Ровный (Ырымбур өлкәһе)
Ровный | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Ҡыуандыҡ районы[1] |
Халыҡ һаны | 70 кеше (2010)[2] |
Почта индексы | 462233 |
Ровный —Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ ҡала округындағы ҡасаба.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡасаба Кейәле Бүртә йылғаһының һул яры буйында элгәре «Ҡыуандыҡ» совхозының үҙәк усадьбаһы тип һаналған, 1966 йылда статусын үҙгәрткән Урал ҡасабаһынан 15 км алыҫлыҡта урынлашҡан[3].
- Климаты
Ровный ҡасабаһының климаты Ҡыуандыҡ районының күпселек урыны өсөн дә дөйөм. Бындағы климат уртаса континенталь, йылдың дүрт миҙгеле лә аныҡ ҡына айырыла. Температураның абсолют минимумы иң һалҡын ай-ғинуарҙа −45 °C; иң йылы ай июлдә температураның абсолют максимумы + 42 °C. Уртаса йыллыҡ яуым-төшөм 300—550 мм, шуның 70 % яҙғы-йәйге айҙарҙа яуа. Ҡар ҡатламы ярайһы тотороҡло, йылына 150 ята[4].[5].
- Сәғәт бүлкәте
Ровный ҡасабаһы ауылы, бөтә Ырымбур өлкәһе кеүек үк, МСК+2 (Өфө ваҡыты) сәғәт бүлкәтендә урынлашҡан. UTC ваҡытына ҡарата айырмаһы — +5:00 сәғәт[6]. |
[7].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөйөк Ватан һуғышына тиклем тораманы 9-сы ауыл тип атағандар. 1960 йылғы белешмәлә — «Ҡыуандыҡ» совхозының 2-се ферма ҡасабаһы[8].
1944 йылда «Ҡыуандыҡ» совхозында һәм Ҡыуандыҡ районының көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә Дәүләт фонды ерҙәренең бер өлөшөндә итселек-һарыҡсылыҡ совхозы ойошторола. Совхоз составына ойошҡан малсылыҡ фермалары ингән, уларҙың ҡышлаған урынында малсылар өсөн ҙур булмаған торамалар барлыҡҡа килгән, һәм улар 2-се Ферма, 3-сө Ферма, 4-се Ферма, 5-се Ферма тип аталған.
Малсыларҙың һәр ҡасабаһында 1949 йылда уҡ башланғыс мәктәп булған.
1966 йылда РСФСР Юғары Советы Президиумы Указы менән «Ҡыуандыҡ» совхозының 2-се ферма ҡасабаһы Ровный тип үҙгәртелә[8].
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡасабаның Ровный (тигеҙ) тип аталыуы ул урынлашҡан ерҙең рельефы менән бәйле: йылға буйындағы тигеҙ уйһыулыҡ, тауҙар йыраҡта, горизонтта ғына төҫмөрләнә тип яҙа Ырымбурҙың төбәкте өйрәнеүсе яҙыусыһы, журналист, Ҡыуандыҡ ҡала округының әҙәби тормошон ойоштороусы Сергей Михайлович Стрельников үҙенең «Географические названия Кувандыкского района» тигән китабында[3]. Ҡаҙаҡтар ҡасабаны Ҡарағаш тип атай икән.
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡ иҫәбе |
---|
2010[9] |
70 |
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области (урыҫ)
- ↑ 3,0 3,1 Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.
- ↑ Схемы территориального планирования муниципального образования Кувандыкский район . Федеральная государственная информационная система территориального планирования (ФГИС ТП).(недоступная ссылка)
- ↑ Схемы территориального планирования муниципального образования Кувандыкский район . Федеральная государственная информационная система территориального планирования (ФГИС ТП).(недоступная ссылка)
- ↑ Федеральный закон от 03.06.2011 № 107-ФЗ «Об исчислении времени», статья 5 (3 июнь 2011).
- ↑ Федеральный закон от 03.06.2011 № 107-ФЗ «Об исчислении времени», статья 5 (3 июня 2011).
- ↑ 8,0 8,1 Указ Президиума ВС РСФСР от 17.10.1966 г. "О переименовании некоторых населённых пунктов Оренбургской области" // Ведомости Верховного Совета РСФСР. — 1966. — № 42 (20 октября).
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области . Дата обращения: 5 июнь 2014. Архивировано 5 июнь 2014 года.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.