Эстәлеккә күсергә

Йәрмиә

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Йәрмиә
мар. Ярмиҥга рус. Ярмино
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Дүртөйлө

Ауыл советы

Миәҙәк

Координаталар

55°39′15″ с. ш. 55°01′07″ в. д.HGЯO

Халҡы

0[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

452318

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 224 816 006

ОКТМО коды

80 624 416 121

ГКГН номеры

0522802

Йәрмиә (Рәсәй)
Йәрмиә
Йәрмиә
Йәрмиә (Башҡортостан Республикаһы)
Йәрмиә


Йәрмиә (рус. Ярмино) — Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы Миәҙәк ауыл Советы биләмәһенә ҡараған ауыл[2]. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 426 кеше булған[3]. Ауылда башҡорт, мари, татар милләтле кешеләр йәшәй. Почта индексы — 452318, ОКАТО коды — 80224816006.

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 426 220 206 51,6 48,4

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урынлашылышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Район үҙәгенә тиклем (Дүртөйлө): 21 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Миәҙәк): 7 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Яңауыл): 100 км

Ауыл 1732 йылдан алып телгә алына. Уға Ҡазан даруғаһы Эске Йылан улусы башҡорттары нигеҙ һала. Типтәрҙәр XIX быуаттың 1‑се яртыһында керҙәшлек килешеүе буйынса килеп урынлаша. 1865 йылдағы рәүиз мәғлүмәттәренән күренеүенсә 49 йортта 304 кеше көн иткән. Ауыл халҡы мал, бал ҡорто тотҡан, игенселек менән шөғөлләнгән. 1906 йылғы рәсми ҡағыҙҙарҙан күренеүенсә, ауылда мәсет, 3 бакалея магазины булған[4].

1972 йылға тиклем Тат-Йәрмиә һәм Мари-Йәрмиә ике ауыл булып, бер-береһенә терәлеп урынлашҡан була [5]. Тәүгеһе шул йылға тиклем Миңеште ауыл Советына ҡараһа, мари яғы Миәҙәк ауыл Советына инә. Тора-бара был ике ауыл халҡы аралашып ултыра башлай һәм 1972 йылда бер генә атама — Мари-Йәрмиә тип кенә ҡала[6]. Дүртөйлө ҡала Советы ҡарары менән 1997 йылда ауылға Йәрмиә тигән атама бирергә ҡарар итә, сөнки ауыл халҡы һаман ҡатнаш булып ҡала килә[7][8].

Шағирә, йәмәғәт эшмәкәре Гүзәл Ситдиҡова әсәһе яғынан ошо ауыл сығышлы. Әсәһе Факиһа Ситдиҡ ҡыҙының ҡанбабалары ауылға нигеҙ һалған аҫаба башҡорттарҙан. Ырыуы - Эске Йылан. Ауыл тарихында телгә алынған, уға нигеҙ һалыусыларҙың береһе булған Кәткә мулла Таҡаҡов - Гүзәл Ситдиҡованың тура ептән килгән ҡанбабаһы[9].

1859 йылда алынған рәүиздә Бөрө өйәҙенең 14-се башҡорт кантонының Ҡалмыҡ олоҫы Йәрмиә ауылында 12 йорт булғаны күренә. Гүзәл Ситдиҡованың тура ептән килгән ҡанбабаһы Мөхәмәтдин Шәмсетдин улының ер майҙаны 8,75 дисәтинә (яҡынса 11 га) тәшкил иткән. Архивтан алынған документтарҙан күренеүенсә ғаилә арыш, һоло, бойҙай, тары, ҡарабойҙай, борсаҡ һәм бәрәңге үҫтергән, ҡорт тотҡан[10].

Йәрмиәгә бәйле шиғырҙар[11]

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Тат-Йәрмиә

"Тат"ың ҡайҙан килгән, Йәрмиәм,

Татыр һыуҙан әллә килгәнме,

Шаян телле, талмаҫ беләкле

Татыу халҡың әллә биргәнме?!

Еп остарым минең ошонда:

Олатайҙар ҡорған нигеҙҙәр,

Өләсәйҙәр ҡайтҡан һыу юлы...

Табанымды тарта шул эҙҙәр.

Әсәйемдең тәүге һулышы,

Тат-Йәрмиә, һинең һулыштан.

Тамырҙарым һиндә яралған,

Бөрөләрем һиндә тулышҡан.

Исемеңә "тат" тип ҡушылып

Ҡайҙан килгән - хәҙер мин беләм,

Тамырҙарым һинән һут алған,

Тат-Йәрмиәм, татлы Йәрмиәм!

  • Мари -Йәрмиә

Бала саҡтың моңло хәтирәһе:

Йәрмиәнең зәңгәр кистәре...

Алыҫтарҙан дәртле бер көй килә -

Әй бейейҙәр мари йәштәре.

Бәп-бәләкәс кенә мин - болдорҙа,

Тубыҡтарым ҡосоп тыңлайым.

Әкиәттәр килә күҙ алдына,

Туҡай кисе, Туҡай Ҡырлайы.

Шүрәленән ҡасып, ай урағы

Болоттарға инеп юғалды,

Ҡосағында йәйге сихри кистең

Мари бейеүе лә мин ҡалдым.

Ошо кистән ҡалды ғүмерлеккә

Мари көйҙәренә һөйөүем.

... Тик бүтәнсә инде ҡабатланмаҫ

Туҡай кисле мари бейеүе.

  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Йәрмиә
  3. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  4. Йәрмиә
  5. История деревни Ярмино (Мари-Ярмино, Тат-Ярмино)(недоступная ссылка)
  6. Указ Президиума Верховного Совета БАССР 6-2/15 от 28.08.1972
  7. Решение Дюртюлинского городского Совета от 26.11.1997 г. № 5
  8. Общие сведения
  9. История деревни Ярмино (Мари-Ярмино, Тат-Ярмино) 2021 йыл 6 июнь архивланған.
  10. Гүзәл Ситдиҡова. Олатайҙар менән ғорурланырлыҡ. - Башҡортостан, 2007, 22 сент.
  11. Гүзәл Ситдиҡова. Шиғырҙар//Ете шишмә. - Өфө, 1988. - 31-52 бб.