Эстәлеккә күсергә

Башҡортостан энергетикаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Энергетика Башкортостана битенән йүнәлтелде)
Павловка ГЭС-ы — ҙур электростанцияларҙың береһе, ҡеүәте буйынса (201,6 МВт) Башҡортостанда һигеҙенсе урында тора.

Башҡортостан энергетикаһы — Башҡортостан Республикаһының иҡтисад тармағы.

Башҡортостан энергетикаһының төп үҙенсәлеге — электр энергияһы эшләп сығарыуҙың бөтә төрҙәренең дә (ГРЭС, ТЭЦ, ГЭС, шул иҫәптән, бәләкәй һәм микро ГЭС, ВЭС, СЭС)[1] республикала булыуы һәм уларҙың уңышлы эшләүе.

Башҡортостанда беренсе электр станциялары XIX быуатта барлыҡҡа килә. 1898 йылдың 1 февралендә ҡеүәте 560 киловатт булған беренсе электр станцияһы эшләй башлай. 1931 йылдың 21 авгусында Өфөлә Үҙәк электр станцияһы (ЦЭС) төҙөлә. СССР-ҙа, шул иҫәптән Башҡортостанда, электрлаштырыу планы (ГОЭЛРО) тормошҡа ашырыла. 1958 йылда БАССР энергетикаһы СССР-ҙың Берҙәм электроэнергетика системаһына тоташтырыла. Республикала Өфө ТЭЦ‑3, Күмертау ТЭЦ-ы төҙөлә. 90-сы йылдарҙан республикала шулай уҡ ел энергияһы ҡорамалдары — «Ветрон» (Өфө), бәләкәй ГЭС-тар төҙөлә. XXI быуат башында Башҡортостан Республикаһында ҡеүәте 50-нән алып тиклем 700 кВт-ҡа тиклем булған һигеҙ бәләкәй һәм микроГЭС сафҡа индерелә. Һуңғы йылдарҙа республикала етештерелгән электр энергияһы Рәсәй Федерацияһындағы дөйөм күләмдең уртаса 2,3 процентын тәшкил итә (2009). Электр энергияһының 97 процентын ТЭС-тар, ҡалғанын ГЭС-тар бирә. Яғыулыҡ сифатында ТЭЦ-тар газ, күмер (2 %), яғыулыҡ мазуты ҡуллана. Электр станцияларын проектлау буйынса эштәрҙе «Башэнергопроект» (Өфө) яуаплылығы сикләнгән ширҡәт башҡара. «Башкирэнерго» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенда республикалағы электр һәм йылылыҡ энергияһының төп күләме сығарыла. Тармаҡтың үҙенең «Башҡортостан энергетигы»[2] тип аталған гәзите бар.

Энергия менән тәьмин итеү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һуңғы йылдарҙа төбәктә электр энергияһына ҡытлыҡ һиҙелә. Әгәр 2011 йылда Башҡортостан электр энергияһын ҡулланыуҙан 587 млн кВт·сәғәткә күберәк сығарһа, 2015 йылда ҡулланыу етештереүҙән 4 372 млн кВт·сәғәткә артып киткән. Шул осорҙа Башҡортостан энергия дефициты буйынса Рәсәй төбәктәре араһында 20-се урындан 57-се урынға урынға төшкән. Дефициттың үҫеүе электр энергияһын ҙур предприятиеларҙың ҡулланыуы артыуына бәйле[3].

Йыл РФ-да урыны Етештереү-ҡулланыу,

млн. кВт·сәғ

Етештереү/ҡулланыу
2011[4] 20 587,7 102,4 %
2012[5] 34  — 1068 95,6 %
2013[6] 49  — 1400,8 89,2 %
2015[7] 57  — 4372,4 83,5 %

Ҙур электростанциялар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иң ҙур ГРЭС — Ҡарман (1 831 МВт). Шулай уҡ Өфөләге ТЭЦ-2 (519 МВт); Өфөләге ТЭЦ-4 (330 Мвт), Стәрлетамаҡ ТЭЦ-ы (320 МВт), Яңы Стәрлетамаҡ ТЭЦ-ы (255 МВт), Салауат ТЭЦ-ы (245 МВт[8]), Өфө эргәһендәге ТЭЦ (210 МВт), Күмертау ТЭЦ-ы (120 МВт), Өфөләге ТЭЦ-3 (113 МВт) ҙурҙарҙан һанала. Иң ҙур ГЭС — Павловка (201,6 МВт), Йомағужа (45 МВт).

Төбәктә гидроэнергия сығарыуға ҙур һыу ресурстары[9][10] булыуы өҫтөнлөк бирә. Республикала барлығы дөйөм оҙонлоғо 57 мең саҡрымлыҡ 13 мең йылға, алты ҙур һыуһаҡлағыс һәм ике мең күл бар[10]. Шул уҡ ваҡытта һуңғы тиҫтә йылдарҙа йылғаларҙың һайығайыуы тармаҡҡа кире йоғонто яһауы мөмкин[10].

Павловка һәм Йомағужа гидроэлектростанцияларынан тыш, төбәктең гидроэнергетикаһында мини-ГЭС-тар һиҙелерлек роль уйнай.

2010 йылда ҡеүәте 25 МВт булған бер нисә бәләкәй, шулай уҡ 400 МВт ҡеүәтлеТүбәнге Сөйән ГЭС-ын төҙөү мөмкинлеге тураһында белдерелә. Проекттар 25 млрд һум күләмендә баһалана[11][12]. Уларҙы тормошҡа ашырыу ваҡыты 5-7 йыл тәшкил итеп, улар 20 йыл эсендә хаҡын ҡайтарырға тейеш тип күҙаллана. Инвестор булып РусГидро компанияһы сығыш яһарға тейеш була, әммә ул һуңынан проектты финанслауҙан баш тарта. Әле бында дәүләт-шәхси партнерлыҡ нигеҙендә ГЭС төҙөү планы буйынса фекер алышыуҙар бара[13] .

Ядро энергетикаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ағиҙел ҡалаһы эргәһендә төҙөлөп бөтмәгән Башҡортостан АЭС-ы бар. Ул 1990 йылда Чернобыль АЭС-ында авария булғандан һуң, йәмәғәтселек баҫымы һөҙөмтәһендә туҡтатыла. Проект ҡеүәте 4000 МВт тәшкил итә. Төҙөлөш 2020 йылдан һуң, өҫтәмә электр энергияһы зарурлығы тыуғанда ғына ҡабаттан башланыуы мөмкин.

Альтернатив энергетика

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

XX быуаттың 80-се йылдарында урындағы предприятиеларҙа 30 киловатҡа тиклем ҡеүәтле ел генераторҙары эшләнелә[14]. Советтар Союзы тарҡалғандан һуң, был йүнәлештәге эшләмәләр туҡтатыла. "Башкирэнерго"ның элекке етәксеһе Шамил Әбдрәшитов белдереүенсә, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте тейешле иғтибар биргәндә, үҙенең фәнни базаһы менән республика бөгөн ел энергетикаһы өлкәһендә бөгөн донъя кимәлендә лидерҙарҙың береһе булыр ине: "Был баҙар беҙҙеке булыр, донъяның яртыһын үҙ станцияларыбыҙ менән тәьмин итер, ә Башҡортостан ел индустрияһының көнсығыш үҙәге булыр ине". 2001 йылда Туймазы районының Төпкилде ауылы эргәһендә ҡеүәте 2,2 МВт булған "Төпкилде" тәжрибә ел электр станцияһы файҙаланыуға тапшырыла. Асылыу ваҡытында ул ҡеүәте буйынса Рәсәйҙә өсөнсө урында тора. Әммә беренсе тәжрибә уңышһыҙ булып сыға - 2013 - 2014 йылдарҙа уны ҡулланыу йылына 7-8 миллион һум сығым талп итә[1]. 2015 йылдың 9 айында "Төпкилде" 766 кВТ*сәғәт электр энергияһы эшләп сығара. Был Башҡортостандың генерацияланыусы компанияһы ошо ваҡытта биргән ҡеүәттең (13677,37 млн кВт*сәғәт) 0,005 процентына тиң. Шуға ҡарамаҫтан, ошо ел энергеияһы станцияһы Башҡортостан энергетиктары өсөн файҙалы, сөнки уның базаһында тергеҙелгән энергетика объекттарын ҡулланыу буйынса тәжрибәне камиллаштырыу тормошҡа ашырыла[1]. Ҡеүәте 200 МВт булған ел электр станцияһын сафҡа индереү ниәте лә юҡ түгел[15]. Инвестициялар күләме 15 млрд һум тип баһалана. Турбиналарҙы урынлаштырыуҙың һуңғы планын эшләү өсөн шундай станциялар урынлаштырыуҙың уңайлы булған майҙандарҙы билдәләү буйынса өҫтәмә тикшеренеүҙәр талап ителә.

Географик урыны һәм климат үҙенсәлектәре буйынса Башҡортостан Рәсәйҙең ауыл райондары араһында ҡояш энергетикаһын алыу өсөн иң уңайлы шарттарға эйә. Республиканың көньяҡ райондарында инсоляция кимәле йылына бер квадрат метрға 1,3 мең киловат*сәғәт тура килә һәм был Европаның көньяҡ райондарын күрһәткесе менән тигеҙ[16][17]. Башҡортостанда ҡояшлы көндәр 260 көн тәшкил итә, Сочиҙа был һан - 190, Мәскәүҙә - 114[18]. 2015 - 2016 йылдарҙа беренсе сәнәғәт ҡояш электр станцияларын сафҡа индергәнгә тиклем республика территорияһында мини-СЭС-тар эшләй[19][20]. 2015 йылдың ғинуарында Северный ҡасабаһы тулыһынса ел-ҡояш электр станцияһы хеҙмәтләндереүенә күсә һәм республикала автономиялы электр тәьминәтендәге беренсе ауыл була[17]. 2015 йылдан 2018 йылға тиклем тағы ла шундай ете ҡояш электр станцияһы төҙөү күҙаллана. Уларҙың дөйөм ҡеүәте 59 МВт-ҡа етәсәк, дөйөм хаҡы 6 млрд һум буласаҡ[18]. 2015 йылда уларҙың икеһен (Бүребай СЭС-ы һәм Бөгөлсән СЭС-ы) төҙөү тамамлана. 2016 йылдың ноябренән Бөгөлсән ҡояш электр станцияһы тулы ҡеүәтенә эш башлай. Ул Көйөргәҙе районының электр энергияһына булған ихтыяжының 60-70 процентын ҡәнәғәтләндерә[21]. 2020 йылға дөйөм ҡеүәте 90 МВт булған өҫтәмә СЭС-ты сафҡа индереү планлаштырыла[16].

"Башҡортостан электр селтәрҙәре" компанияһы башлығы һәм Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Андрей Макаров һүҙҙәренсә, технологияһы ылыҡтырғыс булыуына ҡарамаҫтан, төбәк элемтә компаниялары өсөн ҡояш генерацияһына ҡарағанда ла әһәмиәтлерәк проекттар бар[22]. Бынан тыш, ул ҡояш электр станцияларын тәүлектең ҡараңғы ваҡытында электр эшләй алмағанлыҡта тәнҡитләй, ә халыҡ утты күберәген төнөн ҡуллана. Энергияны көндөҙ тупйыйып, төнөн файҙаланыу мөмкинлеген биргән ҡеүәтле туплаусы юҡ. БЭСК башлығы шулай уҡ ҡояш энергетикаһын үҫтереү бюджет ярҙамы менән түгел, ә тарифтар иҫәбенә тормошҡа ашырыласағы менән дә ҡәнәғәтһеҙлеген белдерә. "Башҡортостан Республикаһы энергия һаҡлау үҙәге" АНО-һы етәксеһе Игорь Байков төбәктә ҡояш энергетикаһын үҫтереү перспективаһына ышанмай[1]. Уныңса, батареялар таушалыуы һөҙөмтәһендә станцияларҙың КПД-һы йылдан-йыл кәмейәсәк. Шундай уҡ станцияны Ҡырымда ҡулланыу КПД-ның йыл һайын 3 процентҡа кәмеүен күрһәтә[1]. Шулай уҡ Игорь Байков әлеге ваҡытта тергеҙелгән сығанаҡтар нигеҙендә алынған электр энергияһына хаҡ традицион нигеҙҙә алынғанға ҡарағанда ҡиммәтерәк булыуын билдәләй. Башҡортостан территорияһында ҡояш электр станцияларны ҡулланыуға индереү төбәк энергосистемаһының ышаныслылығы артыуына булышлыҡ итәсәк[23], шулай уҡ атмосфераға йылына тиҫтәләрсә тонна зыянлы ташламалар сығарылыуын кәметәсәк[18].

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Электроэнергия в Башкирии немного «позеленела» // РБК-Уфа, 3 ноября 2015 года
  2. Энергетик Башкортостана
  3. Выработка электроэнергии в Башкирии за январь-июль 2016 года превысила 13 млрд кВт·ч // energyland.info, 11 августа 2016 года
  4. Рейтинг энергодостаточности регионов России-2011 // РИА Рейтинг, 11 марта 2012 года
  5. Самые энергодефицитные регионы России-2012 // РИА Рейтинг, 6 марта 2013 года
  6. Рейтинг регионов России по энергодостаточности-2013 (первое полугодие) // РИА Рейтинг, 5 августа 2013 года
  7. Самые энергодостаточные и энергодефицитные регионы РФ — 2015 // РИА Рейтинг, 9 марта 2016 года
  8. Годовой отчет ОАО «Башкирэнерго» за 2010 год
  9. «РусГидро» окунется в башкирские реки // alterozoom.com
  10. 10,0 10,1 10,2 Водоносная ГЭС 2021 йыл 25 апрель архивланған. // Журнал «Эксперт», 21 октября 2010 года
  11. «РусГидро» вложит в башкирские ГЭС миллиарды рублей // Lenta.ru, 12 октября 2010 года
  12. Республика начнет строительство новой ГЭС // Российская газета, 13 октября 2010 года
  13. Нижне-Суянскую ГЭС построят за счет частных средств 2017 йыл 16 ғинуар архивланған. // Медиакорсеть, 10 марта 2014 года
  14. Ветер перемен. Возродится ли в Башкирии альтернативная энергетика? 2015 йыл 11 февраль архивланған. // Медиакорсеть, 15 сентября 2010 года
  15. «Позеленеет» ли энергетика? 2016 йыл 30 ғинуар архивланған. // Газета «Республика Башкортостан», 17 октября 2014 года
  16. 16,0 16,1 В 2015 году в Башкирии появятся две солнечные электростанции // Башинформ, 22 мая 2014 года
  17. 17,0 17,1 В Башкирии заработала первая коммерческая ветро-солнечная электростанция // Московский комсомолец, Уфа, 21 января 2015 года
  18. 18,0 18,1 18,2 В Башкирии до 2018 года создадут сеть солнечных электростанций за 6 млрд рублей // ТАСС, 5 июня 2015 года
  19. Построена солнечная электростанция в детском санатории Чишминского района 2016 йыл 17 август архивланған. // Официальный сайт OOO «Авелар Солар Технолоджи», 28 апреля 2014 года
  20. В Хайбуллинском районе на крыше одного из детских садов установили солнечные коллекторы 2016 йыл 18 август архивланған. // Башкирское спутниковое телевидение, 1 октября 2014 года
  21. [1] Бугульчанская солнечная электростанция в Башкирии заработала на полную мощность
  22. Энергетики Башкирии не готовы спонсировать строительство солнечных станций 2016 йыл 29 август архивланған. // МедиаКорСеть, 30 июня 2014 года
  23. O sole mio 2016 йыл 15 август архивланған. // Журнал «Эксперт», 16 ноября 2015 года
  • Садретдинов М. Г., Шуганов Ю. М. …Плюс электрификация. Уфа, 1984;
  • Абдурашитов Ш. Р. Общая энергетика. 2‑е изд., перераб. и доп. Уфа, 2006.
  • Топливно-энергетический комплекс России. Справочник. М. Типография ООО «Гельветика-М». 2007.