Мөхәмәтдин (исем)

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент юҡ

Мөхәмәтдин (исем) — башҡорт ир-ат исеме, башҡа төрки халыҡтарҙа ла ҡулланлыла


Этимология[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мөхәмәтдин ғәрәп теленән — мөхәмәт дине

Билдәле кешеләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙеһәмов Мөхәмәтдин Камалетдин улы (5 июль 1892 йыл — 8 декабрь 1937 йыл) — Башҡорт милли хәрәкәте, дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре. Сәйәси золом ҡорбаны.

Фамилия[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мөхәмәтдинова Сәғиҙә Хашим ҡыҙы (25 сентябрь 1931 йыл — 19 март 2018 йыл) — хеҙмәт алдынғыһы. 1947—1949 һәм 1951—1984 йылдарҙа Белорет металлургия комбинатының шәхси келәймәгә эйә булған канатсыһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1981), ике Ленин, «Почёт Билдәһе» һәм Октябрь Революцияһы ордендары кавалеры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған металлургы (1982), Белорет ҡалаһы һәм районының почётлы гражданы (2006). Милләте — башҡорт.

Мөхәмәтдинов Радил Ҡыяметдин улы (2 май 1936 йыл) — партия һәм дәүләт эшмәкәре, БАССР Юғары Советының дүрт саҡырылыш һәм Башҡортостан Республикаһының беренсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, КПСС-тың XXVIII съезы делегаты, ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1975), профессор, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.

Мөхәмәтдинов Борис Ғилмрази улы (14 июль 1948 йыл) — юл төҙөүсе. 1996—2014 йылдарҙа Нефтекамалағы «822-се төҙөлөш идаралығы» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1997), Рәсәй Федерацияһының почётлы юл төҙөүсеһе (2001).

Мөхәмәтдинов Шамил Ғәлиәхмәт улы (2 ноябрь 1924 йыл — 28 февраль 2015 йыл) — хеҙмәт алдынғыһы. 1943—1974 йылдарҙа хәҙерге Һамар өлкәһенең Чапаевск ҡалаһындағы химия заводы бригадиры. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971).

Атаһының исеме[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Аҙнабаев Әхмәр Мөхәмәтдин улы (23 май 1934 йыл — 4 октябрь 2021 йыл) — тел белгесе, педагог‑методист, партия һәм юғары мәктәп эшмәкәре. 1976—1989 йылдарҙа КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының бүлек мөдире; 1989—2001 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты проректоры. Башҡорт АССР-ының 10-сы һәм 11-се саҡырылыш Юғары Советтары депутаты. Педагогия фәндәре кандидаты (1967), профессор (1994). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1994), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2007). Жәлил Кейекбаев исемендәге премия лауреаты (2006). Дуҫлыҡ ордены кавалеры

Фәйзуллин Абдулла Мөхәмәтдин улы (7 август 1929 йыл — 27 декабрь 2014 йыл) — ауыл хужалығы алдынғыһы. 1957—1989 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының Хәйбулла районы «Матрай» совхозы тракторсыһы, оҫтахана механигы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).

Дауытов Шаһиәхмәт Мөхәмәтдин улы (15 апрель 1894 йыл — 27 ноябрь 1937 йыл) — дәүләт эшмәкәре. 1934—1937 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Халыҡ Комиссарҙары Советы рәйесенең 1-се урынбаҫары. СССР-ҙың 5—7 саҡырылыш Үҙәк Башҡарма Комитеты ағзаһы, Советтарҙың 4—6-сы Бөтә Союз, Советтарҙың 13-16-сы Бөтә Рәсәй съездары, 2—5‑се Бөтә Башҡорт съездары делегаты. Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусы. Сәйәси золом ҡорбаны.

Ситдиҡов Шәмсетдин Мөхәмәтдин улы (17 июнь, 1924, БАССР, хәҙерге Салауат районы, Лағыр ауылы — 7 декабрь, 2002 йыл, Лағыр ауылы) — педагог, разведчик. Өс тапҡыр Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән наградланған.

Ауылдар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мөхәмәтдин (рус. Мухаметдиново) — Башҡортостандың Благовещен районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 19 кеше

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]