Ҡара Африка
Ҡара Африка | |
---|---|
регион | |
10° ю. ш. 23° в. д.[[Категория:Билдәһеҙ илдәр|]_type:landmark H]GЯO | |
Ҡара Африка Викимилектә |
Ҡара Африка[1], йәки Тропик Африка[1], йәки Сахаранан көньяҡтағы Африка[1] — Африка ҡитғаһының Сахара сүллегенән көньяҡтараҡ урынлашҡан бер өлөшөнөң исеме. Африканың был өлөшөндә күбеһенсә негроид халыҡтар (Төньяҡ Африка европеоидтарынан айырмалы рәүештә) йәшәй, исем өсөн шул нигеҙ була ла инде.
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Донъя илдәренең картаһы
7-8 детей 6-7 детей 5-6 детей 4-5 детей | 3-4 детей 2-3 детей 1-2 детей 0-1 детей |
Африка континентының бүленеүен яҡынса б. э. т. 3-сө мең йыллыҡтар уртаһы тип һанайҙар, сөнки Сахара ҡорой башлағас, мәҙәни бәйләнештәр өсөн еңеп сыҡҡыһыҙ ҡаршылыҡ килеп тыуа. Берҙән-бер бәйләүсе юл булып Нил үҙәне ҡала, уның ярҙары буйлап Боронғо Мысыр менән бәйләнештә булған бер нисә цивилизация барлыҡҡа килә.
Ҡара Африкала б.э. т. 1-се мең йыллыҡта тимер металлургияһы бөтә ерҙә лә тарала. Тимерҙең таралыуы яңы территорияларҙы, иң элек тропик урмандарҙы, үҙләштереүгә булышлыҡ итә, һәм күпселек осраҡта Тропик һәм Көньяҡ Африканың күпселек өлөштәрен банту телдәрендә һөйләшкән халыҡтарҙың таралыу сәбәптәренең береһе булып тора, улар эфиопия һәм капоид расаһы вәкилдәрен төньяҡҡа һәм көньяҡҡа ҡыҫырыҡлаған.
Хәҙерге сәйәси бүленеш буйынса Ҡара Африка 48 илде үҙ эсенә ала. Ҡайһы берҙә был исемлеккә, географик яҡынлығы арҡаһында, Мадагаскарҙы ла өҫтәйҙәр, әммә был ил континентта түгел, ә утрауҙа урынлашҡан.
Тулыһынса Сахаранан көньяҡта ята
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ангола
- Бенин
- Ботсвана
- Буркина-Фасо
- Бурунди
- Габон
- Гамбия
- Гана
- Гвинея
- Гвинея-Бисау
- Джибути
- Замбия
- Зимбабве
- Кабо-Верде (шартлы)
- Камерун
- Кения
- Коморы (шартлы)
- Конго Республикаһы
- Конго Демократик Республикаһы
- Кот-д’Ивуар
- Лесото
- Либерия
- Маврикий (шартлы)
- Мадагаскар (шартлы)
- Малави
- Мозамбик
- Намибия
- Нигерия
- Руанда
- Сан-Томе һәм Принсипи (шартлы)
- Сейшель Утрауҙары (шартлы)
- Сенегал
- Сомали
- Сьерра-Леоне
- Танзания
- Того
- Уганда
- Үҙәк Африка Республикаһы
- Экваториаль Гвинея
- Эритрея
- Эсватини
- Эфиопия
- Көньяҡ Африка Республикаһы
- Көньяҡ Судан
Өлөшләтә Сахаранан көньяҡта ята
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Галереяһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Эфиоп яйлаһы һәм Рас-Дашэн тауы
-
Хомбори янындағы пейзаж, Мали
-
Камерун яр буйы - Гвинея ҡултығы һәм горизонтта Биоко утрауы
-
Камерун вулканы
-
Виктория шарлауығы
-
Мадагаскар, баобабтар.
-
Цинги-де-Бемараха — Мадагаскарҙағы ҡурсаулыҡ
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 А́ФРИКА // Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов. — М. : Большая российская энциклопедия, 2004—2017.
Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.