Эстәлеккә күсергә

Әтек (Бөрйән районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Атиково битенән йүнәлтелде)
Ауыл
Әтек
Атиково
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Бөрйән районы

Ауыл советы

Әтек

Координаталар

53°00′38″ с. ш. 57°21′54″ в. д.HGЯO

Милли состав

башҡорттар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 219 807 001

ОКТМО коды

80 619 407 101

Әтек (Рәсәй)
Әтек
Әтек
Әтек (Бөрйән районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Әтек

Әтек (рус. Атиково) — Башҡортостандың Бөрйән районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 455 кеше[1]. Почта индексы — 453589, ОКАТО коды — 80219807001.

  • Район үҙәгенә тиклем (Иҫке Собханғол): 22 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сибай): 174 км[2]

Әтек ауылы Кана йылғаһы ағымы буйлап бер аҙ түбәнерәк урынлашҡан. Риүәйәттәр буйынса, уға Дим йылғаһы бассейны башҡорттары нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсенең улдарының исемдәре: Иҙрис, Зариф, Әҙил, Хибәт һәм Хаммат Әтековтар. Әммә ревизия материалдары башҡа исемдәр бирә — Аллағол, Сөләймән, Миңлеғол, Айытҡол Әтековтар. Күреүебеҙсә, легенда һәм халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре тап килмәй. Әтек ауылы — бөрйәндәрҙең төп ауылдарының береһе. Уның барлыҡҡа килеү сәбәптәре билдәһеҙ. Шуныһы ап-асыҡ: Әтековтар Сибай һәм Таулыҡай ауылы (хәҙерге Баймаҡ районы) халҡы менән тығыҙ бәйләнештә булған. Атап әйткәндә, Таулыҡай ауылынан бында бер нисә ғаилә күсеп килә.

Әтек улдарының йәше (1759 й., 1764 й., 1768 й., 1781 й.) ауылға нигеҙ һалыныу ваҡыты (XVIII быуат уртаһы) һәм тәүге төпләнеүсенең ғүмер йылдары тураһында һөйләй. XVIII быуат аҙағында ауылда 250 кеше йәшәгән 37 йорт булған. 1859 йылғы ревизия 410 кеше менән 66 ихатаны билдәләгән. 1866 йылда 68 ихатала — 368 кеше. 1920 йылда үткәрелгән беренсе совет халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, 126 йорттоң һәр береһенә 5,3-әр кеше тура килгән.

1842 йылда 372 кешегә 64 бот ужым икмәге, 152 бот яҙғы иген сәселгән. Әтектәр өсөн игенселек — яңы шөғөл, өҫтәүенә, урман һыҙатында ер һөрөү өсөн уңайлы урындар булмай.

Кантон властарының көслө талабына ҡарамаҫтан, игенселек таралыу һәм үҫеш алмай, сөнки игенселек өсөн тәбиғи һәм климат шарттары (иртә ҡырауҙар) уңайлы булмай. Шуға күрә халыҡ элеккесә ярым күсмә малсылыҡ менән шөғөлләнә. Ғаиләләрҙең барыһы ла иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем йәйләүгә сыға. Ауылда мәсет булған.

XIX быуаттың беренсе яртыһында Әтек ауылы Мәндәғол, Аҡбулат, Кейекбай, Усман, Исанғазы, Яҡшығол (Тәтегәс), Йәрмөхәмәт (Маҙалы) ауылдары менән бергә 6-сы кантондың 10-сы йортона инә. 1864 йылдан Әтек ауылы 4-се Бөрйән улусы составында, 1919 йылдан ул Йылайыр кантонының Бөрйән улусына инә, 1930 йылдан — Бөрйән районы составында[3]

Биләмә берәмектәренә инеүе[4]

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Теркәү йылы Улус, ауыл советы Өйәҙ, кантон, район Губерна, Республика Дәүләт
1757 Бөрйән улусы Верхнеурал өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй Империяһы
1816 10-сы йорт 6-сы Башҡорт кантоны Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1834 10-сы йорт 6-сы Башҡорт кантоны Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1847 10-сы йорт 6-сы Башҡорт кантоны, Верхнеурал өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1859 10-сы йорт 6-сы Башҡорт кантоны, Верхнеурал өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1895 Бөрйән улусы Верхнеурал өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1920 Бөрйән улусы Йылайыр кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы РСФСР
1926 Бөрйән улусы Йылайыр кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы СССР СССР
1935 Әтек ауыл советы Бөрйән районы Башҡорт АССР-ы СССР СССР
1941 Әтек ауыл советы Бөрйән районы Башҡорт АССР-ы СССР СССР
1989 Әтек ауыл советы Бөрйән районы Башҡорт АССР-ы СССР СССР
1990 Әтек ауыл советы Бөрйән районы Башҡортостан Республикаһы Рәсәй флагы Рәсәй Федерацияһы
2006 Әтек ауыл советы ауыл биләмәһе Бөрйән районы Башҡортостан Республикаһы Рәсәй флагы Рәсәй Федерацияһы

Әтектәрҙең батша Рәсәйе алып барған һуғыштарҙа ҡатнашыуын фаразлау

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөрйән улусы ауылы халҡы ир-аттары 1812 йылғы Ватан һуғышының әүҙем ҡатнашыусылары. Уларҙың вәкилдәре 15-се башҡорт атлы полкы составында көс һынаша. Әтек ауылынан Аҙнабай Юлдыбаев һәм Ишмырҙа Ҡолһарин ике көмөш миҙал менән бүләкләнә. Байрамғол Бүлебаев 1-се башҡорт полкы менән 1828—1829 йылдарҙағы рус-төрөк һуғышында ҡатнаша. Был полк Днестр йылғаһы буйында хеҙмәт итә, һуңынан Измаил ҡәлғәһендә урынлаша[5].

Ауылдың XIX быуат уртаһынан артабанғы үҫеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

ХIХ быуат уртаһында, 300 кешегә (69 йорт) 503 ат, 501 һыйыр малы, һарыҡ — 116, кәзә 78 баш тура килә.

Малсылыҡ, урман кәсептәре менән шөғөлләнгәндәр[6]. Мәсет, мәҙрәсә булған.

Ауылдың XX быуаттағы үҫеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әтек ауылы — административ үҙәк. Ауылда төп мәктәп (Иҫке Собханғол урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 669
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 395
1959 йыл 15 ғинуар 263
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 395
2002 йыл 9 октябрь 463
2010 йыл 14 октябрь 455 235 220 51,6 48,4
2017 йыл 471
2022 йыл 1 март 436 195 241 44.66% 55.34%[7]
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — башҡорттар (99 %)[8].

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Ревизия материалдарында

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1816[9], 1834[10] һәм 1850 йылдарҙа[11] Әтек ауылында ла рәүиз (ревизия) үткәрелә һәм уның материалдары Башҡортостандың Милли архивында һаҡлана.

  • Урал урамы (рус. Уральская улица)
  • Салауат Юлаев урамы (рус. улица Салавата Юлаева)
  • Дуҫлыҡ урамы (рус. улица Дружбы)
  • Ҡана урамы (рус. улица Кана)[12]

Тауҙар:

  • Ташморон – ауылдың уң осонда урынлашҡан. Элек – электән тәбиғәттең төрлө һынауҙарына бирешмәй үҙ көндәрен кисергән. Урыны йылғаға һыйынып, морон формаһында алға сығып тора
  • Суҡҡарағас – Ташморон тауының дауамы булараҡ, уға тоташып тора. Был тауҙың битләүе тотошлайы менән ҡарағас ағасы менән ҡапланған, араһында йыуан, оҙонлоғо 25 – 30 м еткән 15 – 20 – ләп солоҡ ҡарағастар була торғайны. Уларҙың күбеһен йәшен атҡан, йә ҡартайып ҡолап бөттөләр, ә ғәҙәти ҡарағастар әле лә ауылдың йәме булып ултыралар.
  • Аҡтау – Суҡҡарағас тауының дауамы булып тора. Тауҙың үҙәк өлөшө һәм башы яланғас, ҡырҙан, ысынлап та, ағарып торған кеүек, ҡыш көнө бигерәк тә исеменә тап килә.
  • Күс юлы – Элек ауыл халҡы йәйләүҙәргә күскәндә ошо тау бите аша үткән юлдан китә торған булған. Ауыл халҡы икегә бүленеп, ике урынға күскән. Ауылдың уртаһында мәсет булған. Мәсеттең үр яғы Түбәйорт тигән ергә, ә түбән яғы Бәләкәй Салажы яланына күскән. Әтек ауылына нигеҙ һалыусылар булып тарихи мәғлүмәттәр буйынса Баймаҡ районы II Этҡол ауылы кешеләре ошо юлдан күсенеп килеп ултырғандар.
  • Ноҡот тауы – Тау яланғас, ағас юҡ, тәбиғәттә һирәк осрай торған ҡырағай сәтләүек – ноҡот күпләп үҫә торғайны. Яҙ көндәре алһыу сәскә атып, тау бите матур төҫ ала ине. Ауылда кәзә – һарыҡ күп булып үрсегәс, ноҡотто бөтөнләй бөтөрҙөләр, тип әйтергә мөмкин
  • Хәҙрәт юлы – Әтек ауылында Бөрйән районында беренселәрҙән булып Баймаҡ районы II Этҡол ауылының Хәлил исемле байы мәсет төҙөтә. Етем ҡалған Мөхәмәтшәриф исемле малай Хәлил байҙың йәй көндәре малын көтә, ә ҡыш көндәре уҡый. Малай бик отҡор булып сыға. Хәлил бай, артабан уҡыуын дауам иттереү өсөн, Мөхәмәтшәрифте Бохараға уҡырға ебәрә. Унда уҡып, хәҙрәт дәрәжәһе алып ҡайтҡас, Хәлил Әтек ауылына мәсет төҙөтә һәм Мөхәмәтшәрифте хәҙрәт итеп алып килә. Мөхәмәтшәриф хәҙрәт тирә – йүнгә йөрөгәндә, ошо тау битенән үткән һуҡмаҡ буйлап йөрөр булған.
  • Бешәлетау – Тау бите ҡуйы ҡарағай ағасы менән ҡапланған булған. Элек көслө янғын булып, урман янып бөткән. Хәҙер бөтөнләйе менән ҡарағай ағасы ҡалмаған, тик исеме генә халыҡ телендә һаҡланған.
  • Ослотау – Конус – пирамидаға оҡшап, башҡа тауҙарҙан үҙенең ослайып сығып торған түбәһе менән айырыла
  • Бәйет тауы – Ямғыр яумағанда, йә оҙаҡ ямғыр яуһа, ауыл халҡы йыйылып сығып, ошо тау битләүендә теләк теләп, төрлө доғалар уҡып, аллаға ялбарғандар
  • Ҡыя юл – Әтек ауылы кешеләре Иҫке Тарыуал, Тәтегәс, Ырғыҙлы яҡтарына йөрөгәндә ошо тау битенән ҡыялатып ҡына юл ҡаҙып сыҡҡандар. Бара – тора ул ҙур юлға әүерелә
  • Ҡаҙғантау – Кананикольск менән бәйләнеш тотоу өсөн берҙән – бер юл ошо тау аша үткән. Кананикольскиҙа баҡыр иретеү заводында баҡыр иретеп, арба - саналарға тейәп, ошо юлдан Иҙелгә ташығандар. Унда, һалдар эшләп, баҡырҙы тейәп, Иҙел буйлап түбән аҡҡандар. Ырымбурҙан генерал-губернатор килеп, Ырғыҙлы яғына, Кананикольскиға бара тип, урындағы властар, халыҡты йыйып сығарып, юлды ҡаҙҙырып төҙөткәндәр. Шунан ҡалған инде ул тау исеме.
  • Һимеҙтай – тәүге исеме, телдән телгә күсеп, килеп еткән. Мәғлүмәттәр буйынса, Әтек ауылында Рәхмәтулла исемле бай булған. Ул Ғәрәбстанға хажға барған. Шуның өсөн Рәхмәтуллахажы тип йөрөткәндәр. Ул бик күп ат тотҡан. Яҙ һәм көҙ көндәре уның аттары ошо тау битендәге ҡарағайлыҡ урманында йөрөгәндәр. Көндәрҙең береһендә уның бер аты тауҙан шыуып үлә. Бының өсөн бай ат ҡараусы ялсыһын бик ҡаты туҡмаған, йәнәһе, һинең йүнһеҙлегең арҡаһында ниндәй һимеҙ тайым әрәм булды, тигән.
  • Сейәлетау – Тау бите ҡарағай урманы менән ҡапланған, араһында сейәлек күп булған. Тик көслө янғын булыу сәбәпле тау битендәге ҡарағай урманы менән сейә ҡыуаҡтары бөтөнләйе менән янып бөткән. Хәҙер яланғас тау булып ҡалған, ер еләге була, ә сейә – юҡ.
  • Шыуҙырғыс тау – Элек кешеләр ағасты сортаментҡа турап, ат менән тау башынан аҫҡа табан шыуҙырып, тәгәрәтеп төшөргәндәр. Шыуҙырыу өсөн билдәле бер киңлектә тау башынан аҫтына тиклем ағасын ҡырҡып сыҡҡандар. Шунан һуң йылға ярына төшөрөп, һал менән түбән яҡҡа, ялан яҡтарына ағып барып һатып,үҙҙәренә кәрәк – яраҡтарын алып ҡайтып көн күргәндәр.
  • Әбей үлгән тау – Тау емеш – еләккә, йыуаға бик бай булған. Яҙ көнө асығып бер әбей сығып китеп йыуа йыйып ашап йөрөгәндә, серле рәүештә бер таш өҫтөндә ултырған килеш үлә. Шунан ҡалған исем, тиҙәр.
  • Артышлытау – Тау бите аҫтан башына тиклем түшәлеп үҫкән артыш ҡыуаҡлығы менән ҡапланған
  • Туҡмаҡ тау – Ауыл халҡы ошо тау аша һалынған һуҡмаҡ юлдан Иҫке Собханғолға, Ябаҡҡа, Маҙалыға йөрөгәндәр. Тау итәге яланғас. Нисектер, халыҡ уны Тупаҡтау тип атай. Шунан һуңыраҡ Туҡмаҡтау тип йөрөтә башлағандар
  • Ҡыҙҙар ҡарауылы – Легендалар буйынса, ҡайҙандыр килгән кеше ауыл ҡыҙҙарын йыйып алып китә, имеш, тигән һүҙ тарала. Серле рәүештә халыҡ үҙҙәренең ҡыҙҙарын йәшереү өсөн белендермәй генә ошо тау ҡуйынында йәшереп тотҡандар. Ашау – эсеү өсөн алмашлап, һиҙҙермөй генө аҙыҡ ташығандар һәм ҡыҙҙарҙы алмашлап ҡарауыллағандар, имеш.
  • Аҡбикә тауы – Борон бер ҡарттың Аҡбикә исемле ҡыҙы була. Үҙенә ун икенсе ҡатынлыҡҡа һоратып, Аҡбикәгә бер бай килә. Аҡбикә байҙы яратмай һәм ҡасып китә. Бай белеп ҡала һәм артынан ҡыуа сыға. Аҡбикәне ҡыуып етеп, тотоп алһа, ул таш һынға әйләнгән, ти. Шунан башлап Аҡбикә тауы тип атала.

Йылғалар:

  • Ҡана йылғаһы – Ҡана йылғаһының уң ҡушылдыҡтары Оло Салажы, Бәләкәй Салажы, Мусағәле, Байғотоҡ Туҡмаҡ. Һул ҡушылдығы – Сапа йылғаһының тарихы билдәле түгел. Тик шундай имеш – мимештәр йөрөй. Алдар батыр ике тапҡыр тархан исеме алғас, уның ер – һыуҙары сикһеҙ күп булған. Ул үлгәс, ҡайҙандыр уның ҡыҙы килеп: «Минең атайымдың 32 Мусағәле, 46 Салажы йылғаһы булған. Шулар ҡайҙа?» - тип таптырып йөрөгән, имеш.
  • Мусағәле– йылғаһына ла исем күптән бирелгән. Элек бер ҡатын булған. Уның Муса һәм Ғәли исемле улдары булған. Ире ауырып үлеп киткән булған. Малайҙарына ни бары 5 кенә йәш булған. Малайҙарын көтөргә хәле булмаған. Һыу буйына барып, ике малайын тоҡҡа һала ла һыуға ағыҙа, ә үҙенә бысаҡ сәнсә .Малайҙарҙың исемдәрен йылғаға бирәләр. Был йылға әлеге ваҡытта ла ағып ята.

Шишмәләр:

  • Әлмәс ҡотоғо (шишмәһе)– ауыл эргәһендәге тау аҫтынан ғына сылтырап сығып ята. Ул шишмәне һәр саҡ Әлмөхәмәт исемле ҡарт таҙалап, тәрбиәләп торған. Аҙаҡ үҙе лә йортон шул шишмә эргәһенә төҙөгән. Шунда йәшәгән. Шуға күрә халыҡ шишмәне «Әлмәс ҡотоғо» тип йөрөтә башлаған.
  • Тумарлаҡ шишмәһе – еректәрҙән торған бәләкәй өйкөм урманда, тирә – яғында – һаҙлыҡ, сәсле түмәр үҫкән. Кешеләр унда барырға ҡурҡҡандар. Аждаһа, йылан бар, йәнәһе. Ысынлап та, һаҙлыҡлы урын булғанға төрлө йыландар күп булған. Хәҙер һаҙлығы ла, сәсле түмәре лә кәмегән. Шишмәне, Иҫәнғазы ауылынан күсеп килгәс, Алғазин Хаммат бабай тәрбиәләп тота. Тирә – яғын кәртәләп, торба ҡуя. Кеше эсеү өсөн һыуҙы шунан ала. Әлеге көндә ул кәртәләгән ерҙә ағастар имен үҫә.

Күлдәр:

  • Хисам күле – Ҡана йылғаһы ярында урынлашҡан. Хисам исемле ҡарт гел ошо күлдә өйрәк тотҡан, яры буйында урынлашҡан ағастарҙан муйылын, ҡомалағын йыйған, балыҡ тотҡан.
  • Мәрхәм күле – Мәрхәм исемле кешенең ғаиләһе булмаған. Гел ошо күлдә балыҡ тотоп, шуны ашап көн күргән. Халыҡ шуның өсөн ул күлгә Мәрхәм исеме биргән. Хәҙер ҙә балыҡсы кешене «Мәрхәм» тиҙәр.

Ялан-бесәнлектәр:

  • Ҡана яланы – Әтек менән Мәндәғол ауылы араһында тау башында урынлашҡан.
  • Ҡана туғайы – Әлеге Әтек ауылы ултырған урын һәм йылға буйындағы туғайлыҡтар элек Ҡана йылғаһы үҙәне булған. Ваҡыт үтеү менән йылға үҙенең үҙәнен үҙгәртә барған һәм ул ерҙәр әкренләп кенә тупраҡ һәм үҫемлектәр менән ҡаплана килгән.
  • Йәнһыуалған яланы – ауылдың һул яғынан 6 км алыҫлыҡта тау башы яланы. Элек, ер эҙләп, кешеләр ҡайҙа уңайлы, шул ергә барып ултырғандар. Бында ла ҡайҙандыр 3 – 4 ғаилә килеп ултырып, йәшәй башлаған. Ваҡыт үтеү менән ниндәйҙер сәбәп арҡаһында бер көндө бөтә булған йән эйәһе үле булып сыҡҡан. Шуның өсөн шул исемде биргәндәр, имеш.
  • Тарыбай яланы – хәҙерге Әтек – Үркәс юлы эсендә урынлашҡан, ауылдан 8 км алыҫлыҡта
  • Ҡара һыйыр яланы – яланы Әтек менән Иҫке Тарыуал ауылы юлы эсендә урынлашҡан, ауылдан 7 км алыҫлыҡта. «Бабсаҡ менән Күҫәк бей» эпосында Ҡарағөлөмбәттең үҙ атаһы түгел икәнлеген, атаһы Бабсаҡ батырҙың ҡара эсле Ҡарағөлөмбәт уғынан йәне ҡыйылғанлығын белгән Күҫәк, ата ҡонон ҡайтармаҡ булып, юҡҡа сыға. Ҡыпсаҡ илендә йөрөп, батырҙар йыйып, ир ҡорона тулғас, хәйерсе булып кейенеп, Ҡарағөлөмбәт йәйләүенә килә. Уның ҡаты ойотҡанды өскә бүлеп, ике өлөшөн ашап сығыуынан да Ҡарағөлөмбәт һеркелдәп ҡуя. Йәмилә, әсәһе, бер ни ҙә һиҙмәй. Күҫәк ғәскәре үгәй атаһын тар-мар итә. Бөрйәндәрҙән бер йәнде лә һау ҡалдырмаҫҡа ҡарар иткән Күҫәк, мин Ҡарағөлөмбәт нәҫеленән түгел, тип инәлгәс кенә 13 йәшлек бер ҡыҙҙы иҫән ҡалдыра. Ошонан (бер йәндән) район исеме Бөрйән килеп сыға ла инде. Күҫәк еңелгән Ҡарағөлөмбәтте шыр яланғас ҡалдырып, танауынан тишеп бау үткәреп, ҡара һыйырға арты менән атландырып (Ҡара һыйыр яланының исеме лә - ошонан), Ҡыпсаҡ ырыуына юл тотҡан, уны Ҡыпсаҡ ауылдарында мәсхәрәләп йөрөткән. Атайсал яланын үткәндә Күҫәккә Ҡарағөлөмбәт инәлә икән: «Ыҙалатма, атай, сал да ҡуй,» - тип. Ошонан яланға Атайсал исеме йәбешеп ҡалған. Ә үгәй атаһынан үҙенә атай тип көсләп әйттергән Күҫәк. Был да үҙенә күрә мәсхәрәләү, кәмләүҙең бер юлы булған...
  • Өкөй, йәки Таш өй яланы – ялан тип тә йөрөтәләр, сөнки Ҡана йылғаһы буйында урынлашҡан был тауҙың йылға ситендә генә өң һымаҡ ҙур таш соҡоро бар, шуға уны өй тип атағандар. Бының турала шундай легенда йөрөй. Алдар батыр йәшәгән ауылдың бер һунарсыһы ошо өң эргәһендә таш башында ултырған аталы – инәле ике йән эйәһенең атаһын атып үлтергән, ә тере ҡалғаны сәстәрен биленә тиклем төшөрөп, тубыҡланып ултырып, илай – илай ҡарғай икән. Шунан күп тә үтмәй, Алдар ауылы кешеләре тулыһынса үлеп бөтәләр, имеш.
  • Борсаҡ һуҡҡан яланы – Әтек – Иҫке Собханғол юлы эсендә, ауылдан 6 км алыҫлыҡта. Бер кеше үҙ өлөшөнә тейгән ошо урында ашлыҡ сәскән. Йыл һайын боҙ яуып, уның ашлығын юҡҡа сығарған. Шунан боҙҙо борсаҡ тип, «Борсаҡ һуҡҡан», тип атап йөрөтә башлағандар.
  • Түбәйорт яланы – Әтек ауылынан 14 км алыҫлыҡта яҫы ғына тау түбәһе яланы. Ауыл халҡы элек йәйләүгә бер ни тиклем ваҡыт ошо яланға күсеп, йәйләү өсөн йорттар төҙөп, шунда йәшәгәндәр. Исеме шуға ярашлы.
  • Ҡурпы туғай – Ҡана йылғаһы тамағының ҡаршы яғында урынлашҡан. Ағиҙел ярының уң яғында. Йәй көнө үләнен бесән итеп йыйып алып бөткәс, көҙ көнөнә оҙон һәм ҡуйы булып ҡурпы үләне үҫә икән.
  • Ҡарасәс – Әтек – Иҫке Собханғол юлы эсендә, ауылдан 8 км алыҫлыҡта ята. Ҡарасәс исемле ҡыҙ була. Атаһы һуғышҡа китә. Ҡыҙ әсәһе менән генә ҡала. Ул шундай матур, сибәр була. Күп тә үтмәй, әсәһе биҙ менән ауырып үлеп китә. Ҡыҙ яңғыҙы ҡала. Атаһы кешеләрҙе бик яратҡан була. Ләкин һуғыштан атаһының үлеүе тураһында ҡара ҡағыҙ килә. Ҡыҙ ҙа кеше йәнле була, уларға ярҙам итә, ләкин уның йәшәгеһе килмәй. Урманға барып, исем – фамилияһын яҙа ла аҫылынып үлә .Ул урынға «Ҡарасәс аҫылынған” ер тип исем бирәләр. Ә һуңынан ҡыҫҡартып, «Ҡарасәс» тип кенә йөрөтәләр
  • Мерәҫ киткән яланы – боронғо легендаларҙан һаҡланып ҡалыуынса Күскәрбәк-Иҫәнғазы ауылында Атанғол тигән бай йәшәгән. Ике ҡатыны булһа ла балалары булмаған. Шул сәбәпле Әтек ауылынан Мерәҫ исемле малайҙы аҫырауға (уллыҡҡа) алған. Бер ваҡыт бай Орск өйәҙе яғына юлға сыҡҡан ваҡытта серге (ыңғырсаҡҡа түшәр өсөн алтын – көмөш менән биҙәлеп эшләнгән түшәк) табып алған һәм был сергене үҙенә алған. Ваҡыт үтеү менән сергенең Атанғол байҙа булыуы тураһында халыҡ араһында һүҙ таралған, һәм һүҙ губерна чиновниктарына ла барып еткән. Оҙаҡламай серге эше буйынса тикшереү эштәре башланған. Әлбиттә, Атанғол бай сергенең фажиғәгә килтереүен белмәгән. Сергене табып алыуы тураһында тынған. Һуңынан губерна тикшеренеүселәре тарафынан тентеү үткәргәндә, серге Атанғол байҙа табылған. Шаһиттарҙың күрһәтеүе буйынса, был сергенең хужаһы (Орск чиновнигы) үлтерелеп, таланған булған, ә серге үлтереүселәр тарафынан ташлап ҡалдырылған. Губерна тикшеренеүселәре был сергенең фажиғәһендә Атанғол байҙың ҡатнашыуын белдергәндәр һәм эш буйынса яуаплыҡҡа тарттырылыуын әйткәндәр. Атанғол бай эштең асылына төшөнгәс, эштең нимә менән бөтәсәген аңлап, яҡлаусылар яллай башлаған. Һәм был попечителдәр – (суд коллегияһы, предварительный суд) яҡлаусылар эштең ауырлығын, ҙурлығын баһалап, Атанғол байҙан һалым түләү талап иткәндәр. Тикшереү эштәре оҙаҡҡа һуҙылыу сәбәпле һәм ҙур суммала сығымдар талап иткәнлектән, Атанғол бай һуңынан бөтөнләй бөлгән: өйөр – өйөр йылҡылары һәм башҡа малдары был сығымдарға етмәгән. Ошондай эштәрҙе күреп үҫкән Мерәҫте аҫырауҙан Атанғол бай баш тартҡан. Мерәҫ Әтеккә йәйләү яланына («Мерәҫ киткән» тип йөрөтөлгән яланға) ҡайтып киткән. Үҙенең етемлеген Мерәҫ, артабан йәшәүенең ауырлығын һиҙенепме, ҡырға сығып киткән. Ауыл халҡы малайҙы онотҡандарынса эҙләгәндәр. Ләкин малай табылмаған, ғәйеп булған. Күп йылдар үткәс, Мерәҫ ҡаҙаҡ ҡыҙына өйләнеп, ҡатыны менән Әтеккә ҡайтып төшкән. Мерәҫ менән ҡатынынан таралған аралыҡты шул ваҡыттан алып «инә ҡаҙаҡтар» араһы тип йөрөтә башлағандар

Таусыҡтар, түбәләр:

  • Тирмән тауы – Был тауға һыйынып ҡына ҙур булмаған йылға аға. Ул Ҡана йылғаһына һул яҡтан килеп ҡушыла. 1930 йылдарҙа ошо йылғаның Ҡанаға ҡушылған урынын быуып, һыу тирмәне төҙөйҙәр. Был тирмән ошо тирәләге иң ҙур тирмәндәрҙең береһе була. Тирмәнсе булып, үҙенең оҫталығы менән тирә– яҡта дан ҡаҙанған Миңлеғолов Ғиниәт тигән кеше эшләй. Тирмән һуғыш башланыр алдынан туҡтай, сөнки тирмәнсе Монасип ауылы тирмәнен төҙәтеү эшендә, аңғармаҫтан, тирмән ташына йығылып ауыр яранан үлеп китә.
  • Кәзә тауы – Тау ауылдың түбәнге осонда урынлашҡан. Ауыл кәзәләрен шул тау итәгендә көтә торған булғандар

Башҡа урын-ер атамалары: Оло Салажы, Бәләкәй Салажы, Маҙалы, Ҙур Этүлгән, Бәләкәй Этүлгән

Ауылдың билдәле кешеләре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Алдар[13] (Алдар Иҫәкәев, Алдар Иҫәнгилдин; билдәһеҙ[14] — 18 май 1740) — башҡорт тарханы, 1695—1696 йылдарҙа Ҡырым һәм Азов походтарында ҡатнашып батша Пётр I ҡулынан дәүләт наградаһы һәм грамота алған яугир, Ҡаҙағстанды Рәсәйгә ҡушыуҙа илгә ҙур хеҙмәт күрһәтеүсе күп телдәр белеүсе дипломат, илсе.

Әтек менән бәйле кешеләр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Латыпов Сөләймән Йәнғәли улы (5 март 1954 йыл) — журналист, яҙыусы. 2013 йылдан — «Тамаша» журналының баш мөхәррире. 2002 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Ҡарағыҙ: Бөрйән ырыуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Будулай, Золотой, Бизнес, Быстрый, Д.Артаньян, Куркүл, Ҡоймаҡбаш, Грузин, Турғай.

Ауыл ваҡытлы матбуғатта

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Шоңҡар журналы. 20 июнь 2019 йыл, Ике һыңар пар килһә, йәки Бөрйән молдованы тарихы[15]

Әтек ауылы тураһында сайттарҙа мәғлүмәттәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  3. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 44. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  4. А.З. Асфандияров. Кантонное управление в Башкирии (1798-1865 гг.)
  5. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий Асфандияров А. З 2020 йыл 3 март архивланған.
  6. А. 3. Асфандияров. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий.
  7. ГЕНДЕРНЫЙ СОСТАВ НАСЕЛЕНИЯ ДЕРЕВНИ АТИКОВО РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН
  8. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка)  (рус.)
  9. 1816 йылғы ревизия материалдары 2022 йыл 31 март архивланған.
  10. 1834 йылғы ревизия материалдары(недоступная ссылка)
  11. 1850 йылғы ревизия материалдары(недоступная ссылка)
  12. Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 20 по Республике Башкортостан
  13. Әтек 2022 йыл 26 декабрь архивланған.
  14. XVII быуаттың 70-се йылдары тип фаразлана
  15. Ике һыңар пар килһә, йәки Бөрйән молдованы тарихы