Эстәлеккә күсергә

Арыҫлан (Ҡыйғы районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Арсланово
башҡ. Арыҫлан
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Ҡыйғы районы

Ауыл биләмәһе

Арыҫлан ауыл Советы

Координаталар

55°21′29″ с. ш. 58°59′26″ в. д.HGЯO

Халҡы

719[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

452507

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 236 810 001

ОКТМО коды

80 636 410 101

ГКГН номеры

0520753

Арсланово (Рәсәй)
Арсланово
Арсланово
Арыҫлан (Ҡыйғы районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Арсланово

Арыҫлан (рус. Арсланово) — Башҡортостан Республикаһының Ҡыйғы районындағы ауыл. Арыҫлан ауыл Советы үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 719 кеше[2]. Почта индексы — 452507, ОКАТО коды — 80236810001.

Арыҫлан ауылы Әй йылғаһы ҡушылдығы Саҡша йылғаһы буйында, район үҙәге Үрге Ҡыйғы ауылынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 30 километр һәм тимер юл станцияһы Һилейәнән (Силәбе өлкәһе) төньяҡ-көнсығышҡа табан 35 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].

Арыҫлан ауылына 1837 йылда, ата-бабалары 1725 йылда Бәләбәй өйәҙе (хәҙер — Туймазы районы) Түбәнге Бишенде һәм Балтай ауылдарына күсеп киткән һәм үҙҙәренең аҫаба ерҙәренә ҡабат әйләнеп ҡайтҡан, Троицк өйәҙе Әйле улусы башҡорттары нигеҙ һалған[4].

Арыҫлан ауылының атамаһы башҡорт зауряд-сотник Арыҫлан Таймаҫов (1777—1857) исеменән һәм Әбдрәзәҡ ауылынан ағалы-энеле Әбдрәзәҡовтарҙың фамилияһынан алынған, шулай уҡ Әбдрәзәҡ, Яңы Туғыҙлы тип тә аталған. Зауряд-сотник Арыҫлан Таймаҫов (уның ағалары Ғөбәй һәм Моратбаҡый) менән бергә Бәләбәй өйәҙенең Түбәнге Бишенде ауылынан (12-се кантондың 9-сы йортонан, 1847 йылдан алып — 13-сө башҡорт кантонынан) хәрби губернатор һәм башҡорт-мишәр ғәскәре командующийы Т. С. Циолковский рөхсәте буйынса, 18361837 йылдарҙағы циркулярҙар нигеҙендә, 1837 йылда ата-бабалар еренә, яңы булдырылған Арыҫлан (Әбдрәзәҡ) ауылына ҡайта. Ошо йылдан башлап бөтә земство түләүҙәре яңы ауылға күсерелә. Шулай итеп, 1725 йылда ата-бабалары, башҡорт төбәгенең төньяҡ-көнсығышында Әйле аҫаба ерҙәрен ҡалдырып, Йылан башҡорттары еренә керҙәш булып күсеп киткәндән һуң, уларҙың тоҡомдары, тыуған ергә ҡайтыусы күскенселәр, законлы халыҡҡа әүерелә[5].

Биләмә берәмектәренә инеүе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Теркәү йылы Улус, ауыл советы Өйәҙ, кантон, район Губерна, Республика Дәүләт
1757 Әйле улусы Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй Империяһы
1816 -се йорт -се Башҡорт кантоны Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1834 -се йорт -се Башҡорт кантоны Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1847 -се йорт -се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1859 -се йорт -се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1895 Иҫке Балаҡатай улусы Златоуст өйәҙе Өфө губернаһы Рәсәй империяһы
1920 биләмәһе Дыуан-Ҡошсо өйәҙе Автономлы Башҡорт ССР-ы (Бәләкәй Башҡортостан) РСФСР
1926 Дыуан улусы Мәсәғүт кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы СССР СССР
1935 Туғыҙлы ауыл Советы Ҡыйғы районы Башҡорт АССР-ы СССР СССР
1941 Туғыҙлы ауыл Советы Ҡыйғы районы Башҡорт АССР-ы СССР СССР
1990 Туғыҙлы ауыл Советы Ҡыйғы районы Башҡортостан Республикаһы Рәсәй флагы Рәсәй Федерацияһы
2008 Арыҫлан ауыл Советы Ҡыйғы районы Башҡортостан Республикаһы Рәсәй флагы Рәсәй Федерацияһы

Ауылдың XIX быуаттың икенсе яртыһындағы үҫеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорттарҙың бер өлөшөнөң ата-бабаларының еренә күсеп ултыртыу мотивтары ябай аңлатыла: 1832 йылғы ер тураһындағы закон буйынса, аҫаба башҡорттарға ир-ат башына — 40-шар дисәтинә, ә хәрби дәрәжәле керҙәштәргә (типтәрҙәр, мишәрҙәр кеүек ҡатламдарға) — 30-ар, ә граждандар ҡатламына һәр ир-атҡа 15-әр дисәтинә ер бирелгән. Ошоларҙан сығып, 112 йылдан һуң шул күскенселәр вариҫтарының бер өлөшө Әйле улусындағы аҫабалығына әйләнеп ҡайта һәм шул ерҙәрҙең законлы хужаһы тип таныла.

1834 йылғы рәүиз мәғлүмәттәре буйынса, Балтайҙа — 116, Түбәнге Бишенде ауылында 183 йән әйле ир-аты тороп ҡалған. Түбәнге Бишенде ауылынан күсеп килеүселәр ҙә билдәле. Бына ғаилә башлыҡтарының исемдәре: телгә алынған Моратҡужа Аҡсыуашев, уның ағай-энеһе Аҡҡол һәм Исхаҡ, Тойғон Ильясов, Хәмит Һөйөндөков, Ғабдулла Хәмитов, улы Лузамас менән Нөрөш Әмиров, Вәлит һәм Йәрмөхәмәт Иркиндар, Йыһанша Һабанаков, уның улы Ғүмәр, Шәфей Һабанаҡовтар һ. б. 18511854 йылдарҙа Түбәнге Бишенде ауылынан Арыҫлан һәм Яҫауыл ауылдарына Әбделхәким Бәхтиәров етәкселегендәге тағы 55 йән һ. б. күсеп ҡайтҡан. Улар араһында зауряд-яҫауыл Сәйетбаттал Ҡотлояров, зауряд-яҫауыл Сәйетборхан Ҡотлояров, Тимерғәле Сабитов, Килдейәр Әбдүшев, Мөхәмәтғәле Бәхтийәров, Әмирхан Ғәбдүшев, Өмөтбай Болғайыров, Әбделхәким Ишәлин, Әһлиулла Сәфәров, Әхтәм Тойғонов, Мөхәмәтйән Баязитов, Бәхтегәрәй Бәхтейәров, Янһарый Рахманҡулов, Әбсәләм һәм Әбделмән Рахманҡуловтар, Рәхмәтулла Хәлимуллин бар. Губернаторҙың 4(5-се) кантондың зауряд-хорунжийы Ҡолшәриповҡа 1851 йылдың 13 ноябрендәге күрһәтмәһендә әйтелгәнсә, «13-сө кантондың Түбәнге Башинде ауылынан ҡайтҡан башҡорттар, Әбделхәким Бәхтейәровҡа һәм уның иптәштәренә, 55 кешегә, хәҙер йәшәгән урындарында ер биләмәләре етешмәгәнлектән, кантонығыҙҙағы Троицк өйәҙендәге Урғыла йылғаһы буйындағы аҫаба ерҙәренә, ауыл араһындағы алыҫлыҡтың тигеҙ булыуын, һәм сыуал мейестәр урынына голланд мейестәрен талап итмәйсә, яңы ауыл (Яҫауыл) нигеҙләргә рөхсәт бирелгән» тип яҙылған. Ошонан сығып, ауылдың исемен зауряд-яҫауыл чины менән бәйләп, Яҫауыл ауылы 1851 йылда төҙөлгән тип ҡабул итергә мөмкин. 8 йылдан һуң унда 40 йортта 234 башҡорт, 1920 йылда — 566 һәм 109 иҫәпкә алынған.

Арыҫлан ауылы халҡы аҫабаларҙан торған, 1846 йылда Силәбе өйәҙе Әйле улусының Дауыт, Кәримғол, Әптекәй, Ишбулат ауылдарынан тағы 33 ир-ат күсеп киләләр.

1917 йылдың октябрендә Ер тураһындағы декрет баҫылып сыҡҡанға тиклем һаҡланған аҫабалыҡ хоҡуғы мотлаҡ һаҡланған. Бәләбәй һәм Силәбе өйәҙҙәренең Әйле башҡорттары сит ерҙәрҙә керҙәштәр сифатында йәшәгән, ләкин , күреүебеҙсә, улар сығышы буйынса үҙҙәренең аҫабалыҡ хоҡуғын һаҡлап ҡалған[6].


Арыҫлан ауылында 1842 йылда 148 кеше йәшәгән.

1842 йылда 148 кешегә 27 сирек ужым һәм 88 сирек яҙғы иген сәселгән. 1897 йылда Арыҫлан ауылы 73 йорттан торған. Ер 94 рәүиз йәненә бүленгән. Ике урында Бүлем ике урында — ауыл эргәһендәге 1-се участка, унан 20 саҡрым алыҫлыҡта 2-се участка. 1861 йылдан алып биләмәләр рәүиздә иҫәпкә алынған йән башына бүленә (94). Ауыл 20 дисәтинәгә яҡын ерҙе биләй. Баҫыуҙар ҡалҡыулыҡ һәм ипкендәр буйлап көньяҡ-көнбайышта урынлашҡан. Баҫыуҙар буйлап йылғалар аға: Саҡмаҡлы һәм Ҡоро Шиҙәле йылғалары аға. Баҫыуҙарҙың өҫтө тигеҙ түгел, 15-кә яҡын йырын барлыҡҡа килгән. Балсыҡ ҡушылған ҡара кәүшәк тупраҡ. Һөрөнтө ер күптән һәм ныҡ һөрөлгән. Сәсеү әйләнеше системаһыҙ. Ашлама ҡулланылмай. Баҫыуҙар һабан менән эшкәртелә.

1859 йылда — 220 кеше йәшәгән 1865 йылда 40 йортта 192 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған[7].

Әйле ауылында 20-25-шәр һумға һатып алынған 5 елгәргес бар. Утлауыҡ 38 дисәтинәгә тиклем тәшкил итә. Бөтә мал яҡынса 3 ай дауамында утлай. Саҡмаҡлы йылғаһы һыулау өсөн бик уңайлы. Ваҡ мал көтөүсеһе йәйгеһен һәр баштан 10 тин ала. 2-се урында — сабынлыҡ биләмәләре. Бер дисәтинәнән 190 бот уңыш бирә. Урман шулай уҡ 2 участкала. Халыҡ үҙ ихтыяжы һәм һатыу өсөн йыл һайын 27 дисәтинәгә тиклем киҫә. Бүленгән участкаларҙан 20-25 һумға бура һата. Йорт хужаларының яртыһы тиерлек Асылғужа ауылы халҡынан дисәтинәһенә 1-2 һумдан һөрөнтө ер (125 дисәтинәгә тиклем) һәм 40 тиндән сабынлыҡ (75 дисәтинәгә тиклем) өсөн ҡуртымға ала. 10-ға яҡын йорт үҙ һөрөнтө (45 дисәтинәгә тиклем) һәм сабынлыҡ (40 дисәтинә) биләмәләрен ҡуртымға бирә. Ҡуртымға биреүҙән халыҡ йылына 8 һумға тиклем, ә һалым һәм йөкләмәләр өсөн — йән башына 4,2 тин аҡса ала. Көҙөн халыҡ Ҡуҫа заводындағы баҙарҙарҙа иген, ә ҡышын Златоуст өйәҙендә бесән һата.

Аҫылғужа ауылы XIX быуаттың беренсе яртыһында Троицк өйәҙендәге 4-се Загорный кантонының 7-се йорто составында урынлашҡан. Ауыл казак ерендә нигеҙләнгән, халыҡ «ауыл кешеләре», йәғни хоҡуҡтары урыҫ крәҫтиәндәре менән тигеҙләгән крәҫтиәндәр булып киткән[8][9]

Ауылдың XX быуаттағы һәм бөгөнгө үҫеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1906 йылда мәсет, мәктәп, 2 бакалея кибете теркәлгән. 1920 йылда 104 йортта 661 башҡорт иҫәпкә алынған.

Әлеге ваҡытта Арыҫлан ауылында урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-­акушер пункты, клуб, китапхана бар[10].

Арыҫлан ауылында башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002).

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1906 йыл 512
1920 йыл 26 август 661
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 765
1959 йыл 15 ғинуар 542
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 726
2002 йыл 9 октябрь 665
2010 йыл 14 октябрь 719 363 356 50,5 49,5

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
  • Ғатауллин Раил Рәфҡәт улы (3.03.1959, ғалим-химик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Химия фәндәре докторы (2004), профессор (2006)[11].
  • Ғәлиәхмәтов Раил Ниғәмәтйән улы (28.11.1956, БАССР-ҙың Ҡыйғы районы Арыҫлан ауылы) — химик, техник фәндәр докторы (2005). БДУ-ны 1979 йылда тамамлағандан һуң, 1980, 1985—1989 һәм 2005—2011 йылдарҙа Фәндәр академияһының Гербицидтар һәм үҫемлектәрҙең үҫеш регуляторҙары ғилми-тикшеренеү институтында (НИТИГ) : 1985 йылдан сектор начальнигы, 2005 йылдан — филиал директоры булып хеҙмәт итә. БДУ-ның инженер факультетының сифат менән идара итеү кафедраһы мөдире. Ғәлиәхмәтов Раил Ниғәмәтйән улы 140-тан ашыу фәнни хеҙмәттәр һәм 20 уйлап сығарыу авторы[12].
  • Яр буйы урамы (рус.  Набережная (улица)
  • Минһажев урамы (рус.  Мингажева (улица)
  • Совет урамы (рус.  Советская (улица)
  • Киров урамы — (рус.  Кирова (улица)
  • Тыныслыҡ урамы (рус.  Мира (улица)
  • Еңеүҙең 40 йыллығы урамы (рус.  40 лет Победы (улица)[13]
Ер-һыу атамалары

Тауҙар:

Урмандар:

Йылғалар:

Шишмәләр:

Ялан-бесәнлектәр:

Таусыҡтар, түбәләр:

Башҡа урын-ер атамалары:

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)
  • Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4.]
  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Арыҫлан (Ҡыйғы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. Арыҫлан (Ҡыйғы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  5. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  6. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  7. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  8. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  9. ЦГИА РБ. Ф. 172. Оп. 1.Д. 25. Л. 59, 65,68, 117—118; ЮАС. Вып. 2. С. 297—298. ЦГИА РБ. Ф. 172. Оп. 1. Д. 25. Л. 26, 29.
  10. Арыҫлан (Ҡыйғы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  11. Башҡорт энциклопедияһы — Ғатауллин Раил Рәфҡәт улы 2016 йыл 21 апрель архивланған.
  12. Арыҫлан (Ҡыйғы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.Снижение экологической опасности антисептиков. М., 2004 (соавт.). Физика и химия кавитации. М., 2008 (соавт.)
  13. Карта д. Арсланово. Улицы