Эстәлеккә күсергә

Яуымбай

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Яумбаево битенән йүнәлтелде)
Ауыл
Яуымбай
Яуымбай
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Бөрйән районы

Координаталар

53°19′38″ с. ш. 57°37′58″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 219 810 005

ОКТМО коды

80 619 410 121

Яуымбай (Рәсәй)
Яуымбай
Яуымбай
Яуымбай (Башҡортостан Республикаһы)
Яуымбай

Яуымбай (рус. Яумбаево) — Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районындағы ауыл. Байназар ауыл Советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 436 кеше булған[1]. Почта индексы — 453591, ОКАТО коды — 80219810005.


Ауылда биш һатыу нөктәһе, икмәк бешереү цехы, мәҙәниәт йорто, китапхана, фельдшерлыҡ пункты бар. Һуңғыһы 1969 йылда асыла, беренсе мөдире- Салауат медицина училищеһын тамамлаған йәш белгес Ғүмәрова Гөлсирә Арыҫланбәк ҡыҙы.

Яуымбай урта мәктәбе (9 йыллыҡ) һәм балалар баҡсаһы эшләй.

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1859 йыл 160
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 345
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь 443
2009 йыл 1 ғинуар 496
2010 йыл 14 октябрь 436 226 210 51,8 48,2

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Яуымбай ауылының атамаһы Яуымбай Ҡошйетәров (Ҡужъетәров) исеме менән бәйле. Яуымбай ҡарт был ауылға нигеҙҙе яҡынса 1800—1815 йылдар араһында һалған булырға тейеш, тип фаразлана. Уның улы Шәһивәли, ҡустылары Үҙәнбай, Мөхәмәтәмин 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашалар. 1859 йылда бында 27 йортта 160 кеше йәшәгән. 1920 йылда 72 йортта 345 кеше йәшәгән. Был ерҙәрҙә йылҡы көтөүлектәре өсөн уңайлы була.[2],[3],[4]

Яуымбай ауылының тарихы буйынса риүәйәттәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Яуымбай ауылы (АБЛАСКИН)

  • Бер саҡ шулай урыҫ байы килә лә Аблас ҡарттан ер һорай. -,, Үгеҙ тиреһендәй ер бир, башҡаһы миңә кәрәкмәй,, -тип әйтте, ти. -,, Үгеҙ тиреһе хәтлем? Һы була ул!,, Шул ерҙә былар килешеү яһайҙар. Теге бай эшкә керешә. Үгеҙ тиреһен нәп -нәҙек итеп телдертә лә, тегеләрҙе ялғап-ялғап һуҙып сығып китә был. Эй бара, эй бара. Аблас ҡарт, күҙҙәре аларып, бынан ҡалмай эйәреп бара. Үлсәй торғас, кругом егерме саҡырым ерҙе уратып та алған теге. Бына һиңә, Абласҡа бер баҫыр ер ҙә ҡалмаған. Ни хәл итәһең? Эш һуң, килешелгән. Аблас йәшәгән ерен ташлап китергә мәжбүр була. Теге урыҫ байы завод һалдыра башлай. Әүжән заводы шулай барлыҡҡа килгән. Аблас ҡарт хәҙерге Яуымбай ауылы урынына килеп ауыл ҡора. Ул үлгәс, Яуымбай тигән кешенең исеме бирелә ауылға.[5]
  • Бөрйән р-ны Яуымбай ауылы Сәлихов Мөхәмәҙиә Ҡарам улынан йылда БДУ талибы Ш. Бикмөхәмәтов яҙып алған бер риүәйәттә Яуымбай һәм уның байлығы хаҡында түбәндәгесә һөйләнелә:

«Уның (Яуымбайҙың. — Ф. Н.) күп кенә һауын һыйыры, бер көтөү һарығы булған, ә инде йылҡы малының һаны булмаған. Ауылдың көнсығышында ҙур ғына „Баҙ яланы“ тигән урын бар. Ана шул яландың ситенән ситенә уратып алынған кәртәлә Яуымбайҙың йылҡылары тулып йөрөгән. Иртәнсәк тороп ҡарағанда, шул кәртәһе тулы булһа, малын теүәлгә иҫәпләгән.

Яҙ етеп, үлән ҡалҡыуға Яуымбай йәйләүгә сығыр булған. Уның йәйләүе ауылдан 15 саҡрым алыҫлыҡта, Үҙән йылғаһы буйында булған, йәйләүгә күскән ваҡытта ул шәп атҡа атланып, алдан төшөп барыр булған, йылҡылары артынан эйәргән. Үҙе бер өс саҡрым китеп, Әсеү исемле яланға еткәндә, йылҡы малдарының икенсе осо әле ауылда булған, ти. Бына шундай бай булған ул ҡарт. Шул кешенең исеменән ауыл да Яуымбай булып киткән.

Йәйләүгә күскәнендә Яуымбай үҙе сығарған көйҙө ҡурайҙа уйнар булған. Ул көйҙө әле лә „Яуымбай көйө“ тип йөрөтәләр. Хәҙер инде ул көй онотолоп та бара. Атаҡлы ҡурайсы Мөхәмәҙиә Сәлихов ҡарт ҡына уны уйнай».[6]

Ауыл халҡы ҡыпсаҡ һәм түңгәүер ҡәбиләләренә ҡарай. Урман-ҡарағай-ҡыпсаҡ ырыуына ҡарайҙар.

1934 йылдарҙа ауылдың 2 бүлмәле мәсетен мәктәп итеп үҙгәртәләр. Иң беренсе уҡытыусы Ғәббәсов Нәғим була.

Һуғыш осоронда, 1941—1946 йылдарҙа Иҫәнғәлин Шәриф уҡыта. Ул сығышы менән Байназар ауылынан була. Шәриф Иҫәнғәлин иң беренсе булып һалдат ҡатындарына яҙырға өйрәтә.

Һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа (1947—1949) ауылға килен булып төшкән Исмәғилева Ғәрибә белем бирә.

1950—1951 йылдарҙа Шәрипова Нурия уҡыта.

1952—1953 йылдарҙа Ғафури районы Сәйетбаба ауылынан килгән Абдуллина Асия уҡыта.

1954—1956 йылдарҙа Биҡҡолова Ҡәмәриә уҡыта. Ул үҙе Баймаҡ районында үҫкән.

1957 йылда ауылға Аллабирҙин Абдулхаҡ уҡытыусы булып килә. Ул хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем эшләй.

1964 йылда Хисамитдинова Бикә уҡытыусы булып эшләй. 1967 йылдан Бәшәрова Тәнзилә эшкә килә.

1967—1969 йылдар араһында Шәмсетдинова Флүрә тигән уҡытыусы ла эшләй.

1969 йылда киң бүлмәләре булған яңы мәктәп төҙөлөп сафҡа индерелә.

Был мәктәптә Аллабирҙин Абдулхаҡ менән бер рәттән 1969 йылдарҙан Сыңғыҙова Маһинур, Сураҡова Ғәлиә, Шәмиғолова Зәкиә Мөҙәрис ҡыҙы, Абдуллина Гүзәл Рәхимйән ҡыҙы эшләйҙәр.

1979 йылдан алып Мәсәғутова Айһылыу, 1987 йылдан Назарова Хәлиҙә Мазһар ҡыҙы уҡыта. 1990 йылдан Айгөл Ғәлимйән ҡыҙы Сәлихова уҡыта.

1992 йылдың 18 декаберендә тулы булмаған мәктәп асыла. Уның директоры Муллағолов Марат Ғизетдин улы була.

1993 йылдың 1 сентябренән мәктәп урта мәктәп итеп үҙгәртелә.

1998 йылдың март айынан мәктәптең директоры итеп Яҡшыбаева Фәниә Солтангәрәй ҡыҙы тәғәйенләнә.

2001—2002 йылдарҙа Теләүбаев Рөстәм Сафа улы, унан һуң 2006 йылға тиклем Ғәбитов Ибраһим Рауил улы эшләй.

2006—2014 йылдарҙа мәктәп менән Исмәғилева Флүзә Ишбулды ҡыҙы етәкселек итә.

2014 йылдың сентябрь айынан мәктәп етәксеһе — Мөхәмәтйәнов Мәүлит Рысйән улы.[7]

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Мортаза Маликов — Башҡортостандын атҡаҙанған механизаторы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры
  • Маликов Фәрүк Ғүмәр улы— Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Ҡыҙыл Йондоҙ, 1-се дәрәжә Ватан һуғышы, Дан ордендары кавалеры, «Праганы азат иткән өсөн» һәм «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалдары менән бүләкләнгән.
  • Назаров Айнур Басир улы — «Айбар» Башҡорт экстрада-фольклор төркөмө етәксеһе.
  • Хәмитова Әлфиә Солтанғәле ҡыҙы — «Йәшлек» гәзитенең баш мөхәррире урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре.
  • Бәшәров Фәрит Әҙеһәм улы— Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1986). 1973 йылдан редакцияға ауыл хужалығы бүлеге мөдире итеп тәғәйенләнә, аҙаҡ «Таң» район гәзитенең мөхәррир урынбаҫары итеп күсерелә. Хеҙмәт ветераны (1987).
  • Асылбаев Юныс Баһауетдин улы (1908—1981) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия рядовойы. Ҡыҙыл Йондоҙ, 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) ордендары кавалеры.[8]

Булған урам исемдәрен[9].

  • Ҡарт өй (урамы) (рус. Картуй (улица)
  • Йәштәр (урамы) (рус. Молодёжная (улица)
  • Салауат Юлаев (урамы) (рус. Салавата Юлаева (улица)
  • Муса Мортазин (урамы) (рус. Муса Мортазина (улица)
  • Баҙялан (урамы) (рус. Базялан (улица)
Мөхәмәт мәсете
Юлдар
Ауыл урамы

Был мәғлүмәт ауыл кешеләренән һорап яҙылды[10].

  • Ҡайнөй — йылға, ауылдың уртаһынан ағып үтә. Яуымбай ҡарт үҙенә өй һалырға булған. Өй нигеҙен ҡайындан башлаған. Нигеҙ урынын ҡаҙа башлағас, был урындан урғылып һыу сыға башлаған. Һәм үҙенә юл алып, йылға булып ағып киткән. Яуымбай ҡарт тап был һыу урғылған ергә өйөн һалмай, арыраҡ нигеҙ ҡороп ултыра. Ә йылға Ҡайнөй тип атала башлаған.
  • Ҡолош — ауылдан арҡа яланы яғына сыға торған үҙәк. Был үҙәктә кәкре ҡайын ағасы үҫә. Ололарҙың һөйләүе буйынса, ошо ҡайын төбөндә Ҡолош исемле ҡарт ерләнгән, шуға күрә был үҙәкте Ҡолош үҙәге тип йөрөтәләр.
  • Ташөй мәмерйәһе ауылдан Ҡайнөй йылғаһы буйлап түбәнгә ҡарай ике- өс саҡырым алыҫлыҡта урынлашһа, Сыңғырауыҡ Олотау буйынан алты- ете саҡырым алыҫлыҡта ята. Ололарҙың һөйләүе буйынса Ташөй менән Сыңғырауыҡ ер аҫты юлдарынан тоташ булырға тейешле. Элегерәк Сыңғырауыҡ соҡорона ике эт төшөрөп ебәргәндәр. Бер аҙна тигәндә генә, икеһе лә хәле бөтөп Ташөй мәмерйәһе ауыҙынан килеп сығалар, әммә шунда уҡ һуҡыраялар имеш. Элегерәк Сыңғырауыҡ соҡорона таш ырғытһаң сыңғырлатып, оҙаҡ тауыш сығарып төшөп китер булған, шунлыҡтан был урынды Сыңғырауыҡ соҡоро тип йөрөтәләр. Ташөй мәмерйәһе инде Яуымбай һәм башҡа ауыл халҡын үҙенең матурлығы менән арбап, үҙенә саҡырып торһа ла, бөгөнгө көдә лә асылмаҫ сер булып һаҡлана.
  • Аҡбейек тауы. Яуымбай ауылын тирә- яҡлап күп тауҙар уратып алған: Олотау, Шәрифә , Сусаҡтау, Ҡыҙылташ, Өкө ҡаяһы, Бурама тауы, Аҡбейек һ.б. Шул тауҙар араһында иң бейек ғорур тау ул Аҡбейек. Был тау исеменең килеп сығышы ике төрлө. Берәүҙәр әйтеүенсә, ул тау алыҫтан бик бейек булып ағарып күренеп торғас, уны Аҡбейек тип исемләгәндәр. Икенселәр әйтеүенсә, бер ҡарт ике улын алып, урманға сығып киткән. Алдарында ҙур тау торған. Был тауға улдары йүгереп кенә менеп киткәндәр. Ҡарт менә торғас артта тороп ҡалған. Ул бик арыған һәм кәпәсен сисеп, бер ташҡа ултырған да: «Ах, бейек», тип әйткән, имеш. Шунан был тауҙы Аҡ бейек тип атағандар.
  • Шәрифә тауы.

Беренсе вариант. Ауылда элек бик матур Шәрифә исемле ҡыҙ йәшәгән. Уны ата- әсәһе көсләп үҙе яратмаған кешегә кейәүгә бирер булғас, өйөнән ҡасып китә. Тауҙа йәшенеп йәшәй. Шунан бирле был тау ҡыҙҙың исемен йөрөтә.

Икенсе вариант. Элек ауылда Шәрифә исемле ҡатын йәшәгән. Төндә уны ендәр осороп алып китә. Ләкин уның балаһы бар икәнлеген белгәс, уны кире осороп бер тауға ташлап китәләр. Ауыл халҡы ҡатындың юғалғанын белгәс, эҙләргә сығалар. Оҙаҡ эҙләй торғас ошо тауҙа табалар. Шунан бирле тау Шәрифә исемен йөрөтә.

  • Өмөткән. Борон Яуымбай ҡарт малдарына бесәнде өмә менән саптырған. Гел генә өмә менән саптырғанға ул бесән эшләгән яланды, Өмә иткән тип атағандар. Һуңғараҡ ябайлаштырып телдән- телгә күсә килеп Өмөткән тип үҙгәреп киткән.
  • Баҙялан урамы.Элекке ваҡытта ауылға терәлеп ятҡан яланда тәрән баҙҙар ҡаҙып ҡайын туҙынан дегет ҡайнатҡандар. Дегет хужалыҡ эштәре өсөн кәрәкле әйберҙәренән иҫәпләнгән булған. Мал ауырыуҙарына ла дегет яҡшы дауа булған. Шул осорҙан бирле был яланды Баҙялан тип йөрөтә башлағандар. Бөгөнгө көндә лә бында барлыҡҡа килгән урамды Баҙялан урамы тип йөрөтәләр.
  • Ҡыҙылташ тауы.. Элек, граждандар һуғышы осоронда, ҡыҙылдар яғынан бер яралы кеше ҡасып, бер тауға барып ята. Яраһынан аҡҡан ҡан ташҡа һеңә һәм ул ҡыҙыл төҫкә инә. Шунан бирле был тауҙы Ҡыҙылташ тип йөрөтәләр. Икенсе вариант буйынса, шул осорҙа ҡыҙылдарҙың ҡулында аҡтарҙың ике һалдаты торған. Бер мәл аҡтар ҡыҙылдарҙан ҡасҡан. Аҙаҡ уларҙы ҡыҙылдар күреп ҡалғандар һәм баҫтыра башлағандар. Аҡтар был мәлдә был тауҙа бер таш артында йәшеренеп тәмәке тартып ятҡандар. Был ике һалдатты табып атып ебәргәндәр. Шул ташҡа ҡып- ҡыҙыл булып уларҙың ҡандары аҡҡан. Аҙаҡ был тауҙы Ҡыҙылташ тип йөрөтә башлағандар.
  • Өкө ҡаяһы. Борон бер өкө таш-ҡая араһында йәшәгән, ти. Ул таш-ҡая араһынан төрлө ҡорттарҙы ашар булған. Бер ваҡыт һунарсы һунарға сыҡҡан. Ул, оҙаҡ ҡына йөрөй торғас, бер мышы атып алған һәм ҡайтыр юлға сыҡҡан. Тағы берәй нәмә осрамаҫмы тип килә торғас, өкөгә тап була. Өкө таш- ҡая араһына инеп китә. Ҡарт был хәлде ауылдаштарына һөйләп бирә. Ауыл кешеләре был урынды Өкө ҡаяһы тип йөрөтә башлайҙар.
  • «Сәфәр соҡоро». 1980-90 йылдарҙа ат менән ер һөрөп йөрөгәндәр. Унда Назаров Ҡотлоғәлләм олатай менән Сәфәр исемле олатай ҙа була. Улар яланда төнгөлөккә йоҡларға ҡалалар. Төндә өшөмәҫ өсөн ҡайын төбөнә ут яғалар. Оҙаҡ эшләп арығас, икеһе лә ҡаты йоҡоға тала. Бер ваҡыт ут ҡайынға күсә. Ҡайын янып Сәфәр олатайҙың өҫтөнә йығыла.Ҡотлоғәлләм олатай Сәфәр олатайҙы көскә ҡайын аҫтынан һөрәп сығара. Шул мажара иҫтәлегенән Сәфәр соҡоро тип йөрөтәләр. «Ҡарасура» ҡәбере йәки «Бабай үлеге» Борон бик уҡымышлы, дин тотҡан Ҡарасура исемле ҡарт йәшәгән. Ул бик изге күңелле, йомарт булған. Үлер алдынан ул: «Мине Яуымбай ауылы менән Байназар ауылы уртаһындағы иң ҡалҡыу ергә ерләгеҙ» тип васыят әйткән. Ике ауыл мәсетенән аҙан тауышын тыңлап ятырмын тигән ул. Уның теләгенә ҡаршы килмәй, бер ҡалҡыу ергә ерләгәндәр. Әлеге ваҡытта был ҡәберлек бар һәм тәрбиәләп тотола. Быуындар алмашынған һайын исемдәрҙә үҙгәрә килеп, хәҙер «Ҡарасура» ҡәбере- "Бабай үлеге"нә әйләнеп киткән[11]
  • Сәңгелде яланы.Борон ошо яланда йәйләү тотоп ятҡандар. Низам исемле бик уҡымышлы кеше лә йәйләгән булған. Ошо йәйләүҙән туғыҙ ирҙе иҫән- һау ҡайтыуҙарын теләп һуғышҡа оҙатҡандар. Уларҙың барыһы ла иҫән- һау ҡайтҡандар. Шул хөрмәткә был яланды Иҫәнкилде тип атағандар. Яйлап телдән- телгә күсә килә, Сәңгелде тип атап йөрөтә башлағандар.
  • Олотау. Был тау ауылдағы иң ҙур тау. Уны халыҡ Олотау тип атап йөрөтә. Уның башынан бөтә ауыл ус төбөндәгеләй генә күренеп тора.
  • Бураматау. Был тау Олотау буйлап барғандан һуң башлана. Унда элек кемдер бура бураған.
  • Яуымбай ауылы ер-һыуы тарихы мәғлүмәттәре викидәреслектә[12]
  • Ленинград. — Яуымбай ауылынан бер ҡыҙ бала Өфөлә уҡыуын тамамлап, Ленинградҡа эшкә урынлаша. Бер ваҡыт ауылға ҡунаҡҡа ҡайтып төшкәнендә, таныштарының береһенә маҡтанып «Уфа не город, вот исмаһам Ленинград город» — тип әйтеп һала. Күп тә үтмәй үҙ ауылы егетенә кейәүгә сығып яңы төҙөлөп барған урамға өй һалып сығалар. Шул ваҡыттан алып был урамды Ленинград тип алып йөрөтәләр.

Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары исемлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
№ тәртип буйынса Яуымбай ауылынан. Фамилияһы, исеме атаһының исеме Тыуған йылы һуғышҡа киткән йылы Вафат булған йылы
1 Аҫылбаев Юныс Баһауитдин улы 1908 1941 1980
2 Аҫылбаев Бахтийәр Мөхәмәтсәлим улы 1906 1941 1944
3 Аҫылбаев Фитрат Мөхәмәтсәлих улы 1908 1941 1974
4 Аҫылбаев Зөлфәр Зиннәт улы 1914 1941 1941
5 Аҫылбаев Мөҙәрис Шәриф улы 1906 1941
6 Аҫылбаев Хәләф Шәйәхмәт улы 1908 1941 1943
7 Аҫылбаев Ильяс Шәйәхмәт улы 1922 1941 1989
8 Аҫылбаев Шаһыбал Шәйәхмәт улы 1924 1942 1943
9 Аҫылбаев Ғариф Шәрәфетдин улы 1897 1942 1946
10 Аллабирҙин Абдулхак Мөхәмәтйән улы 1916 1942 1994
11 Бәшәрев Әҙеһәм Ғәзизйән улы 1910 1941 1997
12 Вәлитов Нуриман Хәфиз улы 1898 1942 1942
13 Вәлитов Янсаф Сәйәх улы 1905 1941 1943
14 Вәлитов Хәсән Сәфәр улы 1926 1944 1980
15 Ғәбитов Нуриман Ғәбит улы 1916 1941 1941
16 Исмәғилов Хайрулла Хәжиәхмәт улы 1906 1941 1943
17 Исмәғилов Лофулла Хәжиәхмәт улы 1902 1941 1945
18 Исмәғилов Вәлиулла Хәжиәхмәт улы 1909 1941 1943
19 Исмәғилов Ғәлимйән Хаммат улы 1922 1941 1942
20 Исмәғилов Хәкимйән Хаммат улы 1926 1970
21 Исмәғилов Шәйхетдин Низаметдин улы 1902 1941 1943
22 Исмәғилов Муллағәләм Низаметдин улы 1902 1941 1976
23 Исмәғилов Шәйхәләм Низаметдин улы 1918 1941 1980
24 Исмәғилов һиҙиәт Ғиниәт улы 1915 1941 1983
25 Карағолов Вилдан Фәхрислам 1908 1941 1943
26 Ҡарасурин Сәләхетдин Сәйфетдин улы 1904 1941 1942
27 Карасурин Ғилметдин Сәйфетдин улы 1908 1942 1993
28 Карасурин Ғилфан Ямалетдин улы 1922 1941 1952
29 Кинйәкәев Йәмилха Мөхәмәҙей улы 1919 1939 2007
30 Кинйәкәев Нурислам Лоҡман улы 1923 1942 2000
31 Кирамов Исрафил Әхмәҙинур улы 1926 1944 1956
32 Маликов Әхтәм Миһран улы 1908 1941 1943
33 Маликов Фәруҡ Ғүмәр улы 1923 1942 1990
34 Мырҙағолов Шәһит һиҙиәт улы 1915 1941 1996
35 Мырҙағолов Мотаһар һиҙиәт улы 1919 1941 2007
36 Мәсәғүтов Исмәғил Исхак улы 1915 1941 1969
37 Назаров Котлоғәлләм Йыһанур улы 1908 1941 1990
38 Назаров Сәлмән Йыһанур улы 1902 1941 1943
39 Назаров Абуталип Хәлил улы 1901 1941 1943
40 Нафиҡов Әхмәт Абдулла улы 1916 1941 1942
41 Рәхмәтуллин Хөбөтдин Заһит улы 1909 1942 1977
42 Сәлихов Йыһангир Кираметдин улы 1902 1941 1987
43 Сәлихов Юныс Билал улы 1910 1941 1942
44 Сәлихов Ғариф Минһаж улы 1919 1941 1976
45 Сафин Баязит Ғиниәт улы 1924 1942 1944
46 Сафин Ишбулды Сафиулла улы 1924 1942 1943
47 Ураҙғолов Хәбир Фәтих улы 1908 1941 1977
48 Ураҙғолов Мөхәмәтхужа Латиф улы 1909 1941 1962
49 Ураҙғолов Ғәлимйән Латиф улы 1915 1941 1943
  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. —Асфандияров, 1990. С. 114.
  3. Яуымбай ауылы тарихы. Виртуальный музей краеведения 2021 йыл 7 октябрь архивланған.
  4. Башҡорт халыҡ ижады. Риүәйәттәр. Легендалар.ỊỊ том.—Өфө:"Китап",1997.—440 бит.
  5. 1969 йылда Белорет районы Бельский поселогы Йыһангир Сәлиховтан(1903 йылғы) Ә.М. Сөләйманов яҙып алған. Ғилми архив, ф. 3,оп. 63,д. 56,л. 29-3:; Башҡорт халыҡ ижады. Риүәйәттәр. Легендалар.ỊỊ том.—Өфө:"Китап",1997.—440 бит.
  6. — Ғилми архив, ф. 3, оп. 63, д. 56.
  7. [1](недоступная ссылка)
  8. https://vk.com/topic-20747696_23462019
  9. Батырова Миләүшә Ғаяз ҡыҙынан яҙып алынды
  10. Мәғлүмәт биреүсе кешеләр: Ғабдулхаева Зифа Ғаяз ҡыҙы
  11. Яуымбай ауылы халҡының шәжәреһе тураһында видио
  12. Яуымбай ауылы ер-һыуы тарихы мәғлүмәттәре