Эстәлеккә күсергә

Гәйнәямаҡ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Гәйнәямаҡ (Әлшәй районы) битенән йүнәлтелде)
Гәйнәямаҡ
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәге Ғәйнәямаҡ ауыл Советы (Әлшәй районы)[1]
Административ-территориаль берәмек Ғәйнәямаҡ ауыл Советы (Әлшәй районы) һәм Бәләбәй өйәҙе
Халыҡ һаны 220 кеше (1795),
528 кеше (1816),
745 кеше (1834),
978 кеше (1859),
1276 кеше (1870),
2212 кеше (1920),
1023 кеше (2002)[2],
987 кеше (2009)[2],
897 кеше (2010)[3]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 135 метр
Почта индексы 452132
Карта

Гәйнәямаҡ (рус. Гайниямак) — Башҡортостан Республикаһының Әлшәй районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 897 кеше булған[4]. Почта индексы — 452132, ОКАТО коды — 80202816001.


Милли составы

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәттәре буйынса башҡорттар (59 %), татарҙар тәшкил итә(40 %)[5].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1906 йыл 1806
1920 йыл 26 август 2212
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 1624
1959 йыл 15 ғинуар 1581
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 1102
2002 йыл 9 октябрь 1023
2010 йыл 14 октябрь 897 436 461 48,6 51,4

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
  • Район үҙәгенә тиклем (Раевка): 55 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Аксенов): 20 км
  • Аҡбай урамы (рус. улица Акбая)
  • Горький урамы (рус. улица Горького)
  • Дим урамы (рус. улица Демская)
  • Йылға аръяғы урамы (рус. улица Заречная)
  • Йәштәр урамы (рус. улица Молодежная)
  • Тау аҫты урамы (рус. улица Подгорная)
  • Ялан урамы (рус. улица Полевая)
  • Мәктәп яны урамы (рус. улица Пришкольная)
  • Баҡса урамы (рус. улица Садовая)
  • Сирень урамы (рус. улица Сиреневая
  • Сәскәле урамы (рус. улица Цветочная)
  • Үҙәк урам (рус. улица Центральная)
  • Шоссе урамы (рус. улица Шоссейная)
  • Ямаҡов урамы (рус. улица Ямакова)[6]

Ғәйниәмаҡ ауылының исеме этноним — Ғәйнә улусы исеме һәм антропоним — тәүге төпләнеүсе Ямаҡ исеменән барлыҡҡа килә. 1743 йылда уҡ бер нисә ғаилә-ихатанан ғәйнәләр «быйыл яҙ төпләнеп, һөрөнтө ерҙәрҙе һөрә». Был ауылды төҙөүҙең теүәл датаһы, йәғни 1743 йылдың майы, башҡа башҡорт ғаиләләре бында үрҙә әйтелгән килешеү төҙөлгәндән һуң күсеп килә.

Ғәйнәямаҡ ауылына дәүләт крәҫтиәндәре ҡатламдарынан булған татарҙар ҙа ҡушыла.

1773 йылда бында типтәрҙәр ҙә индерелә.

Башҡорттар 1798—1865 йылдарҙа хәрби казак ҡатламына инә һәм 12-се (1847 йылдан алып 13-сө) башҡорт кантонына инә. Империяның көньяҡ-көнсығышында (Урта Азия) Рәсәй дәүләте үҙенең тышҡы сәйәси бурыстарын үтәгәс, башҡорттарҙы яйлап хәрби ҡатламдан граждандар ҡатламына күсерә башлай һәм уларҙы ябай дәүләт крәҫтиәндәренә әйләндерәләр.

1795 йылда Ғәйнәямаҡ ауылында 43 йортта 220 башҡорт теркәлгән. 1816 йылда 486 башҡорт, 30 яһаҡлы татар, 12 типтәр, 1834 йылда — 658 башҡорт, 80 яһаҡлы татар, 7 типтәр, 1859 йылда — 978 керҙәш, 1870 йылда — 1180 башҡорт, 96 татар, 1920 йылда — 2212 башҡорт була. Күренеүенсә, 1816 йылда типтәрҙәр менән татарҙар халыҡтың 8 процентын, 1834 йылда — 11,7, 1870 йылда 7,5 % тәшкил иткән. Ошонан сығып билдәләп үтергә кәрәк, 1920 йылда ла бында татар халҡының һаны 10-12 проценттан да кәм булмаған [7].

  • Ғәйнәямаҡ ауылында «Айыҡ ауыл» байрамы үтте. 29 март 2022 йылYouTube сайтында Видео
  • Ғәйнәямаҡта хакимиәт көнө. 3 июль 2018 йылYouTube сайтында Видео


Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]