Эстәлеккә күсергә

Харис

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Харис

Харис — башҡорт ир-ат исеме, башҡа төрки телле халыҡтарҙа ла ҡулланыла.

Харис — ғәрәп телендә — ҡурсалаусы, һаҡсы; игенсе[1].

Йосопов Харис Монасип улы (24 август 1929 йыл — 7 июнь 2009 йыл) — спортсы-көрәшсе, тренер, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Профессор (1995). Дзюдо буйынса СССР‑ҙың (1975) һәм РСФСР‑ҙың (1969) атҡаҙанған тренеры, классик (1959) һәм ирекле (1960) көрәш, самбо (1967) буйынса СССР‑ҙың спорт мастеры, дзюдо буйынса халыҡ‑ара (1975), самбо буйынса Бөтә Союз (1970) категориялы судья. РСФСР‑ҙың (1989) һәм Башҡортостан Республикаһының (1999) атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре, СССР‑ҙың физик культура отличнигы (1989). Почёт (2005) һәм Салауат Юлаев (2004) ордендары кавалеры. Салауат районының почётлы гражданы.

Йомағолов Харис Йомағол улы (3 ғинуар 1891 йыл — 2 ноябрь 1937 йыл) — партия һәм дәүләт, Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. Бөтә башҡорт ҡоролтайҙарында ҡатнашыусы. 1917 йылдың июленән Башҡорт мәркәз шураһы ағзаһы. 1919 йылдың майынан — Башревком рәйесе, бер үк ваҡытта сентябрь—ноябрҙә РКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты секретары. Сәйәси золом ҡорбаны. Силәбе ҡалаһындағы Көньяҡ Урал дзюдо мәктәбенә нигеҙ һалыусы, Рәсәй көрәшселәре араһында иң билдәле шәхестәрҙең береһе[1].

Харис Туймаҡаев — башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре. Штабс-капитан (1918).

Мәймүнә бинт әл-Харис (ғәр. ميمونه بنت الحارث‎; 594 йылда Мәккәлә тыуған, 671 йылда ? вафат булған) — Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең хәләл ефеттәренең береһе, хаҡ мосолмандар Инәһе.

Мөлөков Харис Яҡуп улы (1 октябрь 1938 йыл — 28 октябрь 2012 йыл) — ғалим-физик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1998), профессор (2004), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2001).

Мәзитов Харис Ғиматдин улы (1909 йыл — ?) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, өлкән сержант. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 275-се кавалерия полкы 1-се эскадроны взводы командиры ярҙамсыһы[1].

Кәлмәтов Харис Сәлих улы (20 октябрь 1897 йыл — 27 ноябрь 1937 йыл) — совет партия һәм дәүләт эшмәкәре. 1924—1929 йылдарҙа Башҡортостан АССР-ының Баш суды рәйесе. Сәйәси золом ҡорбаны.

Йүвәйриә бинт әл-Харис (ғәр. جويرية بنت الحارث‎; вафаты — 676 йыл, Мәҙинә) — Мөхәммәт (Пәйғәмбәр)ҙең хәләл ефеттәренең береһе, хаҡ мосолмандар Инәһе.

Шаһиев Харис Хызыр улы (2 октябрь 1949 йыл), хужалыҡ һәм дәүләт эшмәкәре. 1990—2000 йылдарҙа Ишембай район Советы рәйесе, район хакимиәте башлығы. Башҡортостан Республикаһының I—III һәм V саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры.

Харисов Әхнәф Ибраһим улы (2 июнь 1914 йыл — 15 май 1977 йыл) — башҡорт яҙыусыһы, тел һәм әҙәбиәт белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1954—1964 йылдарҙа Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры, 1964—1977 йылдарҙа — директор урынбаҫары. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1942 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Филология фәндәре докторы (1972), профессор (1972), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1957) һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1987). Октябрь Революцияһы (1975), «Почёт Билдәһе» (1949) ордендары кавалеры. Башҡорттарҙан беренсе булып «филология фәндәре кандидаты» ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлаусы (1941).

Харисов Фәррүх Харис улы (31 декабрь 1918 йыл — 13 ғинуар 1945 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугир, артиллерия полкының разведка отделениеһы командиры, өлкән сержант. Дан орденының тулы кавалеры.

Харисов Фираз Фәхрәз улы (24 май 1952 йыл) — ғалим-педагог. Педагогия фәндәре докторы (2001), профессор (2004). Татарстан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2007), Татарстан Республикаһы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (2001), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2004). Ҡәйүм Насыри исемендәге премия лауреаты (1998).

Мәлих Харис, Мәлих Харис улы Харисов (27 ғинуар 1915 йыл — 14 март 1944 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған башҡорт совет шағиры.

Рафиҡ Хафиз улы Харисов (15 август, 1957 йыл, БАССР, Ҡыйғы районы, Сирбай ауылы) — Салауат районы муниципаль районы хакимиәте башлығы (2006—2009). Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы.

Хариса - Гарис, Харисса, Ариса, Хәлимә, Кешкек, Халиса — шәреҡ аш-һыуының итле ризығы, тышҡы ҡиәфәте менән иҙелеп бешкән бойҙай һәм ҡош ите ашын хәтерләтә. Әрмәнстанда милли ризыҡ һанала[2].


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
  1. Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
  2. Общественники Армении решили всерьез заняться сохранением армянской идентичности арисы, вина и меда — PanARMENIAN.