БМО-ның Халыҡ-ара суды
Был мәҡәлә башҡорт Википедияһының һайланған мәҡәләләре исемлегенә керә. |
БМО-ның Халыҡ-ара суды International Court of Justice Cour internationale de justice | |
Халыҡ-ара суд эмблемаһы | |
Төр |
халыҡ-ара суд органдары |
---|---|
Суд инстанцияһы |
Юғары инстанция суды |
Юрисдикция |
БМО ағзалары |
Ойошторолған | |
Эш башҡарыу | |
Составы |
судьяларҙы БМО Генераль Ассамблеяһы һәм Именлек Советы һайлай |
Хоҡуҡтары |
БМО уставы, БМО-ның Халыҡ-ара суды статуты |
Хеҙмәт итеү ваҡыты |
9 йыл |
Ағзалар |
15 |
Етәкселәр | |
Рәйес |
Джоан Донахью (инг.)баш. |
Вазифаға ингән | |
Ултырыштар залы | |
Гаагала БМО-ның Халыҡ-ара суды резеденцияһы «Донъя һарайы»
| |
Урынлашҡан | |
Координаталар | |
| |
Сайт | |
БМО-ның Халыҡ-ара суды (рәсми, БМО Уставына ярашлы — Халыҡ-ара суд[1], ингл. International Court of Justice, франц. Cour internationale de justice) — Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының алты төп органының береһе. Уның Уставына ярашлы, БМО-ның төп маҡсаттарының береһе — «тыныс ысулдар менән, ғәҙеллек һәм халыҡ-ара хоҡуҡ принциптарына ярашлы, тыныслыҡты боҙоуға килтереүе ихтимал булған халыҡ-ара бәхәстәрҙе һәм хәл-торошто көйләү»гә өлгәшеү өсөн булдырылған.
Халыҡ-ара суд ғәҙел хөкөм һәм консультация биреү функцияларын үтәй. Үҙенең регламентына эйә һәм БМО Уставының бер өлөшө булып торған Статутҡа[2] ярашлы эшләй.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡ-ара суд, 1920 йылда Милләттәр Лигаһы ҡарамағында ойошторолған Халыҡ-ара суд эшмәкәрлегенең даими палатаһын (ППМП) алмаштырып, 1946 йылда эш башлай. ППМП үҙенең 1945 йылдың октябрендә үткән һуңғы сессияһында архивын һәм милкен Гаагала Тыныслыҡ йортонда урынлашасаҡ Халыҡ-ара судҡа тапшырыу тураһында ҡарар ҡабул итә.
1946 йылдың 31 ғинуарында ППМП судьялары отставкаға китә, ә 1946 йылдың 17 апрелендә ул рәсми рәүештә таратыла. Беренсе тапҡыр Суд 1946 йылдың 3 апрелендә йыйыла һәм 6 апрелдә Рәйес, Вице-рәйес һәм Сәркәтип һайлай. Судтың беренсе Рәйесе итеп быға тиклем ППМП Рәйесе булған Хосе Густаво Герреро (Сальвадор) һайлана. 1946 йылдың 18 апрелендә Халыҡ-ара суд тәүге асыҡ ултырышын үткәрә. Беренсе эш 1947 йылдың майында ҡарала. Ул Корфу ҡултығындағы инцедентҡа ҡағыла (Берләшкән Короллек Албанияға ҡаршы)[3].
Дөйөм
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡ-ара судта 15 бойондороҡһоҙ судья эшләй. Улар гражданлығына ҡарамаҫтан, юғары әхлаҡи сифаттарға эйә булған, үҙ илдәрендә юғары суд вазифаларына һайланыу өсөн ҡуйылған талаптарға яуап биргән йәки халыҡ-ара хоҡуҡ өлкәһендә абруй яулаған юристар. Халыҡ-ара суд дәүләттәр араһында килеп тыуған аңлашмаусылыҡтарҙы һәм бәхәстәрҙе тыныс юл менән хәл итеү һәм донъяла тәртип булдырыу, хоҡуҡиәтте тәьмин итеүҙә төп урында тора. Рәсми телдәре — инглиз һәм француз телдәре. Суд БМО-ның алты төп органы араһында Нью-Йорктан ситтә урынлашҡан берҙән-бер структураһы.
Суд Статуты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]БМО Уставының 93-сө статьяһына ярашлы, БМО-ның барлыҡ ағза-илдәре суд Статуты ҡатнашыусылары булып тора[Комм 1]. БМО Уставының айырылғыһыҙ өлөшө булып һаналған суд Статуты Судтың ойошоуына һәм эшмәкәрлегенә ҡағылған барлыҡ мәсьәләләрҙе лә көйләй. Уның 1-се статьяһы: «Берләшкән милләттәрҙең төп суд органы сифатында БМО Уставы менән ойошторолған Халыҡ-ара суд ошо Статуттың түбәндәге ҡарарҙарына ярашлы ойошторола һәм эшләй», — тип иғлан итә. Әйтелгәндәр 5 главала һәм уға ингән 69 статьяла аныҡлаштырыла:
- I глава: судты ойоштороу (2-33-сө статьялар)
- II глава: суд компетенцияһы (34-38-се статьялар)
- III глава: суд эшмәкәрлеге (39-64-се статьялар)
- IV глава: консультатив һығымталар (65-68-се статьялар)
- V глава: төҙәтеүҙәр (69-70-се статьялар).
Суд ҡулланған хоҡуҡ сығанаҡтары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Эште ҡарағанда һәм ҡарар сығарғанда Суд Статуттың 38-се статьяһында билдәләнгән сығанаҡтарҙы:
- халыҡ-ара конвенциялар һәм договорҙарҙы,
- халыҡ-ара йолаларҙы,
- цивилизациялы милләттәр таныған дөйөм хоҡуҡ нигеҙҙәрен,
- халыҡ-ара хоҡуҡ буйынса квалификациялы белгестәрҙең суд ҡарарҙары һәм доктриналарын ҡуллана.
Бынан тыш, яҡтар килешкән осраҡта, Суд эште ex aequo et bono принцибы нигеҙендә, йәғни ғәҙеллек буйынса, ғәмәлдәге халыҡ-ара хоҡуҡ нормалары менән сикләмәйенсә, хәл итә ала.
Суд эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Судтың рәсми телдәре инглиз һәм француз телдәре булһа ла, ҡайһылыр яҡтың теләге буйынса уға икенсе тел менән ҡулланыу мөмкинлеге бирелә. Яҡтар суд эшмәкәрлегендә үҙҙәренең вәкилдәре аша сығыш яһай һәм адвокаттар йәки ышаныслы кешеләр ярҙамын файҙалана ала.
Суд эшмәкәрлеге яҙма рәүештә һәм телдән алып барыла. Яҙма өлөшөнә судҡа хәбәрҙәр, меморандумдар һәм контрмеморандумдар, уларға яуаптар, шулай уҡ уларҙы раҫлаусы документтар инә. Телдән алып барылған суд эшмәкәрлегендә шаһиттар, эксперттар, вәкилдәр, ышаныслылар, адвокаттар тыңланыла.
Судта эштәрҙе тыңлау, суд үҙе шундай ҡарар ҡабул иткәндә йәки яҡтар халыҡтың ҡатнашыуын теләмәән осраҡтарҙан тыш, асыҡ үткәрелә. Суд ябыҡ кәңәшмә үткәрә һәм ундағы һөйләшеү сер итеп һаҡлана. Ҡарарҙар ҡатнашыусы судьяларҙың күпселек тауышы менән ҡабул ителә. Тауыштар тигеҙ булғанда, Суд Рәйесенең тауышы мәсьәләне хәл итә.
Cуд юрисдикцияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡ-ара суд дөйөм юрисдикцияға эйә булған берҙән-бер халыҡ-ара инстанция. Суд юрисдикцияһы ике төрлө характерға эйә.
Бәхәсле мәсьәләләр буйынса юрисдикция
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]БМО-ның Халыҡ-ара суды эштәрҙе бары тик тейешле дәүләттәр быға үҙҙәре ризалыҡ биргәндә генә (яҡтарҙың килешеүе принцибы) тикшерә ала. Дәүләт быға түбәндәге ысулдар менән ризалыҡ бирергә мөмкин[5][6]:
- Махсус килешеу. Яҡтар тарафынан судҡа бәхәсте берлектә сығарырға килешкән осраҡта ғына төҙөлә.
- Договорҙағы статья. Ҡайһы бер договорҙарҙа ағза-дәүләт икенсе ағза-дәүләт менән договорҙағы аңлатма йәки уны артабан файҙаланыуға ҡағылышлы бәхәс килеп тыуған осраҡта алдан уҡ Судтың юрисдикцияһын таныуға йөкләмә ала.
- Бер яҡлы мөрәжәғәт. Суд Статуты ағза-дәүләтенең Суд юрисдикцияһының шундай уҡ йөкләмә алған икенсе дәүләттәргә ҡарата мотлаҡ булыуын таныуы тураһындағы ғаризаһы.
Эште Судҡа тапшырыу тураһында шарт ФАО, ВОЗ, ЮНЕСКО кеүек махсуслаштырылған ойошмаларҙың Уставына, халыҡ-ара характерҙағы енәйәттәр, халыҡ-ара экологик хоҡуҡ өлкәһендәге конвенцияларҙа һәм башҡа халыҡ-ара договорҙарға[7] индерелгән. Дөйөм алғанда яҡынса 300 договор ҡулланыу һәм аңлатыуға бәйле тыуған бәхәстәрҙе көйләү буйынса Суд юрисдикцияһын күҙаллай.
2013 йылға ҡарата БМО-ның 70 ағза-дәүләтенең[8] Суд юрисдикцияһын мотлаҡ таныуы тураһындағы бер яҡлы мөрәжәғәт ғәмәлдә була. Уларҙың күпселеге (70-тең 52-һе) үҙ эшмәкәрлектәрендә теге йәки был бәхәсте индермәүгә һылтанма яһай. Айырым осраҡтарҙа бындай категорияға айырым дәүләттәр; билдәле ваҡыт осоронда тыуған; айырым характерҙағы һ.б. бәхәстәр инә. Именлек Советының биш даими ағзаһының бары тик береһенең (Бөйөк Британия) генә мөрәжәғәте 2014 йылға тиклем ғәмәлдә була. Франция менән АҠШ үҙ мөрәжәғәттәрен кире алһа, Ҡытай менән Рәсәй бер ваҡытта ла бындай мөрәжәғәттәр яһамай. Бөйөк Британияның мөрәжәғәтендә Суд юрисдикцияһы танылмаған бәхәстәр категорияһы тураһында ла белдерелә. Шул уҡ ваҡытта Суд юрисдикцияһын таныған дәүләт уны судҡа икенсе дәүләт саҡырғандан һуң, бындай юрисдикцияның ҡулланылырға тейеш түгел тип иҫәпләүе мөмкин. Уның фекеренсә:
- Икенсе дәүләт менән бәхәс юҡ
- Йәки бәхәс хоҡуҡи характерҙа түгел
- Йәки уның Суд юрисдикцияһын таныуы ҡаралған бәхәскә ҡёарата ҡулланырлыҡ түгел.
Был осраҡта Суд мәсьәләне яҡынса хәл итә[Комм 2][5][6]. Суд ҡарарҙары бәхәстә ҡатнашыусы дәүләттәр һәм бары тик ошо мәсьәлә буйынса мотлаҡ үтәлергә тейеш. Был бурыс БМО Уставына ярашлы йөкмәтелә. Суд ҡарары һуңғы була һәм ҡабат ҡаралмай, әммә ул яңы хәл-торош нигеҙендә ҡабат ҡаралыуы ихтимал[5][7].
Консультатив һығымталар сығарыу буйынса юрисдикция
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]БМО Уставының 96-сы статьяһының 1-се пунктына ярашлы, Генераль Ассамблея йәки Именлек Советы Халыҡ-ара судтан «теләһә ниндәй юридик мәсьәлә буйынса» консультатив һығымта һорарға мөмкин.
Бынан тыш, ошо уҡ статьяның 2-се пунктына ярашлы, Генераль Ассамблея БМО-ның башҡа органдарына ла, махсуслаштырылған ойошмаларға ла консультатив һығымталар алыуға рөхсәт бирә. Әммә уларҙың һорауы үҙҙәренең эшмәкәрлек сиктәрендә тыуған юридик мәсьәләләр менән генә сикләнергә тейеш. Әлеге ваҡытта бындай хоҡуҡ БМО-ның өс органына (Иҡтисади һәм Социаль Совет, Опека буйынса совет һәм Генераль Ассмаблеяның Сессия-ара комитеты) һәм 16 учреждениеға (ЮНЕСКО, Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы, Бөтә донъя Һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы, Бөтә донъя банкы, Бөтә донъя Граждандар авиацияһы ойошмаһына һ.б.) [8] бирелгән.
Функциялары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Суд Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының иң мөһим органы тип әйтергә батырсылыҡ итмәҫ инем; шулай ҙа, нисек кенә булмаһын, унан мөһимерәк орган юҡ. Күрәһең, Генераль Ассамблея күп һанлы булып торалыр; күрәһең, Именлек Советы тамашалыраҡтыр. … Күрәһең, Һеҙҙең эшегеҙ бигүк күҙ алдында ла булмаҫ, ләкин мин уның айырым әһәмиәтле булыуына инанғанмын.
— Поль-Анри Спаак, БМО Генераль Ассамблеяһының беренсе сессияһы рәйесе, Судтың беренсе ултырышы, 1946 йыл
Я не рискнул бы утверждать, что Суд является самым важным органом Организации Объединённых Наций; однако я думаю, что могу сказать, что в любом случае важнее его органа нет. Видимо, Генеральная Ассамблея является более многочисленной; видимо, Совет Безопасности является более зрелищным … Ваша работа, видимо, будет меньше находиться на виду, однако я убеждён, что она имеет весьма исключительное значение.
— Поль-Анри Спаак, Председатель первой сессии Генеральной Ассамблеи ООН, Первое заседание Суда, 1946 год
Судҡа икеләтә функция йөкмәтелгән: халыҡ-ара хоҡуҡҡа ярашлы юридик бәхәстәрҙе хәл итә һәм юридик мәсьәләләр буйынса консультатив һығымталар сығара.
Эштең судта ҡаралыу ваҡыты яҡынса 4 йыл.
Палаталары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ихтыяждан сығып, Статут Судҡа бер йәки бер-нисә палата (chambers) ойоштороуҙы күҙаллай. Уның составына өс йәки күберәк судья инә. Статут теләһә ҡайһы ваҡытта айырым эште ҡарау өсөн палата ойоштороға һәм уның судьялары күләмен билдәләргә хоҡуҡлы. Палаталар, яҡтарҙың ризалығы менән, ултырыштарын һәм функцияларын Гааганан ситтә, башҡа урында ла үткәрә ала. Мәсьәләләрҙе хәл итеүҙе тиҙләтеү маҡсатында Суд йыл һайын биш судьянан торған палата ойоштора һәм, яҡтарҙың үтенесе буйынса, эште ябайлаштырылған тәртиптә хәл итеүе мөмкин. Ултырышта ҡатнаша алмаған судьяларҙы алмаштырыу өсөн өҫтәмә рәүештә тағы ике судья бүленә.
Судьялар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Суд составын формалаштырыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2000 йылда эшләгән
судьяларҙың уртаса йәше
66 йәш булған.
Хөкөмдарҙар ағзалары һайлауҙар маҡсаты өсөн вето һалыу хоҡуғына эйә булмаған БМО-ның Генераль Ассамблеяһы һәм Именлек Советы тарафынан 9 йылға һайлана һәм ҡабаттан да һайлана ала. Был органдар бер үк ваҡытта, әммә бойонлороҡһоҙ тауыш бирә.
Һайланыу өсөн кандидат ике органдың да иң күп тауышын алырға тейеш. Суд составында күсәгилешлекте тәьмин итеү өсөн судьяларҙың вәкәләте бер үк ваҡытта таммаланмай, өс йылға бер тапҡыр уларҙың өстән бер өлөшө генә һайланып тора.
Судтың беренсе асыҡ ултырышында судьяның тантаналы белдереүе::
Судьялыҡ бурысымды һәм вәкәләтемде намыҫлы, фиҙакәр, ғәҙел башҡарасағым тураһында тантаналы белдерәм.
Суд составын формалаштырыуҙа төп принцип булып Судта цивилизацияның төп формалары һәм донъяның хоҡуҡи системаһы нигеҙҙәре вәкәләте принциптары тора. Мәҫәлән, Судта урындар донъяның төп төбәктәре буйынса бүленгән: Африканан — өс, Латин Америкаһынан — ике, Азиянан — өс, Көнбайыш Европанан һәм башҡа дәүләттәрҙән (был төркөмгә Канада, Ҡушма Штаттар, Австралия, Яңы Зеландия инә) — биш һәм Көнсығыш Европанан ике ағза. Шул уҡ ваҡытта 5 урын формаль булмаған рәүештә ЮМО-ның Именлек Советының даими ағза-дәүләттәренә бирелгән. Бындай рәсми булмаған бүленеш 2008 йылдың 6 ноябрендә, Генераль Ассмаблеяла тауыш биреү ваҡытында, вәкәләттәрен тамамлаусы судьялар араһында ошо төбәктән берәр судья булыуға ҡарамаҫтан, Азиянан ике кандидат иң күп тауыш йыйып, Африкаға бер тауыш та булмауы асыҡланғандан һуң барлыҡҡа килә[10][11].
Ad hoc cудьялары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Суд регламенты билдәләүенсә, эше ҡаралыусы яҡтың судьялар араһында үҙ дәүләте гражданины булмаһа, ул ошо аныҡ эш буйынса ad hoc судьяһын һайлай ала. Был уның хоҡуғы, әммә бурысы түгел. Бындай осраҡта судья ошо дәүләттең гражданы булмауы ла ихтимал. Аd hoc судьяһы, башҡалар кеүек үк, уҙ бурысын башҡарыр алдынан тантаналы ант бирә. Ул ҡарраҙар ҡабул итеүҙә башҡа судьялар менән тиңлек принцибы ингеҙендә ҡатнаша, шулай уҡ хеҙмәте өсөн хаҡ ала. Аd hoc судьяларын индереү зарурлығы Судтың төп принциптарының береһе — яҡтарҙың тиңлеген һаҡлауҙы тәьмин итә. Бик йыш ad hoc судьялары эш тамамланғандан һуң Суд ағзаһы итеп һайлана.
Судьяларҙың эшен тәьмин итеү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Суд ағзалары дипломатик өҫтөнлөктәргә, иммунитетҡа һәм башҡа льготаларға эйә. Нидерландтарҙа Суд Рәйесе аккредитация үткән барлыҡ илселәр араһында өҫтөнөрәк һанала.
Халыҡ-ара судтың йыллыҡ оклады 160 000 АҠШ доллары (200 йылға ҡарата) тәшкил итә. Суд Рәйесе махсус өҫтәмәгә эйә. Туғыҙ йыл хеҙмәт иткәндән һуң судьяларҙың пенсияһы окладтарының яртыһына тиң була. Ә инде 18 һәм унан да күберәк йылдар эшләүсе судьялар окладтарының 2/3 өлөшө күләмендәге пенсия алыу хоҡуғына эйә. Окладтар һәм уларға өҫтәмәләр тураһында ҡарарҙы БМО-ның Генераль Ассамблеяһы ҡабул итә.
Ғәмәлдәге судьялар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Суд составы[12]:
Исем | Дәүләт | Вазифа | Вәкәләтлеге башланған йылы | Вәкәләтлеге тамамланған йылы |
---|---|---|---|---|
Петер Томка | Словакия | Судья | 2003 | 2021 |
Патрик Липтон Робинсон | Ямайка | Судья | 2015 | 2024 |
Хисаси Овада | Япония | Судья | 2003 | 2021 |
Ронни Абраам | Франция | Рәйес | 2005 | 2018 |
Джеймс Ричард Кроуфорд | Австралия | Судья | 2015 | 2024 |
Мөхәммәт Беннуна | Марокко | Судья | 2006 | 2015 |
Кирилл Геворгян | Рәсәй Федерацияһы | Судья | 2015 | 2024 |
Кристофер Гринвуд | Бөйөк Британия | Судья | 2009 | 2018 |
Абдулкави Әхмәт Йософ | Сомали | Рәйес урынбаҫары | 2009 | 2018 |
Антониу Аугусту Кансаду Триндади | Бразилия | Судья | 2009 | 2018 |
Сюэ Ханьцинь | ҠХР | Судья | 2010 | 2021 |
Джоан Донохью | АҠШ | Судья | 2010 | 2015 |
Джорджо Гайя | Италия | Судья | 2012 | 2021 |
Джулия Себутинде | Уганда | Судья | 2012 | 2021 |
Далвир Бхандари | Һиндостан | Судья | 2012 | 2018 |
Суд эше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Суд ҡарамағындағы ҡайһы бер эштәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]БМО-ның Халыҡ-ара судында ҡаралыуҙа булған ҡайһы бер эштәр[13]:
- Габчиково-Надьмарош проекты (Венгрия Словакияға ҡаршы).
- Амаду Садио Диалло (Гвинея Конго Демократик Республикаһына ҡаршы).
- Конго территорияһында хәрби хәрәкәттәр (Конго ДР-һы төрлө илдәргә ҡаршы).
- Геноцид енәйәтен иҫкәртеү һәм уның өсөн яза биреү тураһында Конвенцияны ҡулланыу (Хорватия Сербияға ҡаршы).
- Территория һәм диңгеҙ буйынса бәхәс (Никарагуа Колумбияға ҡаршы).
- Франциялағы ҡайһы бер енәйәти эштәрҙе тикшереү (Конго Республикаһы Францияға ҡаршы).
- Уругвай йылғаһындағы Целлюлоза заводтары (Аргентина Уругвайға ҡаршы).
- Диңгеҙ буйынса бәхәс (Перу Чилиға ҡаршы).
- Һауанан гербицидтарҙы һиптереү (Эквадор против Колумбияға ҡаршы).
- Раса дискриминацияһының барлыҡ формаларын да бөтөрөү тураһында Халыҡ-ара конвенцияны ҡулланыу (Грузия Рәсәйгә ҡаршы).
- Косовоның бер яҡлы ғына бойондороҡһоҙлоғон иғлан итеүенең халыҡ-ара хоҡуҡҡа тура килеүе (консультатив һығымта һорау).
- 1995 йылдың 13 сентябрендә ҡабул ителгән Ваҡытлы Килешеүҙе ҡулланыу (Македония Республикаһы Грецияға ҡаршы).
- Дәүләттәрҙең юрисдикция иммунитетары (Германия Федератив Республикаһы Италияға ҡаршы).
- Суд эҙәрлекләүе бурысын биреү йәки тормошҡа ашырыуға ҡағылышлы мәсьәләләр (Бельгия Сенегалға ҡаршы).
- Граждан һәм коммерция мәсьәләләре буйынса ҡарарҙарҙы хәл итеүгә һәм юрисдикцияға ҡағылышлы мәсьәләләр (Бельгия Швейцарияға ҡаршы).
Территориаль бәхәстәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Үҙенең эшмәкәрлеге арҡаһында Суд территорияларҙы алыу һәм лимитлаштырмау тәртибен көйләүсе ҡайһы бер принциптарға өлөш индереп кенә ҡалмай, ә дәүләттәр араһындағы күп һанлы бәхәстәрҙе яйға һала.
Рәсәй һәм Халыҡ-ара суд
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡ-ара судтың СССР һәм Рәсәй судьялары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Судья | Вәкәләт мөҙҙәте |
---|---|
Крылов Сергей Борисович | 1946—1952 |
Голунский Сергей Александрович | 1952—1953 |
Кожевников Фёдор Иванович | 1953—1961 |
Корецкий Владимир Михайлович | 1961—1970 |
Морозов Платон Дмитриевич | 1970—1985 |
Тарасов Николай Константинович | 1985—1994 |
Верещетин Владлен Степанович | 1995—2006 |
Скотников Леонид Алексеевич | 2006—2015 |
Геворгян Кирилл Горациевич | 2015— әлегәсә |
Суд юрисдикцияһын таныу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Оҙайлы ваҡыт дауамында СССР һәм Россия Суд юрисдикцияһын танымай. СССР һәр ваҡыт үҙе ҡатнашлығындағы бәхәстәоҙе Халыҡ-ара судтың ғәҙел ҡарауына шик белдерә һәм күрә Судта тикшерелеүсе яҡ булыуға[14] рөхсәт бирмәй. Шул уҡ ваҡытта Судта СССР-ға ҡаршы бер ни тиклем, аныҡлап әйткәндә, дүрт процесс инициативаһы була. Улар барыһы ла 1950 йылдарҙа АҠШ тарафынан белдерелә һәм Америка хәрби самолеттарына бәйле инциденттарға ҡағыла. Уларҙың һәр ҡайһыһына ҡарата Суд был мәсьәләлә тейешле юрисдикцияға эйә түгеллеген һәм эште ҡарауҙан баш тартыуын белдерә [15].
1989 йылда СССР халыҡ-ара конвенцияларҙың ҡайһы берҙәренә ҡарата юрисдикцион хаталы ҡараштан арынып, беренсе тапҡыр ошо документтар нигеҙендә илгә ҡарата Судта талаптар күтәрелеүенә юл ҡуя[16]. 2005 йылда терроризмға ҡаршы договорға ҡарата ла бындай аҙым яһала[17].
Грузияның Рәсәйгә ҡаршы эше буйынса
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2008-2011 йылдарҙа тарихта беренсе тапҡыр РәсәйСудта яҡ булараҡ ҡатнаша. Уға ҡарата шикәйәтте Грузия нигеҙендә раса дискриминацияһының барлыҡ формаларын бөтөрөү тураһында халыҡ-ара конвенция (ЛД)[18] яҙа. Грузия, 1990 йылда Рәсәй туранан-тура һәм шулай уға ғ: контроленд№ булған Абхазия һәм Көньяҡ Осетия-Алания Республикаһы аша был республикаларҙағы грузин халҡын дискриминациялай, тип раҫлай.
2008 йылдың 8-10 сентябрендә шикәйәт буйынса Грузияның хоҡуҡтарын тәьмин итеүгә "ваҡытлы саралар" индереү тураһында тыңлауҙар үтә. Ваҡытлы саралар зарурлығын Грузия 2008 йылдың авгусындағы операция һөҙөмтәһендә Абхазиянан һәм Көньяҡ Осетия-Аланиянан күсеп киткән грузиндарға кире ҡайтмаҫлыҡ шарттар тыуҙырыуҙа дискриминация сағылышы һаҡланыуы менән нигеҙләй.
2008 йылдың 15 октябрендә Суд Конвенция буйынса ике яҡтың да бурыстарын раҫлаған ваҡытлы саралар тураһында ҡарар сығара. Быға һигеҙ тауышҡа (Грузия тарафынан ad hoc судьяһы дәрәжәһенә тәҡдим ителгән итальян судьяһын да ҡушып) ете тауыш (Рәсәй судьяһын да ҡушып) ҡаршы бирелә. Аҙсылыҡ, судҡа тиклем мотлаҡ булған КЛРД ҡағиҙәләренең үтәлмәүенә һылтанып, суд эште ҡарарға тейеш түгел ине, тип иҫәпләй.
2010 йылдың 13-17 сентябрендә Судтың был эште ҡарау буйынса юрисдикцияһы тураһында тыңлауҙар үткәрелә. 2011 йылдың 1 апрелендә 2 суд ҡарарын баҫтырып сығара[19], унда Суд Грузияның 2008 йылдың 12 авгусында биргән мөрәжәғәтен ҡарау юрисдикцияһына эйә булмауы тураһында белдерә, сөнки Халыҡ-ара конвенцияның раса дискриминацияһының барлыҡ формаларын бөтөрөү тураһындағы 22-се статьяһында ҡаралған мотлаҡ судҡа тиклемге процедура тормошҡа ашырылмай.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Комментарийҙар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ ipso facto (лат. ipso facto — буквально «самим фактом») — в силу самого факта, в силу одного этого или само по себе[4].
- ↑ Практика суда показывает, что в большинстве случаев, когда одно государство возбуждает дело в одностороннем порядке, другое государство юрисдикцию Суда оспаривает. При решении таких вопросов Суд объявлял себя компетентным приблизительно в 65 процентах дел[9].
Ҡулланылған сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Основные сведения о главных органах ООН . Дата обращения: 31 октябрь 2010. Архивировано 4 июнь 2012 года.
- ↑ Статут Международного Суда ООН
- ↑ Corfu Channel (United Kingdom of Great Britain and Northern Ireland v. Albania) . International Court of Justice. Дата обращения: 20 октябрь 2015. 2015 йыл 24 сентябрь архивланған.
- ↑ Бабичев Н. Т., Боровской Я. М. Ipso facto // Латинско-русский и русско-латинский словарь крылатых слов и выражений. — М.: Русский Язык, 1982.
- ↑ 5,0 5,1 5,2 Глебов И. Н. Международное право. — М.: Дрофа, 2006. — 368 с. — ISBN 5-7107-9517-8.
- ↑ 6,0 6,1 Судопроизводство по спорным делам . Международный Суд. ООН. Дата обращения: 1 август 2014.
- ↑ 7,0 7,1 Толстых В. Л. Курс международного права. — М.: Волтерс Клувер, 2009. — 1056 с. — ISBN 978-5-466-00401-4.
- ↑ 8,0 8,1 Доклад Международного Суда (1 августа 2012 года — 31 июля 2013 года) . Генеральная Ассамблея. Официальные отчёты. ООН. Дата обращения: 22 август 2014. 2014 йыл 26 август архивланған.
- ↑ Международный Суд. Главный судебный орган Организации Объединённых Наций: вопросы и ответы. — Нью-Йорк: ООН, 2001. — С. 58—59. — 80 с.
- ↑ http://daccessdds.un.org/doc/UNDOC/PRO/N08/590/64/PDF/N0859064.pdf?OpenElement(недоступная ссылка)
- ↑ ODS HOME PAGE 2014 йыл 21 август архивланған.
- ↑ Действующие судьи 2008 йыл 13 декабрь архивланған. (инг.) на сайте Международного суда ООН
- ↑ List of Contentious Cases by date of introduction (ингл.). Официальный сайт Международного суда. Дата обращения: 2 ноябрь 2009. Архивировано 4 июнь 2012 года. 2009 йыл 11 ғинуар архивланған.
- ↑ Лукашук И. И. Международное право. Особенная часть. — М.: Волтерс Клувер, 2005. — 544 с. — ISBN 5-466-00104-X.
- ↑ The International Court of Justice. Handbook (ингл.). International Court of Justice (2014). Дата обращения: 26 сентябрь 2014. 2015 йыл 9 сентябрь архивланған.
- ↑ Указ Президиума ВС СССР от 10.02.1989 № 10125-XI . BestPravo.com. — О снятии сделанных ранее оговорок СССР о непризнании обязательной юрисдикции Международного суда ООН по спорам о толковании и применении ряда международных договоров. Дата обращения: 1 август 2014.(недоступная ссылка)
- ↑ Федеральный закон Российской Федерации от 3 марта 2007 г. № 28-ФЗ . «Российская газета» (7 март 2007). — О снятии оговорок к некоторым международным договорам. Дата обращения: 8 сентябрь 2008.
- ↑ Case concerning Application of the International Convention on the Elimination of All Forms of Racial Discrimination (Georgia v. Russian Federation) . Международный суд ООН. Дата обращения: 8 сентябрь 2008. Архивировано 4 июнь 2012 года. 2012 йыл 11 ноябрь архивланған.
- ↑ Решение Международного суда 2015 йыл 2 февраль архивланған. (инг.)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Халыҡ-ара суд БМО сайтында (рус.)
- Краткое изложение решений, консультативных заключений и постановлений Международного Суда (1948-1991 2015 йыл 7 сентябрь архивланған.; 1992—1996; 1997-2002 2012 йыл 10 ноябрь архивланған.)
- Рәсми сайты (инг.) (фр.)
- Рәсми сайты 2014 йыл 21 сентябрь архивланған. (рус.)