Эстәлеккә күсергә

Туғай Кинйәһе (Көйөргәҙе районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бөткән ауыл
Туғай Кинйәһе
Ил

Рәсәй

Координаталар

52°39′53″ с. ш. 55°28′51″ в. д.HGЯO

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Туғай Кинйәһе (Рәсәй)
Туғай Кинйәһе
Туғай Кинйәһе

Туғай Кинйәһе, 1-се Кинйә, Башҡортостан республикаһы Көйөргәҙе районы биләмәһенә ҡараған тарихи ауыл. Әлеге ваҡытта Башҡортостан ауылдарының рәсми исемлегенән алынған.

1760 йылдарҙа башҡорт Милли — азатлыҡ хәркәтенең иң абруйлы шәхестәренең береһе Кинйә Арыҫланов тарафынан нигеҙләнә.

Башҡортостандың көньяҡ- көнбайыш өлөшөндә, Көйөргәҙе йылғаһының урта ағымында йылғаның уң яғында урынлашҡан. Район үҙәге Ермолаево ауылынанынан 30 км тирәһе. Тирә-яғын тауҙар уратып алған. Иркен Өскисәр туғайы ауылға терәлеп үк тора. Урман да яҡын. Күбеһенсә өйәңке, уҫаҡ, ҡайын, ерек ағастары үҫә. Тирә-яҡта Түкән − 5 км, Үрге Кинйә — 2, Ҡарай — 4, Абдул — 3, Яҡуп — 7, Түбәнге Мотал — 4, Урта Мотал 3, Үрге Мотал — 7, Васильевка — 3 км ауылдары урынлашҡан. Хәҙерге ваҡытта уларҙың күбеһе юҡ.

Ауылдан 400—500 метр самаһы ерҙә Кинйә мәмерйәһе ята. Ул ауыл халҡына һыуытҡыс ролен үтәгән. Ҡаршалағы Ғәзиз тауы ыжғыр, төньяҡ елдәренән һаҡлаған, иртә яҙ менән малдарҙы тибенгә сығарырға мәмкинселек биргән. Мал бағыу өсөн бөтә мөмкинселектәр ҙә бар. Ауылды уратып алған тау6ар ҡышын да малдарҙы тибендә йөрөтөү мөмкинселеге бирһә, ауылға терәлеп торған бесәнле туғайҙары, болондары ҡоро бесән менән тәьмин иткән.

Ауыл урынын һайлау тураһындағы легенда, телдән-телгә, быуындан-быуынға тапшырылып, беҙҙең көндәргәсә килеп еткән. Шулар6ың береһен 1913 йылғы Мәсүрә Чурина (Төлкөсурина) яҙҙырҙы. Кинйә Арыҫланов оло ауыл Арыҫландан (атаһы ауылы) бүленеп сығып, яңы ауыл төҙөү өсөн үҙҙәре биләгән ерҙәр буйлап сығып китә. Үҙе менн ауылдың аҡһаҡалдары Иҫәнаман, Төлкөсура, Байғол, ҡолҺары , Ишһары һәм тағы бер нисә олатайҙы, улы Һеләүһенде ала.

  • Азат Хәлилов. «Туғай Кинйәһе ауылы». — Күмертау, 2015 йыл.

Билдәле ауылдаштар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Хәлил Һабансин — 1812—1814 йылдарҙағы Француз походында башҡорт полктарының береһендә полк муллаһы булараҡ ҡатнаша. Бер нисә орден -миҙалдар алыуы билдәле.
  • Мөхәммәтшәриф Хәлилов — Хәлил Һабансиндың бүләһе, 20 быуат башында Бөрйән улусында (үҙәге Яҡуп ауылы) бер нисә йыл старшина, ун йылдан артыҡ ҡазый(судья) вазифаһын башҡара.1912 йылда Француз-Рус һуғышының 100 йыллығын билдәләгәндә, олатаһы Хәлил Һабансин өсөн бирелгән юбилей миҙалын барып ала.
  • Ғәзизйән Хәлилов – Мораптал тоҡомсолоҡ совхозы партком секретаре
  • Хәлилов Мансур Ҡорбанғәли улы – Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы
  • Рөстәм Хәлилов – Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры директоры
  • Исхаков Зиннур Закир улы – Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған эшҡыуары, меценат, атайсал программаһы буйынса эш алып барыусы, Туғай Кинйәһе ауылында мемориаль комплексты булдырыусы
  • Ишмөхәмәтов Юлай Юныс улы – Күмертау совхозы партком секрктаре, Көйөргәҙе районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе
  • Хәлилов Әҡсән Насретдин улы – шағир, биш китап авторы
  • Хәлилов Азат Насретдин улы – яҙыусы, алты китап авторы хажи
  • Һөйөнов Әбдерәхим һәм Рауил, Ғәҙелшина Гөлсира Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусылары