович, 1999, с. 34
  84. Якубович, Орнатская, 1993, 1837 год. Мая конец
  85. Достоевский Ф. М. «Дневник писателя». 1876 год. Январь. Гл. 3. § 1
  86. Семенов-Тян-Шанский Петр Петрович. Федор Михайлович Достоевский. Антология жизни и творчества. Дата обращения: 13 ғинуар 2016.
  87. Семёнов-Тян-Шанский, 1917
  88. Бережецкий Иван Игнатьевич. Федор Михайлович Достоевский. Антология жизни и творчества. Дата обращения: 31 декабрь 2015.
  89. Бекетов Алексей Николаевич. Федор Михайлович Достоевский. Антология жизни и творчества. Дата обращения: 31 декабрь 2015.
  90. 90,00 90,01 90,02 90,03 90,04 90,05 90,06 90,07 90,08 90,09 90,10 90,11 Якубович, Орнатская, 1993
  91. 91,0 91,1 91,2 Бороздин А. К. Достоевский, Федор Михайлович // Русский биографический словарь : в 25 томах. — СПб.М., 1896—1918.
  92. 92,0 92,1 ПСС в 30 т., 1972—1990
  93. Белов С. В., Щенников Г. К. Бедные люди. Федор Михайлович Достоевский. Антология жизни и творчества. Дата обращения: 4 ғинуар 2016.
  94. Гроссман, 2012
  95. Панаев И. И., 1977
  96. Петрашевский Михаил Васильевич. Федор Михайлович Достоевский. Антология жизни и творчества. Дата обращения: 13 ғинуар 2016.
  97. 97,0 97,1 97,2 97,3 97,4 97,5 97,6 Фридлендер, 1956
  98. Дуров Сергей Федорович. Федор Михайлович Достоевский. Антология жизни и творчества. Дата обращения: 29 декабрь 2015.
  99. Белые ночи. Федор Михайлович Достоевский. Антология жизни и творчества. Дата обращения: 4 ғинуар 2016.
  100. Майков Аполлон Николаевич. Федор Михайлович Достоевский. Антология жизни и творчества. Дата обращения: 31 декабрь 2015.
  101. Бельчиков Н. Ф. Достоевский в процессе петрашевцев. — 2-е. — М.: Изд-во АН СССР, 1971. — С. 48. — 293 с.
  102. Уильямс Р. Достоевский: Язык, вера, повествование = Dostoevsky: Language, Faith and Fiction / Пер. с англ. Н. Пальцев. — М.: РОССПЭН, 2013. — С. 28. — 295 с. — ISBN 978-5-8243-1556-1.
  103. Захаров В. Н. Кто подарил Достоевскому Евангелие в январе 1850 года? // Неизвестный Достоевский : международный научный журнал / Гл. ред. В. Н. Захаров. — Петрозаводск: Петрозаводский государственный университет, 2015. — № 2. — С. 44—53. — ISSN 2409-5788. — DOI:10.15393/j10.art.2015.2464
  104. Мочульский К. В. Достоевский. Жизнь и творчество. — ИМКА Пресс, 1947. — С. 123. — 539 с. — ISBN 5518075111.
  105. Достоевский Ф. М. Собрание сочинений в десяти томах / Под общей редакцией Л. П. Гроссмана, А. С. Долинина, В. В. Ермилова, В. Я. Кирпотина, В. С. Нечаевой, Б. С. Рюрикова. — М.: ГИХЛ, 1956—1958. — Т. 10. — С. 565.
  106. Валиханов Чокан Чингисович. Федор Михайлович Достоевский. Антология жизни и творчества. Дата обращения: 4 ғинуар 2016.
  107. Литературно-мемориальный дом-музей Ф. М. Достоевского. SemeyNet — Семипалатинск. Дата обращения: 8 май 2012. 2012 йыл 18 август архивланған.
  108. 108,0 108,1 Павел Косенко. Иртыш и Нева. — Алма-Ата: Жазушы, 1971. — С. 31—44, 82.
  109. Анри Труайя, 2005
  110. Врангель, 1912
  111. 1911 Encyclopædia Britannica/Dostoievsky, Feodor Mikhailovich
  112. Достоевская (Констант, в 1-м браке Исаева) Мария Дмитриевна. Федор Михайлович Достоевский. Антология жизни и творчества. Дата обращения: 13 сентябрь 2015.
  113. dostoevsky.libnvkz.ru Сайт — Достоевский и Кузнецк
  114. Семёнов-Тян-Шанский П. П. Из «Мемуаров» // Достоевский в воспоминаниях современников : в 2 т.. — М. : Художественная литература, 1964. — Т. 1. — С. 202—220.
  115. Якубович, Орнатская, 1993, 1859. Июня 30
  116. Якубович, Орнатская, 1993, 1859. Июля 2
  117. Якубович, Орнатская, 1993, 1859. Декабря 20 (?)
  118. Якубович, Орнатская, 1995, 1875. Июля 9
  119. Сочинения Ф.М. Достоевского (1860). Федор Михайлович Достоевский. Антология жизни и творчества. Дата обращения: 4 ғинуар 2016.
  120. Записки из Мертвого дома. Федор Михайлович Достоевский. Антология жизни и творчества. Дата обращения: 4 ғинуар 2016.
  121. Герцен Александр Иванович. Федор Михайлович Достоевский. Антология жизни и творчества. Дата обращения: 5 ғинуар 2016.
  122. Время (публицистика). Федор Михайлович Достоевский. Антология жизни и творчества. Дата обращения: 4 ғинуар 2016.
  123. Униженные и оскорблённые. Федор Михайлович Достоевский. Антология жизни и творчества. Дата обращения: 4 ғинуар 2016.
  124. Фридлендер, 1982
  125. Скверный анекдот. Федор Михайлович Достоевский. Антология жизни и творчества. Дата обращения: 4 ғинуар 2016.
  126. Брусовани М. И., Гальперина Р. Г. Заграничные путешествия Ф.М. Достоевского 1862 и 1863 гг. // Достоевский. Материалы и исследования / Редактор Г. М. Фридлендер. — Л. : Наука, 1988. — Т. 8. — С. 288—292.
  127. Мирский, 1992
  128. Достоевская А. Г., 1987
  129. Якубович, Орнатская, 1994
  130. Акелькина Е. А., Щенников Г. К. Зимние заметки о летних впечатлениях. Федор Михайлович Достоевский. Антология жизни и творчества. Дата обращения: 13 сентябрь 2015.