Эстәлеккә күсергә

Ҡудашева Флорида Хөсәйен ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡудашева Флорида Хөсәйен ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 22 сентябрь 1940({{padleft:1940|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})
Тыуған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 10 октябрь 2016({{padleft:2016|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (76 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй
Һөнәр төрө химик
Эш урыны Башҡорт дәүләт университеты
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә химия фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Ҡудашева Флорида Хөсәйен ҡыҙы (22 сентябрь 1940 йыл — 10 октябрь 2016 йыл)— химик. Химия фәндәре докторы һәм профессор (1994). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2001), Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы отличнигы (1990), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (1996)[1].

Ҡудашева Флорида Хөсәйен ҡыҙы 1940 йылдың 22 сентябрендә Өфөлә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театрының билдәле аристары Хөсәйен Ҡудашев һәм Фәриҙә Камалетдинова ғаиләһендә тыуған. 1958 йылда урта мәктәпте көмөш миҙалға тамамлағандан һуң БДУ‑ның химия факултетына уҡырға инә, уны 1963 йылда ҡыҙыл дипломға тамамлай. Шул уҡ йылда физика һәм аналитик химия кафедраһы янында аспирантура асыла һәм кафедраның иң яҡшы беренсе тамалаусыларының береһе була. 1968 йылда «Хромотографическое определение примесей некоторых серу-содержащих соединений в воздухе» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай, 1994 йылда «Физико-химические закономерности получения углеродных волокон из нефтяного сырья» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай[2]. Башҡорт дәүләт университетында Ҡудашева 1966 йылдан алып эшләй, башта ассистент, һуңынан өлкән уҡытыусы, доцент була. 1979 йылдан 1986 йылға тиклем химия факультеты деканы, һуңынан дөйөм химик технология һәм аналитик химия кафедраһы мөдире була. 2004 йылдан 2012 йылға тиклем аналитик химия кафедраһын етәкләй[2].

Фәнни ҡаҙаныштары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡудашева Флорида Хөсәйен ҡыҙының фәнни хеҙмәттәре нефть химияһы һәм нефть эшкәртеү өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә, тирә‑яҡ мөхит объекттарын анализлағанда хроматография ҡулланыуға арналған. Ҡудашева тарафынан ауыр нефть ҡалдыҡтарының углеродлы сүстәргә күсеүенең физик‑химик законлыҡтары, тирә‑яҡ мөхит объекттарында экотоксиканттарҙың хроматографик анализ ысулдары табылған. 250‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 20 уйлап табыу авторы[1].Ҡудашева Ф. Х. Флорида Хөсәйен ҡыҙы «Интер» нәшриәтендә (Мәскәү, 2004 йыл) сыҡҡан «Экоаналитический контроль в системе оценки качества окружающей среды» монографияһының авторҙашы булып тора[2]. Ҡудашева Флорида Хөсәйен ҡыҙы бер нисә йыл рәттән химия фәндәре докторы һәм 15 химия фәндәре кандидаты әҙерләгән. Уҡыусыларҙың Мәскәү дәүләт университеты тарафынан Башҡорт дәүләт университеты базаһында үткән Бөтә Рәсәй химия олимпиадаларын әҙерләүҙә һәм үткәреүҙә ҙур өлөш индерә. 20 йылдан ашыу уҡыусыларҙың химиянан Республика олимпиадаларында жюри рәйесе булып тора[2].